«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АҪЫЛТАШ"ҠА АҪЫЛ ЙӘШТӘР ЙЫЙЫЛДЫ
+  - 



Йәйге каникулдар мәлендә йәштәрҙең мәшғүллеген хәстәрләп, БР Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы һәм "Берҙәм Рәсәй Йәш Гвардияһы" ойошмаһы сираттағы "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте республика форумын уҙғарҙы. Сара өсөнсө йыл рәттән Баймаҡ районы Граф күле буйында республика һәм Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән башҡорт мәҙәниәте, тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы йыя. Быйыл унда Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Пермь өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан ҡалаларынан 300 кеше ҡатнашҡан. Форумдың һөҙөмтәләре тураһында ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренән белештек.

Байрас Азаматов, БР Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы етәксеһе: Быйылғы форумдың төп маҡсаттарының береһе - "Аҫылташ" бренды аҫтында үткән төрлө проект эштәрен тормошҡа ашырыу өсөн йәштәрҙән командалар туплау булды. Шуға, тәү сиратта әүҙем, лидерлыҡ һәләттәре булған һәм артабан үҫешергә теләгән йәштәрҙе Башҡорт телендәге дебаттар, "Медиа-үҙәк", "Ресурс үҙәге" проекттарына йәлеп иттек. Бынан тыш, форумда үҙ проекттарын тәҡдим итеүселәргә 70 мең һумлыҡ грант бирелде, уны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, шәхси эшҡыуар Динар Шаһиев һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Даян Солтанғужин финансланы. Йәмғеһе 30 йәш кеше проект төҙөгән, шуларҙың бишәүһе аҡсалата ярҙам алды, икәүһенә шәхси остазлыҡ тәҡдим ителде. Бөтә проекттар ҙа тормошҡа ашырырлыҡ кимәлдә уйланылған булыуы, башҡорт йәштәре араһында бизнес-проект тәҡдим итеүселәр барлыҡҡа килеүе ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, быйылғы ҡатнашыусылар нисектер айырыуса әүҙемлек күрһәтеүе менән айырылып торҙо. Тәүге мәғариф форумдарында йәштәр ҡыҙыҡһынырмы, спикерҙар менән аралашырмы, һорауҙар бирерме тип борсола инек. Хәҙер йәштәр үҙҙәре теләгән майҙансыҡта әүҙем эшләйҙәр, береһен дә мәжбүрләргә кәрәкмәй. Бындай мәғариф саралары йәштәргә үҫешергә, донъяға ҡарашын киңәйтергә мөмкинлек биреүе менән әһәмиәтле. Хәҙер эшкә урынлашҡанда ҡыҙыл дипломға түгел, йәш белгестең үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуына, система эсендә үҙ бурыстарын белеп һәм яуаплылыҡ тойоп эшләүенә, көтөлмәгән хәлдәрҙән сыға алыуына иғтибар итәләр. Беҙҙең форум шул һәләттәрҙе үҫтерергә ярҙам итә, быны башҡорт йәштәре яҡшы аңлауы ҡыуандыра.
Тиҙҙән "Аҫылташ" бренды аҫтында тағы бер яңы эш йүнәлеше - "Ресурс үҙәге" асыла, был проект сиктәрендә коммерция булмаған ойошма төҙөргә, милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итеү, тәүге финанс ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек алып барыласаҡ. Бына шулай, беҙҙең киләсәккә пландар байтаҡ һәм бергә эшләргә, үҫешергә теләүсе йәштәрҙе тап "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте форумында осраттыҡ да инде.

Илһам Рәхимғолов, "Аҫылташ" форумында ҡатнашыусы: Мин әлеге ваҡытта Өфө дәүләт авиация техник университетының дүртенсе курсын тамамланым. Уҡыуҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнашам, Ейәнсура районы йәштәре берлеге рәйесемен. "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте форумы иң яҡшы мәғариф сараларының береһе. Был юлы миңә айырыуса журналист Инга Йомашева һәм музыкант Заһир Зәйнетдиновтың сығыштары оҡшаны. Улар башҡаларҙың: "Һин бер нәмә лә булдыра алмайһың", - тиеүенә ҡолаҡ һалмаҫҡа, тырышып эшләргә, алға барырға саҡырҙылар. Тағы ла йыр ижад итеү менән шөғөлләнгәс, йырсы Ринат Ниғмәтуллиндың лекцияһын ҡыҙыҡһынып тыңланым. Ул бөтөн кәрәкле аппаратураһын үҙе менән алып килгәйне, шунда уҡ махсус программа ярҙамында көй ижад итеп тә күрһәтте.
Быйылғы форум яңы мөмкинлектәргә юл асыусы булараҡ хәтерҙә ҡаласаҡ. "Гитара Battle" тигән башҡорт телендә генә үтәсәк бард ярышын ойоштороуға 30 мең һумлыҡ сертификат оттом. Быға оҡшаш сара - "Ҡош юлы" конкурсы бар, әммә "Гитара Battle" барышында ҡатнашыусылар импровизацияларға тейеш. Конкурсанттар билдәле ваҡыт эсендә төрлө темаларға тиҙ генә йыр һүҙҙәрен һәм көйөн уйлап сығарып, башҡарып күрһәтә. Был йәш музыканттарға һәләттәрен үҫтерергә, йырҙар ижад итергә этәргес бирәсәк. "Гитара Battle" ярышын бер тапҡыр үткәреп ҡараным, тәжрибә бар һәм артабан камиллашырға теләк ҙур. Әйткәндәй, тәҡдим ителгән 30 проект өс йөҙ ҡатнашыусы өсөн әҙ һымаҡ. Әммә быйыл бик күптәр мәғариф форумында беренсегә ҡатнашты, киләһе йыл улар әҙерләнеп килер һәм ҡыҙыҡлы идеялары менән жюри ағзаларын хайран итер, тип уйлайым. Иң мөһиме, ҡыйыу булырға, фекереңде башҡаларға дөрөҫ итеп еткерә белергә, һорауҙарға ҡаушамай яуап бирергә кәрәк.

Алһыу Аллағолова, Аҫылташ" форумында ҡатнашыусы: Бер ҡыҫала биҙрәнән сығырға тырышып ҡыбырлай башлаһа, башҡалары ла хәрәкәткә килеп, уға ярҙам итә, тиҙәр бит әле. "Аҫылташ" форумы тап шундай сара, бында актив һәм алдынғы ҡарашлы йәштәр тиҫтерҙәренә комфорт зонаһынан сығырға ярҙам итә. Өс көн эсендә бик күп ҡыҙыҡлы шәхестәр менән таныштым, һәр кемдең күңеленә ятҡан шөғөлө һәм аныҡ маҡсаттары булыуы һоҡландырҙы, дәртләндерҙе. Бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнаштым һәм проектым еңеп сығыуына һаман да ышанып етә алмайым. Сөнки форум күберәк социаль проекттарға өҫтөнлөк бирә, ә мин фоамирандан декоратив сәскәләр эшләп һатыуҙы яйға һалырға ниәтләгәйнем. Эксперттар фекерен дә ишеттем, практик тәжрибәһе булған кеше менән дә кәңәшләшә алдым. Башҡа ҡатнашыусыларҙың сығыштарын күрҙем, эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтелгәндәре тормошҡа ашырмалы булыуы, социаль проекттар илһамлы булыуы менән айырылып торҙо. Тиҫтерҙәрем кешеләргә ихлас ярҙам итергә, йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр атҡарырға, тирә-яҡ мөхитте яҡшыртырға теләй. Башҡорт телен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар күп булды. "Аҫылташ" миңә күңелемә ятҡан эште башларға этәргес бирҙе, хәҙер биҙәү сәнғәтенә күберәк иғтибар бүләсәкмен һәм хатта һөнәремде лә үҙгәртергә уй бар.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте республика форумы ҡатнашыусылары Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәй, әммә бөтәһен дә башҡорт мәҙәниәте, аң-белем алыу, зиһендәрен үҫтереү теләге берләштерә. Фекерҙәштәр, дуҫтар һәм партнерҙар табырға ярҙам иткән ошондай саралар республикала йыш үткәрелә башланы. Был власть органдарының йәштәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алып, тығыҙ бәйләнештә эшләү һөҙөмтәһе. Кәңәшле эш - бөткән эш, тип юҡҡа әйтелмәгән шул.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.19 | Ҡаралған: 697

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru