«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫЛЫУҠАЙҘАР ҺЫНАУ ТОТТО
+  - 

"Һылыуҡай-2019" асыҡ республика башҡорт гүзәлдәре конкурсы үҙенең еңеүселәрен билдәләне. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тамашала ун ике конкурсант һынау тотто.

"Һылыуҡай" асыҡ республика гүзәллек бәйгеһе 27-се тапҡыр үткәрелә. Был арауыҡ эсендә ул байтаҡ үҙгәрештәр ҙә кисергән. Быйыл иһә, ойоштороусылар уның төп ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр индергән һәм яңы шарттар буйынса 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге ҡыҙҙарҙы ғына ярышҡа сығарырға ҡарар ителгән. Бынан тыш, алдағы йылдарҙа ҡатнашыусыларға ҡабаттан үҙ көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге бирелгән. Быйылғы "Һылыуҡай"ҙың үҙенсәлеге тағы шунда: ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырыуҙың йөкмәткеһен үҙгәрткән һәм V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡабул ителәсәк документҡа - Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына үҙ тәҡдимдәрен яңғыратты. Ҡатнашыусылар республикала туризмды үҫтереү, милли кадрҙар әҙерләү, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, хоҡуҡ, иҡтисад, ауыл хужалығы, демография, производство өлкәләренә ҡағылышлы актуаль мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Мәҫәлән, Әлшәй районынан Ләйлә Шәкүрова тыуған яғында этник туристик база төҙөргә, Алина Ғәзизова алкоголле эсемлектәрҙе тыйыуға ҡағылған закондарҙы ҡатыраҡ итергә, Гөлфиә Ҡудашева республиканың бер районын IT-технологиялар етештерелгән төбәккә әйләндерергә тәҡдим итте. Әйтергә кәрәк, конкурсанттарҙың башҡорт телен белеү кимәлен юғары булыуын да һынап өлгөрҙөк был юлы. Ә бына башҡорт халыҡ ижады, әҙәбиәте, мәҙәниәте өлкәләрендәге белемдәре, ғаилә һәм тәрбиә мәсьәләләрендәге ҡараштары "Асыҡ микрофон" ваҡытында тамашасыларҙың һорауҙарына яуаптарын тыңлағанда төҫмөрләнде. Ҡыҙҙар ҡаушап ҡалманы, "Урал батыр" эпосы тураһында ла мәғлүмәтле булып сыҡты, Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйләп тә ишеттерҙе.
Конкурста ҡыҙҙарҙың бейеү-йырға маһирлығы ла һынала. Был юлы уларҙың сығышы буласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына арналғайны һәм ҡатнашыусылар төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарҙы. "Гөлнәзирә" бейеүендә ҡыҙҙар Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты ансамбле егеттәре һәм "Байыҡ" телевизион конкурсы еңеүсеһе Айназ Низаметдинов менән берлектә сығыш яһаны. Йыр-моңға маһирлыҡты һынағанда ҡатнашыусылар сит илдә йәшәгән яҡташтар менән бәйләнешкә инеп, "Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын" йырын бергә башҡарҙы. Бер төрлө кейенгән, буйҙары бер иш, барыһы ла һылыу ҡыҙҙарҙы айырыуы, уларҙың талантын һынауы шуға күрә еңел булманы. Шулай ҙа жюри ағзалары биргән баһалар буйынса "Һылыуҡай-2019" тажын Әлшәй районынан Ләйлә Шәкүрова кейҙе. Беренсе урынға Салауат районынан Диана Шөғәйепова, икенсе урынға Баймаҡтан Зөлфиә Байбулатова һәм Әлшәйҙән Нәилә Йәнбирҙина, өсөнсө урынға Федоровканан Сәлимә Солтанғолова, Йылайырҙан Гөлфиә Ҡудашева һәм Мәскәү ҡалаһынан Зилиә Агишева лайыҡ булды.

Камилә ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.05.19 | Ҡаралған: 531

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru