«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ СИТТӘН КИЛМӘНЕК, БЕҘҘЕҢ ТАМЫРҘАРЫБЫҘ УРАЛДА!
+  - 



Беҙ, башҡорттар, был ергә ҡайҙандыр ситтән килмәнек. Тамырыбыҙ - ошонда. Йәнебеҙ, "Урал батыр" эпосында бәйән ителгәнсә, кешелек барлыҡҡа килгән мәлдә үк ошо ерҙә яралған. Ошо ерҙән моң, тел, һут, ҡот, бәрәкәт, ырыҫ алғанбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр беҙҙе "ситтән килтерергә", ошо ерҙең килмешәге итеп күрергә теләй. Әйтергә кәрәк, был фараз еребеҙгә, йәнебеҙгә, тарихыбыҙға дәғүә итеүселәрҙең уйҙырмаһы, ҡотҡоһо, аҫтыртын уй-ниәте. Был, үҙенә күрә, һыбайлы һәм йәйәүле мөнәсәбәте сағылышы. Тарихы шулайыраҡ: бер мәл һыбайлы үҙ юлында йәйәүлене осратҡан, ти. Арыған һәм талсыҡҡан йәйәүле һыбайлынан үҙен атҡа менгәштереп алыуын үтенгән. Һыбайлы уны йәлләгән һәм эйәренән урын биргән, үҙенә ризыҡ биреп әүҡәтләндергән. Улар бергилке барғас, эйәрҙә иреккән элекке йәйәүле ат хужаһына: "Һин эйәрҙән төшөп, артабан йәйәү атла ла ҡуй, артабан мин бер үҙем барайым", - тигән белдереү яһаған. Кеше күңелле һыбайлы атынан төшөп, йәйәү атлаған һәм йәйәүлегә әүерелгән. Беҙҙе "ситтән килгән" тип иҫбатларға тырышыусы ла шул уҡ йәйәүле бит...
Беҙ, башҡорттар, халҡыбыҙ төрлө ырыуҙарҙан баш ҡорға ойошҡандан алып, үҙ дәүләтселегебеҙ булған милләт. Әммә беҙҙеңсә дәүләтселек төшөнсәһе үҙ дәүләтселеген төҙөгән башҡа ҡәүемдәрҙекенән ныҡ айырыла. Ни өсөн тигәндә, меңәр йылдар һуҙымында башҡорт милләте ике ҡитғаның төрлө төбәктәрендә йәшәүсе ҡәүемдәр һәм ҡәбиләләр вәкилдәренең Уралтауға, ундағы милләт ядроһын тәшкил итеүсе төп ырыуҙарға килеп ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән. Ситтән килеүселәрҙе төрлө тәбиғәт катаклизмдары (Туфан һыуы ҡалҡыуы, боҙлоҡтар шыуышыуы, ҡара ҡыштар, йотлоҡтар), донъя һуғыштары Уралтауға, унда йәшәүсе боронғо көслө ҡәүемгә килеп һыйынырға мәжбүр иткән. Урындағылар уларға йәшәргә урын, ут-һыу бүлеп биргән. Үҙҙәрен һәләкәттән һаҡлап ҡалған ҡәүемгә рәхмәт йөҙөнән ситтән килеүселәр был ҡәүемдең телен, динен, йолаларын ҡабул иткән. Был процесс бик оҙайлы йылдар барған һәм һөҙөмтәлә башҡорт милләте формалашҡан, уның эсендә йөҙҙән ашыу ырыу барлыҡҡа килгән. Тағы ла шуныһы: милләт составына ингән һәр бер ырыуҙың ике ҡитғаның ҡайһылыр төбәгендә үҙ тамырҙары, дәүләте һәм милләте бар. Нисек кенә булмаһын, милләтебеҙ барлыҡҡа килеүенең нигеҙендә ҡасандыр кешелеккә янаған дөйөм бәлә ятыуын аңлауы ауыр түгел. Шулай булмаһа, ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө ерҙән, ҡырҡ холоҡло ҡәүем, ҡәбилә вәкилдәре, үҙ ерҙәрен ташлап, нисек итеп Уралтауҙағы төп ҡәүемгә килеп һыйына һуң? Башҡорт (баш ҡор) һәм дәүләт һүҙҙәре бер үк мәғәнәгә эйә, уның һәр бер ырыуы - дәүләткә буйһоноусы субъект, кәрәк саҡта тиҙ генә ғәскәр туплап (ғәскәр төҙөү һәм уны үҙ иҫәбеңә тотоу - дәүләтселек күрһәткесе), баш ҡорға ебәрә алыусы берәмек, дәүләттең айырым бер өлөшө, заманса итеп әйткәндә, штаты, өлкәһе...
Беҙ, башҡорттар, кешелеккә ирекле этник дәүләтселек һәм гуманлы этник империя өлгөһөн күрһәтеүсе милләт. Башҡорт дәүләтселеге һәм башҡорт империяһы, әйткәнебеҙсә, беҙҙең милләттең милләт булараҡ ойошоу рәүешендә һәм маҡсатында ята. Беҙ ике ҡитғаның әле был, әле икенсе еренән беҙгә килеп һыйыныусы ҡәүемдәрҙең береһен дә көслөк менән, янап йә ҡурҡытып үҙебеҙгә буйһондормағанбыҙ, үҙебеҙҙең милләттең бер өлөшө итмәгәнбеҙ. Башҡорт империяһы - кешелектең бер ҡорға ойошоуының идеаль этник империяһы өлгөһө. Был - кешелек тарихының үҙенсәлекле башҡорт империяһы феномены. Башҡорттоң бер ваҡытта ла ситтәрҙең еренә дәғүә итмәүен, баҫып алмауын да тап ошо фактор менән аңлатып булалыр. Беҙ кешелектең киләсәген тап шулай, милләттәрҙең ирекле рәүештә бер дәүләткә ҡушылыуы, империяға берләшеүе рәүешендә күрергә теләгәйнек. Дәүләтселектең һәм империяның был формалары кешелекте яҡты киләсәккә алып килер тип хыялландыҡ, әммә беҙ теләгәнсә килеп сыҡманы, кешелек бөтөнләй икенсе юлдан китеп, дәүләтселектең һәм империяның ҡораллы, ҡанлы юлын һайланы. Кем белә, бәлки, шуның өсөн дә беҙ башҡалар күҙлегенән бер ҡатлы булып күренәбеҙҙер... Беҙ, башҡорттар, һаман да Аллаһы Тәғәлә беҙгә ошо бурыстарҙы йөкмәтеп яралтҡан асылыбыҙға тоғробоҙ. Үҙебеҙгә зыян килтерһә лә, шарран асыҡбыҙ, ихласбыҙ, иманға вә әхлаҡҡа хыянат итмәнек. Милләтебеҙ барлыҡҡа килеүенең төп маҡсаты - ирекле дәүләтселек һәм гуманлы империя сифатыбыҙға тоғробоҙ. Шуның өсөн дә беҙҙең башҡаларға ҡарата толерантлы булыуыбыҙға донъя һөмһөҙҙәре тарафынан бер ҡатлылыҡ йә сараһыҙлыҡ тигән ярлыҡ тағылалыр. Дөрөҫ әйтте Владимир Владимирович Путин, беҙҙә Рәсәй "бер тамсыла" кеүек сағыла, әммә ул һүҙен әйтеп бөтмәне: беҙҙә Рәсәй генә түгел, кешелектәге милләттәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенең идеаль формаһы бер тамсыла кеүек сағыла. Шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ошо ерҙә яралтып, ошо ерҙең генә түгел, кешелектең яҙмышы өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо ла һалған. Американы азатлыҡ иле тиҙәр, тик унда бәхет эҙләп барып, үҙ асылын юғалтыусы "американлылар" бәхетлеме икән? Ай-һай... Беҙ, башҡорттар, башҡа дәүләттәр һәм милләттәр менән һәр саҡ килешеү нигеҙендә мөнәсәбәт ҡорҙоҡ, Рус дәүләте менән төҙөгән килешеүгә һәр саҡ тоғро ҡалдыҡ. Улай ғына ла түгел, Рәсәй именлегенә ситтәр ҡурҡыныс менән янағанда һәр ваҡыт башҡорт һыбайлыһы алғы сафта барҙы. Был беҙҙең берҡатлылыҡҡа яҡын антҡа тоғролоҡ сифатыбыҙ түгел. Ғөмүмән, башҡорттар һундар, Туран дәүләте, Дәште Ҡыпсаҡ, Алтын Урҙа, Рус батшалығы, Рәсәй, Советтар Союзы ғәскәрҙәре сафында һуғышып, иң беренсе нәүбәттә үҙ милләтен, Уралтауҙы һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған...
Беҙ, башҡорттар, донъя һөмһөҙҙәренең үҙ именлегебеҙгә хаяһыҙ мөнәсәбәтен күтәрә алмайынса, күп тапҡырҙар ихтилалдарға күтәрелеп, һуңғы сиктә ХХ быуат башында тағы ла ҡулыбыҙға ҡорал алып, донъяның рәсми даирәләре талап иткән формалағы дәүләтселегебеҙҙе төҙөргә мәжбүр булдыҡ һәм бының Рус дәүләтселегендәге күп кенә халыҡтарға үҙ автономияһын төҙөүгә, һуңғы сиктә Рәсәй Федерализмына юл һалдыҡ. Башҡорт милләтенең һәм ул халыҡтарҙың ирке өсөн миллионлап башҡорт аҫылдары башын һалды. Аллаһы Тәғәлә беҙгә ошо бурыстарҙы йөкмәтеп яралтҡан асылыбыҙға әле лә тоғробоҙ, беҙҙең өҫтән ошо ер һәм кешелек өсөн яуаплылыҡ төшмәгән. Төшмәҫ тә. Шуның өсөн дә Башҡортостаныбыҙҙың һәм кешелектең яҡты киләсәге хаҡында һөйләшер өсөн донъя башҡорттарының Бишенсе ҡорона йыйылдыҡ...

Әхмәр ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.19 | Ҡаралған: 614

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru