«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2019

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07  |  08
Март
  09  |  10  |  11  |  12  |  13
Апрель
  14  |  15  |  16  |  17
Май
  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
  22  |  23  |  24  |  25  |  26
Июль
  27
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Дөрөҫлөк - һауған һөттән аҡ, тиһәләр ҙә, эскән һөтөң, ашаған ризығың сифаты дөрөҫлөккә тап киләме?

 
Сайттың архивы
 

2018

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
КИРЕ ҠАҠЛЫҠТЫРҒАН ҮҘЕНӘ ОСҠАН ГРАНАТАНЫ
+  - 



Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡаһарманлыҡ күрһәткән башҡорт батырҙары М. Шайморатов, Т. Күсимов, М.Гәрәев һәм башҡаларҙы яҡшы беләбеҙ. Ә бына 1938 йылда Хәсән күле янында япондар менән һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәткән башҡорт яугиры, рота командиры лейтенант Ғәни Ғәлимов тураһында республика кимәлендә киң билдәле түгел.

Ғәни Ғәлим улы Ғәлимов 1912 йылда Туймазы районының Япрыҡ исемле башҡорт ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Өфөнөң сәнғәт училищеһына уҡырға инә. 1932 йылда 3-сө курста уҡып йөрөгән мәлендә Ғәни хәрби комиссариатҡа барып, үҙен армияға алыуҙарын һорай. Армияға барырға әле йәше лә тулмаған була. Ул тормош юлымды хәрби хеҙмәткә бағышлағым килә, ти. Ғәниҙе хәрби училищеға ебәрәләр. Уны тамамлағас, лейтенант дәрәжәһен алып, хәрби хеҙмәт юлын башлай. 1938 йылда Япония ғәскәрҙәре Монголияға баҫып инә. Ҡыҙыл Армия күрше илгә ярҙамға килә. Г.К. Жуков етәкселегендәге совет ғәскәрҙәре япондар менән Хәсән күле янында бәрелешә. Лейтенант Ғәни Ғәлимов рота командиры булып 32-се уҡсы дивизияһы сафында ошо һуғыштарҙа ҡатнаша. Йәш командир үҙенең батырлығы, йылғырлығы, ихтыяр көсө менән бөтөн армияны хайран итә. Өлкән политрук М. Дивенко башҡорт командирының ҡаһарманлығы тураһында бына ниндәй хәтирәләр яҙа: "Я встретился с бывшим студентом Галимовым, когда он уже командовал ротой. Встреча произошла на песчаных холмах у озера Хасан 7 августа 1938 года. Батальон, в состав которого входила рота Галимова, после ожесточенных боев с японцами, укрепился на позициях у озера и после обеда должен был возобновить наступление и занять высоту Безымянную, уничтожив засевших там японцев.
По указанию комиссара соединения я пришел в этот батальон, чтобы помочь в руководстве боем. Перед боем мы провели митинг. После моего кратенького выступления попросил слово лейтенант Галимов, раненный в бою 6 августа. Одна рука его была перевязана. Чуть прихрамывая, он вышел на середину, говорил сдержанно, скупо, но в каждом его слове звучали ненависть к врагам, призыв к беспощадной расправе с зарвавшимися захватчиками.
Батальон пошел в наступление. Огонь минометов, пулеметов и артиллерии японцев не мог остановить нашего стремительного продвижения вперед. Когда до вражеских окопов осталось метров пятьдесят, бойцы взялись за гранаты. Галимов со связкой гранат куда-то пополз и скрылся в высокой траве. Вдруг на южном скате высоты Безымянной, там, где стоял японский миномет, мешавший нам овладеть окопом, раздался оглушительный взрыв. Вражеский миномет был выведен из строя. Галимов вернулся назад. Я подполз к нему. Он взял у меня еще одну гранату и бросил ее в окоп.
Бойцы, бросая гранаты, подползали к окопам все ближе и ближе. Японцы в панике разбегались. Секретарь комсомольского бюро товарищ Дмитриев, поднявшись во весь рост, начал стрелять из пистолета. В это время на нас обрушился сильный вражеский огонь со скатов соседней высоты. Дмитриев упал, сраженный пулей насмерть. Мы залегли и укрепились.
Галимов решил пробраться в тыл японцев и забросать гранатами их огневые точки. Он берет с собой больше десятка гранат и исчезает в траве. Галимова не видно, но бойцы следят за ним по взрывам гранат в тылу японцев. Вот японцы выкатывают на позицию пулемет. Из травы летят две гранаты. Пулемет опрокинут, исковеркан. Прислуга уничтожена. Японцы выкатывают второй пулемет. Его постигает та же участь. Обнаружив отважного лейтенанта замаскировавшимся в траве, японцы тоже пускают в ход гранаты. Они летят одна за другой, но, долетев до Галимова, почему-то отскакивают в сторону. В чем дело? Секрет выяснился, когда Галимов невредимый приполз назад. "Я вижу, что она летит прямо на меня, подставляю лопату, и граната отлетает в сторону", - смеясь, рассказывает лейтенант".
Лейтенант Ғәлимов батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Башҡорт батырының даны бөтә Ҡыҙыл Армияға тарала. Уның ҡаһарманлығына һоҡланып, хатта композитор А.Новиков "Лейтенант Галимов" тигән йыр яҙа:

Орудийный гром гремел в долинах,
Грохотали танки по лесам,
Комсомолец лейтенант Галимов
Вел отряд на озеро Хасан...

Хәсән күлендә һуғышҡан "32-се дивизияның йыры"ның ҡушымтаһында ошондай куплет бар:

Наш Галимов, он, ребята,
Всех отвагой потрясал:
На лету ловил гранаты
И обратно их бросал!

Япондарҙы еңгәндән һуң Ғәни Ғәлимовты Мәскәүгә М.В.Фрунзе исмендәге хәрби академияға уҡырға ебәрәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, майор Ғәлимов академиянан тура фронтҡа китә. Уҡсы бригадаһы штабының оператив бүлеге начальнигы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың июлендә - Ҡыҙыл Байраҡ, 1943 йылдың мартында Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә. 1942 йылдың авгусынан 3-сө Удар армияһы оператив бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы вазифаһына күсерәләр. Подполковник дәрәжәһен ала. Ғәни Ғәлимовҡа армия штабында ғына ултырырға тура килмәй. Уны мөһим бурыстар менән фронт һыҙығындағы ғәскәрҙәргә ебәрәләр. "В январских боях 1944 года тов. Галимов с головным полком 46 гвсд в течение трех суток находился под непрерывным артиллерийско-минометным огнем на полуострове оз. СВИБЛО", тиелә наградалау ҡағыҙында. 1944 йылдың февралендә ул 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Ғәни Ғәлимов тураһында 3-сө удар армияның оператив бүлеге начальнигы Семенов Г.Г. үҙенең "Наступает ударная" исемле хәтирәләр китабында бына нимәләр яҙа: "Начальником холмского направления был майор Г. Г. Галимов, прибывший в штаб армии в конце августа с должности начальника оперативного отделения стрелковой бригады. Башкир по национальности, он имел прямой и горячий характер, к порученному делу относился с большой ответственностью. Гани Галимович Галимов был человеком в какой-то степени легендарным. В 1938 году он командовал ротой в 32-й стрелковой дивизии, принимал участие в боях у озера Хасан. И не просто участвовал, а совершил подвиг, о котором много писали в ту пору. Он уничтожил ручной гранатой вражеский пулемет. А когда в Галимова полетели японские гранаты, ловил их и швырял обратно, в неприятельские окопы. Для этого надо было иметь не только сноровку, расчет, но и огромную силу воли".
Ғәни Ғәлимов һуғышты полковник дәрәжәһендә 130-сы Латыш уҡсы корпусының оператив бүлеге начальнигы сифатында тамамлай. Һуғыштан һуң К.Ворошилов исемендәге хәрби академияла уҡып сыға. Һуңынан Байкал аръяғы хәрби округының штаб начальнигы булып хеҙмәт итә. Ҡанлы һуғыштарҙа алған яралар Ғәни Ғәлим улының һаулығын ҡаҡшата. Ул 60 йәшенә лә етмәй, 1969 йылдың 4 ноябрендә вафат була.
Япрыҡ ауылынан Ғәлимовтар нәҫеле ысын мәғәнәһендә башҡорт батырҙары нәҫеле булып тора. Ғәни Ғәлимовтан тыш, капитан Әхәт Ғәли улы Ғәлимов, өлкән лейтенант Асаф Ғәбдрәхим улы Ғәлимовтар һуғышта ҡатнаша. Улар илде һаҡлап ошо оло яуҙа һәләк булалар. Тағы ла летчик, полковник Рафик Ғәбдрахим улы Ғәлимов ошо нәҫелдең ғорурлығы булып тора.

Азат ЯРМУЛЛИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.19 | Ҡаралған: 63

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Таныштарығыҙ, дуҫтарығыҙ араһында 2019 йылдың икенсе яртыһы өсөн "Киске Өфө"гә яҙылмай ҡалғандар булһа, беҙҙең сәләмде тапшырығыҙ, зинһар: 17 июлгә тиклем яҙылып өлгөрһәләр, гәзитте августан алдыра башлаясаҡтар. Индекстар үҙгәреүен дә белеп ҡуйығыҙ: ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә ҡалған 5 ай өсөн 520 һумға яҙыла алаһығыҙ. Бергә булайыҡ!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

 
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2019 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt