«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР ӨЙҘӘ ШАШКАЛА УЙНАҺЫНДАР, УЛ МЕЙЕНЕ КҮНЕКТЕРЕҮ САРАҺЫ ИКӘНЕН БЕЛҺЕНДӘР
+  - 



Күптән түгел Якутскиҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса планета беренселеге үтте. Һәм унда беҙҙең ҡыҙҙар еңеүселәр булып сыҡты! Башҡортостандан Тамара ТАНҺЫҠҠУЖИНА беренсе урынды яуланы, ә Айгөл ИҘРИСОВА көмөш миҙалға лайыҡ булды. Милләтебеҙҙең аҫыл ҡыҙҙарын редакциябыҙға сәйгә саҡырып алып, әлеге уңыштары һәм башҡа бик күп төрлө яңылыҡтары, тормош-йәшәйештәре, уй-хыялдары тураһында белештек. Был хаҡта һеҙгә лә бәйән итәбеҙ.

Бала саҡта күптәр бейей ҙә, йырлай ҙа, рәсемгә лә, музыка ҡоралдарына ла йөрөй. Ата-әсәләр балаларын, күберәк хәрәкәт итһен, сәләмәтлеген нығытһын, шөғөлө булһын, тип, ҡайҙа ғына тапшырмай. Әммә шашкаға йөрәгәндәр һирәк була. Һеҙ нисек килеп юлыҡтығыҙ был уйын төрөнә?

Айгөл Иҙрисова:
Мин Ишембай ҡалаһында тыуып үҫтем. Атайым сығышы менән Ураҙбай ауылынан булып, бәләкәйҙән йәйен дә ҡышын да ауылға олатай менән өләсәй янына ебәрҙеләр. Алты йәштәр тирәһендә микән, олатайым миңә шөғөл тапты - шашка уйнарға өйрәтте. Олатай үҙе шәп шашкасы ине, хатта махсус китаптары ла булды. Әйткәндәй, әлеге тренерым (Рәсәй йыйылма командаһы тренеры) Юрий Владимирович Чертогтың автографлы китабына ла эйә ине һәм һигеҙ йәштә шул китап миңә бүләк ителде. Ҡалала, әсәйемдең әсәһе булған өләсәйем, кистәрен өҫтәл теннисы уйнарға йөрөнө. Мин уға эйәреп бара һәм өләсәй бушағансы шунда килгән кешеләр менән ултырып шашка уйнай инем. Унан балалар баҡсаһында ла ял көндәрендә барып, шашка уйнарға, ярыштарҙа ҡатнашырға мөмкинлек булды.
Беренсе класҡа Ишембай ҡалаһының 2-се Башҡорт гимназияһына уҡырға барҙым һәм тренер Александр Павлович Мельников мине инде махсус рәүештә түңәрәккә саҡырып алды. Унынсы класҡа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына килдем һәм унда ла шөғөлөмдө дауам иттем.
Тәүге тапҡыр Башҡортостан беренселегендә беренсе синыфта уҡығанда ҡатнашҡайным. Иң бәләкәсемен, ете генә йәш. Ундағы ҡыҙҙарҙы күреп, әсәйгә: "Улар бит ҙур, хәҙер мине еңәләр инде", - тип иланым. Әсәйем: "Әгәр уйнаһаң, мин һиңә ҡағыҙ ҡурсаҡ алып бирәм", - тип әүрәтте лә, индереп ебәрҙе. Ул саҡта ҡатырғынан ҡырҡылған ҡурсаҡҡа ҡағыҙ кейемдәр ҡырҡып кейҙереп була торған уйын бар ине. Бындай ҡурсаҡ минең хыялым ине. Ярышта өсөнсө урын яулағас, әлеге ҡатырғы ҡурсаҡты һатып алып бирҙеләр. Шулайтып яйлап Башҡортостан, Рәсәй беренселегендә ҡатнаштым, туғыҙ йәштә беренсе тапҡыр сит илгә сыҡтым. Бына шулай.
Тамара Танһыҡҡужина: Минең әсәйем Күгәрсен районы ҡыҙы булып, заманында Яр Саллы ҡалаһына КАМАЗ төҙөргә китә лә, шунда тороп ҡала. Мин Яр Саллы ҡыҙы булдым шулайтып.
Бала саҡта бөгөнгө балаларҙыҡы кеүек уйынсыҡтар булманы бит һәм беҙҙе балалар баҡсаһында ла ниндәйҙер шөғөлдәр менән әүрәтергә тырышалар ине. Шашка, шахмат кеүек уйындар уйнаталар, хатта төймә баҫырға ултыртып ҡуйғандарын да иҫләйем. Ысынлап та әүрәй, мәшәҡәтләнеп ваҡыт үткәрә инек. Әсәйемдең заводта төнгө сменала эшләгән саҡтары ла булды һәм беҙҙе, ҡайһы бер балаларҙы, баҡсала тәүлек әйләнәһенә ҡалдыралар. Шундай кистәрҙә тәрбиәселәр менән шашка уйнайбыҙ.
Мәктәпкә уҡырға барғас, ата-әсәләрҙән балаларының ниндәйҙер түңәрәктәргә йөрөүен талап итәләр. Ә мине ҡайҙалыр йөрөтөр кеше юҡ, түңәрәктәр үткәрелгән урын алыҫ ҡына, әсәйем көнө-төнө эштә. Шул мәл беҙҙең йорттан бер малайҙың шашкаға йөрөүе асыҡланды ла, мине шуға тағылдырып ҡуйҙылар, уға эйәреп барып-ҡайтып йөрөй башланым. Был уйын миңә яңылыҡ түгел ине һәм мәсьәләләрҙе еңел генә аңлап алып еңә лә башланым. Быны, әлбиттә, аңғарып та ҡалдылар һәм бер-ике айҙан уҡ тәүге ярышҡа алып та киттеләр.
Йөрөй-йөрөй ялҡып, шашканы ташлап ҡуйған саҡтарым да булды. Ул ваҡытта инде тренерҙар әсәйемде килеп өгөтләй. Мин яңынан шөғөлләнә башлайым. Өс-дүрт тапҡыр ҡабатланды шундай хәл. Күрәһең, минең яҙмышҡа яҙғандыр инде был спорт төрө.

Һуңғы еңеүегеҙ хаҡында һөйләп китегеҙ әле? Маҡсат бары тик беренселек булғандыр, эйеме?

Айгөл Иҙрисова:
Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы донъя чемпионатында 9 илдән 16 уйынсы ҡатнашты. Был бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булыу өсөн урындағы чемпионаттарҙа һайлау үттек. Мин үҙем өсөнсө тапҡыр донъя чемпионатында ҡатнаштым. Беренсе тапҡырында миңә егерме генә йәш ине һәм артыҡ ҙур маҡсаттар ҙа ҡуймағайным, алтынсы-бишенсе урын булһа ла ҡәнәғәт ҡалырмын тип уйлағайным. Икенсеһенә, миҙал алыуға өлгәшергә, тигән маҡсат менән барҙым. Быныһына иһә, ныҡлап әҙерләндем, етди еңеүгә ынтылдым. "Әҙәрләндем" тиеү - ул, беҙҙеңсә, компьютерҙан төрлө партиялар өйрәнеү. Башҡа спортсыларҙың уйындарын ҡарайһың, төрлө варианттарҙы анализлайһың, комбинациялар эшләйһең. Был бер фәнни эш һымаҡ. Башыңды эшләтеү менән менән бер рәттән физик эшмәкәрлек тә алып барыла. Мин, мәҫәлән, йөҙөргә яратам. Һәм бөтөн был комплекслы күнекмәләр, рухи әҙерлек әлеге еңеүгә алып килде лә инде.

Шашка спортына ҡараш нисек беҙҙә? Ғөмүмән, уны спорт төрө итеп ҡабул итәләрме ул?

Тамара Танһыҡҡужина:
Үкенескә күрә, беҙҙә был спорт төрө үҫешмәгән. Бигерәк тә Өфөлә. Ишембайҙа, әлбиттә, башланғыс бар, элек тә булды. Ә бына, мәҫәлән, Удмуртстандың, Татарстандың күп кенә ҡалаларында шашка уйыны балалар араһында ла, олалар араһында ла бик популяр. Бала башланғыс синыфтарҙа математиканан бик өлгәшә алмай икән, ата-әсәһенә балаһын шашка йәки шахмат түңәрәгенә бирергә тәҡдим итәләр. Был бик яҡшы ярҙам итә торған алым. Хәҙер бит балаларҙың уйынсыҡтары ла, компьютерҙағы уйындары ла баш эшләтеүгә ҡоролмаған. Киреһенсә, уйынсыҡтар хәҙер "аҡыллы", компьютерҙағы уйындар иһә атыш та тартышҡа ғына өйрәтә. Дәрестәге ҡырҡ минутлыҡ математикала иһә балаларҙың мейеһе лә уянып өлгөрмәй. Ә бына шахмат һәм шашка уларҙың мейеһенең тап ошо уйлап хәл итеү, уйлап ниндәйҙер хәрәкәттәр, алымдар яһау кеүек функцияларына яуап биргән ҡылдарын уятып ебәрә. Бәләкәйҙән ошоға күнеккән балалар үҫә бара ла был һәләтен үҫтерә, камиллаштыра.
Удмуртстанда балалар баҡсалары мөдирҙәре үҙҙәре үк балалар баҡсаларында ла ошо уйын буйынса бәйге ойоштороуҙы һорап, йыш ҡына Шашка федерацияһына мөрәжәғәт итә. Тимәк, уларҙа бәләкәй саҡтан уҡ ярышҡа сығырлыҡ балалар бар.

Шашка-шахмат уйнағанда ниндәй ағзаларға көс төшә?

Айгөл Иҙрисова:
Шашканы баш, мейе ярышы тип кенә уйлау хата ул. Баш эшләһен өсөн бөтөн организмдың эшмәкәрлеге кәрәк бит. Тәндең ниндәйҙер өлөшө ауырып тора йәки үҙ функцияһын үтәй алмай икән, ул ваҡытта баштың да тулыһынса эшләгеһе килмәй. Йәки ярыш ваҡытында дүртәр сәғәт бер партия артында ултырыуҙы ғына алайыҡ. Арҡаға, умыртҡа һөйәгәнә, ултырыш өлөшкә көс төшә. Ысынында һин баш менән эшләп ултырғас, быларҙы мәлендә һиҙмәйһең дә, әммә аҙаҡтан беленә барыһы ла.
Тамара Танһыҡҡужина: Шашка-шахматта уйнау ул физик көс һәм баш мейеһе эшмәкәрлегенән тыш, рухи көстө лә үҫтерә. Ҡабат-ҡабат бер үк төрлө уйында көс һынашырға ултырыу өсөн дә бит эске көс кәрәк. Бында шулай уҡ оло яуаплылыҡ, ныҡ уйлап дөрөҫ йүнәлештәр яһау кеүек бары тик һин генә хәл итә торған бурыстар тора алдыңда. Бары тик һин үҙең генә хәл итәһең, башҡа берәүҙең дә ҡыҫылышы, кәңәше, ярҙамы юҡ. Һәм һинең ҡарарыңдан тора уңыш йәки уңышһыҙлыҡ яулауың. Был ҙур яуаплылыҡ. Һәм оҙайлы ошондай торош һиндә рухи ҡөҙрәтте нығыта ла. Һәм был һинең характерыңда, йәшәйешеңдә, тормошҡа, кешеләргә ҡарашыңда ла сағылыш таба. Һин үҙ-үҙенә ышанған, яуаплылыҡ ала белгән, яҙмыш ауырлыҡтарына ҡаршы атлай алған көслө кешегә әйләнәһең. Айгөл әйткәнсә, шашка-шахмат уйнаусылар шулай уҡ икенсе спорт төрҙәренә лә ылығыусан була. Мин, мәҫәлән, оҙаҡ йылдар еңел атлетика менән шөғөлләнәм.

Шашка уйнау һеҙгә килем килтерәме?

Тамара Танһыҡҡужина:
Баш ҡалабыҙҙа Башҡортостандың Үҙәк шашка клубы урынлашҡан. Беҙ шуның ағзалары булып иҫәпләнәбеҙ. Ағзаларға хөкүмәт тарафынан эш хаҡы билдәләнгән. Әлбиттә, был футболсыларға, хоккейсыларға түләнгән аҡса түгел, әммә артыҡ ҙур күрһәткестәргә өлгәшмәгән осраҡта ла был эш хаҡына йәшәп торорға була. Спорт уңыштары бит инде улар даими һәм оҙайлы рәүештә ҡулда тотоп тора торған төшөнсәләр түгел. Улар ҡапыл килеп ҡаба ла, ҡапыл ысҡына. Килеп ҡапҡанда мул ғына килем дә биреп ҡуя. Һәм күп осраҡта спортсылар ана шул бер килеп ҡаҙаныр уңыш өсөн ғүмер буйы эшләй ҙә. Миҫалға алғанда, һуңғы еңеү миңә 350 мең һум алып килде. Әлбиттә, быға фатир йәки машина алып булмай, шулай ҙа йыл да ниндәйҙер ярыштарҙа ҡатнашыу яйлап килем алып килеп тора, зарланыр урын юҡ.
Бая әйттем бит әле: беҙҙә шашканы етди спорт төрө тип ҡарау юҡ. Һәм минең әсәйем менән өләсәйемдәр ҙә шундай уҡ фекерҙә ине. "Нимә ул шашка? Ысын һөнәр ал", тиҙәр бит инде. Һәм мин юғары уҡыу йортона инеп, тарих факультетын тамамланым. Әгәр ҙә мин спорт буйынса уҡыу йортон һайлаһам, мәҫәлән, шашка буйынса күптән фәнни эштәр яҙған булыр инем.
Спорт - ул ир-егеттәр шөғөлө. Шулай уҡ ҙур аҡсалар түләнгән спортта ла күп осраҡта тик ир-егеттәр. Ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙә тенниста күберәк уңыштарға өлгәшә, башҡа өлкәләрҙә тик һынамаҡҡа берәү-икәү генә килеп сыҡҡылай. Ә бына шашка ҡатын-ҡыҙ өсөн иң уңайлы спорт төрөлөр тип иҫәпләйем.
Айгөл Иҙрисова: Мин ун алты йәштән Спорт клубынан спортсы-инструктор булараҡ эш хаҡы алам. Мәктәп балаһына был да ҙур ярҙам ине. Унан мин университетта физика профилен үҙләштерҙем һәм хәҙер инде юғары белемле белгес булып иҫәпләнәм. Атай-әсәйем минең шашканан тыш та йәшәй алырлыҡ һөнәрем булыуын теләне. Бая әйтелгәнсә, йәмғиәттә бит әле шашка спортына һаман ышанмаусанлыҡ бар.
Беҙҙең республиканың Үҙәк шашка клубында финанс яғынан тәьмин итеү насар түгел, беҙ ҡәнәғәтбеҙ. Һәм уйындар ҙа ярайһы йыш үтеп тора. Ике йыл элек донъя чемпионатында икенсе урын алдым. Унан Европа чемпионы булдым. Шулай уҡ Донъя кубогы финалында ла беренсе урын яуланым. Унда приз ете йөҙ меңлек ине. Ҡатын-ҡыҙ спортсы өсөн был яҡшы ғына килем, минеңсә.

Быйылғы Чемпионатта ике тәүге урындарҙың бер үк республикала һәм хатта бер үк милләт халҡы вәкилдәрендә ҡалыуын башҡа ил спортсылары, Федерация ағзалары баһаланымы? Һеҙ үҙегеҙ быны нисек аңлатаһығыҙ, осраҡлы хәл типме, әллә башҡа аңлатма бармы?

Тамара Танһыҡҡужина:
Осраҡлы хәл түгел. Был өлкә белгестәре, шул уҡ баһалама комиссияһы ағзалары ла быны яҡшы аңлай. Улар донъя буйынса шашка беренселегенә ынтыла алған спортсыларҙың йәмғеһе 5-6 ғына кеше икәнен дә белә. Һәм беҙ бына Айгөл менән шул иҫәпкә инәбеҙ. Әлбиттә, ошо иҫәптәгеләр эсендә беҙҙең өсөнсө йә дүртенсе урындарға ҡалыуыбыҙ ҙа мөмкин ине. Әммә тәүгеләрҙән булдыҡ, сөнки беҙҙең Башҡортостан мәктәбе көслөләрҙән иҫәпләнә. Ул һәр ваҡыт шулай булды ла. Беҙ аҙбыҙ, әммә сағыштырмаса көслөбөҙ. Был - факт. 2007 йылда беҙгә Ҡытай белгестәре килгәйне. Улар бөтөн Рәсәйҙе һөҙөп тикшереп сығып, беҙҙең мәктәпте һайланы. Һәм шунан алып улар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бөгөн беҙҙән тренерҙар Ҡытайға уҡытырға йөрөй.

Ҡалала - ярай, нисек тә була, ә ауылдарҙа шашка спортын үҫтереү хөкүмәт йәки ниндәйҙер башҡа өлкәләр тарафынан ҡараламы икән?

Тамара Танһыҡҡужина:
Урал аръяғын үҫтереү буйынса махсус программа ҡаралған. Был программа буйынса райондарҙа шашка түңәрәктәре алып барырҙай тренерҙар уҡытылды. Һигеҙ районда уҡыуҙар ойошторолдо, шуларҙың 5-6-һы нығынып эшләп китте. Һуңғы ваҡытта Сибайҙа, Күгәрсен районында булдыҡ, әле Баймаҡҡа саҡырҙылар. Киләсәктә электрон дәрестәр биреүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ. Был осраҡта ауыл балалары билдәле тренерҙар менән дә эшләй аласаҡ. Беҙ ҙә осрашыуҙарға йыш сығабыҙ. Айгөл күптән түгел генә балалар лагерҙарында булып ҡайтты.

Һеҙҙең икегеҙҙең дә башҡортса яҡшы һөйләшеүегеҙ, хатта халыҡсан, ябай телдә аралаша алыуығыҙ нисектер бер аҙ аптырата ла. Беҙ билдәле кешеләребеҙҙең, бигерәк тә ҡалала үҫкәндәрҙең, туған телдән ситләшеүенә күнеккәнбеҙ ҙә кеүек...

Тамара Танһыҡҡужина:
Мин бала саҡта ла, элегерәк тә, башҡортса әлеге кимәлдәгесә һөйләшә белмәнем. Туған телем миңә яйлап, минең аңым уны үҙе эҙләп алыр, уға мохтаж булыр хәлгә еткәс кенә килде. Тел - ул милли рух кеүек һиңә Юғарынан һалынған мөғжизә, күрәһең. Туған тел рух кеүек үк тормошта һынмаҫҡа, ныҡ булырға ярҙам итә торған бер көс икән. Үҙеңдең "мин"еңдең эсендә, йәшәйештә тотҡан позицияңды билдәләгәндә һинең үҙ милләтеңдән генә күсә торған ниндәйҙер ҡөҙрәттәр була. Уны әйтеп кенә аңлатып та булмай. Ул бары тойола ғына. Һәм ошо ҡөҙрәттәр иҫәбендә тел дә бар. Мин, мәҫәлән, ниндәйҙер үрҙәр яулағас, тормошта үҙ урынымды билдәләгәс, ошо ерлектә шәхес булып формалашҡас, балалар тыуҙырғас ҡына ысынлап та тулы һәм камил кеше булыу өсөн туған телде лә белеү мөһим икәнлеген аңланым. Уңышлы кеше булыу өсөн асылыңдан, тамырҙарыңдан айырылмау кәрәк. Әгәр мин ошо кимәлдәге спортсы булып та, туған телемде белмәйем, тип торһам, был бермә-бер бәҫемде төшөрәсәк. Эш оятта һәм намыҫта ғына түгел бында, бында сәбәптәр төптәрәк. Ниндәйҙер эштә йәки өлкәлә лә юғары үҫешкә өлгәшеү өсөн үҙ асылыңда булыу кәрәк.
Бөгөн балаларҙы туған телдә һөйләштереп үҫтереү ғаиләнән тора, тиһәләр ҙә, мәғариф өлкәһен дә был бурыстан бушатырға ярамай. Был эш ике яҡтан һәм хатта төрлө яҡтан да алып барылһын ул. Мин әгәр Татарстандан килеп, башҡорт гимназияһында уҡымаһам, телемде белә лә алмаҫ инем. Ғаиләһендә мөмкинлеге булмаған балаларға ошондай махсус мөхит булдырылырға тейеш. Мәҫәлән, күп сит илдәрҙә баланы теге йәки был өлкәлә төплө белемле итеү өсөн ябыҡ мәктәптәр булдырыла. Унда мәктәптәрҙең илле проценты интернат-пансионаттар. Һәм беҙҙә лә туған телде беҙҙең милләт балаларына мәжбүри уҡытыу дәүләт программаларының алдынғы йүнәлеше булырға тейеш. Ата-әсәләрҙең генә яуаплы булыуы аҙ. Милли телде дәүләт яҡларға тейеш!
Айгөл Иҙрисова: Мин башҡорт мөхитенән бер ваҡытта ла айырылманым. Ғаиләлә туған телдә һөйләшеп үҫтек һәм әле лә әсәйгә онотолоп китеп "Мам" тиһәң, "Кем ул "мам"?" тип ебәрә. Һәр ваҡыт башҡорт мәктәптәрендә белем алдым. Шунлыҡтан, ниндәй генә башҡа телдәрҙе белгән осраҡта ла, минең үҙ милләттәштәрем менән русса аралашыуым... мәҙәниәтһеҙлектең, тупһыҙлыҡтың, мәғәнәһеҙлектең бер күрһәткесе булыр ине.

Һеҙ икегеҙ ҙә 22-23 йәштәрҙә Донъя чемпионы булып танылып өлгөргән ҡатын-ҡыҙҙарһығыҙ. Был бит инде һеҙҙең ниндәйҙер юғары үрҙәргә үрләүегеҙҙең, уңышлы булыуығыҙҙың, тырыш, үҙегеҙгә талапсан, ғәҙәти булмаған аңға эйә икәнлегегеҙҙең һәм тағы ла бик күп шәп сифаттарҙың күрһәткесе. Бына шундай ҡыҙҙар өсөн нимә ул ҡатын-ҡыҙ бәхете?

Тамара Танһыҡҡужина:
Мин элегерәк спорт менән ғаиләне бергә ҡушыу бик ауыр күренеш һәм уларҙы ҡушып маташыу артыҡ яҡшыға алып килмәйҙер тип уйлай инем. Шунлыҡтан, ғаиләм дә һуң ғына барлыҡҡа килде, балаларым да бәләкәс әле. Бөгөн мин бөтөнләй икенсе ҡарашта һәм бәхетемде лә бары ошо бөтөнлөгөмдә генә күрәм. Ысынлап та, һин ниндәй генә бейеклектәр яулама, кем генә булма, барыбер ҙә бәхет өсөн яҡын кешеләр кәрәк. Бер үҙең генә бәхетле булыу мөмкин түгел икән ул. Нисек кенә аҡлама йәки аҡланма, был дөрөҫ түгел. Ирем, балаларым, ҡайтып инер йортом әлеге ваҡытта миңә бәхет сығанағы булып тора. Йәки, ҡыҙым әхирәттәрен эйәртеп алып ҡайта ла, "бына былар минең атай-әсәйем" тип таныштыра. Был да бәхет минең өсөн. Шулай, барыһы ла ябай ғына.
Айгөл Иҙрисова: Мин атай-әсәйем, туғандарым булыуы, улар менән әлегә бер ғаилә булып йәшәүем менән бәхетлемен. Беҙ бик дуҫбыҙ, берҙәмбеҙ. Яратҡан эшем бар. Шашкалағы уңыштарым да бәхеттең бер өлөшө тип уйлайым. Күрәһегеҙ, мин әлегә бәхеттең үҙемә таныш булған яҡтарын ғына беләм. Ә башҡалары, Алла бирһә, үҙ мәлендә булыр, килер тип өмөт итәм.

Һайлаған һөнәр кешене формалаштыра ала тиҙәр. Бына һеҙҙе әлеге һөнәрегеҙ нисек итеп "әүәләй"?

Тамара Танһыҡҡужина:
Психологтар шулай тип яҙа һәм был үҙебеҙҙә лә сағылыш таба килә бит. Һөнәр ваҡыт үтеү менән кешенең эске донъяһын үҙ ҡалыбына ҡулайлаштырып үҙгәртеп ала. Мәҫәлән, төҙөлөштә йәки башҡа ерҙә ирҙәр араһында, ауыр хеҙмәттә эшләгән ҡатын-ҡыҙ ҙа ирҙәр ғәҙәттәрен, телмәрен, ҡыланыштарын отоп ала. Уҡытыусылар өйрәтеүгә, ныҡып-ҡабатлап һөйләүгә, аңлатып-төшөндөрөп биреүгә күнегеп китә. Журналистар, мәҫәлән, аралашыуға, йомоҡ кешеләрҙең дә телен һәм күңелен асыу оҫталығына әүәҫләнә. Полиция кеүек көс структуралары хеҙмәткәрҙәре барыбер ҙә ҡатыраҡ, тупаҫыраҡ булып китә, сөнки улар йәмғиәттең кире яҡтарын күберәк күрә, белә. Спортсылар физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да сыныға. Бына мин үҙем дә ошо йәшемдә ярайһы ғына көслө кешемен. Түҙемлек, еңелеүҙәргә бирешмәй алға барыу, ныҡышмаллыҡ, ниндәй хәлдә лә тыныс ҡала алыу, яуаплылыҡ кеүек сифаттарҙы, мәҫәлән, тап ошо шашка спортында үҙләштергәнемде беләм. Минең ошо сифаттарым һөйләшемдә лә, ҡарашымда ла, хәрәкәттәремдә лә сағылыш таба. Бынан бер нисек тә ҡасып булмай.
Айгөл Иҙрисова: Мин йомшаҡ кешемен һәм әлеге мәлдә ошо һөнәремә хас булырға тейешле сифаттарҙы үҙләштерәм генә. Быны миңә коллегаларым да, тренерҙарым да өйрәтә. Күрәһегеҙ, өлгө алыр кешеләр бар.

Үҙегеҙ белгән башҡорт ир-егеттәрен нисек баһалайһығыҙ?

Тамара Танһыҡҡужина:
Мин белгән, минең менән интернат-мәктәп тамамлаған ир-егеттәрҙең барыһы ла был тормошта үҙ урынын тапты. Уларҙың ғаиләләре, эштәре, торлаҡтары бар. Эйе, бына әле һеҙ биргән был һорауға яуап эҙләп, таныштарымды барлап ултырам да, барыһын да яҡшы баһалармын һымаҡ. Беҙҙең ир-егеткә бит барыбер ҙә ғаилә башлығы булырға ынтылыу һалынған. Күптәре хатта студент көйөнсә генә лә өйләнә лә, шул йөктәрен намыҫлы күтәреп алып китә. Сит ил йәштәрен 21-22 йәштә өйләндереп ҡара һин. Беҙҙең ир-атта ниндәйҙер рәхимле йомшаҡлыҡ бар. Ҡатын-ҡыҙын, бәлки, артыҡ ҡарай, тәьмин итә алмаһа ла, уларҙы күп нәмәнән сикләмәй, баҫмай улар. Ғаиләләрҙә лә ярашып, гармонияла йәшәү өҫтөнлөк итә.
Айгөл Иҙрисова: Бөгөнгө минең йәштәге башҡорт егеттәре иртә үҙаллы булырға ынтыла хәҙер. Өйләнмәгән килеш ата-әсәнән айырым сығып йәшәүҙе беҙ элек сит ил киноларында ғына күрһәк, әле хатта ҡыҙҙар ҙа шулай итә ала. Мәҫәлән, мин дә күптән үҙаллы тормош алып барам. Егеттәр эшкә барып эштән ҡайтыуҙан тыш, ижади эшмәкәрлек тә алып баралар. Һәр кем үҙен ниндәйҙер яңы өлкәлә һынап ҡарарға, үҫергә, өйрәнергә ынтыла. Ир-егеттәр ҡыҙыҡлыраҡ, тулыраҡ эстәлекле, эске донъяһы менән байыраҡ була бара, минеңсә. Йәғни, бөгөн ир-егеттә тупаҫ көс кенә алға ҡуйылмай, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, шөғөлдәре, рухи тороштары ла баһалана. Илһөйәрлек, лидерлыҡ, йүнселлек, йылғырлыҡ кеүек сифаттар ҙа бермә-бер артты уларҙа. Минең йәштәштәрем, дуҫ егеттәрем шулай, мәҫәлән. Әллә... беҙгә оҡшай.

Чемпиондар нисек ял итә? Мәҫәлән, ошо йәй көндәре?

Тамара Танһыҡҡужина:
Ял тураһында уйлай ҙа алмайым әлегә. Ҡулымда бәләкәй балалар. Утыҙ дүрт йәшемә тиклем үҙем өсөн йәшәнем - етте. Хәҙер рәхәтләнеп, ләззәтләнеп балаларым менән булам. Өлкән ҡыҙым шашкаға, балетҡа йөрөй, тиҙҙән уҡырға төшә. Бәләкәсем яңы тәпәй баҫты. Минең эшем дә, ялым да шулар. Балаларҙы тәрбиәләй һәм шәхестәрен формалаштыра торған ваҡыт бер мәл генә, мин шул осорҙо ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Айгөл Иҙрисова: Ярыштарҙан һуң берәй аҙна ял итеп алырға яратам. Минең әлеге ваҡыттағы ҡыҙыҡһыныуым - Башҡортостанды өйрәнеү. Сөнки сит илдәрҙе күрәбеҙ, әллә ниндәй пляждарын, диңгеҙҙәрен беләбеҙ, ә үҙебеҙҙәге һоҡланғыс урындарҙа булғаныбыҙ ҙа юҡ икән. Хатта Өфө ҡалаһында ла беҙ белмәгән матур урындар етерлек. Дуҫтар менән йыйылышып, тәбиғәткә сығабыҙ йәки батутта булһа ла һикереп ҡайтабыҙ, был да күңелле.

Бөгөнгө йәмғиәттә ниндәй күренештәрҙе ҡабул итә алмайһығыҙ?

Айгөл Иҙрисова:
Заманса йәшәйбеҙ тиһәк тә, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында тигеҙлек булмауын өнәп етмәйем. Мәҫәлән, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ булғаны өсөн генә лә эшкә алмаҫҡа мөмкиндәр. Йәнәһе, ул декретҡа китә, балалары ауырый һәм башҡа сәбәптәр. Йәғни, ҡатын-ҡыҙҙың иң изге ғәмәлдәрен дә уға ҡаршы итеп ҡуялар. Хәлемдән килһә, шундай хәлдәге ҡатын-ҡыҙҙы яҡлар инем. Тамара Танһыҡҡужина: Изгелеккә, рәхимлеккә тура килмәгән барлыҡ төшөнсәләргә лә ҡаршымын. Бигерәк тә балалар һәм ололар донъяһына ҡағылған хәлдәрҙә. Йәмғиәт кешегә аяулы ҡанундар нигеҙендә ҡоролорға тейеш. Һәм ул йәмғиәт тә беҙ үҙебеҙ бит ул, кешеләр. Шулай булғас, әйҙәгеҙ, һәр беребеҙ үк эсендә, үҙ урынында яҡшы булайыҡ.

Шулай итеп...
Чемпиондар менән сәйләп-гәпләшеп ултырҙыҡ. Ҡыҙҙарҙың ябайлығы, аңлылығы, төплө фекерле булыуы һоҡландырҙы. Кәңәштәре лә оҡшаны. Бигерәк тә балаларҙы бәләкәйҙән шашкаға өйрәтергә кәрәк, тигәндәре күңелгә үтеп инде. Был кәңәшкә һеҙ ҙә ҡолаҡ һалығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Һәм ололарға ла мейе күнекмәһе буласаҡ был уйын. Әйҙәгеҙ, беренсе аҙымды шунан башлайыҡ - өйҙә шашкалар булдырайыҡ һәм уйнай башлайыҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.08.19 | Ҡаралған: 632

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru