«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢДЫ ЯРАТЫРҒА ӨЙРӘН – УНЫ ТӘРБИӘЛӘҮҘӘГЕ ТӨП ӨЛӨШӨҢ ШУЛ БУЛЫР
+  - 



Тәрбиә өлкәһе - мәңгелек темаларҙың береһе инде ул. Тормош, йәшәү шарттары менән бергә үҙебеҙ ҙә, балалар ҙа, тимәк, тәрбиә ысулдары ла, уның менән бергә мәктәптәрҙә белем биреү саралары ла үҙгәреп кенә тора. Бөгөн мәғариф системаһы күберәк нимәгә иғтибар йүнәлтә? Балаларҙы ниндәй хәүефтәрҙән аралау мөһим? Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһында йыш яңғыраған психологик хәүефһеҙлек тигән төшөнсә нимәне аңлата? Ошолар тураһында Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының педагогика һәм психология кафедраһы мөдире, педагогика фәндәре кандидаты, доцент Лилиә Рәшит ҡыҙы ХАЛИҠОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Хәҙерге заман мәғариф системаһы төп урынға тәрбиәне ҡуя. Мәктәп баланың аҡылын, эмоциональ һәм физик үҫешен тәьмин итеү менән бергә, унда кешелеклелек сифаттарын да тәрбиәләргә тейеш, тиҙәр. Әхлаҡ мәсьәләләренең тәүге урынға сығыуы нимә менән бәйле?

- Бөгөнгө көндә мәғариф алдында яңы быуын вәкилдәрендә кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү һәм үҫтереү төп бурыс булып тора, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Уҡытыу-тәрбиә эше әҙәм балаһының шәхесенең камил булыуына, әхлаҡи аҡтан үҫешенә яуаплы. Тормош ҡатмарланған һайын күңел һыҙаттарына иғтибар итеү зарур. Был иһә шәхестең үҙенең һәм башҡаларҙың ғүмерен баһалай, үҙенең һәм башҡаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары менән иҫәпләшә белеүендә, халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлеккә ынтылыуында сағыла. Уҡытыу-тәрбиә эшендә бары тик шәхестең үҙенең генә үҫешен күҙ уңында тотһаҡ, унан эгоист яһаясаҡбыҙ һәм йәмғиәткә бындай кешенең файҙа килтереүе икеле. Дөйөм алғанда, уҡытыу-тәрбиә эшенең уҡыусының күңелен үҫтереүгә, унда кешелеклелекте арттырыуға йүнәлтелеүенең сәбәптәре лә бар.
Бөгөн нимә тип кенә әйтмәһендәр, әммә совет педагогикаһы балала быны бәләкәйҙән тәрбиәләй ине. Ни өсөн совет осорон һағыналар, ундағы тәрбиә ысулдары һөҙөмтәле булған тип әйтәләр? Сөнки был ҡоролоштоң үҙендә үк идея һәм ошо идеяға ынтылыу ята. Тамағы - туҡ, өҫтө бөтөн булыу ғына кешене бәхетле итә алмай. Ул ниндәйҙер идеяға ынтылырға тейеш. Бөгөн идея проблемаһы бар, сөнки совет осоро, уның фильмдары, тәрбиәһе йәш быуынға аңлашылмай, улар ул осорҙа йәшәмәгән. Ә яңы идея юҡ, шуға ла үҫмерҙәр Америка фильмдарын ҡарап, ундағы супергеройҙарға оҡшарға ынтыла. Был супергеройҙар иҫ киткес һәләттәргә эйә, ысынбарлыҡта иһә ябай кеше уларҙы ҡабатлай алмай. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, троллейбусҡа, поезға эләгеп йөрөүселәр, йорт баштарына менеүселәр ошо супергеройға ынтылыусылар инде. Реаль булған эштәргә, әйтәйек, үҙеңдең тырышлығың менән уҡыуҙа йә башҡа өлкәлә уңыш ҡаҙаныу өсөн ваҡыт кәрәк, ә троллейбусҡа йәбешеп йөрөп килһәң, шунда уҡ герой булһың да ҡуяһың.
Әлбиттә, барлыҡ проблемаларҙы ла идеалдар юҡлығы менән аҡлап булмай. Ғаилә институтының ҡаҡшауы ла үҙ емештәрен бирә. Психологияла депревация тигән күренеш бар, ул кешенең хис-тойғолары менән бәйле. Үҙ ғаиләһендә яратыу, аңлау, хәстәрлек етмәгәнлектән, балала эмоциональ вакуум барлыҡҡа килә. Уның эҙемтәләре ҡот осҡос, кеше агрессив булыуы мөмкин, үҙенең һәм башҡаларҙың ғүмеренә яуаплы ҡарай белмәй. Насар ғәҙәттәр, суицид күренештәре ошо эмоциональ вакуум менән бәйле. Мәғариф өлкәһе ошо эмоциональ вакуумды тултырырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға тейеш, юғиһә, бындай балаларҙың киләсәге ниндәй булыуын аныҡ әйтеп булмай. Уҡыусыға шуның өсөн дә психологик һәм эмоциональ йәһәттән комфортлы мөхиттә үҫеү кәрәк.

Ғаиләнең бала тәрбиәләүҙәге бындай етешһеҙлектәрен мәктәп кенә тулыландыра аламы һуң?

- Тулыландыра алмай, тик ундай балаларға ҡул һелтәп кенә ҡуйһаҡ, был алышта беҙ еңеләсәкбеҙ. Элегерәк, социализация тигәндә, йәш быуынды йәмғиәттә йәшәргә өйрәтеү тип ҡарай инек. Хәҙер ошо ауыр холоҡло тип иҫәпләнгән балаларҙы төрлө хәүефтәрҙән араларға, мөмкин тиклем йылылыҡ биреп, кешелеклелеккә өйрәтергә, улай ғына ла түгел, теләктәрен аңларға, әйтергә, артабан уларҙы тормошҡа ашырыуҙың юлдарын күрһәтергә тейешбеҙ. Сөнки атай менән әсәй уға абруй була алмай икән, уҡытыусыһы был ролде үтәй ала. Ул йүнәлеш бирә, шул эмоциональ вакуумды тултырырға тырыша. Ҡыуанысҡа, ундай уҡытыусылар күп. Минең бер танышым ауыр холоҡло балалар уҡыған колледжда эшләй. Бәлки, эшеңде алыштырырһың, тигән тәҡдимдәргә ул: "Бындай балаларҙы ла кемдер яратырға тейеш", - тип яуаплай. Агрессия бит ул - яратыу, иғтибар талап итеүҙең бер формаһы, бала мине яратығыҙ, тип әйтә алмай, бары тик яратылмағанына йәне көйә.

Педагог һәм психолог булараҡ, бөгөнгө мәғариф системаһының даими үҙгәрештәргә, яңылыҡтарға дусар булыуына нисек ҡарайһығыҙ?

- Инновациялар, яңы ысулдар, иҫ китмәле мөмкинлектәр - былар барыһы ла яҡшы ул. Тик былар барыһы ла нимә өсөн? Әгәр ҙә бала ошо һорауға яуап тапмаһа, уға белем алыуы ҡыҙыҡ булмаясаҡ, уҡыуҙың мәғәнәһе юғала. Ул хатта теге йәки был предметты нимә өсөн уҡыуын аңларға тейеш, әйтәйек, уның тормошо, теләктәре, ҡыҙыҡһыныуҙары, киләсәге менән нисек бәйле икәнен. Шул уҡ ваҡытта ошо рәүешле киләсәккә әҙерләнеү баланың төп маҡсатына әүерелмәһен, ул бөгөн үк тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә өйрәнһен. Юғиһә, беҙҙә балалар баҡсаһында - мәктәпкә, мәктәптә - вузға, вузда - эшкә, эштә пенсияға әҙерләнәләр, ә пенсиянан ҡайҙа әҙерләнәләр? Бөтөн тормош юлы йәшәүгә әҙерлек менән үтә кеүек. Шунан һуң, хәҙер шәхес түгел, белем мөһимгә әүерелеп китте. Белемгә табыналар, белем күрһәткестәре тураһында отчеттар бирәләр. Фекерләргә өйрәтеү урынына БДИ-ны еңел бирер тип, хәтерен нығыталар. Мәктәптә күпселек осраҡта бала түгел, ә баланың билдәһе мөһим тип иҫәпләнә. Һәйбәт уҡыған балаларға ғына иғтибар бирелә, уҡый алмағандарынан ҡотолоу яғын ҡарайҙар. Мәктәп, тәү сиратта, баланың шәхесен төп урынға ҡуйып, уның һәләте, мөмкинселектәренә таянһа, шунда ғына һөҙөмтә булыуы ихтимал.

Бөгөн ата-әсә лә балаһынан күпте өмөт итә түгелме? Яҡшы билдәләргә генә уҡыуын, йәмғиәттә өҫтөнлөклө һаналған һөнәр үҙләштереүен?

- Яңылышаһығыҙ, бала тыуғас та уның аңын, белемен үҫтерергә тырыша башлайҙар. Бала саҡтың бөтөн матурлығы шунда - бала бөтөн нәмәне үҙе танып-белергә тейеш. Ата-әсәнең бурысы - уңайлыҡтар, шарттар тыуҙырыу. 1 йәштән 3 йәшкә тиклем ул донъяны үҙе өйрәнә, тотоп, тәмләп ҡарай, әйберҙәрҙең быныһы шыма, быныһы ҡытыршы икәнен аңлай, уйнарға, хис-тойғоларын белдерергә өйрәнә. Шул рәүешле уның һиҙеү тойғолары, баш мейеһе үҫешә. Ә әсәй кеше уны йә математика курсына, йә инглиз теге мәктәбенә йөрөткөһө, балаһының ниндәй һәләтле булыуын күрһәткеһе килә. Ата-әсә талап иткәс, бала цирктағы эттәр һымаҡ ятлап бирә, хәтер үҫә, әммә ул уның мәғәнәһен аңларлыҡ йәштә түгел әле. Бала - ата-әсәнең проекты түгел, был бик эгоистик позиция. Баланың үҙенең юлы, хыялы булырға тейеш, ә һеҙ уға тик йүнәлеш бирегеҙ. Балам өсөн бөтөн нәмәне эшләнем тип маҡтанған әсәйҙәрҙе йәлләйем. Уның өсөн һеҙ эшләгәс, ул үҙе нимә эшләр? Һөҙөмтәлә, баланың йәшәү мәғәнәһе юғала. Был хатта суицид күренештәренең нигеҙендә лә ята. Балаға бер ниндәй ҙә һайлау мөмкинлеге юҡ һәм уның өсөн барыһы ла уйланылған, ул бер нәмә өсөн дә яуап бирмәй икән, хәүефле логика барлыҡҡа килә: әгәр мин үҙемдең ғүмерем өсөн яуап бирмәйем икән, мин үҙемдең үлемем өсөн яуап бирә алам. Тағы ла бер деривация килеп сыға - баланы яраталар, әммә шәхесен иғтирам итмәйҙәр, фекере менән иҫәпләшмәйҙәр. Бала - һеҙҙең милкегеҙ, берәй ағзағыҙҙың, әйтәйек, ҡулығыҙҙың дауамы түгел, ул айырым кеше. Уны үҙе өсөн яуап бирергә өйрәтергә кәрәк. Ябайҙан ғына башларға, мәҫәлән, бөгөн күк күлдәгеңде кейәһеңме, әллә ҡыҙылынмы? Аш ашайһыңмы, бутҡамы? 18 йәше тулғас, үҙаллы булып китер тип ышанырға кәрәкмәй. Беҙҙең илдә ата-әсә үҙе пенсияға сыҡҡансы балаһын ҡурсалай, аҙаҡтан да пенсияһын да бирә, үҙҙәре аптырай: "Нишләп ул һаман үҙаллы була алмай?" Минең хаталарымды ҡабатламаһын, тип тә ҡурҡмағыҙ, балағыҙҙың үҙ хаталары булырға тейеш.

Ата-әсәләргә тәрбиә эшендә иң кәрәкле бер хис йә сифат ул ниндәй тип һораһаҡ, нисек яуаплар инегеҙ?

- Яратыу. Тимәк, баланы нисек бар, шулай ҡабул итеү, уның кәрәклеген, мөһимлеген күрһәтеү, ниндәй генә осраҡта ла был тойғоларҙың үҙгәрмәйәсәгенә төшөндөрөү. Һәм тағы ла тормошта төрлө хәлдәр булыуын һәм уларҙан сығыу юлдарын да өйрәтһәләр, ошо уның ғүмере буйы үҙен әйләнә-тирә донъя, башҡа кешеләр араһында гармониялы шәхес булырға мөмкинлек бирәсәк. Сөнки глобализация процестары мәлендә беҙ баланы ниндәйҙер стандарт ситуацияға әҙерләй алмайбыҙ. Халҡыбыҙҙың традицияларына әйләнеп ҡайтһаҡ, мәҫәлән, кеше ауылда йәшәй, уның ата-әсәһе лә ошо ауылда йәшәгән һәм уның балалары ла ошо ауылда йәшәйәсәк, йәғни, барыһы ла алдан билдәле. Ә бөгөн мин мегаполиста көн итәм, туғандарым ауылда һәм минең балам минең ҡалала йәшәренә ышанысым юҡ. Шул уҡ ваҡытта, тиҙ үҙгәреүсән тормошта баланың тормошон, шунда уҡыясаҡһың, шунда эшләйәсәкһең, шуны аласаҡһың һ.б., контролдә тота ла алмайбыҙ. Был бала ҡайҙа ғына уҡыр инде, тормошо нисек кенә булыр инде, тип, шуның арҡаһында ата-әсә үҙе нығыраҡ стресс кисерә. Әгәр ҙә алда теләк рәүешендә әйтелгәндәргә өйрәтәһегеҙ икән, ул бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡ - ошоно ҡабул итегеҙ һәм балаға ышанығыҙ. Бала өсөн бөтөн шарттар тыуҙырып ҡына уны бәхетле итеп булмай. Бала өсөн бәхет - ул ошо һеҙҙең идеаль мөхиттән тышта урынлашҡан. Ул үҙен бойомға ашырырға теләй, үҙенә ҡыйынлыҡтар эҙләй - былар нормаль күренеш.

Гел хәүеф тойғоһо кисергән өлкәндәр эргәһендә үҫкән балаға оло тормошта ниндәй хәүефтәр янауы ихтимал?

- Яңыраҡ лекция мәлендә Сибай карьерына бәйле хәл тураһында һүҙ сыҡты ла, бер уҡытыусы бала сағындағы ваҡиға менән уртаҡлашты. Уның өләсәһе шул карьер эргәһендә генә йәшәгән һәм ул бала саҡта унда йыш ҡына ҡунаҡҡа йөрөгән. "Карьерҙағы шартлау тауышы ишетелгәндә өләсәйемде ҡосаҡлайым да, ҡурҡамы икән, тип, уның күҙҙәренә ҡарайым. Ул ҡурҡмағас, мин дә ҡурҡмайым", - тип һөйләгәйне. Бик матур миҫал был, унда мөһим механизм ята. Бөгөн эмоциональ проблемалы тынысһыҙ балалар күп, сөнки уларҙың ата-әсәләре, бигерәк тә, әсәләре гел хәүеф тойғоһо менән йәшәй. Өлкән кеше үҙе ҡурҡҡас, бала уның йөҙөндә терәген юғалта, ул уның һүҙҙәренә ҡарап, тыныслана алмай. Әйтәйек, бала БДИ-ға әҙерләнә, ә әсәһе, был тапшыра алмаҫ инде тип, аһ килеп, көйөп, илап йөрөй. Тимәк, бала ла имтихандан ҡурҡа башлай. Хәүеф тойғоһо кисергән ата-әсә балаһын да шундай итеп үҫтерә. Әгәр ҙә бала ата-әсәһендә таяныс тапмаһа, уны ситтән эҙләйәсәк. Улар уға абруй түгел, сөнки үҙҙәрен ҡулға ала алмай, депрессия хәлендә йөрөйҙәр, үҙҙәрен уңышлы, бәхетле кеше итеп күрһәтә белмәйҙәр. Бөгөн үҫмерҙәр араһында субкультуралар күп, бала уларға китә. Ул төркөмдәрҙе булдырған кешеләр уға идея һалған, уның үҙенең ҡағиҙәләре бар. Үлем төркөмдәре тигән хәүеф барлыҡҡа килде хәҙер. Уларға ла бала өйҙә яратыу, таяныс, ихтирам, аңлау тапмағандан китә. Ошо урында баланың ыңғай ғына түгел, кире тойғоларын да ҡабул итеү кәрәклеге тураһында әйтергә мөмкин. Беҙ бит агрессияны, асыуланыуҙы беҙгә, өлкәндәргә күрһәтеүҙән тыябыҙ. Ә тойғо ул насар йә һәйбәткә бүленмәй. Берәй төрлө хәл-торош булһа, ул килә лә ҡуя. Үсекмә, ҡысҡырма, хатта илама тип кенә торабыҙ. Ә был төркөмдәрҙә ошо тойғоларҙы сығарыу мөмкинлеге бар, улар шуныһы менән үҙенә йәлеп итә баланы. Өйҙә һин тик һәйбәт малай булырға тейешһең, ә бында нисек теләйһең, үҙеңде шулай тотаһың. Эмоциональ интеллект тигән нәмә бар, ата-әсәләргә лә, уҡытыусыларға ла баланың барлыҡ тойғоларын да аңлап ҡабул итеү кәрәк. "Бындай хәлдә мин дә илар инем", "Быға мин дә көйөр инем" - өлкән кеше баланың эмоцияларын ҡабул итешергә өйрәнһен. Асыуландым, тип, нимә эшләргә була? Яҫтыҡты туҡмап алырға, йәғни хәрәкәт аша сығарырға була. Һеҙҙең бурыс - башҡа кешеләргә зыян килтермәҫлек, конструктив ысулдар өйрәтеү. Бөгөн был ысулдарҙың барыһы тураһында мәғлүмәт табырға, өйрәнергә була.

Халҡыбыҙҙың матур ғаилә йолалары ла онотола төштө хәҙер. Шуларҙың араһынан ҡайһыһын бөгөн мотлаҡ тормошобоҙға ҡайтарырға кәрәк, тип уйлайһығыҙ?

- Бергәләшеп ултырып сәй эсеү ҙә дауа. Хатта психологтар аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла бергәләп табын артына йыйылырға һәм асыҡ аралашып ултырырға кәңәш итә бөгөн. Хәҙер күптәрҙең балаһы менән ултырып һөйләшергә лә ваҡыттары юҡ. Ә кешегә кеше, аралашыу кәрәк. Элек ғаиләләр ҙур ине, әсәй-атай эштә булһа ла, баланы өләсәй менән олатай тәрбиәләне. Улар уҡ уға әкиәт, тарих һөйләне, эш эшләргә, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә өйрәтте. Бөгөн ни өсөн тәрбиә эшендә проблемалар күбәйҙе тип уйлайһығыҙ? Сөнки ошолай аралашыуҙар ҡыҫҡарҙы, йолалар онотолдо. Ҙур ҡалаларҙа йәшәйбеҙ, глобализацион процестар көсәйеүе һөҙөмтәһендә күптәр яңғыҙлыҡ тойғоһо кисерә. Дөрөҫөн әйткәндә, ғаилә ҙур психотерапевтик функция үтәй. Унда һине матур йә аҡыллы булған өсөн түгел, ә нисек барһың, шулай ҡабул итәләр, яраталар. Һәр хәлдә, шулай ҡабул итергә һәм яратырға тейештәр. Традициялар менән бер рәттән, проблемалар менән психологтарға мөрәжәғәт итеү мәҙәниәтен дә булдырырға кәрәк. Беҙҙең кәйеф ул химия менән бәйле, шатлыҡ, стресс гормондары бар, кешенең гормональ хәл-торошо төрлөсә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, шул уҡ депрессияның гормондар менән бәйле булыуы ихтимал һәм уны һөйләшеп ултырып ҡына бөтөрөп булмай, белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ә бит халыҡ араһында "депрессия" тигән һүҙ генә лә йылмайыу уятып ҡуя, ундай диагноздың булыуына ышанмау, тимәк, хата фекер?

- Депрессия - ул бик етди проблема. Бөгөнгө йәмғиәттә әхлаҡи һәм психологик көрсөк күҙәтелә. Педиатрҙарҙың әйтеүенсә, балаларҙың 12 проценты ғына сәләмәт. Тәү урында нервы-психологик сирҙәр тора. Фәндә "генетик арыу" тигән нәмә бар, йәғни, милләт яйлап ҡына ауырыуға әйләнә бара. Тәбиғи һайланыш тигән әйбер юҡ, медицинаның 400 грамлыҡ баланы ла әҙәм итеп алырға мөмкинлектәре бар. Әммә етлегеп өлгөрмәй тыуған балаларҙың 70 проценты сәләмәтлектәре йәһәтенән төрлө проблемаларға дусар. Глобаль рәүештә демографик сиктәрҙең күсеүе лә милләтте һау итмәй. Хәҙер бала бәхетте урлай, тигән фекер бар. Шунан, үҙем өсөн йәшәйем, эшем яҡшы, тип уйлаған ҡатын-ҡыҙ 40 йәшкә ҡарай бала таба. Бала табыуҙың да үҙ мәле бар һәм ул тәбиғәт менән ҡаралған. Ҡайһы бер йәштәргә бала бөтөнләй кәрәкмәй. Илдә цивилизация үҫешкән һайын, тыуым аҙ була, тигәнгә ышанаһың шулай.

Ләйсән НАФИҠОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.19 | Ҡаралған: 840

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru