«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАТУР ӨЛГӨ
+  - 

Интернетта Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанындағы кафе эргәһендә "АЯБашкир" исемле алтаҡта тураһында фекер алышыуға осрағас, әлеге яҙыуҙың "хужаһы" булған компанияның идара итеүсеһе Кристина Миллер менән осрашып әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Беҙ кафе һәм ресторан өлкәһендә күптән үҙ урыныбыҙҙы тапҡан компания. Әлеге кафены уҙған йылдың июлендә астыҡ һәм ул тиҙ арала танылыу яуланы. Башҡортостанда йәшәүсе булараҡ беҙ ошо ерҙе, уның күп милләтле халҡын, урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ихтирам итәбеҙ һәм һанлайбыҙ. Өфөлә туҡланыу, ял итеү урындары бихисап. Ләкин улар араһында нәҡ миллилеккә нигеҙләнгәндәре бик һирәк. Беҙ ошо ғәҙелһеҙлекте кәметеү теләгендә республиканың төп милләтенә - башҡортлоҡҡа - баҫым яһаған кафе астыҡ. Мәҫәлән, кафе үҙе тирмәне хәтерләтә, башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән һәм унда урыҫ телендә, әммә башҡортлоҡто һыҙыҡ өҫтөнә алған яҙыуҙар урын алған.
Менюла башҡорт милли ашамлыҡтары менән бер рәттән бөгөнгө көндә популяр булған аш-һыу ҙа бар. Шулай ҙа беҙгә килеүселәр араһында иң популяр эсемлек - башҡорт коктейле. Ул ҡымыҙҙан һәм төрлө шәрбәтле төнәтмәнән эшләнә. Ҡурай еләге, маракуйя, банан һәм кокос төнәтмәләре айырыуса ҙур һорау менән файҙалана. Әлбиттә, менюла урындағы еләк-емештән әҙерләнгән төнәтмәләр ҙә урын алған. Шулай уҡ менюға милли эсемлек - буҙаны индереү тураһында ла уйлайбыҙ. Үҙенең ҡунаҡсыллығы менән билдәле башҡорт һымаҡ, беҙ ҙә һәр клиентыбыҙҙың гастрономик теләгенә иғтибарлыбыҙ. Шулай ҙа төп принципыбыҙҙы боҙмайбыҙ, йәғни спиртлы эсемлектәр һәм уның нигеҙендәге коктейлдәр һатмайбыҙ. Башҡорт халҡының ата-бабалары шарапҡа вайымһыҙ булыуын, эскенән ситтә тороуын беләбеҙ һәм эшебеҙҙе ошо нигеҙгә таянып башҡарабыҙ. Бер йыл эшләүебеҙ эсендә бер кем дә спиртлы эсемлектәр булмауына ризаһыҙлыҡ белдермәне, тимәк, беҙ дөрөҫ юлдабыҙ, тип уйлайым.
Бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалмаған тағы ла бер үҙенсәлегебеҙ - кафе янындағы ағасҡа беркетелгән "АЯБашкир" исемле яҙыу. Хәҙер төрлө социаль селтәрҙәрҙә һәм микроблогтарҙа махсус яҙыу - хештегтар - киң ҡулланыла. Беҙҙең әлеге хештег бөгөнгө көндә интернет киңлектәрендә меңәрләгән фото һәм видеоны үҙенә берләштерә. Шуныһы ҡыҙыҡлы, был яҙыу тик башҡорт милләтенән генә булғандарҙы үҙенә ылыҡтырмай, ә төрлө этнос вәкилдәрен берҙәй үк үҙенә тартып тора. Ҡайһы берәүҙәр "Ни өсөн яҙыу башҡорт телендә түгел?", тигән һорау-ризаһыҙлыҡ белдерә. Ләкин улар ҙа урыҫ телендәге яҙыуҙың барыһына ла аңлайышлы булыуы һәм хештег булараҡ күберәк тараласағы менән ризалашалар. Башҡортлоҡ, йәки икенсе милләт вәкиле булыу - ниндәйҙер яҙыу йәки һүрәттә түгел, ә күңел торошонда. Алыҫ Африкала йәшәп тә башҡорт булып ҡалыу мөмкин булған кеүек, Өфөнөң ҡап уртаһында көн итеп тә үҙ булмышыңдан, тарихыңдан, телеңдән ситләшергә була. Бына ошоноһо ҙур мәсьәлә, минеңсә. Шуға күрә башҡорт дуҫтарыбыҙ беҙҙең тырышлығыбыҙҙы баһалар һәм шелтә һүҙҙәре ташламаҫ, тип өмөтләнәм. Ни тиһәң дә, әлеге алтаҡтабыҙ янындағы фотоһон интернет селтәренә һалған төрлө милләт вәкилдәре башҡорт халҡы тураһында ер шарының бөтә нөктәләренә лә "һөйләй", уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.
Кафе-тирмә стенаһындағы "Һеҙгә башҡорт кейәүе кәрәкме?" тигән яҙыу ҙа бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Шулай уҡ стаканға йәбештереп биргән һәм шулай уҡ башҡорт мөхитенә йүнәлтелгән "Мөхәббәт ул..." этикеткалары ла матур һәм заманса. Үҙебеҙҙең егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ араһында ла миллилеккә таянған, шул уҡ ваҡыта хәҙерге көнгә ауаздаш, башҡорт өсөн генә түгел, ә барлыҡ милләттәргә лә һәм йәшенә-ҡартына ла берҙәй ҡыҙыҡлы булған алымдарҙы ҡулланған эшҡыуарлыҡ өлгөләрен күберәк күрге килә.

Гөлназ САФУАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.19 | Ҡаралған: 583

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru