«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАШ ТӨҘӘТӘМ, ТИП…
+  - 



Яратҡан баҫмам "Киске Өфө"нөң 20-се һанында Сибай ҡалаһынан Таңһылыу Басированың "Ҡыуандырманы" исемле сығышын уҡыным да, аптыраңҡырап ҡалдым. Һүҙ әҙәби конкурста еңеп сыҡҡан авторҙарҙың бер тышлыҡ эсендәге "Яңы офоҡтар" йыйынтығы тураһында бара. Ул Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә бынан ике йыл элек донъя күргәйне. Аптырарлыҡ та шул: автор конкурста еңеүсе йәш әҙиптәр ижадына бәйле бер генә лә йылы һүҙ тапмаған тиерлек. Бер һелтәнгәндә быныһын да буш ҡалдырмайым әле, тиепмелер, китапҡа "Баш һүҙ" яҙған бән фәҡирегеҙгә лә "өлөш" сығарған.

Хәҡиҡәт юллауҙы оҙонға һуҙмайынса, Таңһылыу Басироваға, ҡолаҡ һалыр булһа, шуны әйтер инем: художестволы әҫәргә ғәҙел баһа бирер өсөн был өлкәнең үҙенсәлектәрен, шартлылығын, заман талаптарын, һәр авторҙың шәхсән һәләтен күҙаллай алыу һәм был осраҡта инде бигерәк тә әҫәрҙәрҙең конкурс талаптарына ярашлы яҙылыуын иҫәпкә алыу мотлаҡ кәрәк ине. Художестволы әҫәр тыуҙырыу, уға тәғәйен баһа биреү - утын ярыу ҙа, бесән сабыу ҙа түгел. Конкурстың, йыйынтыҡ сығарыуҙың төп маҡсаты ла бит ижади йәштәрҙе ҡанатландырыу өсөн ине. Һеҙ быны, Таңһылыу Басирова, бөтөнләй иҫәпкә алмайһығыҙ, ә үҙегеҙҙең зауығығыҙға бәйле кимәлегеҙҙе асаһығыҙ. Бындай "юл" менән барыусылар, ҡағиҙә рәүешендә, ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарыусан. Иң мөһиме: ҙурҙан ҡубырға кәрәкмәҫ ине. Һеҙ ҡәләм тибрәтергә йөрьәт итеүсегә күҫәк күтәрәһегеҙ. Ипле генә (был да мәҙәнилек билдәһе): "Мин, уҡыусы булараҡ, шулай күрәм, һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы, геройҙарҙы шулай ҡабул итәм", - тип, фекерҙәрегеҙҙе нигеҙләп, уларҙы һәүетемсә еткерергә мөмкин ине бит…
"Киске Өфө", теманы дауам итеп, 21-се һанында йәнә бер материал сығарҙы: "Тәнҡит төшөнсәһенә … "дошман" тигән мәғәнә һалынамы?" тип аталды уныһы. Уның авторы - редакция хеҙмәткәре, бына тигән хәбәрсе, һәләтле йәш әҙип Миләүшә Ҡаһарманова. Төп әйтәһе фекере шуға ҡайтып ҡала: "Тәнҡит" тигән төшөнсә, әҙәбиәттә лә һәм башҡа өлкәләрҙә лә, "дошман" тигән мәғәнә менән алышынған хәҙер. Әгәр һин үҙ фекереңде әйтәһең икән - һин ағымға ҡаршы барыусы, тәнҡитләйһең икән - фетнәсе. Асылда, тәнҡитсе юҡ та ул әҙәбиәттә лә, мәҙәниәттә лә. Ә маҡтау, маҡтамаҫлыҡты ла маҡтау, күрәләтә яһалма маҡтау баштан ашҡан…"
Дөрөҫтө әйтәһең, Миләүшә һылыу! Тик аҡыл эйәләре кәңәшен онотоп ебәрмәһәк ине: кәритәлә сабыйҙы йыуындырғандан һуң баланы йыуынты менән бергә түгеп ҡуймайыҡ. Эйе, һүҙ сурытмайынса, ҡыҫҡа ғына әйткәндә, ысын мәғәнәһендәге әҙәби тәнҡит юҡ тиерлек. Ә ни өсөн юҡ һуң? Ошо өлкәгә күпмелер хеҙмәт иткән кеше булараҡ, уның "кухня"һын белгәнгә, яуаплылыҡ тойоп әйтә алам: әҙиптәрҙең яҡынса туҡһан биш процентына ғәҙел әҙәби тәнҡит кәрәкмәй! Бөтә бәлә ошонда. Быны аңлатыу өсөн иһә, ҡыҫҡаса ғына булһа ла тарихҡа күҙ һалайыҡ. Донъя әҙәбиәтендә лә әҙәби тәнҡитсене күтәрмәләп тормағандар. Бальзак тиклем Бальзак тәнҡит тураһында "тәнҡитле" фекер ысҡындыра… Урыҫ әҙәбиәтендә (XIX башы) Николай Карамзин "Мәскәү журналы"нда художестволы әҫәрҙәрҙе ғәҙел баһалауҙы юлға һалырға ынтылып ҡарай, әммә ҡыйыулыҡ, теләк кенә етмәүен, ә Миләүшә һылыу әйткәнсә, үҙеңә "дошмандар" йыйыу икәнен тиҙ аңлап ала һәм был "эш"тән шундуҡ һүрелә. Белинскийҙы иҫкә төшөрһәк, уның популярлығы, бөгөнгәсә буй еткеһеҙҙәй күренеүе, минеңсә, сығыштарын шул осорҙағы алдынғы идеялар менән һуғарыуына бәйле…
Эйе, ҡәләмдәштәрҙең туҡһан биш процентына ғәҙел әҙәби тәнҡиттең кәрәге юҡ. Башҡаларға ҡағылһаң, һин - шәп! Үҙе хаҡында тейерен әйтә башланыңмы, Миләүшә һылыу әйткәнсә, мәңгелек дошманына әйләнәһең… Уйлаһаң, хәҡиҡәт, һәр ваҡыттағыса, ябайҙарҙың да ябайы: кеше бер ҡасан да идеаль була алмаған кеүек, әҫәрҙәре лә һәр яҡтан камил була алмай. Тап шуның өсөн әҙәби тәнҡит кәрәк тә бит. Лев Толстойҙың әйткәне иҫкә төшә: "Белинскийҙы уҡыным… Пушкинды тулыһынса аңланым…" Хатта бөйөктәрҙең бөйөгө Толстойға әҙәби тәнҡит кәрәк, ә беҙҙең күптәребеҙҙең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеркәһе һыу күтәрмәй…
Һүҙ әйтергә сәбәп иткән әлеге ике сығышҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Икеһендә лә хаҡлыҡ бар, әлбиттә, бигерәк тә икенсеһендә. Тик ни өсөн күңелдең төбөндә генә, хатта асылда дөрөҫөн "ярып һалған" Миләүшә һылыуҙың сығышына бәйле ризаһыҙлыҡ тойғоһо ярала һуң? Был, моғайын, әлеге материалдарҙа ла совет осоро һеңдергән - тормошто башлыса ике төрлө буяуҙан ғына торған итеп күреү эҙемтәләрен һиҙемләүҙәндер. Беҙгә һүҙ сәнғәтендә бөтөнләй яңы кимәлгә күтәрелергә ваҡыт. Заман да, мөмкинлектәр ҙә шуны талап итә…
Ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ тойғоһо тыуҙырһа ла, Миләүшә Ҡаһарманова сығышы барыбер ҙә әҙәби тәнҡиттең киләсәгенә бәйле өмөтлө уйҙар уята: бар әле, бар, ижад донъяһы сафлығы өсөн үҙ-үҙен онотоп, янып йөрөүселәр. Бына быныһы инде иң мөһиме. Һәр кемдең художестволы әҙәбиәт буйынса ғына түгел, ғөмүмән, тормошобоҙҙоң барса яғына ҡарата ла үҙ ҡарашын белдерергә хоҡуғы конституцияла нығытылған. Тик был хоҡуҡты урынлы, һүҙ барған өлкәне тейешенсә күҙаллап, файҙалана белеү генә фарыз.

Фәнил КҮЗБӘКОВ.



УҠЫУСЫ НАҘАН ТҮГЕЛ

Мин әлеге мәл Өфөлә дауаханала ятам һәм эргәләге киоскынан "Киске Өфө", "Йәшлек", "Йәншишмә" гәзиттәрен алып уҡып барам. "Киске Өфө"ләге "Ҡыуандырманы" тигән мәҡәләгә ҡеүәт итеп яҙыуым. Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Аҙмы-күпме әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белгән кешемен. Һәр хәлдә, уҡыусы булараҡ бик иғтибарлымын.

Мәҡәләлә телгә алынған китапты мин дә уҡыным һәм шулай уҡ ҡәнәғәтһеҙ ҡалдым. Ысынлап та, әҙәпһеҙлек ярылып ята. Уйлап ҡараһаң, шул уҡ хис-тойғолар, донъяуи мәсьәләләр, ир-ҡатын мөнәсәбәттәре беҙ уҡыған быуын әҙәбиәтендә лә бар ине. Тик уларҙа барыһы ла тотанаҡлы сиктәрҙә һәм матур итеп бирелә ине. Мәҫәлән, "Кәмһетелгәндәр"ҙә Хаммат менән Сәлимәнең мөнәсәбәте, "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"та Аҡйондоҙ менән Мәрәһимдең аралары шул уҡ тыйылған "емеш" тә бит, тик уларҙы уҡып ытырғанмайһың, ә, киреһенсә, геройҙар өсөн борсола башлайһың. Тимәк, бында яҙыусының оҫталығы һәм үҙенең донъяға ҡарашы, тағы ла өҫтәп әҙәби тәнҡит булыуы уңышҡа килтерә. Ә әлеге һәм тағы ла күп кенә шундай әҫәрҙәрҙә автор ҙа таҡы-тоҡо телле һәм һәләтлеме, етмәһә, уларын тикшергән кешеләре лә шул самамы инде, белмәҫһең...
Мин гәзит-журналдарҙы ла уҡыйым да, әйтер һүҙем тыуһа, шундуҡ шылтыратып әйтәм йә яҙып ебәрәм. Уларҙа ла, әлеге йыйынтыҡтағы кеүек, етлекмәгән генә түгел, беҙҙең әҙәпкә һыймаған сюжетлы хикәйәләр, мәҡәләләр булып тора. Ярай, беҙ өлкән быуын, уларҙы уҡып, донъяға фекеребеҙ ҙә, ҡылыҡ-ғәҙәттәребеҙ ҙә кирегә үҙгәреп китмәйәсәк. Әммә ул әҫәрҙәр беҙҙең йәштәребеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың да күҙенә эләгеүе бар бит. Ә йәш саҡта, үҙегеҙ беләһегеҙ, күп өлгөнө шул әҙәби әҫәрҙәрҙән уҡып ала инек. Был фекергә гәзит-журнал мөхәррирҙәре лә яуаплы ҡараһын ине, тигән тәҡдимем бар.
Һүҙемдең ҡыҫҡаһы шул, китап яҙған, әҫәр ижад иткән яҙыусылар һәм уларҙы баҫып сығарыусылар иң беренсе сиратта уҡыусы тураһында уйлаһын ине. Шуның өсөн әҫәрҙәр бик ентекле тикшерелһен, китап булып сыҡҡас та анализланһын. Яратып уҡыйҙармы был китапты, әллә кәштәләрҙә исем өсөн торамы - шул хаҡта ла һүҙ булһын. Уҡыусы наҙан түгел, зауыҡһыҙ ҙа, белемһеҙ ҙә түгел. Шул хаҡта онотмағыҙ.

Нәҡип ӘЙҮПОВ. Учалы районы.



ХАТАЛАР ӨҪТӨНДӘ ЭШ БУЛМАҺА...

Яҙмамды бер тарихтан башлайым әле. Ике ауыл күрше ултырған, ти. Береһендә халыҡ бер-береһенең хатаһын күреп, әйтеп, төҙәттереп йәшәр булған. Һәр кемдең бер-береһендә эше булған. Икенсе ауылдағы халыҡ "Миңә теймәһәләр - булды", тип йәшәгән, берәү берәүҙе күрмәгән, ҡыҫылмаған, иғтибар итмәгән. Йылдар үтә торған, ауылдарҙың береһе тамырынан ҡороп, береһе генә тороп ҡалған, ти. Ниндәй ауыл ҡороған тип уйлайһығыҙ? Эйе, бер-береһе менән ҡыҙыҡһынмаған халыҡ йәшәгән ауыл. Сөнки улар бер-береһенең хаталарын күреп, төҙәттереп, бергәләп дөрөҫ йүнәлеште эҙләргә теләмәгән...

Мин ауылда инде ун бер йыл староста булып торам һәм ауыл урамында берәй иҫеректе күрһәм: "Ҡустым, ни эшләп эсеп йөрөйһөң улай?" - тип өндәшәм. Ул кеше был хәлдең йәмһеҙ һәм ярамаған эш икәнен белергә, һис юғы, ауылдаштарының ҡарашын тойорға тейеш тип иҫәпләйем. Ҡатынын ҡыйырһытҡан берәүгә бер мәл: "Ниңә ҡатыныңа һуғаһың улай?"- тием. "Аңламай мине", тип яуаплай был. Мин уға әйтәм: "Бына, мәҫәлән, һыйырға күпме һуҡ, ул һине аңламаясаҡ, әгәр һуҡҡандан ғына ул аңлы булып китә алһа, күптән һыйырҙан аҡыллыһы булмаҫ ине. Ҡатын бит мал түгел, уның менән ултырып һөйләш, килеш", - тием.
Ошо һөйләгәндәремде әҙәби әҫәрҙәргә лә алып килеп ялғамаҡсымын. Мин, әлбиттә, яҙыусы ла, белемсе лә түгел, ҡырҡ йыл водитель булып эшләгән кеше генә. Әммә мин китаптар һәм гәзит-журналдар уҡырға яратыусы. Миләүшә Ҡаһарманованың "Тәнҡит төшөнсәһенә... "дошман" тигән мәғәнә һалынамы" тигән мәҡәләһен уҡып, бик риза булып ҡалдым. Егеттәр әйтә алмағанды әйткән. Ысынлап та, бөгөн хата төҙәтергә теләүселәр бик аҙ. Тәнҡитте күтәрә белгәндәр, ҡабул иткәндәр ҙә аҙ. Ә бит хата төҙәтә белгәндәр, үрҙә һөйләнгән ауыл кеүек, үҫешәсәк кенә.

Хәниф МИНИЯРОВ. Миәкә районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.19 | Ҡаралған: 753

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru