«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘҒӘЛЕ ШАҠМАН БАБАБЫҘ, ТАМЪЯН БУЛЫР АТЫБЫҘ
+  - 

Башҡорт этнографы түңгәүер-тамъян бәйләнешенең бик яҡын булып, быны уларҙың боронғо ҡәрҙәшлеге һөҙөмтәһе, тип иҫәпләй. Ошо фекерҙе дәлилләп, ғалим XVIII - XIX быуаттарҙа берләштерелгән Тамъян-Түңгәүер олоҫоноң уртаҡ административ берәмек булыуына ла иғтибар итә. Ул бындай берләшмәнең көнсығыш башҡорттарына хас булмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда танғор һәм тума этнонимдарының йыш осрауын да ғалим уларҙың боронғо монгол сығышлы булыуы менән аңлата. Ошо һығымтаға өҫтәлмә дәлил рәүешендә ул тамъяндарҙың төньяҡ төркөмөнөң Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары буйын төйәк итеүенә Енисей йылғаһы үрендә йәшәгән тама - тума ҡәбиләһенең ошо йылғаның Кесе Енисей айырын Ҡыҙыл-Хем, тип атауына тура килеүен күрһәтә. Тарихсы С. Хәмиҙуллин Р. Кузеевтың тамъян ырыуының монгол сығышлы булыуын тейешле кимәлдә нигеҙләнмәгән, тип, башлыса, этнонимдар оҡшашлығы менән генә аңлатылыуына тәнҡит күҙлегенән ҡарай. Шул уҡ ваҡытта тамъяндарҙың боронғо төрки берләшмәләре составында хәрәкәт итеүен инҡар итеп булмай.

Тамъяндарҙың ата бабалары, башҡа төрки ҡәүемдәре менән берлектә, көнбайыш тарафтарына табан халыҡтарҙың оло күсешендә ҡатнаша. Көнсығыш тарихи сығанаҡтарында Етеһыу (Семиречье) территроияһында көн итеүсе төркиҙәрҙең усунь берләшмәһе составында та-ма юй-сунь ҡәбиләһе лә иҫкә алына. Шулай уҡ ҡаҙаҡ ғалимдары тама ырыуының тәүҙә Алтайҙа алчин тип аталған этник берләшмә составында булыуы, ә X - XI быуаттарҙа Ҡара диңгеҙ буйҙарына, көньяҡ рус далаларына тиклем барып етеүе хаҡында яҙа. Р.Ғ Кузеев тама ырыуы вәкилдәренең башҡа төрки ҡәбиләләре менән берлектә IX быуатта уҡ Волганан көнбайыштараҡ ятҡан территорияла көн итеүен фаразлай. Ул тама ҡәбиләһенең бәшәнәктәр, баджгардтар һәм бурджандар менән бер тарихи дәүерҙә Яйыҡ йылғаһынан көнбайышҡа, Волга аръяғына табан күсә барыуын ысынбарлыҡҡа тап килә, тип иҫәпләй. Артабан улар Волга йылғаһының түбәнге яҡтарына һәм унан көнсығышҡа табан йүнәлә. Тамъяндар (тамалар) ҙа, баджгард-бурджандар менән берлектә, йә улар артынса уҡ Урал алды ерҙәренә килеп етә. Тап башҡорт ҡәбиләләре мөхитендә тама атамаһының тамъянға әйләнеүенә лә ышанырға була.
Тамъяндар Урал алдының көнсығыш тарафтарын биләй, уларҙың ерҙәре Бөгөлмә ҡалҡыулығында, Ыҡ, Дим йылғаларының үрендә була. XII - XIII быуаттарҙа улар Ағиҙел йылғаһының көньяҡ бассейнына, Нөгөш йылғаһы буйына килеп сыға. XV - XVI быуаттарҙа тамъяндар бөрйәндәр һәм түңгәүерҙәр менән бергә хәҙерге Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш зонаһына (Урал аръяғына) үтеп инә һәм ошо ерҙәрҙе үҙләштерә. Шулай ҙа уларҙың байтаҡ өлөшө Ыҡ һәм Дим йылғаһы буйҙарын бөтөнләйгә ташлап китмәй, XVI - XVII быуаттарҙа үҙҙәренең боронғо аҫабалығын батша хакимиәтенән алынған жалованный грамоталарҙа раҫлай. XVIII быуат башында ла Ыҡ буйында Тамъян олоҫо булған әле. 1557 йылда аҡ батша Иван Грозныйға үҙҙәренең рус дәүләтенә ҡушылырға ризалығын белдерергә килеүсе ырыу башлыҡтары араһында тамъян кенәзе легендар Шәғәле Шаҡман да була.
Тарихсы С. Хәмиҙуллин тамъяндарҙың ҡыпсаҡ башҡорттары менән ҡәрҙәш булыуын ысынбарлыҡҡа тап килә, тип иҫәпләй. Ҡыпсаҡтарҙың рус этнографы П.О. Небольсин теркәп ҡалдырған "ете ырыу" берләшмәһендә Тамъян-Ҡыпсаҡ ырыу бүлеме лә була. Быны һуңғы ваҡытта уҙғарылған этногенетик тикшеренеүҙәр ҙә раҫлай: тамъян вариҫтарының генофондында ике гаплотөркөм өҫтөнлөк итә: R1a1-M198 (54%) һәм R1b-M343 (32%). Был гаплотөркөмдәр бер үк ваҡытта ҡыпсаҡ ырыуына ла хас. Этнограф Р.Ғ. Кузеевтың иҫәпләүе буйынса, XVIII быуат башында тамъяндарҙың һаны 21 мең самаһы була. XX быуаттың 20-се йылдарында уларҙың дөйөм иҫәбе 25 - 27 меңдән артмай, бында ул осорҙа кисерелгән трагик ваҡиғалар һөҙөмтәһендә башҡорттарҙың һан яғынан ҡырҡа кәмеүе сағылыш таба.
Хәҙерге ваҡытта тамъян ырыуы вариҫтары Башҡортостандың Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Туймазы, Шаран райондарында йәшәй. Сығышы менән тамъян нәҫеленә ҡарағандар Ырымбур өлкәһенең һәм Татарстандың ҡайһы бер райондары ауылдарында ла бар.
Тамъян ырыуы башҡорттары халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө булып, тарих юлдарын милләттәштәре менән бергә үтте. Тамъяндар ҙа халҡыбыҙ ғорурлығы булырҙай меңәрләгән ул-ҡыҙҙар үҫтерҙе. Башҡорт ихтилалдарының арҙаҡлы батырҙары Күсем Түләкәйев, Аҡай Күсемов, Сәйетбай Алкалин, Ҡасҡын Һамаровтар - тамъян башҡорттарынан. Муса Смаков 1917 йылда II Бөтөн башҡорт ҡоролтайында Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы итеп һайлана, милли автономия өсөн барған көрәштә әүҙем ҡатнаша. Советтар Союзы Геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының полк командиры, генерал Таһир Кусимов та башҡорт яугирлығы данын бар илгә таратты. Тамъяндар бөгөн академик Марат Илһамов, философ, фән докторы Рәмил Истамғәлин, филологтар, фән докторҙары Зиннур Нурғәлин, Сәриә Миржанова, яҙыусылар Тимер Ниәтшин, Әсхәл Әхмәтхужа, халыҡ артистары Әхтәм Әбүшахманов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Вахит Хызыровтар, башҡа йөҙәрләгән билдәле ырыуҙаштары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 31-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.08.19 | Ҡаралған: 558

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru