«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺҮҘЕБЕҘ ҺӘМ ҠЫЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ БӨЙӨКЛӨГӨН АРТТЫРАЙЫҠ!
+  - 



V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм 27 сит илдән биш йөҙгә яҡын делегатты баш ҡаланың "Торатау" Конгресс-холл бинаһына тупланы. Йыйын барышында делегаттар һигеҙ фекер алышыу майҙансығы эшендә ҡатнашты. Шул майҙансыҡтарҙағы эшлекле фекер алышыуҙар һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров тыңланы һәм һәр күтәрелгән мәсьәлә буйынса үҙ фекерен әйтә барҙы. Радий Фәрит улының сығышынан ҡайһы бер өҙөктәр килтерәйек.

"Башҡорт теле, ысынлап та, яҡлауға мохтаж, ләкин тәү сиратта битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүсәнлектән, эшләй белмәүҙән, - тип белдерҙе Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында. - Бөгөн күп кенә балалар һәм өлкәндәр ҙур теләк менән башҡорт телен өйрәнергә әҙер. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында уларға ошо йәһәттән нисек ярҙам итеү тураһында һөйләштек. Башҡорт телен кәрәкле, модалы итергә кәрәк. Тиҙҙән иҫке, күңелһеҙ методикаларға алмашҡа интерактив формалар, электрон дәреслектәр, коммуникатив технологиялар килер, уҡытыусыларҙы әҙерләү системаһы ла элеккеһенән айырылып торор. Беҙ ошо йүнәлештәр буйынса системалы эш алып барасаҡбыҙ. Башҡорт теле фондын булдырҙыҡ, гранттар тапшырабыҙ, башҡорт теленән диктант үткәрәбеҙ, телде өйрәнергә теләгәндәр өсөн курстар асырбыҙ. Туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ. Быны беҙҙән башҡа бер кем дә эшләмәҫ!"
Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәгән, республиканы яратҡан һәм уның мәнфәғәте өсөн эшләгән һәр кемдең үҙен башҡорт тип иҫәпләргә хоҡуҡлы булыуын да белдерҙе. "Башҡорттарҙы "башҡортҡа" һәм "башҡорт булмаған"ға бүлеү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Кемдер телде тейешле кимәлдә белмәһә йәки ниндәйҙер диалектта һөйләшһә, ҡайһы бер "тел белгестәре" уға "сит кеше" тип ҡарай башлай. Диалекттары әҙәби башҡорт теленә инмәгәндәрҙе айырып ҡарауҙан туҡтарға кәрәк. Уларҙың башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандарға ҡарағанда нығыраҡ башҡорт рухлы булыуҙары мөмкин. Әгәр ул башҡортса һөйләшмәй, ләкин үҙен ошо бөйөк халыҡтың бер өлөшө итеп тоя, шуның менән ғорурлана икән, ул башҡорт. Мин дә оҙаҡ ваҡыт кеше алдында башҡортса һөйләшмәнем, сөнки әҙәби телде белгәндәрҙең ҡырын ҡарашынан ҡурҡа инем. Ләкин коллегаларым, дуҫтарым менән рәхәтләнеп туған телемдә аралашам. Һәләтемде мөмкин булғанса үҫтерәсәкмен". "Беҙҙе донъяла боронғо стереотип итеп ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға булған элекке ҡарашты үҙгәртергә кәрәк, - тип билдәләне республика етәксеһе. - Минең уйымса, хәҙерге башҡорттоң йыйылма образында ата-бабаларыбыҙ аҡылы, эскерһеҙлек, алсаҡлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм төрлө һынауҙар алдында бирешмәүсәнлек, мобиллек һәм заманса үҫешкә әҙерлек кеүек сифаттар булырға тейеш. Башҡортостан Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан. Шуға күрә беҙҙә көнсығыштың һәм көнбайыштың иң яҡшы өлгөләренең булыуы осраҡлы түгел. Ни менән генә шөғөлләнһәк тә, беҙгә әхлаҡлы белемле кешеләр, эшебеҙҙең оҫтаһы булып ҡалырға, һәр һүҙебеҙ һәм ҡылығыбыҙ менән башҡорт халҡының бөйөклөгөн арттырырға кәрәк. Баһалап бөткөһөҙ мәҙәни мираҫыбыҙҙы белергә һәм хөрмәт итергә тейешбеҙ".
Башҡортостан етәксеһенең Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла, тип хәбәр итеүен делегаттар алҡышлап ҡаршыланы."Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Донбаста батырҙарса һәләк булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы билдәләргә тейешбеҙ. 1942 йылдың 25 мартында тап Совет майҙанында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын оҙатыу тантанаһы була. Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙарҙың фронтҡа китергә әҙер булыуы тураһында еткерә. Совет майҙанында парк булдырыла. "Был бөтә халыҡ урыны булырға тейеш", - тип билдәләне Радий Хәбиров һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына дивизия командиры һәйкәле өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итеү тәҡдимен индерҙе.
V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, шағир Шәйехзада Бабичҡа арналған һәйкәл асылыуы һәм "Торатау йыйыны" менән дә хәтерҙә ҡалды. Әйткәндәй, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе итеп Искәндәр Юлдашев һайланды, ә БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумын етәкләйәсәк, тип билдәләнде. Йыйын барышында делегаттарға үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр, тыуған ил һәм тел яҙмышы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙарын һорап мөрәжәғәт иткәйнек, гәзит уҡыусылар иғтибарына уларҙың яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.

Марат Бәхтиев, Тверь төбәге башҡорттары ҡоролтайы рәйесе: Беҙҙең төбәктә эшләгән башҡорттарҙың тормошо яҡшы, ә эшләмәй бер пенсияға ҡарап торғандары насар йәшәй. Был төбәктән генә тормайҙыр, ҡайҙа ла бер үк тормош хәҙер. Мине башҡорттарҙың белем алырға тырышып ятыуы ҡыуандыра, башҡа милләттәр менән сағыштырмайым, әммә юғары белем алыуҙың мөһимлеген аңлауыбыҙ ыңғай күренеш. Шулай ҙа бөгөн глобаль дәүләт мәсьәләһе мине күберәк борсой, сөнки башҡорттар милләт булараҡ тик дәүләт составында ғына һаҡланып ҡаласаҡ. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының биш саҡырылышында ла ҡатнаштым һәм был йылдар эсендә ил шул тиклем ҙур үҙгәрештәр кисерҙе, тип әйтә алам. Бынан биш йыл самаһы элек кенә Рәсәй дәүләтенең бөтөнлөгөн һаҡлаусы, иҫәнлеген тәьмин итеүсе булған милли мәсьәлә хәҙер ни өсөндөр дәүләт именлеге мәсьәләһе булараҡ ҡабул ителмәй. Был үткән быуаттың 80-се йылдарын хәтерләтеп тә ҡуя, тап шул осорҙа Советтар Союзының күп милләтле ил булыуына иғтибар итмәй башланылар һәм ил оло үҙгәрештәргә дусар ителде. Беҙ бөтәбеҙҙе лә бер төрлө американдар тип атап йөрөтөргә Америка Ҡушма Штаттары түгел, Рәсәй бөтөнләй икенсе, үҙенсәлекле тарихлы дәүләт. Ошондай ҙур дәүләттә бөтә халыҡтар ҙа дуҫ, бер маҡсатлы булып йәшәһен өсөн империя күҙлегенән сығып фекерләү талап ителә. Шуға ла мине ошо ҙур дәүләт эсендә халҡым үҙ урынын нисек билдәләр, йәшәйешен нисек күҙаллар, тигән һорауҙар ҡыҙыҡһындыра. Сөнки үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап йәшәп булмай.

Флүзә Хәйруллина, Эстонияның Таллин ҡалаһынан делегат: Ғаиләбеҙ менән Эстонияла ҡырҡ йылға яҡын йәшәйбеҙ, ирем дә, үҙем дә Башҡортостандан. Мин белемем буйынса эстон теле уҡытыусыһы, магистратура тамамланым һәм ғүмер буйы балалар баҡсаһында эшләнем. Унда тулыһынса тел мөхите тыуҙырылған, һәр атай-әсәй үҙе теләп бәләкәйҙән балаһына эстон телен өйрәтә. Сөнки дәүләт телен белмәйенсә тороп, ун дипломың булһа ла эшкә урынлашыу мөмкин түгел. Шуға, Эстонияла йәшәгән башҡорттар ҙа эстон, инглиз телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлеп, ҡатнаш ғаиләләрҙә булғандары хатта туған телен белеүҙе мөһим тип иҫәпләмәгән осраҡтар бар. Бына шундай шарттарҙа балалар, йәштәр тамырҙарҙы, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтте, тарихты һәм динде онотмаһын, тип тырышабыҙ. Тәүге йылдарҙа татар милли ойошмаһы үткәргән сараларҙа бергә ҡатнашып йөрөнөк, шунан "Ағиҙел" башҡорт мәҙәни ойошмаһын булдырҙыҡ. Хәҙер егерме йыл тирәһе шуның рәйесе булып торам. Ойошма ағзалары менән Палдиски ҡалаһында һабантуйҙар, йыйындар үткәрәбеҙ, байрам саралары ойошторабыҙ. Эстонияла йәшәһәк тә, башҡорт булыуыбыҙҙы башҡаларға йыр-бейеү, милли ризыҡтар, милли кейемдәр аша күрһәтергә тырышабыҙ, башҡа халыҡтар араһында айырылып торабыҙ, беҙгә ҡыҙыҡһынып, хөрмәт менән ҡарайҙар. Балаларым башҡортса матур итеп һөйләшә, бәләкәйҙән һәр байрам сараһында ҡатнашып, традицияларҙы белеп-күреп, өйрәнеп үҫтеләр. Бала саҡтарында һабантуйҙарҙа ҡатнашып, ойоштороусылар араһында уралып, буталанып йөрөнөләр, ул мәлдә ҡамасау итәһегеҙ тип тә ебәрә торғайныҡ. Үҙебеҙҙең башҡорт милли уйындарында урындағы башҡа халыҡ балаларын да ҡатнаштырырға теләп, ситкә китеп торорға ла ҡуша инек. Бына шулай йөрөгән балалар хәҙер рупор тотоп, үҙҙәре ойоштороп, башҡорт сараларын үткәреп йөрөй: йыр-бейеүгә оҫталар, улым ҡурайҙа уйнай, хажға барып ҡайтты, ҡыҙым матур итеп Сафуан Әлибай, Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабай кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләй. Уларҙы тыңлап һөйөнәбеҙ. Йәштәр үҙҙәрен ғорур рәүештә башҡорт итеп тойоп йәшәй. Бында, Башҡортостанда йәшәүсе милләттәштәрҙең, балаларыбыҙға туған телде өйрәтеүе ауыр, тиеүен ишетһәм, үҙ миҫалығыҙҙа тәрбиәләгеҙ, тип кәңәш итәм. Педагог Антон Макаренко ла балаға йөҙ тапҡыр әйтергә түгел, уның бер тапҡыр күрергә тейешлеге тураһында әйткән. Туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү, рухи тәрбиә биреүҙең нигеҙе ғаиләлә, ата-әсә тарафынан һалыныуын иҫтә тотоп йәшәйбеҙ һәм милләттәштәргә лә әйтер кәңәшем шул булыр.

Ришат Шәрипов, Бөрйән районы делегаты: Беҙҙең һәләтле кешеләребеҙ ситкә сығып китеү яйын ҡарай бит. Ҡала ерендә һәләтле кешеләрҙе үҫтереү, йәки эш хаҡтары буйынса дәртләндереү тигән нәмә бар, ә ауылда бындай саралар юҡ. Ауылға эшкә ҡайтарыу буйынса дәүләт программалары булһа ла, бөгөн ауыл мәктәптәрендә физика, химия, биология кеүек теүәл фәндәр уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Ҡайһы бер йәштәр, уҡытыусы булып 20 мең эш хаҡына йөрөгәнсе, "Магнит" магазинында 35 мең алып, һатыусы булып эшләйем, тип тә әйтә. Милли кадрҙар мәсьәләһендә лә хәлдәр бигүк шатланырлыҡ түгел, етәксе урындарында беҙҙең халыҡ вәкилдәре әҙ. Бының сәбәбен билдәләй алмайым: етәксе булырлыҡ сифаттар етмәйме, әллә сабатаны түргә эләбеҙме? Башҡорт халҡының белемле, алдынғы ҡарашлы йәш быуынына тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итеү маҡсатында эшләнгән махсус программалар кәрәк. Ауылдарҙы күтәреү буйынса ла етди фекер алышыу талап ителә, фермерҙарға ниндәйҙер ярҙам бар, ә шәхси хужалыҡ тотоп йәшәгән халыҡҡа бер нәмә лә юҡ. Улар үҙҙәре етештергәнде, үҙенән артҡанды ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырана. Ғөмүмән, ауылдарҙағы көнитмеште тәьмин итеүсе, халыҡты үҙ ауылында еректереүсе проекттар-программалар кәрәк. V Ҡоролтай резолюцияларына ла инергә тейеш бындай тәҡдимдәр.

Гөлнара Ноғоманова, Израиль, Хайфа ҡалаһынан делегат: V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фекерләшергә теләп килдем. Беҙ Израилгә күсеп киткәнгә өс йыл, улым бында бишенсе синыфҡа тиклем генә белем алды. Сит илдә башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлеге юҡ, хатта урыҫ телен дә өйрәнмәйбеҙ. Телде бөтөнләй онотоп ҡуймаҫ өсөн балама диктанттар яҙҙырам. Шуға ла туған тел мәсьәләһе минең өсөн V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында күтәрелгән һорауҙар араһында иң мөһиме. Сөнки тел - ул үҙ халҡыңдың мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте һәм йолалары айышына төшөнөүгә ярҙам иткән төп сара тип иҫәпләйем. Мин сит илгә сығып киткәс кенә үҙемдең башҡорт асылыма ҡайттым, тиһәм, дөрөҫ булыр. Шуға туған телдә аралашыуҙы, тыуған яҡтың хозур тәбиғәтен, матур һәм таҙа баш ҡалабыҙҙы һағынып ҡайтам. Бигерәк тә Шәреҡ илдәренән һуң бындағы таҙалыҡ, матур үҙгәрештәр күҙгә ташлана.

Ирек Баишев, Германия Лейпциг ҡалаһынан делегат: Бындай оло йыйындарҙың өсөнсөһөндә делегат булып ҡатнашам. Шуға күргән-белгән һәр кем күптәнге дуҫтар һымаҡ, ихлас сәләмләшеп, аралашып ҡайтабыҙ. Лейпциг ҡалаһында оҙайлы йылдар йәшәйем һәм шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм, үҙемдең фирмам бар. Ошо йәһәттән милләттәштәргә инициативалыраҡ булырға кәңәш итер инем. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр бит. Эштән, үҙ эштәрен асып үҙаллы булыуҙан ҡурҡмаһындар һәм ситтән ярҙам көтөп ултырмаһындар. Ә инде V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына килгәндә, пленар ултырыш ваҡытында Башҡортостандың Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Өфөләге Совет майҙанында Шайморатов генералға арналған һәйкәл ҡуйыу буйынса тәҡдиме оҡшаны. Әммә баш ҡалала бөтә донъяға танылған Төньяҡ амурҙарына бер иҫтәлекле таҡтаташ та булмауы күңелде ҡыра.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.19 | Ҡаралған: 591

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru