«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАМБЫМЫ, СУРТАНМЫ ӘЛЛӘ... ТАШБАШМЫ?
+  - 

Ошо көндәрҙә генә редакцияға "Киске Өфө" гәзитенең күптәнге дуҫы - биология фәндәре докторы, БДУ-ның Сибай институты профессоры, шул уҡ ваҡытта әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, журналист Сәфәрғәли Йәнтүрин килеп сыҡты. Шундай шәхестәр була, үҙҙәренең илһөйәрлек һәм дә телһөйәрлек асылдарын улар бәғзе берәүҙәр кеүек бушбоғаҙланып, ҡоро ләстит һатып йөрөүҙә түгел, ә милләте, туған теле хаҡына аныҡ, файҙа килтереүсе эштәре менән раҫлап йәшәүҙә күрә. Даими уҡыусыбыҙ, төплө белемле, дәлилле фекерле авторыбыҙ Сәфәрғәли Искәндәр улы тап ана шундай шәхестәрҙең береһе лә инде.

Редакцияға ул был юлы ла буш ҡул килмәгәйне: әле генә "Китап" нәшриәте типографияһынан сыҡҡан "Зоология терминдарының русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлеге"нең, үҙе әйтмешләй, "иң беренсе данаһын" "Киске Өфө" гәзитенә үҙ ҡулдары менән яҙып бүләк итеп, шатлыҡ уртаҡлашырға килгәйне. Беҙ ҙә бик шатландыҡ: эш барышында даими кәрәк булып торған һәр бер һүҙлек журналистар, тәржемәселәр өсөн генә түгел, уҡытыусылар, студенттар, мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ туған телебеҙҙе мөмкин тиклем яҡшыраҡ үҙләштерергә теләгән кешеләр өсөн дә өҫтәл китабы ролен үтәй. "Зоология терминдары һүҙлегенең баҫылып сығыуына ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Ул 1952 йылда Т. Баишев тарафынан төҙөлә. Фән үҙгәрә, яңы фекерҙәр, ҡараштар менән тулылана бара. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы, умартасылыҡ, малсылыҡ терминдары һәм башҡа һүҙлектәр донъя күрҙе, ләкин улар зоология фәне тураһында тулы мәғлүмәтле баҫмаға дәғүә итә алманы, - ти профессор. - Был һүҙлекте төҙөгәндә хайуандарҙың, ҡоштарҙың, балыҡтарҙың һәм башҡа тере организмдарҙың йәшәү рәүеше һәм үҙ мөхитендә тотҡан урынына ҡарата белешмәләр биреү төп принцип булып торҙо".
Зоология терминдары һүҙлегендә барлығы 5 меңләп атаманың тәржемәһе һәм ҡайһыларының аңлатмалары бирелгән. Башҡортостанда йыш осраған хайуандар һәм ҡоштар исемдәренең тәржемәһе "Балыҡтар", "Ер-һыу хайуандары", "Һөйрәлеүселәр", "Ҡоштар","Һөтимәрҙәр" кластарына айырылып, махсус бүлеккә тупланып бирелеүе был уҡыу ҡулланмаһының ҡиммәтен тағы ла арттыра төшкән.
Әйткәндәй, Башҡортостаныбыҙ йәнлек һәм хайуандарға, ҡоштарға һәм балыҡтарға бай булыуы менән элек-электән дан тота. Үкенескә, глобаль экология көрсөгөнөң ҡоротҡос тәьҫире төпкөл төбәктәрҙең аулаҡ тәбиғәт мөйөштәренә лә килеп етте. Хәтеремдә, тыуған ауылым һыулап ултырған Йылайыр йылғаһы бынан 40 йыллап элек тә әллә ни ҙур йылғаларҙан булмаһа ла, тын ғына тәрән ятыуҙары, ятыуҙарынан бигерәк унда йәшәгән ҡолас буйлыҡ суртандары менән дан тотто. Ҡустылар көнө буйы ҡарауыллап ултырып, ҡармаҡҡа шуларҙы эләктерһә, ат менгәндәй ҡыуанып ҡайтып, маҡтанырҙар ине. Тик атрауҙай был ятыу эйәләренең исемдәрен балыҡ таҙартыусы беҙ, апай-һеңлеләр, яңылыш әйтеп, балыҡсыларҙың бик ныҡ асыуына тейә инек. "Шамбы түгел, суртан был! Ташбашты ла танымаған башығыҙ менән..." тип ғәрләнеп китә ҡустылар. Ҡайҙандыр ҡарап алам, тимә, ул заман интернет та, энциклопедия ла, әлеге кеүек "Зоология һүҙлеге" лә юҡ. Бөгөн генә ул тыуған яғын, уның тәбиғәтен, флора-фаунаһын өйрәнәм, тигән кешегә бөтөн белешмә-ҡулланмалар ҙа ҡул аҫтында, тик тәбиғәтебеҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар, уны өҙөлөп яратыусылар һәм һәр ваҡыт уның именлеге һағында тороусылар ҙа күберәк булһын ине...

Шулай итеп, ғалимдың китабынан Башҡортостанда йыш осраған балыҡтарҙың башҡортса-русса атамалары:
белоглазка - аҡкүҙ турғай, сәгер балыҡ
амур - амур балыҡ
берш - береш, берш, берш балыҡ
верховка - ялтырсабаҡ
вьюны - һаҡалсандар, этбалыҡтар
голавль - ажау, ҡушбаш
гольян, гольян густера - гольян сабаҡ
густера - густера ҡорман
елец - бөгәрсә, йомро сабаҡ
ёрш - шыртбалыҡ, этеш
жерех - ағасъяңаҡ, ағасаҡ
игла-рыба, игла морская - энә балыҡ, орсоҡ балыҡ
карась - табан, табан балыҡ
карп (сазан) - һаҙан, һаҙан балыҡ
колюшки - энәле балыҡтар, терпе балыҡтар
краснопёрка - ҡыҙылғанат
лещ - ҡорман, таран балыҡ, ҡарағанат
линь - ҡарабалыҡ
налим - шамбы
окунь - алабуға
осётр русский - рус мәрсене
пескарь - ташбаш, ҡомай
подкаменщик обыкновенный - зөгән, зөгәй
подуст - борош, борош балыҡ
русская быстрянка - шаршы күкене
сиг - сиг, сиг-балыҡ
синец - күкен, күк балыҡ
сом - йәйен
стерлядь - уҡбалыҡ, сөгә, сөгө
судак - һыла, суҙаҡ
таймень обыкновенный - ҡыҙыл балыҡ
уклея, уклейка - бәшкәләй, бәшкәләк
форель ручьевая - бағры
хариус - бәрҙе
чехонь - чехонь, ҡылысбалыҡ
щука - суртан
язь - опто.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.19 | Ҡаралған: 653

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru