«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙМАҠТАРСА БУЛДЫ!
+  - 



Беҙҙә һабантуйҙар бер төрлөрәк сценарий буйынса үтә, әлбиттә. Иң тәүҙә сәхнәгә сығарып, баш ҡаланан килгән юғары ҡунаҡҡа һүҙ биреп, йыйылған халыҡты байрам менән ҡотлаталар, шунан район кимәлендәге етәксе ауыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләй, бүләктәр бирә. Ҡотлауҙарҙан һуң шул уҡ ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, райондарҙың маҡтаулы шәхестәре, спортсылар, балалар, рәттәргә теҙелеп, парадта үтә. Артабан иһә матур концерт программаһы башлана...

Баймаҡта ла шулай башланып китте һабантуй. Әммә был юлы район сараһына ҡунаҡҡа килгән республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм башҡа ҡунаҡтар әлегә башҡа төбәктәр һабантуйҙары майҙанында булмаған күркәм тамашаны - һыбайлы егеттәребеҙҙең саялығын, таҫыллығын кәүҙәләндергән "Ылаҡ" уйынын һәм республиканың 20-нән ашыу районынан килгән башҡорт милли кейемле ҡатын-ҡыҙҙарҙың - "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының сафтарға теҙелеп атлап үтеүен дә күҙәтте. Һабантуйҙың иң сағыу бер күренеше һәм яңылығы булды, тип баһаланы аҙаҡ байрамда ҡатнашыусылар ағинәйҙәр парадын. Ысынлап та, һәр район ағинәйҙәренең үҙ ырыуына, үҙ төбәгенә яраштыра биреп тегелгән милли кейемдәренең сағыулығы, төрлөлөгө матур бер гөлләмә хасил итеп, күҙҙәрҙе ҡамаштырҙы, һоҡландырҙы. Һабантуйға килгән һәр кем ошо ағинәйҙәр менән аралашырға, бергәләп фотоға төшөргә ашыҡты. Хатта Радий Фәрит улы ла ағинәйҙәр төркөмө эргәһенән битараф ҡына үтеп китә алманы...
Баймаҡтар байрам итә, ҡунаҡ күңелен күрә, хайран итә белә икәнен беләбеҙ. Йәғни, байрам сараһының сағыу күренеше был ғына булманы, тип әйтмәксебеҙ. Һабантуй майҙанына ингән ҡапҡа төбөнән үк ҡунаҡтарҙы балалар һабантуйы сығыштары ҡаршыланы. Бәләкәй-бәләкәй майҙансыҡтарҙы биләгән балалар халҡыбыҙҙың теге йәки был ырыуын кәүҙәләндереп, йә шәжәрә һөйләй, йә шул ырыуҙарға хас һөнәрҙәрҙе күрһәтә, яндан ата, бейеп-йырлап күрһәтә. Бала кеше ошо тарихи әһәмиәтле мәғлүмәттәрҙе, халҡыбыҙҙың ҡобайыр-йырҙарын теленә индергән икән, тимәк, ул уның күңеленә лә ингән, тимәк, битараф булмаған йәш быуын үҫеп килә, тигән өмөт уяна ошондай сығыштарға юлыҡҡанда. Балаларыбыҙҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләүҙә тап ошондай саралар ҙа кәрәк икәнен яҡшы белә булыр Баймаҡ районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре. Афарин уларға!
Артабан һабантуй ҡунаҡтары, тамашасылар райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм һәр ауыл биләмәһе вәкилдәренең, етәкселәренең тырышлығы емештәрен баһалаясаҡ. Ике тиҫтәнән ашыу тирмә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре, ир-егеттәр кәсептәре продукцияһы, шәхси хужалыҡта етештерелгән ризыҡтар күргәҙмәләре менән биҙәлгән үҙ ихатаһында ҡабул итте ҡунаҡтарҙы. Һәр тирмәгә ҡунаҡтар делегацияһы беркетелеүе, улар өсөн башҡорт аш-һыуынан һығылып торған табын, хатта махсус тәғәйенләп күстәнәстәр, бүләктәр әҙерләнеүе - быныһы ла баймаҡтарса булды. "Беҙ, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, ниндәй генә сара үткәрһәк, ниндәй генә районға барһаҡ та, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллыҡ һәм бүләктәр менән алышыу йолаһын атҡарабыҙ атҡарыуға, әммә баймаҡтар барыһынан да уҙҙырып ебәрҙе. Хәҙер уларға тиңләшергә тырышырға кәрәк инде..." - тине аҙаҡ фекерҙәре менән уртаҡлашып Бөрйән район ағинәйҙәре етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина. Әйткәндәй, ҡунаҡ булып ҡына йөрөмәне ағинәйҙәр, Өфөнән улар менән осрашыуға махсус саҡырылған ҡунаҡтар - республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, драматург, фольклорсы Сәрүәр Сурина, эшҡыуар Гөлсәсәк Әлибаева, ғалимә-психолог Лилиә Халиҡовалар менән айырым тирмәгә йыйылып, бер аҙ фекер алышырға ла форсат тапты. Ә уртаҡлашыр фекерҙәре, тәжрибәләре күп ағинәйҙәрҙең. Улар үҙҙәре лә төрлө өлкә белгестәренең кәңәштәренә мохтаж. Мәҫәлән, балалар, йәштәр, ауылдаштар араһында тәрбиәүи эштәр ҙә алып барған ағинәйҙәргә яман ғәҙәттәр менән дуҫ булғандар, йәиһә үҙ-үҙенә ҡул һалырлыҡ хәлдәгеләр менән дә осрашырға, һөйләшергә кәрәк була. Ошондай ситуацияла үҙеңде нисек тоторға, ниндәйерәк кәңәштәр менән уртаҡлашырға һуң? Һәм тағы: ағинәйҙәр бөгөн милли кейемдәрҙе генә түгел, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы ла тергеҙә, етештерә. Ҡул белгән оҫталыҡ емештәрен башҡаларға ла тәҡдим итеп, нисек аҡса эшләргә өйрәнергә? Тағы бер мөһим мәсьәлә: бынан 8 йыл элек төҙөлгән "Ағинәй" ойошмаһы үҙ ағзаһы булыр һәр ҡатын-ҡыҙ алдына милли кейемдәр тегеп кейеүҙе, селтәр, һаҡал, яға, ҡашмау кеүек биҙәүестәрҙе тергеҙеүҙе бурыс итеп ҡуйғайны бит. Хәҙер инде һәр ауылда, һәр районда милли кейемле, биҙәүесле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йөҙәрләп иҫәпләнә, Өфөлә үткән милли кейем парадтарында ла башлыса улар өҫтөнлөк итә. Ләкин... Милли кейемдәребеҙҙә лә, биҙәүестәребеҙҙә лә етешһеҙлектәр, өләсәйҙәребеҙ ҡалдырған төп нөсхәнән ситкә тайпылыуҙар, хаталар күп. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы ла, Сәрүәр Рәшит ҡыҙы ла ошо турала һүҙ ҡуҙғатып, хаталар өҫтөндә эш башланыуы, йыл аҙағында был эшкә йомғаҡ яһаласағы тураһында хәбәр итте.
Был һөйләшеү республика райондарынан килгәндәргә генә түгел, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондарынан килгән ағинәйҙәр өсөн дә айырыуса фәһемле булды. "Беҙ, әлбиттә, Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән тығыҙ бәйләнештә торабыҙ, уларҙы үҙебеҙҙең сараларға саҡырабыҙ. Ә шулай ҙа бөгөн ысын мәғәнәһендә ең һыҙғанып ағинәйлек бурысын үтәгән ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыу, уларҙың эш-ғәмәлдәрен күреү, кәңәштәрен ишетеү бик ныҡ файҙалы булды. Беҙ үҙебеҙҙе Башҡортостандың, башҡорт ҡатын-ҡыҙының бер өлөшө итеп тойҙоҡ, ошо тойғонан тулҡынланып илап та алдыҡ", - тине Силәбе өлкәһе ағинәйҙәре етәксеһе Рәбиға Фәрит ҡыҙы Бикбулатова үҙенең сығышында.

Шулай итеп...
Был көндә Баймаҡ район һабантуйы майҙанында булған һәр кем халҡыбыҙҙың талантын, рухи донъяһын, киң күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ өлгөһөн сағылдырған ошондай матур байрамды ойоштороусыларға рәхмәтле булғандыр. Республика ағинәйҙәре иһә үҙҙәренең ихлас рәхмәтен һабантуй сиктәрендә уларҙың йыйынын да ойоштороуға күп көс һалған район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлинаға, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы коллективына һәм уларҙың етәксеһе Зилә Мортазинаға, Баймаҡ районы ағинәйҙәренә йүнәлтте. Әйткәндәй, республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының тәүге ойоштороу йыйыны ла үҙәк китапхананың элекке етәксеһе Луиза Дәүләтшина ярҙамында Баймаҡта үткәрелгәйне һәм ошо ил-йортҡа ҡот ҡайтарыусы, милләтебеҙ йолаларын, милләтебеҙ бәҫен тергеҙеүсе, йәмғиәтебеҙ тормошона тәрбиәсе булараҡ килеп инеүсе ағинәйҙәр хәрәкәтенә старт бирелгәйне бит.

Зөлфиә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.19 | Ҡаралған: 568

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru