Һуңғы арала сағыу төҫтәге, МДИ тип яҙылған эмблемалар күҙегеҙгә йыш салына башланымы? Аптырамағыҙ, Өфө мөһим сараға әҙерләнә - киләһе аҙнала, 9-14 июлдә, баш ҡалала 53-сө Йәйге халыҡ-ара Балалар уйындары үтәсәк. Ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә лә тап ошо тема иғтибар үҙәгендә торҙо тиергә мөмкин.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовтың сығышынан мәғлүм булыуынса, сараға 84 ҡала һәм 35 илдән, шул иҫәптән Канада, Африка, Мексика, Австралия, Көньяҡ Корея, Ҡытай һәм Европа илдәренән 1207 йәш спортсының, шулай уҡ 280 тренерҙың, ҡалаларҙың мэрҙарының һәм вице-мэрҙарының, Уйындарҙың халыҡ-ара комитеты ағзаларының килеүе көтөлә. Ярыштарҙы 277 спорт судьяһы баһалаясаҡ. Сара барышына 506 ирекмән ярҙам итәсәк.
Бөгөнгә Халыҡ-ара Балалар уйындары комитеты талаптары тулыһынса үтәлгән, ярыштар үтәсәк объекттарҙа һуңғы тикшереү ваҡытында асыҡланған етешһеҙлектәр бөтөрөлә. Дөйөм алғанда, улар әҙер.
Бер нисә көн дауамында 9 Олимпия спорт төрө буйынса 433 миҙал уйнатыласаҡ. Еңел атлетика, грек-рим көрәше, фехтование буйынса ярыштар Ҡамышлы урамындағы Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәк. "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркы пляж волейболсыларын һәм баскетболсыларҙы ҡабул итәсәк. Баязит Бикбай урамында урынлашҡан 32-се спорт мәктәбендә дзюдосылар көс һынашасаҡ. Футболсылар "Нефтяник" стадионында уйнаясаҡ. Быйыл беренсе тапҡыр программаға грек-рим һәм ҡаяға үрмәләү дисциплиналары индерелгәнлектән, "Ватан" паркында яһалма ҡая урынлаштырыласаҡ һәм ярыштар шунда үтәсәк.
10 июлдә рәсми делегацияларҙы Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡабул итәсәк. Һуңынан, киске сәғәт 5-тә, "Өфө-Арена"ла 53-сө Йәйге халыҡ-ара Балалар уйындары асыласаҡ. Тантана программаһы буйынса спортсылар парадта үтәсәк, Уйындар уты тоҡандырыласаҡ һәм "Голос-Дети" проектында ҡатнашыусылар башҡарыуында уның рәсми гимны башҡарыласаҡ. Шулай уҡ артистарҙың һәм вокал-хореография коллективтарының сығышы буласаҡ. Төп тема булып Халыҡ-ара балалар уйындарының тарихы торасаҡ - "виртуаль алып барыусы" 1986 йылда Словенияның Целе ҡалаһында үткән беренсе балалар спорт форумынан башлап бөгөнгә тиклемге тарих менән таныштырасаҡ. Тамашасыларға 200 квадрат метр майҙанды биләгән экран һәм проектр ярҙамында үҙенсәлекле яҡтылыҡ шоуы күрһәтеләсәк.
11-12 июлдә төрлө объекттарҙа 9 спорт төрө буйынса ярыштар үтәсәк. Уларҙың аныҡ расписаниеһы менән icgufa2019.ru сайтында танышырға мөмкин.
Шулай уҡ 12 июлдә спортсылар һәм ҡунаҡтарҙы ҡала менән таныштырыу планлаштырылған. Ҡаланың һәр районы "Аҡбуҙат" ипподромында башҡорт йорто ҡороп, һабантуй ойошторасаҡ. Теләүселәр традицион халыҡ уйындарында: тоҡ менән һуғышыу, ауыш бағана буйлап үтеү һ.б. көсөн һынап ҡарай ала. Әммә сараның иң мауыҡтырғас өлөшө булып милли көрәш һәм ат сабыштары торасаҡ.
13 июлдә футбол, йөҙөү һәм еңел атлетика буйынса ярыштар үтәсәк. Шулай уҡ Уйындарҙың генераль бағыусыһы - "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең "Дуҫлыҡ өсөн футбол" проекты тормошҡа ашырыласаҡ һәм уның сиктәрендә Боливия, Һиндостан, Ҡытай, Нидерландтарҙан һәм Рәсәйҙән программаның йәш илселәре киләсәк.
Шул уҡ көндө "Ватан" паркында Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары рәсми рәүештә ябыласаҡ, эстафета Венгрияның Кечкемет ҡалаһына тапшырыласаҡ. Тантанала спорт делегациялары Салауат Юлаев майҙанынан Зәки Вәлиди урамы буйлап "Ватан" паркының түбәнге майҙанына үтәсәк. Бында инде тарихтың яңы бите - Өфөлә үткән уйындарҙың видеохронологияһы, ярыштарҙың иң сағыу мәлдәре күрһәтеләсәк. Күңел асыу программаһы байрам салюты менән тамамланасаҡ.
ШОС һәм БРИКС илдәре саммитының Өфөлә үтеүе ҡаланы халыҡ-ара конгресс үҙәктәренең береһе кимәленә күтәргәйне. Ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн төҙөлгән яңы ҡунаҡханалар бөгөн дә хеҙмәт күрһәтә. Йәш спортсылар һәм рәсми делегация ағзалары ла уңайлы отелдәрҙә йәшәйәсәк. Туҡланыу мәсьәләләре лә юғары кимәлдә хәл ителгән, Израилдән килеүселәр өсөн айырым меню төҙөлгән.
Спортсылар ярыштар үткән объекттарға автобустарҙа (25) һәм микроавтобустарҙа (25) алып барыласаҡ, шулай уҡ еңел автомобилдәр, такси йәлеп ителәсәк. Сарала 200 журналист эшләйәсәк.
Дөйөм алғанда, Өфө 53-сө Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итергә һәм ярты быуатлыҡ тарихҡа ҡышҡы ла, йәйге лә уйындарҙы ла ҡабул иткән Рәсәйҙең берҙән-бер ҡалаһы булып инергә, ошо форумды лайыҡлы үткәрергә, ҡунаҡтарға ҡунаҡсыллыҡ, республика баш ҡалаһының милли колоритын күрһәтергә, ул ғына ла түгел, сара өсөн махсус төҙөлгән спорт объекттарын артабан баш ҡалала спортты үҫтереү, балаларҙы, йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу йүнәлешендә оҙаҡ йылдар файҙаланырға ла әҙер.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА