«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘЫУСЫ ҠАТЫНЫ
+  - 

Юлтыевтар, 20-се йылдар. Актриса Гөлназ Мөхәмәҙиева.

"Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" проекты гәзит уҡыусыларҙы "Беренсе Республика" фильмының геройҙары менән таныштырыуҙы дауам итә. Проектта шәхестәрҙең тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотолары һәм костюмдар буйынса рәссам Әлиә Байрамғолова тарафынан кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тарихи нәфис фильмын төшөрөү майҙансығынан яһаған фотолары тәҡдим ителә.

Фатима Ғилман ҡыҙы ЮЛТЫЕВА (актриса Гөлназ Мөхәмәҙиева уйнай) - Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе бар балаларына ла яҡшы белем бирә. Фатима иртә кейәүгә сыға, әммә йәш ғаилә тиф менән ауырып, ире үлә. Ошонан һуң ул фармацевтар курсына уҡырға инә. Дауыт Юлтый менән дә Быҙаулыҡта таныша. Үҙенең хәтирәләре буйынса, беренсе тапҡыр Дауытты 1919 йылда уҡытыусылар конференцияһында күрә. Танышлыҡ ныҡлы дуҫлыҡҡа әүерелә. 1921 йылдың июлендә никахтарын теркәйҙәр. Шул мәлдә ваба эпидемияһы башлана, Фатима тағы ла ҡаты сирләп китә. Дауыттың тырышлығы менән аяҡҡа баҫа. 1921 йылда Дауыт Юлтый башҡорт делегацияһы составында 9-сы Бөтөн Рәсәй Советтар съезына бара, В. Ленин менән осраша. 1922 йылда ғаилә Өфөгә күсә, 1924 йылда - улдары Таң, 1926 йылда ҡыҙҙары Нинель донъяға килә. Бик ҡунаҡсыл булалар, яҙыусылар, музыканттар, эшселәр, уҡытыусылар, колхозсылар - барыһы ла уларҙың фатирында йылы тәғәм, ихлас мөнәсәбәткә тап була. Фатима фармацевтика техникумын тамамлай һәм 1929 йылдан 1937 йылға тиклем Башҡортостандың дарыуханалар идаралығы системаһында эшләй. 1937 йылда Дауыт Юлтый ялған ғәйеп менән ҡулға алына һәм хөкөм ителә. Фатима Юлтыева ла 10 йыл ғүмерен тотҡонлоҡта уҙғара - башта төрмәлә, һуңынан Мордовияның Темников лагерҙарында. Бер нисә йыл уның менән бергә Һәҙиә Дәүләтшина ла була. Бер ҡасан да балалары менән бәйләнеште өҙмәй, уларҙың хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай. Нинель башта Ленинградтан, аҙаҡ Өфөнән һәм Ҡаҙандан яҙа. Таң Ырымбур өлкәһендә әсәһенең туғандарында йәшәй, һуңынан фронтҡа китә.
Фатима Юлтыева Өфөгә үҙен һәм Дауыт Юлтыйҙы аҡлағас, 1956 йылда ғына ҡайта. Ошо көндән алып бар көсөн иренең исемен аҡлауға бағышлай. Замандаштарының хәтирәләрен йыя, китаптарын сығарыуға, әҫәрҙәрен тәржемәләүгә булышлыҡ итә. Быларҙың барыһы ла еңел булмай, сөнки яҙыусының бар архивы, китаптары, ҡулъяҙмалары юғалып бөткән була. Дауыт Юлтыйҙың Өфөлә һәм тыуған яғы Ырымбурҙа юбилейын ойоштороуҙа ҡатнаша, Юлтый ауылы мәктәбендә музейын булдырыуға ярҙам итә.
Фатима Ғилман ҡыҙы башҡорт әҙәбиәтенә Дауыт Юлтыйҙың исемен ҡабаттан тергеҙеү өсөн күп эшләй, бары тик иренең һөйәктәре күмелгән урынды ғына таба алмай. Таң һәм Нинелдең дә был юҫыҡтағы тырышлыҡтары һөҙөмтә бирмәй... Был мәҡәлә өсөн материалдар Юлтыевтарҙың ейәнсәре - Наилә Таң ҡыҙы Юлтыеванан алынды.

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.05.19 | Ҡаралған: 595

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru