«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨРКӨТ ҠОШЛО ТАБЫНДАР БЕҘ!
+  - 



Табын башҡорттары, башҡа башҡорт ырыу-ҡәбиләләре кеүек үк, меңйәшәр халҡыбыҙҙың берҙәм милләт булып ойошоуында ҡатнашып, ошо уртаҡ тарихыбыҙҙа лайыҡлы урын биләй. Табындар, иң эре этник берләшмәләрҙең береһе булараҡ, әле лә тарихи Башҡортостандың барса тарафтарында көн күрә.

Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев, XVIII быуатҡа ҡараған тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп, башҡорттарҙың төрлөсәрәк сығышлы, әммә уртаҡ табын исеме аҫтындағы тотош бер этник берләшмәһе булыуын билдәләй. Был берләшмәгә, табындан башҡа, ҡыуаҡан, сырҙы, бишул, баҙраҡ, ҡумрыҡ ырыуҙары ингән, тип иҫәпләй ғалим. Ҡыуаҡандар - 6, бишулдар - 2, ә табындар үҙҙәре 9 кесе ырыу бүлемдәренән (түбә, аймаҡ) хасил була. Көнсығыш табын ырыуҙарынан ҡара табын, барын-табын, теләү һәм күбәләк ырыуҙары йәшәгән ерҙәр башлыса хәҙерге Учалы районына ҡарай. Ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙа Барын, Теләү һәм Күбәләк олоҫтары үҙаллы берәмек рәүешендә күрһәтелгән. Әммә XVIII быуатта И. Кириллов һәм П. Рычков уларҙы табын составындағы түбә-аймаҡтар иҫәбенә индерә. Ошо районда аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителеп, типтәр сословиеһына күсерелгән килмешәк башҡорттарҙың ундан ашыу ауылы бар, улар "Учалы типтәрҙәре" тип аталған социоэтник төркөмгә ҡарай. Урындағы халыҡ телендә уларҙы "аҡ табындар" тип тә йөрөтәләр.
Көнсығыш табын ырыуҙарының иң ҙуры һәм абруйлыһы - ҡара табын ырыуы. Ҡара табындар батшанан барса көнсығыш табындары ерҙәре индерелгән жалованный грамота алыуға өлгәшә. Тархан Аҡкинйә Тәнекәев, табын ерҙәрен күскенсе төркөмдәр ҡанығыуынан ҡурсалау маҡсатында, 1692 йылда батша ғали йәнәптәренә яҙылған үтенес хатында Ҡара табын олоҫо ерҙәре сиктәрен бына нисек билдәләгән: "Көньяҡта - Ҡыҙыл йылғаһы үренә тиклем, унда Айҡар тауында Бөрйән олоҫо билдәһе ҡуйылған; көнбайышта - Ағиҙел йылғаһына тиклем, өҫкә табан уның ағымы буйлап Әй йылғаһы үренә тиклем; төньяҡта - Мейәс йылғаһы үренән башлап, уның ағымы буйынса түбәнгә Урал артына тиклем, артабан көньяҡ-көнсығышҡа Уй йылғаһы тамағына һәм Тобол йылғаһы аръяғындағы далаға тиклем". Ошо башҡорттарҙың бөгөнгө вариҫтары Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Сосновка, Сыбаркүл райондарында әйле ырыуы башҡорттарына йәнәшә йәшәй. Уй йылғаһы үҙәнендәге Булат, Мәһәҙи, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районына ҡараған Баҡай, Бурыл-Айғыр, Үртәү, Себеш ауылдарына ла табындар нигеҙ һалған.
Кәлсер-табын, кесе табын, күрпәс-табын, ҡумрыҡ-табын, дыуан-табын, йомран-табын, һарт-табын вәкилдәре Ағиҙел йылғаһы, уның ҡушылдыҡтары Елем, Инйәр һәм Эҫем йылғалары буйҙарында, башлыса, хәҙерге Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондары ерҙәрендә йәшәй. Ауырғазы районының бер нисә ауылы (Сөләймән, Үтәймулла, Түбәнге Ләкәнде) табын ырыуына ҡарай. Шулай уҡ Асылыкүл буйындағы Ҡыҙрас, Буранғол, Сапай ауылдарында (Дәүләкән районы) ла ҡара табын, барын-табын вариҫтары бар. Р.Ғ. Кузеев ошо хаҡта былай тип яҙа: "... ҡара табын тарханы Аҡунсыҡ ата-бабаларының "боронғо ерҙәрендә" күрһәткән хеҙмәттәре өсөн аҫабалыҡ хоҡуғын ала. XVIII быуатта Асылыкүл табындарының һаны яңынан күсеп килеүселәр иҫәбенә байтаҡҡа артҡас, уларҙың ата-бабаларының тарханлыҡ хоҡуғы танылмай башлай, һәм табын ауылдары ҡаңлы башҡорттары ерендә килмешәк (припущенник) хоҡуғында ҡалырға мәжбүр була". Тарихи Башҡортостандың көнбайышында, Ыҡ йылғаһы буйында ла табын башҡорттарының аҫаба ерҙәре булған. 1730 йылда "Өфө Провинциаль канцелярияһында камерир Ф. Жилин һәм өфөлөләр С. Третьяков һәм И. Гавренев әйтеүе буйынса төҙөлгән башҡорт олоҫтары торошо һәм реестры" тип аталған документта Ыҡ йылғаһы буйында Күрпәс-Табын олоҫо һәм Табын олоҫо теркәлгән. Был ерҙәр ирәкте (ирәкте-табын) ырыуына ҡараған була. Бында әлегә тиклем табындарҙың Үрге Табын, Түбәнге Табын, Мелләтамаҡ, Шәрип, Митрәй, Иҫке Вәрәш, Яңы Вәрәш, Наратаҫты, Сәләүез-Мухан ауылдары һаҡланып ҡалған. Ҡасандыр ирәкте-табын һәм бүләр ырыуы аҫабалары биләгән ерҙәр әлеге ваҡытта Татарстандың Мөслим районы территорияһына инә.
Ирәктеләрҙең бер өлөшө, Башҡортостандың төньяғынараҡ китеп, ул ваҡыттағы Уса юлы ерҙәрен биләй (Тәтешле һәм Балтач райондары). Уларға сиктәш булып, табын башҡорттарына ҡәрҙәш танып ырыуҙары ҡайпан, ҡаҙансы, ҡыр-танып, су-танып, шулай уҡ балыҡсы һәм унлар ырыуҙары көн итә.
Табындарҙың тарихи Башҡортостандың көньяғында һәм көньяҡ-көнбайышында - хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск һәм Александровск райондарында, Тоҡ һәм Кесе Уран йылғалары буйындағы ауылдарҙа, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә - Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары бассейнында төпләнгәндәре лә байтаҡ. Бының сәбәбе - башҡорт ырыуҙарының яҙҙан көҙгә тиклем малдарын йәйләүгә алып китеп, киң дала буйлап аҡҡан йылға үҙәндәрен көтөүлек итеп файҙаланыуында. Был турала Р.Ғ. Кузеев ошолай тип яҙа: "XVI быуатта көнбайыш табындары ошо традицияны яңырта. XVI-XVII быуаттарҙа табын башҡорттарының бер өлөшө (бишул, йомран ырыуҙары) тора-бара Тоҡ, Оло һәм Кесе Уран йылғалары үҙәндәрен үҙ төйәгенә әйләндерә. Күсеп килеп йәшәүселәр биләгән территория XIX быуатта Башҡорт ерҙәрен генераль межалау барышында нығытыла. Көнсығыш табындар Тоҡ йылғаһы үҙәнендә һуңғараҡ, башлыса XVIII быуатта юрматы башҡорттары еренә килмешәк (припущенник) сифатында урынлаша".
Табын ырыуына бәйле тарихи мәғлүмәттәрҙе ошо этник берләшмәнең заманында үтә ҡеүәтле булыуын, аҙағыраҡ Ҡаҙан, Уса, Себер, Нуғай даруғалары (юлдары) тип аталған ғәйәт ҙур территорияла таралып йәшәп, башҡа башҡорт ырыуҙары менән тығыҙ бәйләнешкә инеп, башҡорт илен нығытып тороусы ҙур көскә эйә булыуын раҫлаусы дәлил итеп ҡабул итергә мөмкин.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.19 | Ҡаралған: 680

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru