«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРҘӘЙЛЕК ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК ХАҠЫНДА
+  - 



Хәҙерге осорҙа халыҡтарҙың килеп сығышы, тарихи үткәне, этнос һәм милләт булып формалашыуы проблемалары замандаштарыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ошо өлкәгә ҡараған ғилми тикшеренеүҙәр ҙә бихисап, әленән- әле яңы китаптар баҫылып сыға, интернет селтәрҙәрендә ошо тема буйынса ҡыҙыу бәхәс-дискуссиялар ҙа тоҡанып китә. Бән фәҡирегеҙгә башҡорт милләте (этносы) проблемалары менән бәйле аналитик мәҡәләләрҙә сағылыш тапҡан ҡайһы бер ғилми ҡараштар менән танышырға тура килде.

Ошондай мәҡәләләрҙә тикшерелгән төп мәсьәләләрҙең береһе - башҡорттарҙың хәҙерге осорҙағы этник берҙәйлеге (идентичность) проблемаһы.
Ябай тел менән әйткәндә, башҡортлоҡ күренешенә ҡарата билдәле бер ғилми ҡараш булдырырға ниәтләп, шуға нигеҙләнеп, "тарҡалып барған" башҡорт социумының сәләмәт, конструктив көстәрен ни рәүешле нығытыу, бергә туплау бурысы хаҡындағы изге теләктәр ҙә иғлан ителә.
Йәш ғалимдарыбыҙҙың милләтебеҙ өсөн үтә әһәмиәтле булған мәсьәләләр буйынса үҙ ҡараштарын зыялылар ҡорона сығарыуы хуплауға лайыҡ, әлбиттә. Әммә уларҙың айырым идеялары менән танышҡас, зиһенде борсоулы уйҙар биләй башлай, хәүефле, ауыр хистәр ярала, ошолар ысынбарлыҡҡа тап килһә, башҡортлоҡ тамам юҡҡа сығып бөткән икән, тигән уйҙан арынып булмай. Алдан уҡ бына нимәне белдереү зарур: ғалим ҡулы менән яҙылған бар нәмәне лә хәҡикәткә тап килә икән, тип иҫәпләп булмай. Ғалим затынан булғандар ҙа яңылыша, был осраҡта уларҙың ҡайһы бер фекерҙәре менән ни сәбәпле килешеп булмауы хаҡында асыҡлыҡ индереү фарыз.
Этник берҙәйлек - шәхестең үҙ-үҙен ниндәй ҙә булһа этнос (халыҡ) кешеһе итеп аңлауы, ҡабул итеүе һәм тормошта үҙен шуға ярашлы тотоуы. Мәҫәлән, үҙеңде башҡорт итеп танытҡанһың икән, милли үҙаңың, тойғоларың да башҡортлоҡ менән бәйле буласаҡ, башҡа милләт кешеләре лә һине башҡорт кешеһе итеп ҡабул итәсәк. Бөгөн башҡорт этник берҙәйлеген саманан тыш киңәйтергә тырышыу тойола: башҡорт берҙәйлегенә бер юлы дөйөм гражданлыҡ, дини, төбәк берҙәйлеге һәм хатта локаль (урындағы) бер ишлек инә. Башҡортлоҡ, йәнәһе, рәсәйле булыуҙы ла, үҙеңде башҡортостанлы итеп таныуҙы ла, мосолманлыҡ менән бер ҡатар яҡташлыҡты ла (мәҫәлән, Баймаҡлыҡты) үҙ эсенә ала. Бында һанап кителгән ижтимағи сифаттарҙың һәр береһенең башҡорт кешеһенә хас булыуы ла, булмауы ла бар бит әле. Испанияла, йәиһә Төркиәлә йәшәгән, ошо илдең гражданлығын ҡабул иткән, башҡа динле йә атеист башҡорт бынан ары башҡорт берҙәйлеген юғалтып, башҡортлоҡтан азат ителергә тейешме инде? Улай булғас, Төркиә гражданлығын алған Ә.-З. Вәлиди Туғандың ҡәбер ташында ни өсөн "Көҙән башҡорто" тигән һүҙҙәр булыуын нисек аңлатып булыр? Был ябай кешеләрҙең башын бутауға тиң түгелме һуң?
Тамам аптыратҡаны ла бына нимәлә: ҡайһы бер ғалимдарыбыҙ милли берҙәйлекте тик мәҙәнилек менән, этник мөхиттәге мәҙәниәт торошо менән аңлатырға маташа. Йәнәһе, быға тиклем башҡорт берҙәйлеген аграр мәҙәниәт хасил итте; ауыл хужалығында тарҡалыу процестары башланғас, ҡалалашыу (урбанизация) күренештәре ныҡ көсәйҙе, башҡорттар күпләп ҡалаларға күсенде, әммә ҡала башҡорттарының яңы мәҙәниәте барлыҡҡа килмәне. Ауыл мәҙәниәте юҡҡа сығып бара, башҡорттоң айырым ҡала мәҙәниәте формалашмағас, тотош башҡорт социумы ла, башҡорт берҙәйлеге лә көрсөккә төртөлдө, тигән хаталы фекер пайҙә булды мәғлүмәт киңлегендә. Әлбиттә, мәҙәни берҙәйлек тип аталған күренеш бар. Мәҫәлән, ҡурай моңдарын үҙ итеүселәр, әҙәбиәт һөйөүселәр, классик музыкаға табыныусылар, теге йәки был популяр йырсыны фанаттарса ҡабул итеүселәр һ.б. Әммә ошондай сифаттарҙың булыу-булмауы менән генә этник берҙәйлекте бар итеп тә, юҡҡа сығарып та булмай. Ҡалала йәшәүсе башҡорт ниндәйҙер үҙенә башҡа мәҙәнилеккә мохтаж түгел. Шул уҡ башҡорт сәнғәте, әҙәбиәте, поэзияһы, музыкаһы, театры һәм киноһы - дөйөм халыҡ мәҙәниәтен тәшкил итә, һәм уны бер нисек тә ауыл йәки ҡала мөхитенеке, тип бүлгесләп булмай. Мәҙәниәт быуаттар дауамында үҫешә, көсәйә, киңәйә бара, ул сәйәси система торошонан йә ижтимағи-иҡтисади ситуация үҙгәреүҙән генә юҡҡа сыҡмай. Башҡорттарҙың күпселеге ауылда йә ҡалала йәшәүе "Урал батыр" эпосы аша милли үҙаңыбыҙға һеңдерелгән мәҙәни ҡиммәттәребеҙҙе юҡҡа сығармай. Башҡорт менталитеты, башҡорт берҙәйлеге тиҙ арала барлыҡҡа килеп, замананың сәйәси шарттары үҙгәреү менән тиҙ генә юғала торған күренеш түгел: ул халыҡ йәшәйешенең оҙайлы ваҡыт арауығында хасил булған ижтимағи феномен.
Ошо йәһәттән интернет селтәрендә осраған тағы ла һис бер нигеҙһеҙ һәм аңлайышһыҙ фекер менән килешеп булмауы хаҡында әйтмәй булмай. Башҡорт социумы кризислы хәлдә йәшәй, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ һәм матди тигеҙһеҙлек башҡорттарҙың ижтимағи энергетикаһын ике алама тарафҡа йүнәлтә - ул архаикаға (иҫкелеккә) бирелеү һәм социумдың саманан тыш сәйәсиләшеүе, тигән ҡәтғи һығымталарға юлығаһың. Мәҫәлән, башҡорт сходтарының (йыйындарының) йыш ойошторолоуын да архаик күренеш, тип иҫәпләү бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймай. Йыйын - ысынлап та боронғо башҡорт үҙидаралығы (демократияһы) күренеше. Әммә халыҡ йыйылыштарының заманса ҡануниәткә ярашлылығы, граждандарҙың ошондай хоҡуҡҡа эйә булыуы Рәсәй Конституцияһында нығытылған. Бына һиңә архаика! Сәйәсиләшеүгә килгәндә лә шул уҡ хәл - хатта Рәсәй Президенты ла чиновниктарға һәм сәйәсмәндәргә ябай халыҡтың ижтимағи-сәйәси әүҙемлеген күтәреү буйынса кәңәш-талаптарын бер туҡтамай тиерлек еткереп тора.
Дөйөмләштереп әйткәндә, әлеге көндә башҡорт берҙәйлегенә зарланырға, уның харап булырына артыҡ хәүефләнер сәбәптәр юҡ. Башҡортлоҡ юҡҡа сыҡмаған, йәшәйешебеҙҙә ошо сифатҡа ихтыяж булған һәр осраҡта милләттәштәребеҙҙең күпселеге үҙ ғәмәлдәрен нәҡ башҡорт кешеһенә хас булғанса бойомға ашырасаҡ.
Әлбиттә, башҡорт берҙәйлеге тик үҙенән-үҙе генә бар булмай, уны тәрбиәләү, булдырыу зыялыларыбыҙҙың рухи бурыстарының иң мөһимдәренәндер. Туған мөхит, туған телле мәғрифәт, милли мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, гәзит-журналдар, радио һәм телевидение милли берҙәмлекте һәм этник берҙәйлекте булдырыуҙа ҡатнашып, үҙҙәренең дә һаҡланыуын һәм үҫешен тәьмин итә. Тап шуның өсөн башҡорт берҙәмлеге һәм берҙәйлеге бөтөп бара икән, тип зарланыуға ерлек бирергә һис ярамаҫ ине. Башҡорт киләсәгенә өмөт менән бағайыҡ - был рухи инаныстарыбыҙға көс-ҡеүәт кенә өҫтәйәсәк.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.19 | Ҡаралған: 610

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru