«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАРЫБЫҘ "ЙӘШЕЛ ЙЫЛАН" МЕНӘН АЛЫШҠА СЫҒА
+  - 



Бынан бер нисә йыл элек республикала "Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт ойошмаһы эш башлағайны. Өлкәндәр күҙлегенән бала-саға кеүек кенә күренгән йәш егеттәрҙең шул уҡ ололар тыуҙырған яһалма кәртәләрҙе үтә-үтә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә милләттәштәребеҙҙе айыҡтырыу йүнәлешендәге эшмәкәрлеге тиҙҙән цунамиҙай тотош дәүләтебеҙҙе ҡаплап алып, "Айыҡ ауыл" конкурсына башланғыс һалынғайны. Был конкурс яйлап Башҡортостан сиктәрен үтеп, тотош Рәсәй киңлегенә таралды.

Статистика күрһәтеүенсә, ошо хәрәкәт башланғас, республикала һуңғы ике-өс йылда хәмер ҡулланыу, уға бәйле төрлө ауырыуҙар яйлап ҡына кәмеүе күҙәтелде. Әгәр артабан да шундай темптар менән барһаҡ, биш-ун йыл эсендә ыңғай күренештәр һиҙелерлек булырға тейеш ине. Әммә ул ваҡытта республика етәкселеге лә, урындағы чиновниктар ҙа был сараның әһәмиәтен ысын күңелдән аңлау кимәленә етмәгәнлеге асыҡланды. Эйе, "Айыҡ ауыл" конкурсын Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты күтәреп алды һәм дәррәү алып барҙы, дөйөм тырышлыҡ менән был сара республика кимәленә сығарылды, Хөкүмәттә махсус ойоштороу комитеты булдырылды. Әммә 2014 йылда ойоштороу комитеты Баймаҡ районы Ярат ауылын, Учалы районы Баттал ауылын, Федоровка районы Яңы Яуыш ауылын еңеүсе итеп танып, конкурсҡа матур итеп йомғаҡ яһаһа ла, Хөкүмәттә ул протоколға ҡул ҡуйыусы ла, вәғәҙә ителгән аҡсаны бүлеүсе лә булманы. Еңеүсе ауылдар бөгөн дә үҙҙәренең тырышлыҡ емешен баһалауҙарын көтә.
Ни өсөн власть ул ваҡытта халыҡты айыҡтырыуға ҡаршы булды һуң? Уйлап ҡараһаң, донъяға, тормошҡа айыҡ ҡараш менән баҡҡас, халыҡтың социаль әүҙемлеге арта һәм улар тирә-яҡта барған ваҡиғалар, күршеләрҙә нимә барыуы менән ҡыҙыҡһына башлай. Ә был етәкселеккә оҡшамай, сөнки уларға эш-бурыс арта: халыҡ төрлө проблемаларҙы хәл итеүҙәрен талап итеп хаттар яҙа, властарға уларҙың эшендәге етешһеҙлектәрҙе төртөп күрһәтә, артыҡ һорауҙар яуҙыра башлар ине. Әлбиттә, бөгөн халыҡ властарға асыҡтан-асыҡ әйтеп, төртөп күрһәтеп биргән эштәр былай ҙа эшләнергә тейеш, әммә власть креслоһына аҡса һәм дан өсөн генә килеп ултырыусылар был мәсьәләләргә тотонғоһо килмәне.
Шөкөр тиәйекме, был хәрәкәт ҡабат йәнләнде. "Берҙәм Рәсәй" партияһы "Айыҡ Башҡортостан" проектын башланы. Уның етәксеһе - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов. Проект йүнәлештәргә бүленгән. Закондар сығарыу өлөшөндә ул алкоголь һатыуҙы сикләү сараларын үҙ эсенә алһа, йәмәғәт контроле сауҙа үҙәктәре буйынса рейдтар үткәреүҙе күҙаллай. Өсөнсө йүнәлеш - сәләмәт йәшәү рәүешен модаға индереү. Ул спорт, сәнғәт һәм башҡа киң күләмле сараларҙы үҙ эсенә ала. Проектты тормошҡа ашырыу буйынса тәүге аҙымдар яһалды ла инде: 30 майҙа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар ваҡытында спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итте. Шулай уҡ алкоголь һатыуҙы тыйыу ваҡытын да үҙгәртте: элек ул киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем һатылһа, хәҙер киске 10-дан иртәнге 10-ға тиклем һатыла. "Граждандарҙан алкоголь һатыуҙы сикләүгә бәйле тәҡдимдәр күп килә. Уларҙың иң төплөләрен генә һайлап алдыҡ, - ти Константин Толкачев. - Ғөмүмән, республика парламенты алкоголде ваҡлап һатыуҙа ҡәтғи сикләүҙәр ҡуйыу яҡлы түгел, сөнки һәр ғәмәл кире ғәмәл тыуҙыра һәм күләгәләге баҙарҙың үҫешенә килтерә. Яңы закон бизнесҡа йоғонто яһамаҫ, киң ҡатлам халыҡтың мәнфәғәтен боҙмаҫ, шул уҡ ваҡытта ул ҙур байрамдарҙа йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә, йәштәр араһында алкоголь ҡулланыуҙы кәметеүгә ярҙам итәсәк".
Республика етәксеһе Радий Хәбиров был сикләүҙәрҙең барыһына ла: халыҡҡа ла, чиновниктарға ла, етәкселәргә лә берҙәй ҡағылыуын белдерҙе. "Юҡһа, беҙ халыҡтың сәләмәтлеген һәм именлеген һаҡлауҙы күҙаллаған изге идеяға зыян килтерәсәкбеҙ", - тине ул.
Быйыл Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла "Айыҡ ауыл" республика конкурсын ҡабаттан тергеҙҙе. Конкурс ике этаптан тора: беренсеһе 10 апрелдән 31 авгусҡа тиклем райондарҙа үтә, икенсе этапҡа муниципаль райондар араһындағы еңеүселәр сыға. Конкурсҡа йомғаҡ 30 ноябрҙә яһаласаҡ. Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дипломдарына һәм аҡсалата приздарға эйә буласаҡ: беренсе урын - 500 мең һум; икенсе урын - 250 мең һум; өсөнсө урын - 150 мең һум. Был сумма ауыл биләмәләрен үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Финалға эләккән 10 ауыл 30-ар мең күләмендә матди ярҙам аласаҡ, бынан тыш, икенсе этаптың 20 активисы БР Хөкүмәтенең дипломына һәм 10-ар мең һум аҡсалата премияға лайыҡ буласаҡ. 30 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте "Айыҡ ауыл 2019" конкурсын үткәреү, конкурстың ойоштороу комитетын булдырыу тураһында положение эшләү тураһында ҡарар сығарҙы. Тимәк, был хәрәкәт тағы ла юғары кимәлдә хуплау тапты, әммә элекке кеүек, ярты юлда туҡтап ҡалмаһын ине.
Сауҙа нөктәләренә рейдтар үткәреү буйынса ла ыңғай миҫалдар бар. Айыҡ тормош өсөн көрәштә республиканың Әбйәлил районы элек-электән әүҙемлеге менән айырылып торһа, әле уларҙа был хәрәкәт яңы һулыш алды: былтырҙан башлап иҫкәртеү эштәре киң йәйелдерелде, даими рәүештә рейдтар үткәрелә. Быйыл беренсе кварталда ғына район буйынса 248 рейд уҙғарылған. Спиртлы эсемлектәрҙең 73 өлгөһөнә экспертиза үткәрелеп, уларҙың һөҙөмтәләре алынған. 20 майға ҡарата судтарҙа 27 эш ҡаралып, дөйөм 525 мең һумлыҡ административ штраф һалыу тураһында ҡарар сығарылған. Әйткәндәй, граждандар өсөн административ штрафтың күләме 30-50 мең тәшкил итә. 57 эш - судтарға, 4 эш - тикшереү органдарына, 2-һе Арбитраж судҡа ебәрелгән. Әлбиттә, ҡул һелтәп, булмай, бер нәмә лә барып сыҡмай ул, тиеү менән даими эш алып барыу араһында ҙур айырма бар. Тамсы тама-тама таш тишә, тигәндәй, айыҡлыҡ яҡлылар, властың барлыҡ тармаҡтары (закондар сығарыу, башҡарма, хоҡуҡ һаҡлау һәм киң мәғлүмәт саралары) бер төптән булып даими эшмәкәрлек алып барғанда ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.
Һәм, ышанаһығыҙмы, юҡмы, ошо ыңғай күренештәрҙең ҡапыл таралыуына һәм тиҙ арала һиҙелерлек һөҙөмтәгә өлгәшеүендә интернет селтәренең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Был хаҡта бер әңгәмәләшкән ваҡытта "Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәтенең рәйестәше Ренат Зәйнуллин былай тигәйне: "Тап интернет уҙған быуаттың 80-се, 90-сы йылдарында күҙәтелгән хәл-торошто, йәғни власҡа төрлө юлдар менән үрләгән һәм айыҡлыҡ идеяһын дискредитациялаған, уны үҙ файҙаһына ҡулланған, халыҡты эскесегә әйләндергән хәл-тороштан арынырға ярҙам итәсәк тә инде. Хәҙер киң мәғлүмәт саралары аша алкоголде, тәмәкене пропагандалауға тап интернет ярҙамында сик ҡуйырға мөмкин. Интернет - ошо йүнәлештә эшмәкәрлек алып барырға һәләтле ҙур көс. Ул - бер кешенең икенсеһенә туранан-тура, аралашсыһыҙ, төрлө структуралар аша түгел, туранан-тура мөрәжәғәт итеүе. Бары тик интернетта ғына ҡайһы бер сараларҙы, ҡайһы бер мәғлүмәтте киң һәм объектив яҡтыртып була. Улар рәсми киң мәғлүмәт саралары менән параллель бара, әммә айырма шунда - рәсми киң мәғлүмәт сараларына ҡаты цензура ҡуйып булһа, интернетты ауыҙлыҡлау мөмкин түгел". Дөрөҫөн әйткәндә, ысынлап та, күңелендә халыҡты айыҡтырыу теләген йөрөткән егеттәр, шул иҫәптән Әбйәлил районының "Бөркөт" ойошмаһы ла, тап ошо интернет селтәре аша һөйләшеп, берләшеп, ҡабат айыҡлыҡ хәрәкәтен тергеҙеп ебәрҙе. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улының командаһы булдырған Инцидент системаһы ла быға булышлыҡ итте, сөнки халыҡ проблемалары менән туранан-тура башлыҡҡа мөрәжәғәт итеү һәм хәл итәһе мәсьәләләргә төртөп күрһәтеү мөмкинлеген алды. Улар араһында, әлбиттә, алкоголь һәр суррогат алкоголь һатыу темаһы ла бар ине.
Эйе, Мәскәү бер көндә төҙөлмәгәндәй, ныҡлы тамыр йәйгән эскелек проблемаһын юҡҡа сығарыу өсөн ваҡыт та, берҙәмлек тә һәм унда дөрөҫ юлды табыу ҙа зарур. Ә бының өсөн властарҙың халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалыуы һәм уларҙың инициативаһына ҡушылыу, инициатив төркөмдәр эшмәкәрлеген мөмкин тиклем хуплауы кәрәк. Ни тиһәң дә, эскелек проблемаһынан бөгөн эшһеҙлектән, аҡсаһыҙлыҡтан һәм перспективаһыҙлыҡтан миктәгән ауыл халҡы йонсой.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.19 | Ҡаралған: 623

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru