Үткән аҙнала "Торлаҡ хужалығы тармағында һөнәре буйынса иң яҡшыһы" ҡала һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте. Ул ике: теоретик һәм ғәмәли этаптан торҙо. Ҡатнашыусылар барыһы ла үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп, ысынлап та оҫта икәнлектәрен раҫлаһа ла, иң-иңдәр генә еңеүсе була һәм улар баш ҡала данын республика конкурсында яҡлаясаҡ. "Ярыш барышындағы рух, сәм әлегә күҙәтеүсе ролендә генә сығыш яһаған йәштәрҙе лә был тармаҡҡа килергә этәргес булырына ышанам", - тине сираттағы оператив кәңәшмәне алып барыусы хакимиәт башлығы урынбаҫары Салауат Хөсәйенов.
Шулай уҡ үткән аҙнала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин баш ҡаланың велосипедсылар йәмғиәте активистары менән осрашты. Һуңынан унда ҡатнашыусылар күсмә кәңәшмәне Киров, Совет райондарында дауам итеп, урамдар буйлап велосипедтарҙа үтте, был категория өсөн булдырылған шарттар менән танышты. Һөҙөмтәлә коммуналь хужалыҡ тармағы менән берлектә ҡаланың велоструктураһы йүнәлешенә үҙгәрештәр индерергә кәрәк, тигән һығымта яһалды. Әммә был йәйәүлеләргә, автомобилселәргә ҡатмарлыҡтар һәм хәүеф тыуҙырырға тейеш түгел.
Ә инде кәңәшмәнең төп темаһы булып ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләһе торҙо. Уның буйынса УИС МУП-ының башҡарма директоры Максим Петров сығыш яһаны. Мәғлүм булыуынса, сираттағы йылытыу миҙгеле тамамланғас та баш ҡаланың ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары йылылыҡ селтәрҙәрен һәм инженер ҡорамалдарын яңы миҙгелгә әҙерләй башлай. Максим Геннадьевич белдереүенсә, йылытыу миҙгеленә йылылыҡ селтәрҙәре һәм инженер ҡорамалдары тулыһынса әҙер буласаҡ. Әлбиттә, миҙал ике яҡлы булған кеүек, бында тәьминәтселәрҙе генә түгел, ҡулланыусыларҙы ла күҙ уңына тоторға кәрәк. Сөнки ресурстар менән ҡулланған өсөн ваҡытында иҫәпләшмәү ремонт эштәрен тулыһынса башҡарыуға йәки ниндәйҙер урында нимәнелер алмаштырыуға тотҡарлыҡ яһай. Ә инде ҡулланыу ваҡыты үткән ҡорамалды ҡулланыу авария менән янай. Юҡҡа ғына, ҡайҙа нескә - шунда йыртыла, тимәйҙәр бит.
Артабан һүҙ "Өфө ҡалаһының берҙәм иҫәп-касса үҙәге"нең эшмәкәрлеге һәм йылдың тәүге яртыһында ҡулланылған торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн халыҡтан аҡса йыйыу тураһында барасаҡ. Был хаҡта ойошманың генераль директоры Айгөл Винникова бәйән итте. Билдәләнеүенсә, ярты йылда Өфө ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн 6 миллиард 324 миллион һумлыҡ хеҙмәт күрһәтелһә, ул 97 процентҡа үтәлеп, 6 млрд 122 миллион һум йыйылған. Йылдың тәүге яртыһында бурыстарын түләмәүселәргә 414 иҫкәрмә ебәрелгән, 72 ғаилә буйынса социаль найм килешеүен тарҡатыу ғаризаһы судҡа тапшырылған. Шуларҙың 43-ө, бурысын өлөшләтә йәки тулыһынса түләгәнлектән, судҡа еткерелмәгән, 28 эш ҡарала, 1 ғаилә икенсе торлаҡҡа күсерелгән.
Әлеге ваҡытта РФ Дәүләт Думаһына берҙәм түләү документын булдырыу тураһында закон проекты тәҡдим ителгән. Был халыҡтың уңайлығын һәм һәр ресурс ойошмаһына айырым квитанциялар буйынса түгел, ә берҙәм түләүҙе, һәм шуның менән ваҡытты экономиялауҙы күҙаллай, бынан тыш та башҡа ыңғай яҡтары етерлек.
Нисек кенә булмаһын, үҙгәрештәр халыҡтың кеҫәһенә һуғырға, уларҙан халыҡ зыян күрергә тейеш түгел. Юҡһа, күрһәтелмәгән хеҙмәттәр өсөн хаҡ ҡуйыу ҙа, бер хеҙмәт өсөн ике тапҡыр түләү ҡағыҙы ебәреү күренештәре лә юҡ түгел.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|