«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨНӨҢ ХӘҘЕР 1500 ИЛСЕҺЕ БАР!
+  - 

Үткән аҙна матур һәм сағыу ваҡиғаларға бай булһа ла, ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин сираттағы оператив кәңәшмәне күңелһеҙ осраҡтан башланы.

Ысынлап та, һуңғы көндәрҙә республикала күҙәтелгән ике ҙур юл-транспорт ваҡиғаһы тетрәндереп кенә ҡалманы, хәүефһеҙлек тураһында ҡабат-ҡабат иҫкәртеү урынлы икәнен иҫкә төшөрҙө. Архангел районы территорияһында Татарстан Республикаһының аварияға осраған автобусы водителенең быға тиклем бер нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙған икәнлеге асыҡланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Өлфәт Мансур улы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндергән ҡала транспорты ойошмаларында осрашыуҙар, водителдәрҙе тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты. "Талаптар мөмкин тиклем ҡаты булырға тейеш", - тине ул. Шулай уҡ Өфө-Ырымбур трассаһында йөк автомобиленең юл ремонтлаусыларҙы тапатыуынан һуң ҡала хакимиәте башлығы юлдарҙы, бигерәк тә төнгө ваҡытта, ремонтлаусыларҙың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күреүҙе лә контролгә алыуҙы, инструктаждар үткәреүҙе, махсус кейемдәр менән тәьмин итеүҙе йөкмәтте.
Шулай ҙа үткән аҙнаның төп ваҡиғаларының береһе һәм оператив кәңәшмәнең көн тәртибендә беренсе һорау булып 53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары торҙо. Унда, хәбәр итеүебеҙсә, 29 илдең 84 ҡалаһынан 1192 спортсы, 397 етәксе, тренер ҡатнашты. Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовтың отчетынан мәғлүм булыуынса, Уйындарға килгән һәр команданы аэропорттан уҡ ирекмәндәр ҡаршы алып, уларҙы йәшәү урынына тиклем оҙатып ҡуйған. 10 июлдә барлыҡ командалар килеп етеп, ҡунаҡханаларҙа урынлашып бөткән. Уйындарҙы хеҙмәтләндереүгә 60-тан ашыу автобус, 100 еңел машина йәлеп ителгән. Ҡатнашыусылар һәм судьялар ярыш урындарына тотҡарлыҡһыҙ, ваҡытында барып еткән. 8-15 июлдә Ситуацион үҙәккә спорт саралары расписаниеһы, программа, ирекмәндәр эшмәкәрлеге, сервис, транспорт, хәүефһеҙлек, VIP-ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөү буйынса барлығы 577 мөрәжәғәт килә. Хеҙмәткәрҙәр консультациялар биреп кенә ҡалмай, юғалған әйберҙәрҙе табыуҙа ла, медицина ярҙамы кәрәккәндә лә ярҙам итә. Мәҫәлән, сара барышында ҡатнашыусылар 4 кеҫә телефонын, 10 миграция картаһын юғалта. Барлыҡ хеҙмәттәрҙең оператив эшләүе һөҙөмтәһендә барлыҡ шәхси әйберҙәр тиҙ арала табыла. Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа эске эштәр, милли гвардияның 500-әр хеҙмәткәре, шәхси һаҡ ойошмаларының 100 хеҙмәткәре, Йәмәғәт именлеге үҙәгенең тулы составы, контроль-таратыу хеҙмәтенең 50 хеҙмәткәре ҡатнаша. ЮХХДИ-ҙың Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы ла яйлы эшләй. Уйындарға 200-ҙән ашыу, шул иҫәптән Израиль, Һиндостан, Португалия, Австрия, Боливия, Нидерландтарҙан һәм Рәсәй ҡалаларынан, киң мәғлүмәт сараһы вәкиле аккредитациялана. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа уйындарҙың юғары кимәлдә үтеүен, спорт объекттарының талаптарға яуап биреүен, ҡала халҡының ябайлығын һәм ихласлығын билдәләй. Шулай уҡ ошо көндәрҙә спортсылар менән тәүлек әйләнәһенә тигәндәй бәйләнештә булған ирекмәндәр ҙә йылы һүҙҙәргә лайыҡ. Хатта ярыштар тамамланып, командалар үҙ илдәренә ҡайтып киткәс тә, ирекмәндәргә рәхмәттәрен белдереп яҙалар. Ғөмүмән, ойошмалар, предприятиелар, ҡала советы депутаттары корпусы, киң мәғлүмәт саралары - бер кем дә был саранан ситтә ҡалмай. Уларҙың фиҙаҡәрлеге һөҙөмтәһендә Өфө - халыҡ-ара сараларҙы үткәреү өсөн иң яҡшы майҙандарҙың береһе булараҡ ыңғай фекер ҡалдырҙы.
Уйындар барлығы 5 спорт объектында үтте, артабан инде уларҙың буш тормауын тәьмин итеү буйынса эш алып барыу бурысы тора. "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркындағы актив ял зонаһында ла балаларҙың бушлай пляж волейболы, волейбол, баскетбол менән шөғөлләнеү мөмкинлеген булдырырға кәрәк, тигән фекер бар.
Әйткәндәй, 13 июлдә "Нефтсе" стадионында 53-сө Халыҡ-ара Йәйге балалар уйындарының (МДИ) йомғаҡлау матбуғат конференцияһы үтте. Журналистарҙың һорауҙарына Уйындарҙың генераль секретары Ричард Смит, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, футбол буйынса Рәсәйҙең экс-капитаны, Төбәк сәйәсәте һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса Рәсәй футбол союзы директоры, дискриминация һәм расизмға ҡаршы көрәш буйынса офицер Алексей Смертин, МДИ комитеты һәм техник комиссияһы ағзаһы, ярыштарҙың баш судьяһы, билдәле конькиҙа уҙышсы Андрей Кривошеев, "Газпром трансгаз Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Шамил Шәрипов һәм "Дуҫлыҡ өсөн футбол" проектының йәш илсеһе Альберт Зиннәтов яуап бирҙе. "Һуңғы йылдарҙа мин 12-се тапҡыр Өфөгә киләм һәм һәр сәфәремдән ҡыуаныс алам, - тине Ричард Смит. - Әҙерлек бик етди барҙы, инфраструктура, ярыштарҙы үткәреү, спорт ҡоролмалары, уйындарҙы хеҙмәтләндереү - иҫ киткес булды. Хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһының ниндәй матур ҡала икәнлеген донъя буйлап һөйләрлек мең ярым илсеһе бар". Андрей Кривошеев белдереүенсә, Уйындарҙың концепцияһына ярашлы, миҙалдар һаны буйынса урындар билдәләү ҡаралмаһа ла, дөйөм алғанда өфөләрҙең 25, шул иҫәптән 8 - алтын, 6 - көмөш, 11 бронза миҙал алып, лидер булыуы ҡыуаныслы. "Өфөлә мин икенсе тапҡыр һәм ике осраҡ та профессиональ футбол менән бәйле, - тип белдерҙе Алексей Смертин. - МДИ сиктәрендәге футбол матчтары арҡаһында төрлө ил балалары менән таныштыҡ һәм хатта дуҫлаштыҡ. Улар төрлө телдә һөйләшһә лә, футбол теле барыһы өсөн дә бер". "Дуҫлыҡ өсөн футбол" илсеһе Альберт Зиннәтов бындай проекттарҙың донъяның барлыҡ илдәрендәге балаларҙың һәләтен асыҡлауға, уларға уңышлы киләсәккә юл ярырға ярҙам итеүен билдәләне.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.19 | Ҡаралған: 537

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru