«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛОҒАЯ КИЛӘ БАШҠОРТЛОҠҠА НЫҒЫРАҠ ТАРТЫЛАМ
+  - 



Журналист булып эшләгән йылдарҙа төрлө кешеләр менән осрашырға, әңгәмәселәрҙең төрлөһөн күрергә тура килә. Әгәр телевидение, радио хәбәрселәре саф башҡорт телендә һөйләшкән әңгәмәсе эҙләп бер булһа, баҫма матбуғат хеҙмәткәрҙәренә ул яҡтан әллә ни ҡыйынлыҡ юҡ - "телдәр бутҡаһы"нан да башҡортса матур мәҡәлә әҙерләргә була. Әммә бөгөнгө әңгәмәсем ундайҙарҙан түгел, уның менән рәхәтләнеп ултырып, ауыҙ тултырып саф башҡортса һөйләшергә мөмкин. Шулай итеп, рубрикабыҙҙың сираттағы геройы, "Вечерняя Уфа" гәзитенең баш мөхәррире, журналист Вячеслав ГОЛОВ.

Уйлап ҡараһаң, һеҙ манҡорт булып йөрөгән байтаҡ башҡортҡа ҡарағанда ла башҡортораҡ. Күптәр менән әңгәмәне русса алып барырға тура килә, ә һеҙҙең менән, ҡатнаш ғаиләлә тыуыуығыҙға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп үҙебеҙсә һөйләшәбеҙ. Башҡорт телен күп башҡорттарҙан яҡшыраҡ беләһегеҙ. Ике милләткә лә бер тигеҙ һөйөү йөрөтөрлөк тәрбиә сере ниҙә?

- Хатта әсәйемдән көлә торғайным әле. Уны телевидениеға төрлө тапшырыуҙарға саҡырып яҙҙыралар ҙа, һуңынан тапшырыуҙы ҡарайбыҙ, мин уға: "Әсәй, һин телмәреңдә миңә ҡарағанда күберәк русса һүҙҙәр ҡыҫтыраһың икән", - тием. Ысынлап та, ул һөйләшкәндә яртыһын русса, яртыһын башҡортса әйтә торғайны. Ә мин башҡорттар менән башҡортса, рустар менән русса һөйләшәм. Башҡорт телен яратыуым атайымдан - Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Головтан киләлер, моғайын. Ул үҙе рус милләтенән булһа ла, башҡорттар өсөн күп эшләне. Вафат булғас, уны иҫкә алғанда: "Я не знаю другого русского, который столько сделал для развития башкирской эстрады", - тигәйнем. Ысынлап та, ул Башҡортостанда "Өфө уттары" исемле тәүге башҡорт милли профессиональ эстрада-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе булды бит.
Атайым башҡорттарҙы бик яратты. Һәр ваҡыт: "Башҡорттар тура һүҙлеләр: оҡшаһа ла әйтә, оҡшамаһа ла әйтә, хәйләкәр түгелдәр", - тиер ине. Ул әсәйемә: "Балаларға ғаиләлә тәүҙә башҡортса һөйләшергә өйрәтәбеҙ", - тип әйтеп ҡуйған. Атай-әсәй гастролгә сығып китһә, беҙгә Ейәнсуранан өләсәй йәшәргә килә, мин балалар баҡсаһына йөрөмәнем, өләсәй менән өйҙә туҡмаслы аш ашап, сәй эсеп кенә үҫтем. Шуға беренсе телем - башҡорт теле, тиһәм, һис арттырыу түгел, дөрөҫөрәк булыр. Сөнки өләсәй бер ауыҙ һүҙ ҙә русса белмәй ине. Хатта 5-6 йәш тирәһендә мин дә русса акцент менән һөйләшә торғайным әле. Атайым өләсәйемде шул тиклем ныҡ яратты, хатта гастролдәрҙән уға ғәрәп хәрефтәре менән хаттар яҙа ине. Уның башҡорт телен, мәҙәниәтен яратыуы, ихтирам итеүе беҙгә лә күскәндер.
Уны, ғөмүмән, рус кешеһе тип ҡараманылар. Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилевтар, башҡа арҙаҡлы кешеләр килә, ял көндәрендә ҙур табын йыйыла торғайны. Бер ваҡыт атайым ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләге барлығын белдерҙе. Гармунда уйнайым, баянда уйнайым, нишләп ҡурайҙа уйнамайым һуң, тигәс, Заһир Исмәғилев ағай: "Кит, Наил, һин ғүмерҙә ҡурайҙа уйнай алмаясаҡһың!" - ти. "Мин уйнамайыммы? Бына бер айҙан һуң киләһең, мин ҡурайҙа уйнаясаҡмын", - ти. Заһир ағай: "Һин ҡурай уйнаһаң, мин бейейем", - ти. Бер айҙан һуң атайым ҡурайҙа һыҙҙыра, Заһир ағай ер һелкетеп бейей. Бына шундай башҡорт рухы аңҡып торған мөхиттә йәшәнек беҙ.
Хәҙер минән, һин кем, тип һораһалар, атайым яғынан - рус, әсәйем яғынан - башҡорт, тием. Паспортҡа башҡорт булып яҙылдым, сөнки әсәйем: "Улым, фамилияң да, исемең дә, атайыңдың исеме лә урыҫ, исмаһам, милләтемде минекен ал", - тине. Һуңынан, әлбиттә, "карьера яһар өсөн башҡорт булып яҙылған" тигән һүҙҙәр ҙә килеп етте. 16 йәшемдә ундай уй башыма ла инеп сыҡмаһа ла...
Олоғая килә барыбер башҡорт яғына нығыраҡ тарта барам шикелле. Йәш ваҡытта ниндәй милләттән икәнемде айырмайҙар ине. Хәҙер йәштәр мине урыҫ тип уйлай, ә бына урамда ололар осраһа, хатта ауылдан килгән булһалар ҙа, башҡортса һүҙ ҡушалар. Аптырап, минең башҡорт икәнемде ҡайҙан беләһегеҙ, тип һорайым: "Һуң, башҡорт икәнең йөҙөңдән күренеп тора бит!" - тиҙәр. Ололар минең башҡорт икәнемде нисектер тоя шулай...

Ә бына бөгөн балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеп булмай...

- Өйрәнеү генә түгел, хатта аңламай ҙа улар. Беҙҙең ғаиләлә шуныһы ҡыҙыҡ: ҡатынымдың да әсәһе - башҡорт, атаһы - рус. Кесе улыбыҙҙы, өйрәнер, тип башҡорт балалар баҡсаһына бирҙек. Әммә балалар баҡсаһында барыһы ла русса һөйләшә. Шулай ҙа иң хәүефлеһе - йәштәр русса аралаша. Стәрлебаш районында атайымдың мәктәп дуҫы - Рәшит ағай йәшәне. Атайым диңгеҙгә, ял йорттарына йөрөмәне, отпускыһы етһә, гел тыуған яғына ҡайтты. Ғүмер буйына дуҫлыҡтарына тоғро ҡалдылар. Атайым вафат булғас та, уларға балаларымды алып, мин дә ҡайтып йөрөнөм. Төндә тәҙрә асыҡ, йәштәр уйынға клубҡа сыға. Барыһы ла русса һөйләшергә маташалар. Оят бит был! Тороп, эргәләренә барып: "Ни өсөн үҙеңдең телеңдә аралашмайһың, вата-һындыра русса һөйләшергә тырышаһың. Һеҙҙең бит туған телегеҙ бар. Бер ауылдыҡыһығыҙ, матур итеп үҙ телегеҙҙә һөйләшегеҙ!" - тип әйтке килә хатта. Улар, мин русса һөйләшәм, мин ниндәй "текә", тип уйлай инде үҙенсә, йәнәһе лә, шулай абруй арттыралар.

Тарихта һәр ваҡыт атайҙар һәм балалар проблемаһы күҙәтелгән һәм ул бөгөн дә дауам итә. Ни өсөндөр ололарға һәр ваҡыт йәштәр насар кеүек күренә. Бөгөн йәштәр телде өйрәнмәй тип асыуланабыҙ... Был нилектән шулай?

- Бәлки, миңә шулай тойолалыр, әммә беҙҙең быуын менән сағыштырғанда бөгөн йәштәр сәләмәт тормошто һайлай. Улымдың дуҫтары береһе лә тәмәке тартмай, алкоголь эсемлектәре менән шаярмай. Һәр хәлдә, шулай икәненә ышанғым килә. Уларҙың яҡшы яғы шул. Үҙҙәренең ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныуҙары бар, ләкин нимә аптырата - күҙҙәрендә осҡон юҡ. Улым олатаһы юлынан китеп, музыкант, әммә өҙөлөп китеп, йәне-тәне менән бирелеп уйнағанын күрмәйем. Шунан, уларҙың ҡыҙыҡһыныуы - компьютер. Бөтөн тормош бөгөн виртуаль донъяла бара.
Хәйер, йәштәрҙе һәр ваҡыт әрләйҙәр. Беҙ йәш саҡта беҙҙе лә әрләйҙәр ине. Йәштәр насар түгел, бары тик улар икенсе формация кешеләре. Һәм уларҙың беҙҙән төп айырмаһы нимәлә - улар китап уҡымай. Уҡыйҙар, интернеттан ғына, ә унда нәфис әҙәбиәт юҡ. Шулай ҙа мин уларҙы аҡлайым: беҙҙең заманда китаптан башҡа бер нәмә лә булманы. Шуға, көнө-төнө китап менән йәшәнек, хатта кисен, утты һүндер, тип теңкәгә тейәләр ине. Әммә беҙ одеял аҫтына йәшенеп, фонарь яндырып булһа ла, ҡомһоҙланып китап уҡыныҡ.
Фатирыбыҙҙа, моғайын, 3 мең тирәһе китап барҙыр. Ҙур залдың бер стенаһы иҙәндән түбәгә тиклем китаптар менән тулы. Атай-әсәйем китап уҡырға яратты. Бер яҡтан ҡараһаң, артистарға нимәгә ул китап уҡыу, тиергә лә мөмкин, әммә әсәйем барлыҡ рус, сит ил классиктарын уҡып сыҡты. Атайым да, апайым да бик күп уҡынылар. Беҙҙең өсөн китап - ҙур һәм бөйөк төшөнсә булды.
Ул заманда төндә сиратта тороп, төрлө баҫмалар алалар ине. Уның өсөн төнгө сәғәт өстә сиратты тикшерәләр. Ни өсөн тигәндә, китаптар йыйынтығы әҙ, алырға теләүселәр күп. Шуға, тикшереүҙе төнгө өстә үткәрәләр, бер тапҡыр килмәһәң, сираттан төшөп ҡалаһың. Кешеләр ҡаланың төрлө мөйөшөнән такси саҡыртып булһа ла киләләр. Китаптың, баҫма һүҙҙең көсө һәм ҡәҙере шулай юғары ине.

Бөгөн яҙыусы тигән атаманы кем яҙа белә, шуларҙың барыһына ла йәбештерә лә ҡуялар. Ә беҙҙең заманда бит яҙыусылар күп булманы, әммә берәгәйле булды. Уларҙың ҡайһыһы хатта быуатҡа бер тыуғандыр. Бөгөнгө яҙыусыларҙың күптәре уртаҡул, тигән менән килешәһегеҙме?

- Элек коммерция булманы. Китап сығарыу ҙа хөкүмәт кимәлендәге эш ине. Хәҙер аҡса түләйһең икән - хет аҙна һайын китап сығар. Уйлап ҡараһың, күптәренең мәҡәләһен гәзиткә лә алмайһың. Ә улар китап яҙа! Теле лә матур түгел, фекере лә юҡ, әммә матур тышлыҡта сыҡҡан. Ике ай үттеме - икенсе китабы сыға. Интернетҡа тап шул контроль булмаған китаптар сыға. Китаптары булғас, уларҙы аптыраған көндән яҙыусы тиһең инде... Ундайҙарҙың һаны күбәйгән һайын, матур әҙәбиәт уҡыусылар, телде яратыусылар кәмей бара...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның бер шиғырында шундай юлдар бар: "Шығрым тулы залда, йөрәкһенеп, башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто..." Әңгәмә барышында ла ошо юлдар күҙ алдына килде һәм мейене быраулап торҙо. Бөгөн телмәрҙәрендә бер рус һүҙе ҡушмай саф башҡортса аралашҡан ике Вячеслав: Чернев һәм Голов телдең бәҫен күтәреп, уны һаҡлап, данлап ҡына ҡалмай, беҙгә, башҡортмон, тип күкрәк һуҡҡан башҡорттарға, ысынлап та, башҡортлоҡто аңлата!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.19 | Ҡаралған: 879

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru