«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛДӘН ЯҘҘЫРЫУ БАЛАЛАРҘЫ ТЫУҒАН ИЛҺЕҘ ҠАЛДЫРЫУ УЛ!
+  - 



Ейәнсура районында үткән "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурс сиктәрендә уҡыусыларҙы төрлө иҫтәлекле урындарға экскурсияларға йөрөтәләр. Вертолет майҙансығы урынлашҡан тауҙан төшөп барғанда Белорет районынан барған, күмәк сәхнәлә генә ҡатнашып йөрөгән, ҡатнаш милләттән булған бер уҡыусы, ҡоласын йәйеп, тау яғына борола ла, бар тауышына: "Мин үҙемде беренсе тапҡыр башҡорт итеп тойҙом!" - тип ҡысҡыра. Шул ваҡиғаны уҡытыусыһы сәхнәнән һөйләгәс, конкурста ҡатнашыусылар аяғүрә баҫып уҡыусыны 15 минуттай алҡышлай! Юҡ, был уйҙырма түгел, ә ысынбарлыҡ. Быны бары тик башҡорт теле уҡытыусылары ғына аңлай, сөнки был уларҙың эшенә иң ҙур баһаларҙың береһе! Ләкин бындай еңеүҙәр еңел генә бирелмәй. Ғөмүмән, бөгөнгө башҡорт теле һәм уны балалар күңеленә һалыусылар алдында ниндәй ауырлыҡтар бар, улар ниндәй шарттарҙа эшләргә мәжбүр? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се Бөтә Рәсәй съезы делегаттары - Учалынан Фәнил БҮЛӘКОВ, Сибай ҡалаһынан Әлнисә АЛДЫРХАНОВА, Әбйәлилдән Радик ӨМӨТҠУЖИН һәм Ейәнсуранан Наил ЮЛДАШБАЕВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Бөгөн башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа проблемалар бик күп икәне мәғлүм, уларҙы нисек хәл итергә мөмкин һуң?

Ә. Алдырханова:
Беренсенән, башҡорт мәктәптәрендә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡыҫҡартылған сәғәттәрҙе кире ҡайтарыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйырға кәрәк, сөнки күп урындарҙа дәрестәр һанын кәметтеләр. Дүрт сәғәттән өс сәғәткә ҡалдырҙылар, быйылғы уҡыу йылында иһә ике сәғәткә ҡалды, уның береһе - тел, икенсеһе - әҙәбиәт. Әҙәбиәт программаһына ҙур, бай йөкмәткеле, тәрбиәүи әһәмиәтле әҫәрҙәр инә, уларҙың һәр береһен бала күңеленә һалғы килә. Әммә аҙнаһына бер генә сәғәтлек дәрестәрҙә уларҙы үтеп бөтөү, һәр береһенең йөкмәткеһенә инеп китеп уҡыу мөмкин түгел. Бер сәғәт икән, тимәк, бер сәғәттә үтеп бөтөрлөк әҫәрҙәрҙе генә уҡытырға кәрәктер.
Тағы шуныһы - башҡорт мәктәптәрендә мотлаҡ башҡорт телен яҡшы белгән рухлы директор булырға тейеш, сөнки директор икенсе телдә һөйләшә икән, уҡыусыларҙан башҡортса һөйләшеүҙе нисек талап итәһең? Ғөмүмән, башҡорт мәктәбе икән, тәнәфестә бөтә фән уҡытыусылары ла уҡыусылар менән дә, үҙ-ара ла башҡортса аралашырға тейеш, юғиһә, балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа урыҫ телендә һөйләшә, мәктәптә бер урыҫ та булмаған уҡытыусылар кәңәшмәһендә ватып-емереп урыҫ телендә һөйләүҙе модаға индереп алдыҡ. Шул рәүешле мәктәбебеҙҙә рухи ҡиммәттәребеҙ яйлап ситкә тибелә. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән боронғолар әйтеме дәлилләнә лә инде.
Шулай ҙа башҡорт мәктәптәре, лицей-гимназиялары өсөн иң төп проблема - саф башҡорт балалары уҡыған белем усаҡтарында ата-әсәләрҙән, баламды башҡорт телендә уҡытам, тип ғариза яҙҙырыу - оят, оят ҡына түгел, ғәрлек. Әммә был хаҡта йәки башҡа мәсьәләләр буйынса ауыҙ күтәреп һүҙ ҙә әйтә алмайһың, әйткән хәлдә лә үҙеңә уның ҡоһоро ныҡ төшә. Беҙ һаман да буйһоноп йәшәйбеҙ, кемдер килеп, хәл-торошто үҙгәртер, тип өмөтләнәбеҙ.
Ф. Бүләков: Башҡорт телен ата-әсәләрҙән ғариза яҙҙырып уҡытыуҙы ҡайһы берәүҙәр башҡорт теленә ҡаршы ҡорал итеп оҫта файҙалана. Шулай уҡ күп нәмә етәкселектән тора, шуға, башҡорт телен уҡытыуҙа административ ресурсты ла ҡулланырға кәрәктер. Күп осраҡта, киреһенсә, тап шул ресурсты файҙаланып, башҡорт теле сәғәттәрен ҡыҫҡартыу осраҡтары ла булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәғариф министрлығынан да уҡыу планын ҡабул иткәндә нисә сәғәт башҡорт теле булырға тейеш икәне хаҡында бер ниндәй тәҡдим юҡ. Шуға, башҡа предметтарға теймәйенсә, нисек тә булһа башҡорт теле дәрестәрен ҡыҫҡартырға тырышалар. Хатта милли мәктәптәрҙә лә ҡайһы бер урындарҙа башҡорт теле 4-әр сәғәт уҡытылһа, икенселәрендә өсәр сәғәткә ҡалған. Башҡа предметтар урыҫ телендә уҡытылғанын иҫәпкә алһаҡ, ошо ваҡыт эсендә балаларҙың башҡортса таҙа һөйләшеүенә өлгәшеп булыуы икеле.
Дәреслектәр буйынса ла әйтеп киткем килә: милли мәктәптәр өсөн 5-7-се синыфтарҙың дәреслектәрен ҡәнәғәтләнерлек тип ҡабул итәм. 8-се кластан башлап программа буталсығыраҡ. Хәҙер балаларҙы ҡыҙыҡһындырыуы ҡыйын, шуға, дәреслектәргә икенсерәк әҫәрҙәр индерергә кәрәк, минеңсә. Юҡһа, күңелһеҙ әҫәрҙәр ҙә осрай. 9-сы синыфта ла дәреслекте төрләндереп ебәреү зарур, сөнки телде насар белгән балаларҙа боронғо һүҙҙәрҙең күп бирелеүе ауырлыҡ тыуҙыра - уҡыусыларға һәр бер һүҙҙе тәржемә итеп ултырырға тура килә. Әлбиттә, Әбйәлил, Баймаҡ кеүек башҡорт теленә элек-электән мөнәсәбәт ыңғай, тел мөхите көслө булған райондар ҙа бар. Әммә ҡала мөхитендә, шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүсе башҡорттар барлығын да онотмайыҡ.
Н. Юлдашбаев: Ата-әсәгә балаһын ниндәй телдә, ҡайһы класта теләй - шунда уҡытырға рөхсәт биргән закон дөрөҫ түгел. Ул мәкерле ниәттән, тәбиғәт ҡанундарын боҙоп эшләнгән. Һәр милләт балаһы мотлаҡ үҙенең туған телендә уҡырға тейеш, сөнки ата-әсәләрҙең балаларҙы нисек уҡытырға икәнен хәл итергә бер ниндәй хоҡуғы юҡ. Беҙ уларҙы тыуҙырһаҡ та, уларға, уларҙың тәҡдиренә, яҙмышына хужа түгел, уларға тәбиғәт хужа. Ата-әсә баланы донъяға килтереүсе бер тәбиғәт ҡоралы ғына. Беҙ бала ниндәй тәбиғи һәләттәр менән тыуа - шуны үҫтерәбеҙ, башҡорт ғаиләһендә тыуҙы икән - уның белем алыу теле лә башҡорт теле булырға тейеш. Шулай булғас, ни өсөн беҙ баланы йә теге, йә был яҡҡа тартҡылайбыҙ, быға ни хоҡуғыбыҙ бар? Баҡсала помидор йәки ҡыяр шытып сыҡһа, уларҙы үҫкәнсе теге йәки был яҡҡа борғосламайбыҙ, ҡыярҙан - помидор, помидорҙан ҡыяр уңышы алырға теләмәйбеҙ бит.
Әле ата-әсәләргә мәктәптә тел һайлау хоҡуғы биреп, кешенең милли киләсәген юҡҡа сығарыу сәйәсәте алып барыла. Ата-әсә, үҙенең кимәленән сығып, балаһы өсөн телде үҙе һайлай. Белемле кешеләр балаларын үҙенең телендә уҡыта. Ә беҙҙең ҡайһы бер ата-әсәләргә тел кейем һымаҡ күренә: теләһәм - быныһын кейәм, теләмәһәм - икенсеһен. Ә тәбиғәттән бирелгән тел - ул кейем түгел! Уны алыштырып булмай!
Баланың күңеле - аҡ ҡағыҙ, тип тә әйтәләр. Бала күңеле буш түгел, ул тыуғанда уҡ уға Аллаһы Тәғәлә тарафынан нигеҙ һалынған, шул иҫәптән, тел дә ята унда. Уның рухи күңеле ап-аҡ булыуы мөмкин. Рухи ҡәнәғәтлек, күңел бөтөнлөгө табыу өсөн бала үҙенең телендә һөйләшергә тейеш. Организм шуны һорай, ул шул телгә мохтаж. Кешене тәбиғәттең балаһы, тип ҡарайбыҙ икән, беҙ уның йәнле дауамы. Был бәйләнеш миллиард йылдар дауам итә, шуға кешене бер нәмәнән дә айырып алып булмай. Шул сәбәпле ошо законды ҡабаттан ҡарарға кәрәк. Ни өсөндөр әҙселектә булған ҡатнаш никахтарҙы күҙ уңына ҡуябыҙ ҙа, күпселектең ихтыяжын иғтибарҙан ситкә ебәрәбеҙ.
Минең теләк - башҡорт балалары өсөн төҙөлгән уҡыу планына ярашлы уҡыған кластарҙы күбәйтеү. Эш бына нимәлә: башҡорттар рус класында уҡый. Ундай балалар теләйме, теләмәйме, рус балаларына оҡшарға тырыша башлай. Рус телендә һөйләшкән бала рус балаларына хас коллектив аңды үҙләштерә. Был баланың индивидуаллеген бөтөрә, йәғни тәбиғәт биргән һәләтен, ижади мөмкинлектәрен үҫтермәй. Мәҫәлән, үләндең өҫтөнә берәй нәмә ябып ҡуйһаң, уға ҡояш тура төшмәй, шул сәбәпле улар сәлгәнләп үҫә. Башҡаларға оҡшарға тырышыу ҙа кешенең үҙенсәлеген ҡаплап тора. 50-се йылдарҙа Европа психологы Карл Густав Юнг ошоно аса. Ул, оҡшарға тырышыу ни тиклем көслө - индивидуаллек шул тиклем ситкә ташлана, тигән. Шуға күрә, башҡорт балалары рус класында уҡый икән, улар, бәлки, интеллектуаль йәһәттән үҫешер, әммә һәләттәре, ижады юҡҡа сығыр. Хәтерҙәре яҡшырып китеүе мөмкин, сөнки ниндәйҙер һәләт үҫмәй ҡалды икән, уны хәтер компенсациялай. Күҙ һуҡырайһа, ҡолаҡ яҡшы ишетә. Был психологик кимәлдә бара. Әгәр киләсәктә ижади шәхестәрҙе, һәләтле кешеләрҙе үҫтерәбеҙ, тиһәк, башҡорт кластарын күбәйтеү фарыз. 2000 йылда ошо теманы өйрәнеп, тикшереп, мәҡәлә яҙғайным. Иҫәнғолда иң маҡталған урыҫ мәктәбенә иң талантлы балаларҙы йыйып алалар, әммә унда уҡыған башҡорт балалары ижади кеше булып китмәне, береһе лә һәләтле шәхес була алманы. Беҙҙең райондан сыҡҡан иң һәләтле кешеләр йә Үргендән һәм Ибрайҙан, йә Абзандан һәм Байыштан - ҡайҙа башҡорт телендә уҡығандар - шунан.
Р. Өмөтҡужин: Телде уҡытыу бар, телгә өйрәтеү бар. Телгә өйрәтеү ул бер мәктәптең генә түгел, ғаиләнең, ауылдың, мөхиттең эше. Ә предмет, фән булараҡ уҡытыуға килгәндә - уныһы мәктәптең, уҡытыусының эше. Телде уҡытыу мәсьәләһе буйынса һүҙ алып барһаҡ, беҙ көрәш юлына баҫҡанбыҙ һымаҡ килеп сыға. Барыһы менән дә көрәшергә кәрәк, ғәйеплене эҙләй башлайбыҙ. Бөтөн булған энергиябыҙ, көсөбөҙ шуға сарыф ителә. Нобель премияһы лауреаты Тереза-Әсәнең шундай һүҙҙәре бар: "Мин һуғышҡа ҡаршы митингыға бармайым, мин тыныслыҡ өсөн митингыға сығам. Ҡасан тыныслыҡ өсөн хәрәкәт башлана, саҡырығыҙ". Беҙҙән алдағы быуындар телде уҡытыу өсөн көрәшмәгән, ул тәбиғи рәүештә барған. Быны нимәгә һөйләйем: ата-әсәләрҙән ғариза яҙҙырыу - үҙҙәренең эгоһын (мин-минлеген) балаһына көсләп тағыу ул. Улар балаларына үҙҙәре хөкөм сығара. Балалар, беҙҙе көсләп уҡыталар, тимәй ул. Был - ата-әсәләрҙән сыҡҡан һүҙ. Ошо хаҡта радио-телевидение тапшырыуҙарын, социаль селтәрҙәрҙе ҡараһағыҙ, унда балалар әйтмәй, яҙмай, уларҙың ата-әсәләре үҙҙәренең фекерен яҙа, балаһына үҙенең теләген көсләп таға. Шул уҡ ваҡытта ыңғай уйлаған кеше, минең балам өс халыҡтың телен белә, өс халыҡтың мәҙәниәтенә яҡынлашты, тиергә мөмкин. Әммә беҙҙә гел киреһен уйларға күнеккәндәр. Мәжбүр итеү тигән һүҙ ҡайҙан килеп сыға ул? Ел ҡайһы яҡтан иҫә? Кем кемде мәжбүр итә? Башҡортостанда йәшәп, башҡорт милләтле ата-әсәләрҙән ғариза яҙҙырыуҙы ла мәжбүр итеү, тип баһаларға мөмкин. Ул юридик яҡтан дөрөҫмө икән? Берәү ҙә шул хаҡта уйламай, юғарынан төшөрә лә ҡуялар. Ата-әсәләр иһә, балағыҙ башҡортса уҡыһа, артабан юғары уҡыу йортонда уҡый алмай, тигәнгә ышана. Был бөтөнләй мәғәнәһеҙлек.
Ф. Бүләков: Ата-әсәләр балаларын рус телендә генә уҡытып, балаларыбыҙҙы бөйөк ғалимдар, бөйөк кешеләр итәбеҙ, тип уйлай. Был - төптө хата. Кешенең шәхесе бар икән, ул уны үҙе артабан үҫтерә, үҙен-үҙе кеше итеп яһай. Мөхиттең дә йоғонтоһо бар. Әммә балаға күпме генә тылҡыһаң да, үҙенең теләге булмайынса, ул шәхес булып үҫеп етмәйәсәк. Булыр бала - биләүҙән, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Рус телендә генә уҡытып, бер кемде лә бөйөк ғалим йәки инженер итеп булмай. Ата-әсәләр шуны аңлаһын ине. Бер генә миҫал килтергем килә: телевидениела эшләгәндә Мәскәүҙә белем камиллаштырыу курстарында булғайным. Беҙ акцент менән һөйләшәбеҙ бит инде. Белемебеҙҙе тикшереп, диктант яҙҙыралар. Уны "4"-кә, "5"-кә яҙабыҙ, ә рус телле телевидение хеҙмәткәрҙәре "2"-гә, "3"-кә яҙа. Минеңсә, бөтөн нәмә кешенең үҙенең тырышлығынан тора.

Ысынлап та, тыуғанда уҡ бала ер йөҙөндә булған бөтөн белемгә эйә булып тыуа, әммә ата-әсә уны даими тыйып, балалар баҡсаһында, мәктәптә, вузда кемдер билдәләгән стандарттар буйынса уҡытып, уларҙан роботтар яһай бит.

Р. Өмөтҡужин:
Хәҙер кешенең эшен, яҙмышын, бөтөн сифаттарын һан артына ҡуялар, һан менән баһа бирәләр. Беҙҙе лә мониторинг менән еңеп алдылар. Ул бөтөн предметтар буйынса үткәрелә. Һан булған урында сифат йышыраҡ аҡһай. Н. Юлдашбаев: Кеше ни өсөн ауырый? 70 процент сирҙәр тәбиғәт ҡанундарын боҙоуҙан башлана. Ҡайҙа ул тәбиғәт? Ул - беҙ үҙебеҙ. Ошо беҙгә һалынғанды үҫтерергә тейешбеҙ. Тыуғанда уҡ һалынған рухты, телде боҙҙоң икән, шул организмда дисгармония башлана, физик, рухи, менталь һ.б. тәндәр араһында баланс юғала һәм ул киләсәктә ниндәйҙер сир булып килеп сыға. Шуға мин һәр ваҡыт кешеләргә, сирләйһең икән, тәбиғәттең ниндәй законын боҙҙоң, уйла, тип әйтәм. Беҙҙең йәшәү рәүеше генә түгел, белем биреү ҙә ошо тәбиғәт ҡанундары менән үрелеп барырға тейеш. Ә беҙ уны күрәләтә боҙабыҙ...
Беҙ телгә иң беренсе һөйөү ғаиләлә һалына, тибеҙ. Ләкин ул баланың ата-әсәһенең кимәле ниндәй? Улар телде белеү нимәгә кәрәк, тип тә уйларға мөмкин. Ысынлап та, әсә теленең баланың аҡылына, уны тәрбиәләүгә, психикаһының формалашыуына, һаулығына йоғонтоһо тураһында тикшеренеүҙәр башлауҙы ғалимдарға йөкмәтергә кәрәк. Әгәр ошо эш башҡарылһа, уның һөҙөмтәләрен ата-әсәләргә еткерергә, райондар, ауылдар буйлап лекциялар менән йөрөргә кәрәк. Мин һөйләһәм, ата-әсәләр бер төрлө ҡабул итә, әммә Өфөнән килгән кешегә уларҙа икенсе мөнәсәбәт тыуа. Шул ваҡытта башҡорт теленә ҡул һелтәп ҡараған ата-әсәләр ҙә уйланыр ине. Ғалимдар ауылдарҙа ата-әсәләр алдында сығыш яһаһын, гәзит-журналдарҙа үҙҙәренең тикшеренеүен баҫтырһын, радио-телевидениенан һөйләһен ине. Баш ҡалала Фәндәр академияһында шундай бер көслө команда булдырыу кәрәк. Улар маҡсатлы рәүештә ошо йүнәлештә эш алып барырға тейеш.
Ә. Алдырханова: Балалар баҡсаларына, мәктәпкә шул тиклем тәбиғи һәләтле балалар килә - ул йырсылар, бейеүселәр, ижадсылар. Әммә улар түңәрәктәрҙә йөрөй башлаһа, йәки махсус уҡыу йорттарына инһә, шул тәбиғи таланты боҙола ла ҡуя, сөнки улар ҡағиҙә буйынса өйрәтә, билдәле бер сиктәргә индерә һәм баланың тәбиғи асылы юҡҡа сыға. Тағы шул яғы бар: мәктәп шәхестәр тәрбиәләп сығарыуы ла мөмкин, әммә милләт өсөн маяҡ булырҙай кешеләр радио-телевидениела интервью биргән саҡта башҡортса ике һүҙҙе ҡушып һөйләй алмай торһа, һүҙ запасы бөтөнләй булмаһа, уның юғары дәрәжәһенең бәҫе төшә. Шәхес, тәү сиратта, үҙенең йөҙө ҡыҙармаҫлыҡ итеп, бай йөкмәткеле телмәре менән әсә телендә рәхәтләнеп, иркен аралашыуы аша милли йөҙөн күрһәтергә тейеш. Икенсе яҡтан, үҙ һүҙҙәрең менән үҙ телеңдә һөйләү - ул халыҡты ышандыра, аңлайышлыраҡ та була. Ә инде яҙылғанды уҡыйһың икән, тимәк, кемдер яҙып биргән, һинең телмәрең ихлас түгел, кемдеңдер фекерен ҡабатлайһың.

Мине һәр ваҡыт бер һорау борсой: бына беҙ тел өйрәтеү, уҡытыу буйынса бер туҡтауһыҙ бәхәс алып барабыҙ. Ә бит теле лә асылмаған балаларҙы ҡарағыҙ - улар ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, бер-береһен аңлай, бер-береһе менән "һөйләшә", матур итеп уйнай. Әммә телдәре асылыу менән бер-береһен аңламай башлай. Күрәһең, телгә өйрәтеү мәғариф, белем биреү аша ғына түгел, ниндәйҙер икенсе - менталь кимәлдә ла бара. Йәғни, белем биреү системаһында стандарт алымдар ғына ҡулланыла, ә кешегә тәбиғәттән һалынған мөмкинлектәргә күҙ йомола...

Р. Өмөтҡужин:
Менталлек тураһында әйткәндә, рух тигән төшөнсәне оноторға ярамай. Милли рух телде белеүҙән генә тормай, тел - уның бер сағылышы ғына. Ысынлап та шундай һорау тыуа: теле асылмаған балалар нисек аралаша һуң? Рухи яҡтан аралаша улар. Ә беҙ, өлкәндәр, үҙебеҙҙең аҡыллы баштарыбыҙ менән балаларҙы асылынан яҙлыҡтырабыҙ.
Ә. Алдырханова: Рухты ла, телде лә үҫтерәбеҙ, тибеҙ икән, беҙгә "Тормош һабаҡтары" дәресен тергеҙергә кәрәк, сөнки унда туған телебеҙгә һөйөү уятырлыҡ, милли рух үҫтереүгә ҡанат ҡуйырлыҡ миҫалдар шул тиклем күп. "Милләттең йәне - туған телендә, ҡото - моңонда, йолаларында, тамыры - тарихында", - ти Мәрйәм апай Бураҡаева. Быуындар сылбыры - бөтөнөһө шул тормош һабаҡтарында ята, ә беҙ сит телдәргә дәрестәр бүлеп, үҙебеҙҙең балаларҙы асылынан, рухынан айырабыҙ, булмышынан мәхрүм итәбеҙ.

Мәғлүм булыуынса, элек был предмет төбәк компоненты булараҡ уҡытыла ине. Ләкин төбәк компонентын дәрестәрҙә ҡулланыуҙы берәү ҙә алып ташламаны, һәм һәр уҡытыусы, ниндәй генә предметтан уҡытмаһын, дәрестә күпмелер процент нисбәтендә туған ерлектәге материалдарҙы файҙалана ала. Ни өсөн ошо "Тормош һабаҡтары"ндағы миҫалдарҙы башҡа дәрестәргә лә төбәк компоненты итеп индереп ебәрмәҫкә, был бит уҡытыусынан, хатта барлыҡ предмет уҡытыусыларынан тора. Берәү ҙә Мәскәүҙән йәки Питерҙан килеп, дәрестәргә төбәк компонентын индереп ултырмаясаҡ, был - урындағы уҡытыусыларға бирелгән вәкәләт. Ҡайһы бер ғаиләләрҙе ҡарағыҙ: уларҙа төбәк компоненты ла, сәғәт һаны ла юҡ, ә телде өйрәнеү, рух тәрбиәләү үҙенән-үҙе китеп бара... Икенсе төрлө әйткәндә, предмет уҡытыусыһы үҙенең фәнен генә уйлай һәм үҙенең фәнен генә иң кәрәклеһе итеп күрһәтергә тырыша. Белем биреү процесына бер бөтөн итеп ҡарап булмаймы ни?

Н. Юлдашбаев:
Ҡарап була, әлбиттә. Был предмет-ара бәйләнеш тип атала. Әммә төрлө предмет уҡытыусылары араһында, һеҙҙең телегеҙ туҡталышҡа барып еткәнсе генә кәрәк, тигәндәре лә осрай. Уларҙың ауыҙын ваҡытында ябыу зарур. Ошо һуңғы 8 йыл эсендә төрлө яҡлап барған баҫымдан күптәр һынды, әммә ныҡ баҫып тороусылар ҙа булды. Бөгөнгө хәл-торош оҙайлы булыр, тип уйламайым, тарих ҡабатланған кеүек, тиҫтә йылдан үҙгәрештәр булыуы мөмкин, әммә шул ваҡыттарҙа ла беҙгә бергә ныҡ торорға, бөгөлмәҫкә кәрәк.
Ф. Бүләков: Эргәңдә торғанда, мин башҡорттарҙы яратам, тип, рухлы булып күренеп, үҙенең дәресендә балаларға икенсе төрлө һөйләүселәр ҙә бар. Яһалмалыҡ көслө. Әммә балалы өйҙә сер тормай, тигәндәй, һүҙҙәре бит килеп етә.
Ә. Алдырханова: Шул яһалмалылыҡ ныҡ бөтөрә. Ул бар, булды һәм буласаҡ. Башҡортта быны аныҡ ҡына итеп, күҙ буяу, тиҙәр. Бик йыш күҙ буяйбыҙ, шуныһы насар.

Бөгөн мәғариф өлкәһендә закондар үҙгәрҙе, закон сығарыусылар уларҙы яҡшы тип маҡтай, халыҡтың бер өлөшө, киреһенсә, хафалана. Ә бына уҡытыусылар үҙҙәре ошо закондарҙы, уларҙы нисек итеп файҙалы яҡҡа ҡулланырға икәнлеген белеп бөтәме, ғөмүмән, уларҙың хоҡуҡи белеме етерлекме? Бәлки, эште тармаҡ буйынса сығарылған закондарҙы өйрәтеүҙән башларға кәрәктер?

Ф. Бүләков:
Беҙгә, ысынлап та, ошо закондарҙы ентекләп ҡарарға, өйрәнергә кәрәк. Төп ҡанун - Конституция. Башҡа ҡанундар унан сығып яҙыла. Беҙгә уларҙың Конституциялағы талаптарға тап киләме, юҡмы икәнен асыҡларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, күпме генә тырышһаҡ та, беҙ белмәгән һыу аҫты ағымдары ла бар. Шуға күрә юридик яҡтан белемебеҙ етмәһә, бер нәмә лә хәл итә алмаясаҡбыҙ.
Р. Өмөтҡужин: Закондарҙы өйрәткән кеше лә юҡ. Тимәк, беҙҙең белмәү кем өсөндөр ҡулай. Уставтарҙың күбеһе трафарет менән яҙылды. "Язык обучения - башкирский", тип яҙылғандары ла русса уҡытыуға күсеп бөтөп бара, ике телдә уҡытыу ҙа индерелде. Башҡорт гимназияларында уҡытыу ике телдә алып барыла икән, ул ниндәй башҡорт гимназияһы булһын инде? 1949 йылда аталары һуғышта үлеп ҡалған балалар өсөн интернаттар, шул иҫәптән Өфөлә лә ул ваҡытта 9-сы мәктәп, хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты асыла. Беҙҙең ошо оазисыбыҙ бар. Әбйәлилдә, мәҫәлән, башҡорт гимназияһы юҡ. Ә бит ошо Рәми Ғарипов гимназияһы өлгөһөндә, "Йәйләү" программаһы нигеҙендә беҙ һәр районда шундай гимназиялар ойоштора алабыҙ бит. Уларҙың эш тәжрибәһен ҡабатларға ғына кәрәк. Был да телде һаҡлап ҡалыу өсөн бер сара. Хоҙай беҙгә үҙе өмөт биргән, ҡарағыҙ, күрегеҙ, булдырып була бит, шулай эшләгеҙ, тип. Икенсе яҡтан ҡарағанда, класта төрлө бала, барыһы бергә уҡый. Әгәр насар уҡыған бала лидер икән, ул яҡшы уҡығандарҙы ҡыҫа. Ә шул яҡшы уҡыған бала махсус милли интернатта уҡыһа, уның мөмкинлектәре тиҙерәк асылыр ине, беҙ милли кадрҙарҙы Өфөлә генә түгел, райондарҙа ла күпләп тәрбиәләр инек. Беҙгә шундай гимназия-интернаттар күберәк кәрәк.

Съезда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡортса сығыш яһағанда уҡытыусылар илап ултырҙы, тиҙәр. Трибуна артынан яңғыраған һүҙҙәр күңелегеҙҙе тынысландырҙымы, әллә ниндәйҙер кире күренеш һаман да уны өйкәп торамы?

Ә. Алдырханова:
Сәхнәгә сыҡҡан һәр береһе, "Хөрмәтле коллегалар", ти ҙә, һүҙ башлай. Нишләп, бөйөк Аҡмулла, Вәлиди, Салауаттар кеүек ауыҙ тултырып, оло ғорурлыҡ менән "Һаумыһығыҙ, башҡорттарым, милләттәштәрем, арҡаҙаштарым, рухташтарым, замандаштарым", тип, һәр башҡортто уятып, рух осҡоно бөркөп, күңелен тулҡынландырырҙай һүҙҙәр әйтмәҫкә?
Р. Өмөтҡужин: 1980 йылда Аҡмулланың 100 йыллығын үткәргәндә СССР Яҙыусылар берлеге рәйесе Сергей Михалков килә. Сара русса бара, барыһы ла русса һөйләй. Башҡа союздаш республикаларҙан да ҡунаҡтар була. Абдулхаҡ Игебаевҡа һүҙ биргәс, трибунаға сығып: "Мин Аҡмуллаға арнап шиғыр яҙҙым", - ти ҙә, уҡый ҙа, төшөп китә. Халыҡ аяғүрә тороп ҡул саба. Сергей Михалков: "Ҡаҙаҡтар беҙҙеке тип талаша, татарҙар - беҙҙеке, ти. Ниһайәт, беҙ Аҡмулланың ниндәй милләттән икәнен белдек", - ти. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфис Байсуриндың, Радий Хәбировтың башҡортса сығыш яһауы - бөгөнгө Башҡортостан өсөн батырлыҡ һымаҡ күренә, ҙур аҙым яһалды. Математика уҡытыусыһы ҡайҙа ла математика уҡытыусыһы, әммә башҡорт теле уҡытыусылары Башҡортостанда һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә генә бар. Башҡорт теле уҡытыусыларының съезы йолаға әйләнһен, беренсеһе менән генә туҡтап ҡалмаһын, башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең оло хөрмәткә лайыҡ икәнлеген аңлаһын һәм шуны аҡлаһын ине.

Шулай итеп...
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы 2019" төбәк-ара конкурс лауреаты Сәриә Ҡаһарманова: "Рус мәктәбендә эшләнем дә, һуңынан гимназияға күстем. Бер ваҡыт мин эшләп киткән рус мәктәбендә уҡытҡан рус телле уҡыусым кабинетҡа килеп инде: "Һеҙ беҙгә хыянат иттегеҙ!" - тип, илай башланы. Аптырап, нимә булды, тип һорайым. "Һеҙ уҡытҡанда башҡорт теле кабинеты беҙҙең Тыуған илебеҙ кеүек ине. Һеҙ беҙҙе Тыуған илһеҙ ҡалдырҙығыҙ!" - тип, ишекте шарт ябып сығып китте", - тип һөйләгәйне. Бөгөнгө әңгәмәселәремдең тел төбөнән аңлашылыуынса ла, туған телде үҙ күҙлегенән сығып һайлаған ата-әсәләр ҙә балаларын башҡорт теленән генә түгел, дәүләт теленән, ысын мәғәнәһендә Тыуған иленән яҙҙыра, тамырҙарынан айыра, ел ыңғайына осоп йөрөгән ҡамғаҡҡа әйләндерә...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.19 | Ҡаралған: 780

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru