«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҒЫШ ЙЫЛДАРЫ БАЛАЛАРЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең һәр һанын яратып уҡып барам, рәхмәт һеҙгә! Ҡайһы бер мәҡәләләрҙе уҡып, оҙаҡ уйланып йөрөйөм, көйәләнеп тә кителә, күҙҙәргә йәш эркелә, тик бер нәмә лә эшләп булмай: беҙ, һуғыш йылы балалары, уның бөтөн ауырлыҡтарын өлкәндәр менән бергә күтәрештек; әсәйҙәребеҙ, өләсәй-ҡартәсәйҙәребеҙ ирҙәрен, улдарын, атай-ағайҙарын, ҡустыларын, туғандарын юғалтыу ҡайғыһын беҙгә, балаларына баҫып йыуанды.

Минең дә атайым һуғышта ятып ҡалды. 1941 йылда киткән, 1943 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙ килгән. Мин үҙем 1938 йылғы, атайымды төштә күргән кеүек ике күренештә генә хәтерләйем: береһендә аяғына силғау урап, итекме, быймамы кейә ине. Ә мин иркәләнеп уның арҡаһына атланғанмын. Икенсе иҫләүем буйынса күмәкләшеп сәй эсәбеҙ. Ниңәлер илашалар. Мин атайымдың алдында ултырам, шул килеш йоҡлап киткәнмен...Иртән тороуыма, атайым өйҙә юҡ ине инде... Ул йылдарҙа, нишләптер, кешене һуғышҡамы, ҡайҙа - төнөн алып китер булғандар. Шулай итеп, өс йәшемдә генә мин атайһыҙ тороп ҡалғанмын. Мин хәҙерге Баймаҡ районы Һәмән ауылы ҡыҙы булам. Беҙҙең урамды ни өсөндөр "ҡаҙаҡ урамы" тип йөрөтәләр ине. Тиҫтерҙәрем - 6 ҡыҙ, 1 малай бер урамда бер туғандар кеүек үҫтек. Һуғыш барыбыҙға ла уртаҡ яҙмыш та әҙерләп ҡуйған шулай: барыбыҙҙың да атайҙары һуғышҡа киткән һәм береһе лә әйләнеп ҡайтманы...
Әсәйҙәр эштә, ә беҙ, балалар, ер ҡарҙан асылыу менән ҡуян тубығы эҙләп ҡырға сығып китәбеҙ. Ашарға яраҡлы үләндәр, ашлыҡ башаҡтары менән тамаҡ туйҙырабыҙ, өйгә лә алып ҡайтабыҙ. Минең өлкән йәштәге өләсәйем булды. Ул йыуа, балтырған, ҡымыҙлыҡ, кәзә һаҡалы кеүек төрлө үләндәрҙе йыуып, турап, беҙгә өйрә бешерә лә, ҡатыҡлап ашата торғайны. Ҡыҫҡаһы, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла елкәбеҙҙә етерлек татыныҡ. Һыуыҡ өйҙә тешебеҙ тешкә теймәй өшөп таң аттырыуҙарҙың иҫәбе-һаны булманы. 11-12 йәштән колхозда эшләй башлаһам да, был йылдар документҡа индерелмәгән, бары тик 15 йәштән колхозсы булараҡ иҫәпләнәм. Ә бит эшләмәгән эш ҡалманы: һарыҡ та, бәрәс тә ҡараным; трактор артынан һабан да һөрәбеҙ; сәсәбеҙ. Көҙ уңыш йыябыҙ, комбайн артынан ҡалған башаҡтар йыябыҙ; төнгөлөккә - иген таҙартыу. Эш өҫтөнә эш, ҡул ҡаушырып йөрөргә форсат юҡ ине. Хәҙерге балаларға ҡарайым да уларҙың ҡайһы бер ярамаған ҡылыҡтарын күреп, йәнем әрней: ни эшләргә белмәй, барлыҡтан да кеше ҡоторор икән, тип аптырайым.
Әйткәндәй, һуғыш йылдары балаларына бөгөнгө көндә лә хөкүмәт тарафынан бер ниндәй ярҙам юҡ. Миҙал биреп сыҡҡан булдылар. Тик унан бер ниндәй файҙа ла юҡ. Исмаһам, берәй төрлө ташламаһы менән файҙаланып булһа икән. Теге йылдарҙа беҙҙе яҡшы, етеш тормоштан һуғыш мәхрүм итһә, бөгөн, тыныс йылдарҙа ла пенсиянан пенсияға һуҡыр тиндәрҙе һанап, мәхрүмлектә йәшәргә мәжбүрбеҙ. Ошо категорияға ҡараған халыҡ һаны ла бик аҙ ҡалып килә инде. Исмаһам, тормош-көнкүрешебеҙҙе яҡшыртырҙай берәй ҡарар сығарылһын ине беҙҙең турала ла. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына табан китеп барыуыбыҙ бит.
1959 йылда мин Әбйәлил районы Ишҡол ауылына килен булып төштөм, хәҙер ҙә ошо ауылда йәшәйем. Һеҙгә бер фоторәсем һалып ебәрәм, баҫып сығарһағыҙ, ундағы кешеләрҙең балалары, туғандары ҡарап, бер ҡыуаныр ине, сөнки бөгөнгө көндә фотолағы апайҙарҙың береһе лә был донъяла юҡ. Был фотоға беҙ, Ишҡол ауылы ветерандарының ҡатындары һәм балалары, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын байрам иткән аш мәжлесендә Ҡыҙыл йылғаһы буйында төшкәйнек. Баҫып торғандар рәтендә һулдан иң ситтә аш бешереүсе - ул мин, ошо хат авторы (аҡ алъяпҡыста). Ветеран ағайҙар һәм олатайҙар икенсе төркөмдә ултырғайнылар, уларҙың фотоһы миндә булмай сыҡты.
Хоҙай Тәғәлә, насар ваҡытта, аслыҡ-яланғаслыҡта интегеп йәшәнең, тип, йәшәтәлер инде мине, тип тә ҡуям. Бала саҡ ауыр булһа ла, йәшлек матур үтте: йырлашып эшкә барабыҙ, йырлашып эштән ҡайта инек. Беҙ, ҡыҙҙар, йыйнаҡ булдыҡ, егеттәребеҙ тыйнаҡ булды. Әле ҡартайһам да (миңә 81 йәш) һаман йәшәге килә бит; ерҙең аҫтынан өҫтө ҡәҙерле. Илдәр тыныс, донъялар имен торһон, тип теләйем. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек, балалар.

Нажиә инәйегеҙ ФӘРИТОВА.
Әбйәлил районы Ишҡол ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.19 | Ҡаралған: 737

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru