«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАБИЧҠА - ҺӘЙКӘЛ!
+  - 

Өфөлә Башҡортостан йөмһүриәте өсөн көрәшкән көрәшсе шағир, "Башҡортостан иҫән ҡала, тиһәң, бер йәнемә миллион үлем бир", тип һәләк булған Шәйехзада Бабичҡа әле һаман һәйкәл ҡуйылмауы тотош башҡорт халҡы өсөн ғәрлек ине. Ошо көндәрҙә, ниһайәт, һәйкәл ҡуйыу буйынса комиссия оҙаҡ эҙләгәндән һуң, Зәки Вәлиди урамы башланған урынды - Телеүҙәк алдын һайланы. Алла бойорһа, 5-се Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәрендә Бабич һәйкәле асылыр тип өмөт итәбеҙ.

Башҡорт халҡының бөйөк шәхестәре күп, әлбиттә, ләкин әле уларҙың өсәүһен генә атайыҡ: Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Әхмәтзәки Вәлиди. Салауатҡа һәйкәл бар, Бабичҡа ҡуйыла.
Вәлидигә лә булыр, тип ышанабыҙ.
Әммә ҡыуаныс менән бер рәттән, күңелде ҡырған мәлдәр ҙә юҡ түгел: бөгөн һәйкәл ҡуйылыр, тип тулҡынланып көткәндә, Шәйехзада Бабич кеүек бөйөк шәхестең кем икәнен белмәгән йәштәрҙең интернет селтәрендә сафсата һатыуы, уның баһаһын белмәүе аяныс. Бабич Туҡай, Пушкин кеүек үк бөйөк шағир. Әммә ул ябай шағир түгел. Милли азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашып, һүҙе аша халыҡҡа юл күрһәткән шәхес. Тәү башлап башҡорт йәштәре ойошмаһын төҙөгән, башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалған кеше лә ул. Уның Башҡортостан, ҡурай, Салауат тураһындағы шиғырҙарын уҡып ҡарағыҙ! Башҡа кем шулай яҙа алды?
Шәйехзаданы данлаған авторҙарҙың әҫәрҙәрен ҡарап сығығыҙ: Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙары һәм поэмалары, Рауил Бикбаевтың монографияһы. Республика өсөн йәнен фиҙа ҡылған Бабичтың шәхесе тураһында бөгөн уның исемендәге премия лауреаттары ла яҙып сыҡһын! Ниңә өндәшмәйҙәр?
Икенсенән, Бабичҡа һәйкәл өсөн һайланған урын тәү ҡарашҡа уңайһыҙ кеүегерәк тойола ине: тау итәге, аҫта машина ҡуялар. Әммә тау итәген ҡырҡып, һәйкәл майҙанын иркенәйтеп, туҡталҡаны парк итһәләр, тотош бер композиция килеп сығыр ине. Бына быныһы шәп буласаҡ!

Марат ҠОЛШӘРИПОВ,
тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.19 | Ҡаралған: 551

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru