«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУГИР АТАЙҘАРЫБЫҘҘЫҢ ҺУҒЫШ ХӘТИРӘЛӘРЕН КҮҢЕЛДӘ ҺАҠЛАЙБЫҘ
+  - 



Бөйөк Еңеү байрамы алдынан күренекле башҡорт яҙыусылары, фронтовиктар Рамаҙан Ҡотошов менән Ғәли ИбраҺимовтың ҡыҙҙары Асия Рамаҙан ҡыҙы менән Һөйөклө Ғәли ҡыҙын сәйгә саҡырып алдыҡ. Апайҙар атайҙары хаҡында иҫтәлектәр һөйләне, улар ауыҙынан ишеткән һуғыш хәтирәләрен яңыртып, шул заман кисерештәрен, күргәндәрен барлап, бик йылы аралашыу ойошторҙо.

Хөрмәтле апайҙар, әйҙәгеҙ, шунан башлайыҡ: 9 Май һеҙҙең өсөн, һеҙҙең ғаилә өсөн ниндәй мөһимлектәге байрам?

Асия Рамаҙан ҡыҙы: Беҙҙең ветеран атайыбыҙ, олатайыбыҙ ошо көндәрҙә 95 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Ә инде Еңеү көнө беҙҙең ғаилә өсөн иң оло байрам. Байрам ғына түгел, был беҙҙең ғаиләнең тарихы ла. Беҙҙең атай бит ул һуғыштан әйләнеп ҡайтмаҫҡа ла мөмкин булған. Ә ул ҡайтҡан һәм быуынын дауам иткән. Был көндө атайыбыҙҙы ейәндәре, бүләләре ҡала буйлап алып йөрөй, парктарға барабыҙ, йырҙар тыңлайбыҙ, тәбиғәткә сығабыҙ. Ҡасандыр был байрам халыҡта һағышлы байрам булһа, бөгөн ул патриотик бер көслө, рухлы сараға әйләнде.
Элек ветерандар артыҡ йыйылып барманы, һәр хәлдә, атайымдың ундай тантаналарҙа йөрөгәнен иҫләмәйем. Ул үҙенең полкташтары менән генә һирәкләп күрешә ине. Өфөлә бер генә дуҫы булды, күберәк Мәскәүгә, Ялтаға, Омскиға китә инеләр. Яҙыусылар менән артыҡ аралашманы, тип әйтергә була, яҙышыуға ла пенсияға сығып, алтмыштан уҙғас ҡына ныҡлап тотондо бит. Аралашҡан яҙыусыһынан Яҡуп Ҡолмойҙо ғына иҫләйем.
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: Атайыбыҙ тере саҡта 9 май көндө баҡсала өҫтәл йыя ине. Уның янына мотлаҡ ҡәләмдәш ветеран дуҫтары килә. Беҙ, балалары, ейәндәре уларҙы хеҙмәтләндереп йүгерешеп йөрөйбөҙ. Был ғәҙәт мин үҙемде иҫләгәндән, һуңғы йылдарға тиклем дауам итә, йәғни беҙ хәҙер ҙә, атайыбыҙ юҡта ла, шул уҡ баҡсала байрам табынына йыйылышабыҙ. Сөнки беҙ бит фронтовик балалары - фронтовик ҡыҙҙары.

Атайҙарығыҙ, буласаҡ яҙыусыларыбыҙ, һуғышты ҡайҙа ҡаршы алған? Улар һеҙгә был хаҡта нимәләр һөйләне?

Асия Рамаҙан ҡыҙы: Атайымды 1942 йылда ун һигеҙе тулыу менән армияға алғандар. Ул Өфөгә эвакуацияланған Севастополь зенит артиллерияһы училищеһын тамамлай һәм 19 йәшендә офицер дәрәжәһендә фронтҡа ебәрелә, Орел-Курск дуғаһында һуғыша. Артабан Брянск һәм 1-се Белоруссия фронттары ғәскәрҙәре сооставында Берлинға тиклем хәрби юл үтә. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Хәрби наградаларға лайыҡ була. Уйлап ҡарағыҙ, ун туғыҙ йәшлек егеттәр командир булып һалдаттарҙы атакаға күтәрә. Алға китеп әйткәндә, һуғыштан һуң уның йәштәштәре булған егерме дүртенсе йылғыларҙың биш проценты ғына иҫән ҡала.
Атайым Белоруссия, Польша аша Берлинға барып етә. Берлин эргәһендәге бейеклектәрҙә урынлашып, беҙҙең артиллерия егерме көнләп ҡаланы бомбаға тота. Ҡалаға инеп урынлашҡас, унда һәр илдең үҙенең "зона влияния" тип аталған биләмәһе булдырылған. Атайым беҙҙең зонала ҡалдырылып, 1947 йылға тиклем хеҙмәт итә һәм полковник дәрәжәһендә демобилизациялана. Хеҙмәтенән һуң уға Мәскәү ҡалаһында хәрби академияла уҡырға тороп ҡалырға тәҡдим итәләр, әммә ул Башҡортостанын, атай-әсәйен үтә ныҡ һағынған була һәм бөтә нәмәнән баш тартып, ҡайтып китә.
Башҡортостанға ҡайтҡас, бындағы ҡыйралышҡа иҫе китә атайымдың. Бигерәк тә беҙҙең Ишембай яҡтары бөлгөнлөккә төшкән була. Күптәр астан ҡырылған. Өс улын фронтҡа оҙатҡан аталары аслыҡтан, ауыр эштән миктәп үлгән. Әсәһе һуҡырайған. Тыуған йортондағы ҡыйыҡтың һаламы ла, ҡоймалар ҙа, эргә-тирәләге ағастар ҙа яғып бөтөлгән. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, һуғышта йөрөгән хәрби улдары өсөн килгән пособиены атай менән әсәйгә бирмәй, күрше ауылда йәшәгән почтальон алып торған. Ошо пособие килеп еткәндә, бәлки, ҡарттар ҙа иҫән ҡалыр ине. Ул почтальондың ҡырын эштәре аҙаҡ фашланған: күптәрҙең өлөшөнә ингән өсөн уны хөкөм итеп, ултыртып ҡуйғандар.
Һуңынан атайым Өфөгә китә, совет, партия органдарында, республика гәзиттәре редакцияларында, Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй. 1964 йылдан Өфө авиация институтында уҡыта. СССР Фәндәр академияһының Философия институтында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм утыҙ йыл самаһы эшләп, хаҡлы ялға китә.
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: Атайым 1939 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Хабаровск өлкәһенә эләгә. Ул хеҙмәт иткән йылдарҙа көндәлек тота һәм дәфтәренә барыһын да тәфсирләп яҙып бара. 1943 йылға тиклем уларҙы япон сигендә резервта тоталар. Унан Курск дуғаһына күсерәләр. Ул шунда һуғыш үткән ерҙәрҙең нисек бушлыҡҡа әйләнеп ҡалыуын күреп аптырай.
Беренсе Украина фронтында һуғыша, Польша, Украина, Белоруссия аша үтеп, Одер эргәһендә ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡанда инде Еңеү иғлан ителә. Ләкин ҡапыл ғына ҡайта алмай әле, атайымды Венгрияға ебәрәләр. Еңеүҙән һуң беҙҙең армия сит илдәрҙән төрлө предприятиеларҙы, сәнәғәт, ауыл хужалығы ҡорамалдарын күсереп алып ҡайта. Атайымдар Венгриянан Карпат тауҙары аша мал ҡыуып алып килеп, Украинаға тапшыра.
Һуғыш тамамланғас, Ишембайға ҡайтып, нефть техникумында тәүҙә инглиз теленән уҡыта, аҙаҡ "Совет Башҡортостаны" гәзитендә хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь вазифаларын үтәй. Шул уҡ йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында уҡый. 1959 йылдан алып оҙаҡ ваҡыт "Ағиҙел"журналының яуаплы секретаре булып эшләй.

Атайҙарығыҙҙың һуғыш ветераны икәнен белеп үҫтегеҙме? Һуғыш тураһында һөйләнеме улар һеҙгә?

Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: Биш йәштәр тирәһендә генә атайымдың һуғышта ҡатнашҡан яугир булыуын белеп ҡалдым. Уның яҫы офицер ҡайышы бар ине. Беҙ тыңламағанда, атайым шуны шартлатып итәгенә һуғып, беҙҙе тыйып ҡуйған була торғайны. "Хәҙер эләгә!" тигән була ла, үҙе берҙе лә эләктермәй. Шунан бер ваҡыт, был минең һуғыштан алып ҡайтҡан ҡайыш, тип әйтеп ҡуйҙы. Ҡайыштың "һуғыштан" алып ҡайтылған булыуы мине шул тиклем ныҡ тетрәндерҙе, бер ваҡыт мин атайым өйҙә булмағанда ул ҡайышты иҙән ярығына төшөрҙөм дә ҡуйҙым. Эҙләп-эҙләп тә тапманы уны атайым, мин дә әйтмәнем...
1956 йылда "Бер полк кешеләре" тигән романы баҫылып сыҡты. Был һуғыш тураһындағы беренсе башҡорт романы ине. Атайыма яҙыусылар килеп ултырып, был хаҡта бик күп һөйләштеләр, шунда уның "яҙыусы" икәнлеген дә аңлап алдым. Шулай ҙа бәләкәйерәкмен әле. Урамда балалар менән уйнайбыҙ ҙа "Кемдең атай-әсәйе кем?" тип һорау бирешәбеҙ. Мин әйтәм: "Әсәйем - табип, атайым - яҙыусы!" Бер малай: "Атайың бер ҙә яҙыусыға оҡшамаған, яҙыусылар бейек цилиндрлы эшләпә кейә, һинекенең ундайы юҡ", - ти. "Булмаһа ла яҙыусы", - тип ныҡышам. "Улайһа, нисә китап яҙған атайың?" - ти был. "Бер..." - тим мин. Был минән көлдө. Ә мин тот та йәбеш быға. "Минең атайым һуғышта булған! Минең атайым яҙыусы!" - тип ҡолас ташлап тартҡылашам тегенең менән. Танауым ҡанап, өҫ-башым йыртылып ҡайтып индем, малай кешенән яҡшы ғына эләккәйне шул. Индем дә, атайыма ҡарап: "Һин яҙыусымы, түгелме? Һин кем ул?" - тип илайым. Ул шунда миңә барыһын да ултыртып аңлатты. Мин уның һуғышта булғанын һәм шул һуғыш тураһында ҙур китап яҙғанын белдем...
Үҫә бара атайымдан һуғыш тураһында ҡыҙыҡһынып һораша башланыҡ. "Нисә ниместе үлтерҙең?" тигән һорауҙы бирә бит инде балалар иң беренсе. Ә атайыбыҙ бик баҫалҡы кеше ине. "Әллә, кем уны һанаған? Ҡул һуғышында, бәлки, өсәү-дүртәү булғандыр", - ти. "Аҙ бит, нишләп күберәк үлтермәнең?" - тибеҙ балалығыбыҙға барып.
Артабан мин һуғыш тураһында уҡый, был осор менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. "Васек Трубачев" тигән китапты уҡып, "Эх, тағы ла һуғыш башланһын ине лә, мин унда барып, Зоя Космодемьянская кеүек батыр ҡыҙ булыр инем", тип хыялланғаным хәтеремдә.
Олоғая бара атайым да арыуыҡ ҡына иҫтәлектәр һөйләп ҡалдырҙы, мин уларҙы яҙып, төрлө баҫмаларҙа баҫтырҙым. Мәҫәлән, атайымды ҡотҡарған ҡайсы тураһында ҡыҙыҡ ҡына бер хәтирә бар. Түш кеҫәһендә бәләкәй ҡул ҡайсыһы йөрөткән ул. Бер бәрелештән һуң ул ҡаты яралана, ә санитарҙарҙың уға килеп етергә ваҡыты юҡ. Хәле бөткәндән бөтә барып, ағас төбөндә ята. Шул мәл бер санитар "Кемдә ҡайсы бар?" тип марля ҡырҡырға ҡайсы эҙләй һәм атайым уға саҡ ҡалҡынып, "Миндә" тип өндәшә. Ҡайсы артынан килгән санитар уның хәлен аңғарып, арбаға тейәп алып китә. Унан теге медсестра уға ҡайсыһын кире бирә. Атайым ҡайсыһын һуғыштан алып ҡайта, һеңлеһенә бирә. Ул үлгәс, һеңлеһе ҡайсыны миңә тапшырҙы, ә мин уны Әҙәби музейға илтеп ҡуйҙым. Уның урыны шунда.
Асия Рамаҙан ҡыҙы: Мин атайымдың һуғышта булыуын һуң ғына белдем. Ул ваҡытта, әллә ветерандар күп булғанғамы икән, уларҙы артыҡ ҡәҙер ҙә итмәнеләр, мәктәптәрҙә балаларға "Бына - ветеран" тип күрһәткән кеше лә юҡ ине. Ветерандар үҙҙәре лә ниндәйҙер психологик травма алып ҡайтҡан быуын булғандыр инде, улар үҙ балалары менән артыҡ аралашманы. Ошо осор быуындар араһында бәйләнеш өҙөлөп ҡалғандай булды. Атайым да гел эштә йөрөнө, беҙгә ваҡыты ла юҡ ине. Һәр ваҡыт яуаплы вазифаларҙа эшләне, командировкаларҙа йөрөнө, уның ҡасан ҡайтып, ҡасан киткәнен күрмәй ҙә ҡала инек.
Беренсе тапҡыр ул 1984 йылда ветеран булараҡ Еңеүҙең 30 йыллығын билдәләгән осрашыуға барҙы. Ул ваҡытта инде минең уландарым да үҫеп еткәйне һәм олаталарын мәктәп байрамына саҡырҙы. Шул байрамдан атайым шундай аптырап, тәьҫирләнеп ҡайтты. "Был балалар ҡайҙан беләләр икән һуғыш тураһында? Бөтөн нәмә менән ҡыҙыҡһыналар бит әле!" - тип ҡат-ҡат һөйләне ҡайтҡас. Балаларҙағы патриотик рух уны нисектер ҡанатландырып ебәргәндәй булды...

Атайҙарығыҙға, уларҙың дуҫтарына, фекерҙәштәренә бәйле бала саҡ иҫтәлектәре яҡтымы?

Асия Рамаҙан ҡыҙы: Үҙемде белә-белгәндән атайым яҙышты. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Ғәзим Шафиҡов менән бергәләп, архивтарҙа соҡоноп, золом ҡорбандары булған шәхестәрҙең исемен, хеҙмәтен ҡайтарыу буйынса эшләнеләр. Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, Дауыт Юлтыйҙарҙың ижадын тергеҙҙеләр. Улар бер ваҡытта ла буш менән булып йәки кәйеф-сафа ҡороп йөрөмәне. Атайым эргәһендәге кешеләрҙе бик эшлекле, етди ағайҙар итеп хәтерләп ҡалғанмын.
Илленсе йылдарҙа атайҙарҙы йыш ҡына хәрби сборға саҡыра торғайнылар. Мин бала саҡта уны шул хәрби кейемдә көйө хәтерләп ҡалғанмын. Һәм хәтеремдә, нишләптер, уны һуғышҡа оҙатҡанмын икән, тигән мәғлүмәт нығынып ҡалған да, гел генә "Атай һуғышҡа киткәндә" тип һөйләй ҙә йөрөй инем. Ололар аңлай алмай ыҙалана. Аҙаҡ ҡына минең буталғанымды төшөнөп алып, аңлатып ҡуйҙылар.
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: Яңы күпер урамындағы бер ағас йортта йәшәгәндә ауылса ҙур бүлмәнең бер яғында һике, икенсе яғында атайыбыҙҙың эш өҫтәле тора ине. Кис булһа, беҙҙең, балаларҙың, шаярғыһы килә, тик әсәйебеҙ тыя, атай эшләй, шауларға ярамай. Ә атайыбыҙ яҙа ла яҙа, яҙа ла яҙа. Унан Революцион урамындағы фатирға күскәс, атайҙың эш бүлмәһе айырым булды. Йыш ҡына яҙыусылар килеп ултырҙы, аралаштылар. Кәтибә апай Кинйәбулатова менән уҡыған саҡтарынан дуҫ инеләр, ул беҙҙең өйҙөң көтөп алынған ҡунағы булды. Уны әсәй-атайҙар яратып "Кәти" тип кенә йөрөттө.
Шәриф Биҡҡол, Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев ғаиләләре менән беҙҙең эргәлә ҡуртымға бүлмә алып йәшәйҙәр ине. Беҙҙең фатир үҙебеҙҙеке, шуға күберәк беҙҙә йыйылалар ине. Ҙур түңәрәк өҫтәлде уртаға ултырталар. Әсәйем бәлеш, картуф бешерә. Селедка телеп һалалар ҙа, гәзиттәрҙе йыртып, салфетка урынына ҡулланалар. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар, йырлашалар. Назар Нәжми аккордеонда уйнай, Хәким Ғиләжев йырлап ебәрә! Ҡатындарын да, балаларын да алып киләләр ҡайһы ваҡыт. Ул саҡта минең апайҙы, скрипкаһын тоттороп, ултырғысҡа баҫтыралар. Апайым башҡорт көйҙәрен дә, классик музыкаларҙы ла башҡара. Өй эсе бер концерт залы кеүек булып китә ине.

Һуғыш осоро кешеләрендә, бигерәк тә ветерандарҙа, Сталин культы һаҡланды. Һеҙҙең өйҙә булдымы был культ?

Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: Сталин беҙҙең атайҙар өсөн бик абруйлы кеше булды. Бөйөк шәхес итеп ҡаранылар, әммә унан бик ҡурҡтылар. Хатта Сталин темаһына һөйләшеү ҙә мөмкин булмаған хәл булған булған. Атайым гәзиттә эшләгәнендә, мәҫәлән, байрамдарға ҡарата Сталиндың ҡотлау һүҙе булһа, ул төндә телефонограмма менән ебәрелгән һәм шул төндө берәү дежурҙа ултырып ҡалып, хәбәрҙе ҡабул иткән һәм шунда уҡ тәржемә итеп, иртәнсәккә гәзит номерына ҡуйғандар. Ҡыҫҡа ғына, эстәлекле ҡотлауҙар һәм мөрәжәғәттәр килгән ил башлығынан. Һәм ул был яҙмаларын үҙе яҙған булған. Сталин тураһында атайым хатта олоғайғас, заманалар үҙгәргәс тә бер насар һүҙ ҙә әйтмәне, ул теманы ҡуҙғатманы ла.
Асия Рамаҙан ҡыҙы: Минең ҡартатайым, әсәйемдең атаһы, Әхмәтзәки Вәлидиҙең ғәскәрендә полк муллаһы булған. Егерменсе йылдарҙа улар Башҡортостандан ҡасып китергә мәжбүр булғандар. Ҡырғыҙстанға барып, шунда йәшәгәндәр. Балалары ла шул яҡта тыуа. Бары тик илле өсөнсө йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайтыу мөмкинлеге сығып, һағынышып ҡайтып төшәләр. Бына шул ҡартинәйҙәр ҙә, әсәй ҙә шул яҡтағы хәл-әхүәлдәре, йәшәйештәре хаҡында бер ваҡытта ла һөйләмәне. Мин үҙем дә был турала алтмышынсы йылдарҙың был яғында ғына ишетеп белдем. Был беҙҙең халыҡтың Сталин заманында шул ҡәҙәр ҡурҡытылыуы, баҫылыуы тураһында һөйләй. Әммә уларҙың ҡурҡыуын был даһи кешегә ҡарата булған әллә хөрмәте, әллә икенсе тойғомо баҫып киткәйне, булһа кәрәк. Һәр хәлдә, улар Сталиндың исеменә лә, есеменә лә тел тейгеҙмәне. Олатайҙарыбыҙҙың тарихын ишетеп белгән бәләкәй ҡустым бер саҡ йәне көйөп Сталиндың портретына тотҡан да "дурак" тип яҙған. Атайым шунда "Ошо яҙыу өсөн элегерәк бөтөн ғаилә менән төрмәгә китер инек", тип ҡуйҙы.
Бөгөн атайым ул замандың сәйәсәте һәм башҡа тарихтар хаҡында күп яҙа. Хәтере шәп әлегә, зиһене яҡты. Торғаны менән бер тере шаһит, тере архив бит ул.

Туған тел, милли мәҙәниәт тураһында һүҙ ҡуҙата инеме яҙыусылар, улар заманында был өлкәлә проблема булдымы икән?

Асия Рамаҙан ҡыҙы: 1963 йылда Н. Хрущевтың рус булмаған барлыҡ гәзиттәрҙе ябыу тураһында указы сыҡҡан. Ҡайһы бер милли республикаларҙа был документ тормошҡа ашырылып, туған телдәге баҫмалар эшләүҙән туҡтаған. Ә беҙҙең республика журналистары быға ҡаршы сыҡҡан. Атайым әйтеүенсә, Рәми Ғарипов беренсе булып был эште ойоштороп йөрөгән. Йөҙләп кеше Өлкә комитет бинаһы алдына барып баҫып, етәкселәрҙән яуап талап иткән. Ул саҡтағы партияның Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нурыев бинанан сығып, митингыла ҡатнашыусыларҙы тыңлаған. Мәсьәләнең төбөнә төшөнгәс, Мәскәүгә шылтыратам, тип кабинетына инеп китә. Бер сәғәттән сығып: "Тыныс булығыҙ, мәсьәләне кире ҡарарбыҙ тинеләр", - тип хәбәр иткән. Ошо ваҡиғанан һуң милли гәзиттәр яңынан тергеҙелеп, эш башлай. Күреп тораһығыҙ, тел өсөн көрәш беҙҙең милләттә бөтә йылдарҙа һәм замандарҙа ла барған.

Атайҙарығыҙ ниндәй холоҡло кешеләр ине? Әсәйҙәрегеҙ менән ниндәй мөнәсәбәттә булдылар? Ғаилә тәрбиәһе нимәләргә нигеҙләнде?

Асия Рамаҙан ҡыҙы: Атайымдың бер ваҡытта ла ғаиләһенә ваҡыты булманы. Ул бик эшкә бирелгән кеше ине, әле лә эшләй. Бөтә кешенең проблемаларын, йомоштарын хәл итте. Уға райондан да, ауылдан да ярҙам һорап, яҡлау эҙләп киләләр ине. Киләләр, беҙҙең өйҙә ҡуна ҡалалар, нимәләрҙер көтөп яталар, уҡырға инергә килеүселәр тулып китә. Өйҙә былай ҙа үҙебеҙ биш кеше, килеүселәр иҙәндә лә, ишек төбөндә лә ята. Ҡустыма хатта ваннаға урын түшәп бирәләр ине. Атайым шулайтып башҡаларға иғтибар һәм хөрмәт күрһәтеп, ғаиләһендәгеләрҙе онотоп китә торған холоҡло булды. Мин быларҙы үҙем олоғая барғас ҡына анализлайым. Ә ул ваҡытта атайҙың абруйы ҙур, әсәй ҙә уға һүҙ тейгеҙмәй, зарланмай, шулай тейеш тип ҡабул итеп йәшәй.
Икәү-ара бик татыуҙар ине. Әсәйем ауыр йылдарҙа үҫһә лә, нисектер, тормошҡа яраҡлашып етмәгәнерәк ҡатын булды. Ул донъя йөгөнә төшөп егелмәне, нимәләрҙелер хәл итеп йөрөмәне, атайымдың ышығында ғына йәшәүҙе хуп күрҙе. Шунлыҡтан, ғаиләләге кер йыуыу, иҙән йыуыу кеүек ҡара эштәр ҙә бик иртә минең иңемә ятты. Әсәй атайҙың иркә ҡатыны булып ҡартайҙы һәм шулай булып китеп тә барҙы. Бер саҡ ҡартинәйемдән: "Ҡасан йәшәү рәхәтерәк ине, хәҙерме, әллә революцияға тиклемме?"- тип һорағайным, ул уйлана биреп ултырҙы ла: "Болғанышҡа тиклем",- тине. Ә бит рус яҙыусылары күп осраҡта башҡорттоң боронғо йәшәйешен, революцияға тиклемге хәлен ауыр итеп һүрәтләй, был беҙҙең быуындың аңына һеңеп ҡалған. Шуға ла ҡартинәйемдең элекке дәүерҙә йәшәргә теләүе тураһында ишетеп аптырағайным. Эйе, шул осорҙағы быуындар бәйләнешенең бөтөнләй өҙөлөп ҡала яҙыуы, ололарҙың ярты ғүмере йәшерен булыуы беҙҙең ысынбарлыҡты белмәй үҫеүебеҙгә килтерҙе. Шуға ла мин бөгөн ейәндәрем менән тығыҙ аралашырға, уларға бөтөн тарихтарҙы ла һөйләп ҡалырға тырышам. Улар был хаҡта беҙҙән - үҙ ғаиләһе вәкилдәренән ишетергә тейеш, тип иҫәпләйем.
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: Атайҙың әсәйгә оло һөйөүен беҙ, балалары ла, һиҙә, күрә инек. Әсәй үҙ сиратында ҡатыраҡ булды, хистәрен күрһәтмәне. Әммә бик донъясыл булып, атайҙы ныҡ хәстәрләй торғайны. Уның кейемен дә үҙе һатып ала, ашарына ла тәрбиәләп кенә бешерә, кәрәген таба һалып бирә, атайым яҙышҡанда өйҙә тынлыҡ тоторға тырыша, һәм башҡалар. Әсәй шундай булмаһа, атайыбыҙ кейемен дә, тамағын ҡайғырта алмаҫ ине, моғайын. Сөнки артыҡ ер кешеһе түгел ине. Атай һөйләшергә яратты, яҙышмағанда күп итеп һөйләй ҙә һөйләй торғайны. Уны әсәй ҙә, беҙ ҙә тыңлайбыҙ, башҡалар ҙа тыңлай. Шундай һүҙсән, алсаҡ булды ул. Беҙҙең менән ныҡ яҡшы һәм яҡын аралашты, һәр һорауыбыҙға яуап бирҙе, барыһын да аҡыллы итеп аңлатып, төшөндөрөп бирә белде.
Бер күренеш һаман күҙ алдымда. Атайымдың әсәйгә оло мөхәббәтле булыуы тураһында әйткәйнем бит инде. Бына атай үлем түшәгендә ята, әсәй уның янында мыштырлап йөрөй. Бер саҡ атай әсәйҙе саҡырып алды ла, ҡулынан һыпырып-һөйөп: "Зөһрә, мин бит һине шул тиклем яратып китәм..." - тине. Бына шулай йәшәне улар...

Шулай итеп...
Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт халҡының йөҙәрләгән яҙыусы һәм шағиры ҡатнашып, шуларҙың ун һигеҙе батырҙарса һәләк була. Утыҙҙан ашыуы тән һәм йән яралары менән ҡайтып, ҡәләм тирбәтеп йәшәүҙе дауам итә. Бөгөн уларҙың иҫәндәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Беҙ уларҙы яҙған әҫәрҙәре, иҫтәлектәре һәм балалары, ейәндәре һөйләгәндән белеп өйрәнәбеҙ. Ә уларҙы белгән-күргәндәр был хаҡта һөйләргә тейеш. Сөнки хәтер шулай йәшәй. Уны ололар балаларына, ә әлегеләй фронтовик ҡыҙҙары беҙгә - уҡыусыларға бәйән итергә бурыслы.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.19 | Ҡаралған: 746

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru