«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ТЕАТР - МИЛЛӘТТЕҢ РУХИ ҠИБЛАҺЫ
+  - 

Өфөлә "Туғанлыҡ" төрки телле театрҙарҙың VII халыҡ-ара фестивале тамамланды. "Быйыл - Башҡортостандың, Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығын, Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылын үҙебеҙ генә түгел, ҡунаҡтар менән байрам итәбеҙ, халҡыбыҙҙың йолаһы шулай", - тине мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сараны асыу тантанаһында. Ысынлап та, 8 көнгә һуҙылған "Туғанлыҡ" фестивале тамашасылар өсөн дә, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән 13 театр өсөн дә аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде. Фестивалдең Эксперттар советы рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Борис Морозов та "милләт-ара дуҫлыҡ һәм татыулыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән сәнғәт байрамы" тип атаны уны.

"Туғанлыҡ"ты этнографик фестиваль итеп кенә ҡабул итеү бар. Унда милли кейемдәр, риүәйәттәр, йолалар ғына өҫтөнлөк алырға тейеш тип аңларға кәрәкмәй. Белинский әйтмешләй, милләтте сарафан күрһәтмәй. Шуға ла был фестивалдең девизы - үҙ йолаларыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә таянып, үҙ-үҙебеҙ булып ҡалабыҙ, әммә хәҙерге заман театры донъяһына ла асыҡбыҙ", - фестиваль директоры Айһылыу Сәғитова алдан уҡ был сараға ошондай йүнәлеш биргәйне. Быйылғы ҡатнашыусылар араһында рус һәм сит ил классикаһына мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ булды - Ҡырым татарҙары дәүләт академия музыкаль-драма театры Гоголдең "Өйләнеү", Аҡмола өлкә ҡаҙаҡ музыка-драма театры Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта", Хакас милли драма театры Хемингуэйҙың "Ҡарт һәм диңгеҙ", Ҡырғыҙстандың Дәүләт милли рус драма театры менән республиканың театрҙар берлеге Лермонтов әҫәрҙәре буйынса "Иблис" спектаклдәрен алып килгәйне.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Әхтәм Әхәт улы Абушахманов билдәләүенсә, фестиваль программаһының классикаға бай булыуы һәйбәт күренеш, классик әҫәр, һис шикһеҙ, актерҙарҙы үҫтерә. Һәм уның төп тәғәйенләнеше лә актерҙы тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала, тамашасы, ғәҙәттә, бындай спектаклдәргә ҡат-ҡат йөрөмәй, айырыуса - йәштәр. Тик классик әҫәрҙе бөгөнгө заман ритмына һалырға тырышып, уны заманлаштырыуҙың да хәүефле яҡтары булыуын күрһәтте фестиваль. Үҙҙәре хаҡында "замандаштарыбыҙға театр донъяһында ҡулланылған яңы ысул һәм алымдарҙы тәүгеләрҙән булып еткереү бурысын алғанбыҙ", тиһәләр ҙә, ҡаҙаҡ театрының "Ромео һәм Джульетта"һы бөтөнләй башҡаса яңғыраны һәм заман "мөмкинлектәре" артында мәңгелек рухи ҡиммәттәр бөтөнләй төҫһөҙләнеп ҡалды. Ә бына ҡырым татарҙарының билдәле комедияға яңыса төҫ биреп уйнауы тамашасы күңеленә хуш килде, бында халыҡ юморы ла, ирония ла, йырҙар ҙа, бейеүҙәр ҙә урынлы ҡулланыла. Эйе, милли театр эксперименттарҙан һәм яңылыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа тейеш, тик бының да үҙенең сиктәре булыуы шарт.
Төп дәүләт театрҙары менән бер рәттән, Әзербайжандың dOM бойондороҡһоҙ театры, Төркиәнең Хәсән Аджарҙың Bostanci ART продюсер компанияһы ла ҡатнашты. Уларҙың тәүгеһе беҙ өйрәнгән театр тураһындағы ҡараштарҙы бөтөнләй юҡҡа сығара. "Лимбо" иммерсив спектаклендә ҡатнашыусы тамашасылар быны үҙҙәре яҡшы тойҙо.
Тик нимә генә булмаһын, театрҙа төп урында Кеше һәм уның хистәрен, һыҙланыуҙарын, эске асылын асырға тырышыу тора. Фестиваль барышында юҡҡа ғына "рус психологик театры мәктәбе" тигән термин йыш яңғыраманы. Режиссер Айҙар Заббаровтың "Тормошмо был?.." (Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры) спектакле фестивалдең "Иң яҡшы режиссура эше" һәм Хәлим ролен башҡарыусы актер Искәндәр Хәйруллин "Иң яҡшы ир-егет роле" номинацияһында еңеүсе булды. Айрат Абушахмановтың "Зөләйха күҙҙәрен аса" (Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры) спектаклендәге Зөләйха роле өсөн актриса Илгизә Ғилманова "СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова исемендәге иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында билдәләнде. "Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле" Артур Ҡунаҡбаевҡа тапшырылды. Ғөмүмән, "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектакле тураһында күп яҡшы һүҙҙәр әйтелде.
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам иткән дуҫлыҡ һәм изгелеккә ышаныу тураһында һөйләгән "Өс таған" спектакле иһә "Туғанлыҡ" фестиваленең "Иң яҡшы спектакле" тип танылды. Фестивалдең президенты Рифҡәт Исрафилов йәш режиссер Антон Федоров менән һоҡланыуын белдереп, милли театрҙа яңы ҡеүәтле эстетика, яңы режиссура барлыҡҡа килә, тине. Ысынлап та, күктән яуған япраҡтар ямғыры, һауалағы болотто иләгән өләсәйҙең орсоғо, сәхнәләге берсә малайҙар, берсә олпат ир-егет ҡарашы булып балҡыған ике күл - былар барыһы ла күңелдә иҫ киткес яҡты һәм нескә хистәр уята. Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакирова иһә - "Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле", Антон Федоров менән Лилиә Сөләймәнова "Иң яҡшы сценография" номинацияһында ла билдәләнде. Заман, уның менән бергә йәмғиәт һәм тамашасы ла үҙгәрә тиһәләр ҙә, уларҙың күңелендә изгелеккә, яҡтылыҡҡа ынтылыш һәр ваҡыт йәшәй.
Милли театр - милләттең телен һәм уның мәҙәни йолаларын ғына һаҡлай торған ябай театр түгел. Ул милләттең рухи ҡиблаһы, ул милләтте үҙенең артынан матурлыҡ донъяһына эйәртә, ул уға тормош мәғәнәһен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Был фестивалдең беҙҙең өсөн төп һығымтаһы шулдыр - башҡорт милли театры үҙенең ошо төп бурысынан бер ҡасан да ситләшмәне һәм ситләшмәһен ине.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.19 | Ҡаралған: 609

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru