«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МӘКТӘПТӘРЕ ЛӘ ҠАРЛУҒАСТАРЫ МЕНӘН ХУШЛАШТЫ
+  - 



Ил буйынса үткән Һуңғы ҡыңғырау сараһы күптәр өсөн байрам кеүек ҡабул ителһә лә, сығарылыш уҡыусылары өсөн һағышлы бер көн, мәктәп менән хушлашыу, һынауҙар алдына баҫыу ул. Сығарылыш уҡыусылары вальста әйләнеп, үҙҙәрен ҙур кешеләр итеп тойоп йөрөһәләр ҙә, әлеге мәлдең тормоштарындағы мөһим ваҡиға икәнен аңлап та етмәйҙәрҙер. Сөнки әле уларҙың хис-тойғолар, яңылыҡтар менән баштары әйләнгән. Тағы ла бер нисә йылдан тап бына ошо көндөң ҡәҙере һәм мәғәнәһе артасаҡ, йәштәр Һуңғы ҡыңғырауҙың үҙҙәре өсөн ниндәй төшөнсәгә эйәлеген аңлаясаҡ әле. Шулай итеп, Һуңғы ҡыңғырау быйыл баш ҡаланың бөтә белем усаҡтарында 25 май көндө билдәләнде.

- Өфөнөң милли мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусылары өсөн айырыуса матур тантаналы саралар ойошторолдо. Мәҫәлән, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында яңы традицияға нигеҙ һалып, башланғыс синыфты тамамлаусы 4-се синыф уҡыусылары 11-се синыфтарға ҡыңғырауҙар бүләк итте. Ә ағай-апайҙары үҙ сиратында быйыл башлап "Әлифба"ны үҙләштергән кескәй дуҫтарына сағыу китаптар тапшырҙы. Уларҙың вальс бейеүе лә үҙенсәлекле килеп сыҡты: сығарылыш уҡыусылары уҡытыусылары, ата-әсәләре менән моңло көйгә талғын ғына өйөрөлдө. Әллә сара тик башҡорт телендә алып барылғанғамы, әллә саҡырылған ҡунаҡтар һәм ата-әсәләр балаларға иң изге теләктәрен туған телдә еткергәнгәме, гимназияның Һуңғы ҡыңғырау байрамы бигерәк тә күңелгә ятты. Белем усағы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова хәбәр итеүенсә, был уҡыу йылында гимназияла 768 бала белем алған, шуларҙан 61 уҡыусы 9-сы синыфты, 35 уҡыусы 11-се синыфты тамамлай. Сығарылыш уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин, БР Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе урынбаҫары Тимур Кәримов, БР Мәғарифты үҫтереү институты проректоры Сынтимер Баязитов, 11-се синыфтарҙың класс етәкселәре Эльмира Хәсәнова һәм Альбина Дәминова тәбрикләне. Һуңғы ҡыңғырау сыңын тыңлаған уҡыусылар менән аралашҡанда барыһы ла яратҡан гимназияларын һағынасаҡтары тураһында әйтте һәм бында бөтәһе лә үҙ-ара дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уҡыусы күңелендә туған теленә, мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән, дуҫлыҡ төшөнсәһен аңлатҡан, аң-белемгә ынтылыш һалған белем усағы ҡарлуғастары менән бына ошолай хушлашты.

- Быйылғы уҡыу йылында Дим районының 102-се Башҡорт гимназияһында 11-се синыфты - 22, 9-сы синыфты 79 бала тамамланы. Гимназия директоры Илһам Зиннур улы Ғайсин әйтеүенсә, белем усағы был райондың үҙенсәлекле милли үҙәге булып тора. Гимназия үҙенең микрорайонындағы барлыҡ балаларҙы ла уҡырға алырға тейеш булғанлыҡтан, быйыл, мәҫәлән, бында барыһы 14 милләт вәкиле уҡыған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында ишек төбөнән үк башҡорт мөхите бөркөлөп тора. Уҡыу йортоноң үҙенең журналистар клубы, радиоһы, телевидениеһы, хоккей командаһы, уҡытыусылар коллективы тарафынан төҙөлгән үҙешмәкәр театр ҙа бар.

- Ә бына киләһе йылда асылыуының 10 йыллығын билдәләргә әҙерләнгән Өфө районы Шамонин дөйөм белем биреү мәктәбендә Рәсәйгә даны таралған "Дарман" бейеү ансамбле, республикала алдынғылыҡты бирмәгән йәш саңғысылар, волейболсылар, баскетболсылар, шулай уҡ буласаҡ сәхнә оҫталары белем ала. Мәктәп төҙөлгәндә 500 самаһы балаға иҫәпләнһә, быйылғы уҡыу йылында ике сменала 858 бала белем алған. Әле 11-се синыфты - 11, ике параллель 9-сы синыфты 46 уҡыусы тамамланы. 11-се синыфтар араһынан - ике, 9-сы синыфтарҙан 4-5 кеше миҙалға дәғүә итә, әммә барыһын да имтихандар асыҡлаясаҡ. Ә инде беренсе сентябргә балалар һаны меңгә яҡынлашып, 970 буласаҡ, сөнки 1-се синыфҡа барлығы 150 бала килеүе көтөлә.

- Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһында ла Һуңғы ҡыңғырау, һәр йылдағыса, шаулап-гөрләп үтте. Балаларҙы тәбрикләү өсөн мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне һәм улар ихласлап ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең теләк-кәңәштәре, уҡыусыларҙың хушлашыу һүҙе лә яңғыраны. Унан 2018-2019 уҡыу йылында үткәрелгән бөтә Рәсәй төбәк олимпиадаларында еңеүсе, призер булған уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды һәм матур сараны концерт номерҙары менән "Аҡйондоҙ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле биҙәй барҙы. Тантананы йомғаҡлап, байрамда ҡатнашыусылар уҡыу йортона исем биргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алып, уның барельефына сәскәләр һалды. Аҙаҡтан йәшле күҙҙәрен йәшергән бер нисә сығарылыш уҡыусыһын туҡтатып, кисерештәрен уртаҡлаштыҡ:

Гөлиә Солтанова: Гимназия-интернат - ул республиканың иң алдынғы балаларын бер урынға туплаған икенсе өй, ә бындағы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр - икенсе әсә. Шуға күрә, бәләкәй класта уҡығандарға бындағы һәр көндөң ҡәҙерен, тәмен тойоп йәшәгеҙ, тип әйтке килә. Киләсәктә гимназиябыҙҙың бәҫен төшөрмәй, илебеҙгә файҙалы шәхестәр булырға һүҙ бирәбеҙ.
Римма Хәлимова: Мин әле бала саҡта ул интернат-гимназияла уҡырға хыяллана инем. Бына, минең хыялым тормошҡа ашты - гимназияны тамамлайым. Беҙҙең мәктәп башҡаларҙан нимәһе менән айырыламы? Бында белем генә түгел, ә тиҫтерҙәрең менән аралашырға, үҙаллы булырға, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнелә. Был беҙҙең ғаиләнән ҡала тәүге оло донъябыҙ. Ошонда тәүге дуҫлыҡ хистәрен, ҙурайыу төшөнсәләрен дә тойғанбыҙ. Бик күп йылы һәм онотолмаҫ мәлдәребеҙ, ниндәйҙер ҡайғы-хәсрәттәребеҙ ҙә, оҙаҡ хәтерләй торған иҫтәлектәребеҙ ҙә кисерелгән. Шунлыҡтан, интернат-гимназия ул ябай мәктәп кенә түгел, ә беҙҙең тормоштоң, ғүмерҙең бер киҫәге лә.
Салауат Махийәнов: Оҙаҡ йылдар интернат-гимназия республикала беренселектә килә. Бында тырыш, һәләтле балалар уҡый. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған йәштәр бер ҡыйыҡ аҫтына тупланып, бер ғаилә булып йәшәп китә һәм был дуҫлыҡ күптәрҙә мәктәптән һуң да дауам итә. Мин дә бында ысын дуҫым Санъярҙы таптым һәм беҙ уның менән күп нәмәләрҙе бергә кисерҙек. Йүнәлеш буйынса социаль-иҡтисади профилде һайланым, был өлкәләге уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Уҡыу барышында "Аҡйондоҙ" бейеү ансамблендә шөғөлләндем һәм етәксебеҙ Әнүәр Хәким улы хаҡында иң йылы тойғоларҙы алып китәм.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.19 | Ҡаралған: 628

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru