«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮРМАТЫЛАР БЕҘ!
+  - 



Тарихсы һәм журналист Салауат Хәмиҙуллин юрматыларҙың тарихын Урал һәм Волга буйында йәшәгән иран телле ҡәбиләләрҙең фин-уғырлашыу һәм төркиләшеү процестары менән бәйләп өйрәнеүҙе хуп күрә. Ул X быуатта венгрҙар составына ингән Гермат атамалы ырыуҙың савромат-сарматтарға барып тоташыуын фаразлай. Уныңса, сармат исеменең сауромат, сирмат, сюрмат формаларында әйтелеү мөмкинлеген инҡар итеп булмай. Шуға күрә юрматы этнонимын сармат атамаһы менән бәйләп аңлатыусы ғалимдар бар. Әгәр шулай икән, юрматы ырыуының килеп сығышында иран телле боронғо сарматтарҙың ҡатнашлығы булып, уларҙың бер өлөшө башҡорт этносы составына инеүен, ҡалғандары мадъяр-мажарҙар (Мегери) менән Паннонияға юлланыуын күҙалларға нигеҙ бар, тип фекер йөрөтә ул.
Тарих белгестәре раҫлауынса, юрматыларҙың ата-бабалары XIII-XIV быуаттарҙа әле йәшәгән ерҙәренән көнбайыштараҡ, урманлы-далалы Бөгөлмә ҡалҡыулығының һыуайырғысы - Зәй һәм Шешмә йылғаларының үрге ағымы арауығында көн күрә. XIV быуат аҙағында Аҡһаҡ Тимер һәм Туҡтамыш хан араһында барған үлемесле яу көньяҡ башҡорт ырыуҙары еренә килеп етә. 1391 йылдың июнендә Ҡондорса йылғаһы буйында, юрматылар йәшәгән ерҙәргә йәнәшә генә, ике ғәскәр араһында хәл иткес бәрелеш башлана. Ошо яу урындағы башҡорт түрәләрен, халыҡты оло ҡырғындан ҡурсалау маҡсатында, йәшәгән ерҙәрен ташлап, хәүефһеҙерәк яҡтарға күсеп китергә мәжбүр итә. Юрматылар ҙа ырыу башы Туһал Шағали бей етәкселегендә Кама йылғаһының уң яғына сығып, Ҡара йылға, Шадлыҡ йылғалары үҙәндәрендә көн итә. Уның улы, Дәрүиш ҡушаматлы Ғәли Шәйех, атаһы вафат булып, бөйөк бей дәрәжәһен алғас, үҙ халҡын элекке ерҙәренә - Зәй, Шешмә буйҙарына алып ҡайта. Артабан, XV-XVI быуаттарҙа юрматылар Нуғай урҙаһы хандары йоғонтоһонда йәшәй. Ғәли Шәйехтең улы, Сәсле Дәрүиш бей үҙенең берҙән-бер ҡыҙын нуғай кешеһенә кейәүгә бирә, уларҙың Бурнаҡ һәм Йәдкәр исемле улдары тыуа. Ырыу башы Бурнаҡ бей кеүек, юрматы башҡорттары менән нуғайҙарҙың ҡатнаш никахтарынан тыуған нәҫелдән нуғай-юрматы тоҡомо хасил була. Юрматыларҙың боронғо төйәге, нуғай түрәләренең күсмә тормошо өсөн уңайлы булып, улар хакимлығы аҫтында ҡала. Юрматылар көньяҡ-көнсығышҡа табан йүнәлеп, Һаҡмар, Яйыҡ, Ағиҙел йылғалары буйындағы ерҙәргә килеп етә. Ағиҙелдең уң яғына сығып йәшәү нуғай баҫҡынсылары ҡыҫымынан азат булыу мөмкинлеген бирә. Улар был ерҙәрҙә XVI быуат урталарына, нуғай мырҙалары үҙ халҡын Кубань тарафтарына алып киткәнсе йәшәй. Юрматыларҙың көтөүлектәре, һунар итеү ерҙәре төньяҡҡа табан Елем, Инйәр буйҙарына тиклем һуҙыла. Улар хатта йәнлек тиреһе әҙерләү, егеттәргә кәләш күҙләү ниәте менән төньяҡ-көнсығыш башҡорттары ерҙәренә, Йөрүҙән буйҙарына барып етә. Йөрүҙән буйындағы Ахун ауылына юрматылар нигеҙ һалған, тигән риүәйәт тә бар. Нуғайҙар киткәс бушап ҡалған ерҙәренә юрматылар кире ҡайта, улар ошо ерҙәренә, Мәскәү дәүләтенә ҡушылған мәлдә алған грамоталарына ярашлы, аҫабалыҡ хоҡуғын теркәй.
Юрматыларҙың ырыу структураһына түбәндәгесә аталған этник бүлексәләр (түбә, аймаҡтар) инә: юрматы, тәлтем, тәтәгәс, ҡармыш (маҡар), нуғай-юрматы, мишәр-юрматы. Аҙнай, илсектимер аралары, ырыу башлыҡтарының ошо исемле нәҫелдәренән хасил булып, тәлтем түбәһенә ҡарай. П.И. Рычков тарафынан юрматыларҙың айырым аймаҡ-түбәләре исемлегенә индерелгән баҡай мишәр-юрматыларға, бишҡаҙаҡтар - тәлтемдәргә ҡарай. Арлар ауылында йәшәүсе башҡорттар V ревизия материалдарында типтәр сословиеһына индерелгән. Башҡорттар удмурттарҙы ар, тип атаған. Күрәһең, ошо ауыл кешеләре араһында ниндәйҙер башҡортлашҡан удмурт сығышлы кеше лә булғандыр.
Р.Ғ. Кузеев юрматы ырыуы структураһына ингән исем-атамаларҙың 100-ҙән ашыу булып, уларҙың 39-ы - патронимик, 21-е - этник, 10-һы - тотемистик, 20-һе - топографик, йә башҡа бер күренеш менән бәйле икәнен күрһәтә. Этник сығышлы атамалар рәтендә ул ҡалмыҡ, муҡшы, сыуаш, үзбәк, бөрйән, бишул, маҡар, табын, таҙ, ҡармыш, юрматы кеүек ырыу түбәләре исемдәрен теркәп ҡуйған. Быны юрматыларҙың башҡа этник төркөмдәр менән тарихи бәйләнешенең сағылышы итеп ҡарау дөрөҫтөр.
Һуңғы йылдарҙа башланған этногенетик тикшеренеүҙәр башҡорт ырыуҙарының килеп сығышына бер ни тиклем асыҡлыҡ индереү мөмкинлеген бирҙе. Уларға ярашлы, юрматы ырыуының ирҙәр генофонды бер нисә төркөмдән барлыҡҡа килгән. Юрматылар генофондының 3/1 өлөшө R1a-M198, 4/1 өлөшө N1c1-M178 гаплогруппаһына ҡарай, шулай уҡ Алғы Азия (J2a-M172, E1b-M35, G2a-P15) һәм Көнбайыш Евразия (I1-M253, I2-P37, R1b-M269) гаплогруппалары ла байтаҡ. Ирҙәр линияһы буйынса төп төркөм Тәтегәс бей һәм башҡа ырыу башлыҡтарының вариҫтарынан торһа, юрматылар генофондының нуғай линияһын (нуғай-юрматы) тәшкил иткән төркөм айырымлығы раҫланды. Шулай уҡ этногенетика материалдарынан алынған мәғлүмәт юрматыларҙың айырым төркөмдәренең хәҙерге венгрҙарҙың ҡайһы берҙәре менән ҡәрҙәшлегенә дәлил булып тора. Был да боронғо юрматы-дьярмат башҡорт-венгр бәйләнеше ысынбарлығына ишара. Ә палеогенетик тикшеренеүҙәр юрматыларҙың ата-бабаларының бер өлөшө иртә тимер быуаты осоронда сак һәм савромат ҡәбиләләренә ҡарағанын, ә унан да алдараҡ археологияла андронов мәҙәниәте, тип исемләнгән берләшмәгә инеү мөмкинлеген күрһәтә. Үҙенең оҙайлы тарихында юрматы ырыуынан булып, бөтөн башҡорт илендә танылыу тапҡан, йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләрендә дан ҡаҙанған милләттәштәребеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ил батырҙары, уҡымышлы дин әһелдәре, сәсән-шағирҙар, яҙыусылар, күренекле ғалимдар, халыҡ артистары, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт алдынғылары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ошо ерҙә тыуып үҫеп, Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендәге оло шәхестәргә әйләнгән. Уларҙың иң данлыһы, Башҡортостан дәүләтселегенә, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, үҙенең ғилми ҡаҙаныштары менән киң билдәлелек яулаған шәхесебеҙ - Әхмәтзәки Вәлиди Туған башҡорт исемен, уның тарихын бар донъяға яңғырата алды.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 23-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.19 | Ҡаралған: 538

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru