«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИМАНЫ ЮҠТЫҢ…
+  - 

Илебеҙҙә "бөйөк" Коммунистар партияһын, Ленин бабайҙы, уның һыҙған "берҙән-бер тоғро юлын" данлап, хатта уны "һөйөклө атабыҙ" тип атап күңелдәргә һеңдерелгән дәүер, шулай уҡ кешеләрҙә батшалыҡҡа, хосуси милеккә ҡағылышлы һәммә нәмәгә ҡарата нәфрәт тойғоһо тәрбиәләгән осор әле булһа бик күптәрҙең хәтерендәлер. Нисек кенә булмаһын, "халыҡҡа ирек даулаусы", "бөйөктәрҙән бөйөк, тереләрҙән тере" Ленинға оло хөрмәт рухында тәрбиәләнеп үҫтек беҙ.

Минең инаныуымса, революция һөҙөмтәһендә власҡа килеүселәрҙең яңы сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы, уның талаптарын кешеләрҙең аңына һеңдереүҙә тырышлыҡ күрһәтеүсе булып, иң беренсе нәүбәттә, киң мәғлүмәт саралары тора. Ташҡа баҫылған һәр һүҙгә күпселек ышаныусан. Тап бына ошо осорҙа (бәхеткә, тип әйтәйек), ҡасандыр милли азатлығыбыҙ өсөн Рәсәй батшаһына ҡаршы көрәшкән Салауат Юлаев батырыбыҙҙың данын башҡорттар ғына түгел, ә бөтөн Рәсәй халҡы алдында күтәреп алыу мөмкинлеге килеп тыуҙы. Батша Рәсәйе дәүерендә башҡорт балаларына "ихтилалсы Салауат"тың исемен ҡушыу ҙа тыйылған осор булыуы хаҡында бәғзеләр, бәлки, белмәйҙер ҙә. Әммә кемдәр Башҡортостан тарихы менән бер аҙ таныш, улар был хаҡта, әлбиттә, хәбәрҙар. Батшалыҡ ҡоролошона ҡаршы булған башҡа халыҡ вәкилдәренең дә беҙҙең батырыбыҙҙы "үҙ күреүҙәре"нә барыбыҙ ҙа шаһитбыҙ. "Салауат Юлаев" китабы авторы, урыҫ яҙыусыһы Степан Злобин, батырыбыҙға һәйкәл ҡороусы осетин скульпторы Сосланбәк Тавасиев быға ҙур миҫал булып тора.
Шулай, бер аҙ ғына тарихты иҫкә төшөрөп алғандан һуң, хәҙерге көнөбөҙгә әйләнеп киләйек. Һәммәбеҙ белеүенсә, бөгөнгө көнөбөҙҙә сәйәсәт тә, уның мәнфәғәтен сағылдырыусы мәғлүмәт саралары ла башлыса әлеге большевиктар "бөтөрөп ташлаған" батшалыҡты ҡабаттан "реабилитациялау", халыҡҡа уның һәр төрлө ыңғай яҡтарын күрһәтеү яғында. Бында, әлбиттә, шулай уҡ мәғлүмәт саралары роленең баһалап бөткөһөҙ булыуын бер кем дә инҡар итмәҫ. Күптән түгел генә "Ленин бабайҙы белмәгән бер бала ла булмаған" илебеҙҙә "даһи"ҙың исемен бөтөнләй ишетмәгән балалар ҙа бихисап. Батшалыҡ осорон ҡабаттан "һағына" башлаған бәғзе берәүҙәрҙең, тарих төбөнә төшөп, ҡасандыр батша дошманы булған шәхестәр менән булыша башлауы бына ошо туралағы уйҙарға һала. Гәзитебеҙҙең 23-сө һанында сыҡҡан "Салауатлы, тимәк, доғалы ил" исемле мәҡәләһендә Бәҙри Әхмәтов та ошо хаҡта иҫкә алып уҙа: "Салауат исемен кәмһетергә, уны оло юлда кеше талап, вәхшилек ҡылыусы юлбаҫарға тиңләп баһаларға маташыусы мәкерле әҙәмдәр ҙә юҡ түгел әле Рәсәйҙә. Салауатты хурлап, яугирлығы, көслө ихтыяры, ҡаҡшамаҫ рухы менән дан алған, намыҫына һис тап төшөрмәҫ башҡортто яуапһыҙ-телһеҙ итеп күрергә теләй улар. Тик тарихи хаҡиҡәтте бысраҡ менән буяп, йәшереп булмай: бындай әшәке әҙәмдәр үҙ нәжестәренә үҙҙәре бата..."
Үкенескә, халыҡтар бәғзе ваҡыт һарыҡ төркөмөн хәтерләтә биреп тә ҡуя. Мәҫәлән, төркөмдән бер һарыҡ янып торған һарай эсенә йүгереп барып инеп китә икән, ҡалғандары, бер ни уйлап торай, уның артынан эйәрә... Бәҙри Әхмәтов ағай миҫал итеп килтергән һымаҡ хәбәрҙәр, йәғни, Салауат батырыбыҙ хаҡындағы юҡ-бар мәғлүмәттәр һәр төрлө интернет селтәрҙәрендә ҡуйырып китмәгәйе. Батшалыҡ дәүерен реабилитациялап, хатта уны аяҡҡа баҫтырған хәлдә лә, халҡыбыҙҙың ирке өсөн ҡорбан булған батырыбыҙҙың көрәш юлын, уның мәғәнәһен кире яҡҡа үҙгәртеүгә юл ҡуйыу ярамай, тимәксемен.
Нисек кенә булмаһын, Салауат батыр тураһында һүҙ йөрөткәндә шунда уҡ илһөйәр, намыҫлы, ысын башҡорт образы күҙ алдына килеп баҫа. Салауат батырыбыҙҙың хаҡ дин юлында булғанын да һәммәбеҙ белергә бурыслы. Әйткәндәй, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан гәзиттәрҙә халҡыбыҙҙың данлы батырҙары, милләтебеҙҙең борондан килгән традициялары, ҡунаҡсыллығы, бай Уралы, урман-һыуҙары, ере, мәҙәниәте, теле, хатта милли кейеме, ҡурайы, ҡымыҙы, ҡорото хаҡында яҙылған мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Әммә шундай илһөйәр авторҙарҙың сығыштары араһында ата-бабаларыбыҙҙың борон-борондан тотоп килгән дине, йәғни иман хаҡында тик мәшһүр шағирыбыҙ Мәүлит ағай Ямалетдиндың ғына мөрәжәғәтен күрҙем: "Иң мөһиме, иманға ҡайтырға кәрәк. Ә иман - бик ҙур төшөнсә. Кескәй генә дүрт хәрефле һүҙгә әхлаҡ та, әҙәп тә, телеңә тоғролоҡ та, илеңә һөйөү ҙә, үҙ-ара мөнәсәбәт тә һыя..." - тип яҙҙы ул. Бына шулай, милләтебеҙ, телебеҙ хаҡында йыш ҡына һүҙ ҡуҙғатабыҙ, әммә иң әүәл кәрәк нәмә тураһына, тап ана шул иман хаҡында "шымып ҡалыу" яғында күпселек. Мин, шәхсән, халҡыбыҙҙың үҙ асылы тик иманға килеү аша ғына һаҡланып ҡаласағына икеләнмәйем. "Заман башҡа - заң башҡа", тигән мәҡәл дә йәшәй, әлбиттә. Әммә илдә, хатта донъя кимәлендә ниндәй генә сәйәси боролоштар, ҡоролоштар булыуына ҡарамаҫтан, шул хәҡиҡәтте күҙ уңынан ысҡындырыу ярамай: милләтебеҙҙең һәр төрлө ҡиммәттәрен иҫкә алып та, динебеҙ хаҡында онота икәнбеҙ, был - ололарҙан-оло хаталаныу. Алдараҡ әйткәндәй, һарыҡ көтөүенә оҡшарға тырышып ятмайыҡ әле, яҡташтар!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.19 | Ҡаралған: 563

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru