«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛО БАЙРАМ - КЕСЕ ТУЙ
+  - 



Был көндәрҙә баш ҡалала ла байрамдар парады тантана итте: "Яҙғы бал", "1000 велосипедсы көнө", ветерандарҙың "Боевая высота" патриотик йыр фестивале, Халыҡ-ара Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған саралар. Ҡала округы хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмә лә ошо сараларҙы барлауҙан башланды. Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин район хакимиәттәре башлыҡтарына, ҡыҙыҡһыныусы ведомстволар хеҙмәткәрҙәренә алда торған сараларҙы ла юғары кимәлдә үткәреү һәм балаларҙың, тамашасыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысын йөкмәтте. Шулай уҡ Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бер нисә көнүҙәк мәсьәләгә иғтибар йүнәлтеүе, атап әйткәндә, район-ҡалаларҙа һабантуй байрамдарын, шулай уҡ халыҡ күп йәлеп ителгән сараларҙы уҙғарғанда алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыу мәсьәләһен күтәреүен билдәләп үтте. Был мәсьәлә баш ҡалаға ла ят түгел, шуға күрә ҡала хакимиәте башлығы уны район хакимиәттәре башлыҡтарына контролгә алырға ҡушты.

Оператив кәңәшмәнең көн тәртибендә Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныу көнө, Рәсәй көнө һәм башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан әҙерләнгән байрам сараларына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү мәсьәләләре ҡаралды. Хакимиәттең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралыҡ начальнигы Шамил Абдраҡов белдереүенсә, тантаналарҙың рәсми өлөшө 11 июндә үтәсәк. Ул республика һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте етәкселеге ҡатнашлығында Дуҫлыҡ монументына һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланасаҡ. Шул уҡ көндө Ҡала мәҙәниәт һарайында "Берҙәмлек" Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙың хәйриә концерты үтәсәк. 12 июндә байрам саралары бер нисә төп майҙансыҡта: Ленин исемендәге майҙанда, "Торатау" конгресс-холы артындағы амфитеатрҙа, ҡала райондарының ял һәм мәҙәниәт парктарында уҙасаҡ. Ленин исемендәге майҙанда иртәнән халыҡ кәсептәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталарының "Оҫталар ҡалаһы" күргәҙмәһе ҡуйыласаҡ. Сәғәт 10-да байрам сараларына балалар һабантуйы старт бирәсәк. Тантаналы мәлдәрҙең береһе булып Өфө гарнизонының янғын һүндереү техникаһы парады торасаҡ.
Беренсе тапҡыр Ленин майҙанында "Өфө өсөн уйнайым", "Яратҡан ҡаламды төшөрәм", "Өфөмә теләгем" акциялары ойоштороласаҡ һәм барлыҡ теләүселәргә яратҡан көйҙәрен уйнарға, яратҡан йырҙарын йырларға, тыуған ҡалаһына теләген яҙырға мөмкинлек биреләсәк. "Өфө өсөн уйнайым" акцияһында ҡатнашыусылар, билдәле шәхестәр төрлө музыка ҡоралдарында уйнап, видеоны үҙҙәренең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә ошо хештег менән һаласаҡ. Акцияны ҡала халҡы ла күтәреп алыр, тигән өмөт бар. Артабан ул Ленин исемендәге майҙанда 12 июндә дауам итәсәк. Рәссамдар өсөн "Республиканың 100 йыллығына - 100 рәссам" акцияһы сиктәрендә асыҡ һауала пленэр уҙасаҡ һәм унда 100 йәш рәссам баш ҡала күренештәрен һүрәтләп, ҡалаға бүләк итәсәк. Иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн махсус фотозоналар ҙа буласаҡ.
Бер үк ваҡытта М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында "Тыуған көнөң менән, яратҡан ҡалам!" тигән мәҙәни сара үтәсәк. Байрам көнөндә сәғәт 12-лә Ленин майҙанындағы гидродинамик сәғәт фонтанын асыу ҙа планлаштырыла. Шунда уҡ бейеү флешмобы ойоштороласаҡ һәм баш ҡаланың тыуған көнөнә уны матур итеп биҙәү буйынса ойошторолған "Байрамса Өфө" конкурсы еңеүселәре бүләкләнәсәк. Сәғәт берҙә майҙандағы ҙур экрандан Айнур Асҡаровтың "Из Уфы с любовью" фильмы күрһәтеләсәк. Рус драма театры алдындағы төп майҙанда сәғәт 3-тә "Берҙәмлек" Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙың гала-концерты башланасаҡ. Унда донъяның төрлө мөйөштәренән килгән 300 кешенең ҡатнашыуы күҙаллана. Артабан "Асыҡ микрофон" ҡала конкурсы еңеүселәре сығышы көтөлә. Бөгөнгә 50-нән ашыу ғариза бирелгән, иң-иңдәр 7 июндә һайлап алынасаҡ. Киске программа сәғәт 6-ла "Өфө - Беренсе республиканың баш ҡалаһы" тип аталған театрлаштырылған тамашанан башланасаҡ. Көн дауамында ижади коллективтар тамашасыларҙы үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырасаҡ. Зәйнетдин, "Арғымаҡ", "Каруанһарай" төркөмдәре, Рушана Вәлиева сығыш яһаясаҡ.
"Торатау" конгресс-холы артындағы амфитеатрҙа 12-15 июндә "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәттәр фестивале үтәсәк. Сара программаһы "Симфония төнө" һәм "Этнотөн" вәғәҙә итә, шулай уҡ Аскар Абдразаковтың, Радик Юлъяҡшиндың, Башҡортостандың популяр төркөмдәренең, саҡырылған ҡунаҡтар - Алһыу һәм Валерий Меладзеның сығыштары көтөлә. Дүрт көн дауам иткән фестивалде 100 меңдән ашыу кеше ҡарау ихтималлығы бар. 12 июндә "Евразия йөрәге" фестивален Милли кейем байрамы асасаҡ. Сәғәт 12-лә ҡатнашыусылар М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдынан Конгресс-холл артындағы амфитеатрға тиклем парадта үтәсәк. Унда Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ милләттәр ҡатнашасаҡ, уларға Өфөлә белем алыусы сит ил студенттары ла милли кейемдәре менән ҡушыласаҡ. Парадты Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне тамамлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта амфитеатрҙа Надежда Бабкинаның "Рәсәй йырҙары" фестиваль-марафоны башланасаҡ. Унда Башҡортостан исеменән "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ. Киске сәғәт 11-ҙә амфитеатр майҙанында байрам фейервергы атыласаҡ.
Әлбиттә, байрамдар килә лә китә, була ла үтә. Бер мәлгә тура килгән оло байрамдар бер кесе туй кеүек булһа ла, көндәлек тормош ығы-зығыһы бер генә минутҡа ла иҫтән сығырға тейеш түгел. Әлеге ваҡытта Өфөлә юлдарҙағы соҡорҙарҙы "ямау" менән бер рәттән, ихаталарҙы капиталь ремонтлау эшенә тотондолар. Быйылға "Башҡорт ихаталары" программаһына ингән 85 ихата, 145 йорт ремонтланырға тейеш булһа, 16 ихатала һәм 20 йортта әлеге ваҡытта ремонт эштәре башланған. Әгәр конкурс процедураларында финанс сығымдарын экономиялау ихтималлығы барлыҡҡа килһә, резервта тағы ла 25 ихата территорияһы һәм 25 күп фатирлы йорт тора. Шулай уҡ башҡа тармаҡтар буйынса ла йәйге ремонт эштәре дауам итә.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.19 | Ҡаралған: 509

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru