«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҠЛАНҒАНДЫҢ ҺАҒЫ ЯТЫР
+  - 

Оператив кәңәшмәнең көн тәртибендә тағы ла балаларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһе төп урында торҙо. Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин белдереүенсә, уйын майҙансыҡтарының дөрөҫ урынлаштырылмауы йәки ҡуйылған талаптарға яуап бирмәүе күп осраҡта хәүеф сығанағына әүерелә. Фажиғәләргә, төрлө ауыр йәрәхәттәргә юл ҡуймау өсөн был тема муниципаль берәмектәр етәкселегенең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә.

Хакимиәттең Ҡала йәшәйешен һәм эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса идаралыҡ начальнигы Никита Дмитриев билдәләүенсә, бөгөн Өфөлә йорт алды ихаталарында барлығы 7000 самаһы элемент менән йыһазландырылған 1855 балалар уйын майҙансығы бар. Сертификациялы элементтар 5312 берәмек тәшкил итһә, 1585-енең сертификацияһы юҡ, сөнки улар 2012 йылға тиклем урынлаштырылған булған. Уларҙы идара итеү ойошмалары хеҙмәтләндерә һәм хәүефһеҙлек талаптары буйынса тикшереүҙәр уҙғара, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрә. Бынан тыш, яҙғы санитар айлыҡ ваҡытында техник хеҙмәтләндереү сараларын уҙғара, йыһаз элементтарын ремонтлай һәм буята. Былтыр октябрҙән быйыл июлгә тиклем 408 бәүелсәк алмаштырылған. Әле "Башҡорт ихаталары" республика программаһын тормошҡа ашырыу барышында 38 балалар майҙансығы эшләнәсәк, 46 турник комплексы ҡуйыласаҡ, 3 хоккей ҡумтаһы яһаласаҡ. Өс майҙансыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ҡулайлаштырыласаҡ.
Көн тәртибенә сығарылған икенсе мәсьәлә йылдың тәүге яртыһында баш ҡалала юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә бағышланды. Был хаҡта РФ Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы Олег Ющенко бәйән итте. Алты айҙа былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда юл-транспорт ваҡиғалары 26-ға (7,2 процент) кәмерәк булһа ла, 835 осраҡ теркәлгән, 12 кеше һәләк булған, 1048-е төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Олег Юрьевич белдереүенсә, юл-транспорт ваҡиғаларында төп урынды транспорттың бәрелешеүе ала (422) һәм бының сәбәбе - урам-юл селтәренең тейешенсә ҡаралмауында.
Юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һанының 274 осрағы йәйәүлеләрҙе төрттөрөүгә бәйле һәм 107 осраҡта йәйәүлеләр үҙҙәре ғәйепле, ҡалған өлөшөндә водителдәрҙең йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәрҙә ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауы тора. Һөҙөмтәлә 5 кеше һәләк булған, 280-е төрлө йәрәхәттәр алған. Ғәҙәттә, транспорт оло йәштәгеләрҙе, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе, йәғни юлдағы хәл-торошҡа тиҙ генә реакцияһы булмаған кешеләрҙе төрттөрә. Шуны ла оноторға ярамай: балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының 65 процентында ололар ғәйепле булып сыға.
Ҡараңғы ваҡытта юл-транспорт фажиғәһенә осраған 74 осраҡ теркәлгән. Бында иһә авария сәбәбе булып тәү сиратта яҡтыртыу ҡоролмалары, юл билдәләре булмауы тора. Ҡала урамдарында йәйәүлеләр өсөн юлды аша сығыу билдәләнгән урындарҙа, хәрәкәт ике яҡҡа ла ике һәм унан күберәк һыҙатлы булған ерҙәрҙә светофорҙарҙың булмауы бәкәлгә һуға, водителдәр ошонда ҡағиҙә боҙа ла инде. Әммә улар менән иҫкәртеү эштәре алып барыу икенсе кварталда йәйәүлеләр үтә торған үткәүелдәрҙә юл-транспорт ваҡиғаларының кәмеүенә килтерә. Олег Ющенко фекеренсә, бөгөн балаларҙың юлдарҙа йәрәхәт алыуын иҫкәртеү буйынса профилактик эш алып барыу өсөн булған матди-техник база системалы эшмәкәрлекте тәьмин итә алмай: стационар майҙансыҡтар, мобиль автоҡаласыҡтар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса кабинеттар, күргәҙмә әсбаптар етешмәй.
Юл-транспорт ваҡиғаларының бер өлөшө автобус водителдәренә тура килә. Пассажирҙар ташыусы транспорттың юлдарҙа авария хәлен тыуҙырыуына йәки аварияға осрауына уларҙың маршруттарҙы ҡабатлауы, һөҙөмтәлә, килем артынан ҡыуып, тиҙлекте арттырыуы, дистанцияны тотмауы һәм юл саттарын үткәндә сиратты һанға һуҡмауы сәбәпсе.
Ҡыҙыҡһыныусы тикшереү ойошмалары менән берлектә үткәргән профилактик саралар һөҙөмтәһендә юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 255 осрағы асыҡлана, административ яуаплылыҡҡа автопредприятиеларҙың 645 вазифалы һәм юридик шәхесе тарттырыла. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 91721 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы киҫәтелә, эскән килеш транспорт саралары менән идара итеүҙең 903 осрағы асыҡлана, 539 осраҡта водителдәрҙең праваһы алына. Дөйөм алғанда Өфө ҡалаһы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә 57911600 һумлыҡ штраф һала.
Сығышты йомғаҡлап, ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Транспорт идаралығына пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмалар, ЮХХДИ вәкилдәре менән осрашып кәңәшмә үткәреү, муниципалитеттың юлдарҙы хеҙмәтләндереүсе блогына урам-юл селтәрендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысын йөкмәтте.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.19 | Ҡаралған: 508

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru