«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҪКӘРТЕҮҘӘРГӘ ҠОЛАҠ ҺАЛҒАНДА...
+  - 

Күптән ҡалалағы ваҡиғаларға күҙәтеү яһағаныбыҙ юҡ, шикелле. Шул бушлыҡты тултырыу маҡсатында сираттағы оператив кәңәшмәлә муниципалитеттың яуаплы структура вәкилдәренең үткән аҙналағы хәл-торошҡа ҡыҫҡаса байҡауына иғтибар бирергә булдыҡ.

Шулай итеп, 29 июлдән 4 авгусҡа тиклем баш ҡалала ғәҙәттән тыш хәлдәр күҙәтелмәгән, хәүефле производство объекттары ғәҙәти режимда эшләгән, экологик хәл-торош нормала булған. Аҙна эсендә көнкүреште тәьмин итеү системаларында 33 авария күҙәтелгән, 34 янғында бер кеше үлгән. 27 юл-транспорт ваҡиғаһында 34 кеше зыян күргән, 8 кеше дауаханаларға оҙатылған, 1 кеше һәләк булған. Мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә 17329 кеше мөрәжәғәт иткән, эҙләү-ҡотҡарыу отряды 195 саҡырыу буйынса сыҡҡан. Бер кеше һыуға батыуҙан ҡотҡарылған. Аҙна эсендә янғын һүндереүселәр 99 саҡырыу буйынса сыҡҡан, шул иҫәптән 32 шылтыратыу ялған булған, 7 осраҡта бешерергә ҡуйылған ризыҡ янған. 11 кеше эвакуацияланған. 1120 йорт, 35 урман янғын хәүефһеҙлеге буйынса тикшерелгән.
Мәғлүм булыуынса, үткән аҙна шулай уҡ Благовещен районында Инйәк йылғаһының бысраныуы тураһындағы мәғлүмәт менән хәүефләндергәйне. Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә лә был тема төп урындарҙың береһен алып торҙо һәм ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәне алып барыусы Салауат Хөсәйенов та уға иғтибар йүнәлтте. Махсус ойошторолған тикшереү комиссияһы әлеге ваҡытта Өфөләге эсәр һыуға уның йоғонтоһо булмауын белдерә. "Уфаводоканал" предприятиеһы ла даими контроль һәм мониторинг һөҙөмтәләренең норматив талаптарына яуап биреүен билдәләй.
Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың баш ҡалалағы юлдар буйынса ҡәнәғәтһеҙлек белдереүенә лә иғтибар йүнәлтелде һәм етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала хәл итеү бурысы ҡуйылды. Бөгөн баш ҡалала "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә әлеге ваҡытта алты участкала: Өфө-Аэропорт, Володарск майҙанынан Галле урамына тиклем Октябрь проспекты урамы өлөшө, Комаров, Матвей Пинский, Балаҡатай, Яңы Черкасск урамдарында ремонт эштәре тамамланған. Тағы ла 18 объектта эштәр алып барыла. Быйыл баш ҡалала дөйөм оҙонлоғо 48 километр, дөйөм майҙаны 811 мең квадрат метр булған 28 урам-юл селтәре объектын ремонтлау планлаштырылған. Юлдарға билдәләр һалыу эше лә алып барыла. Әле планлаштырылған 130 мең квадрат метр майҙындың 100 мең квадрат метрына билдә һалынған. Ҡаланың 84 мәктәбе юлдар эргәһендә булғанлыҡтан, улар эргәһендә 1 сентябргә тиклем билдәләр һалынырға тейеш. Юлдар ремонтланып өлгөрмәгән участкаларҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Салауат Сәхи улы билдәләрҙе ваҡытлыса ябай буяу менән булһа ла һалырға ҡушты. Көн тәртибендә шулай уҡ хәүефһеҙлек темаһы дауам итте. Онотмаһағыҙ, ҡоҙоҡ люктары булмауы һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр хаҡында киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеп торҙо. Әммә һаман да яуаплылар бошонмай: баш ҡалала барлығы 88 мең ҡоҙоҡ булһа, уларҙың 289-ы ремонт талап иткән һәм 269-ы ремонтланған. Бында ла ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хөсәйеновтың ҡәнәғәтһеҙлек белдереүе аңлашыла: был тема һәм проблема күптән билдәле, әммә әлегә тиклем асыҡ ҡала, тимәк, яуаплылар үҙ бурысын еренә еткереп үтәмәй. Көҙ миҙгеле алдынан 264 ҡоҙоҡ тикшерелә һәм ойошмаларға асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысы ҡуйыла. Уттан, һыуҙан, тәбиғәт һынауҙарынан берәү ҙә азат түгел, әммә хәүефһеҙлек сараларын үтәү һәр кемдең үҙенән тора. Шул хаҡта ла онотмаһаҡ икән.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.08.19 | Ҡаралған: 456

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru