«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАРҘЫҢ ЯҠШЫ УЙ-НИӘТЕ ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ КӨНИТМЕШЕН КӨЙЛӘЙ
+  - 



Заманса китаптарҙың ҡайһыһын асып ҡарама, сәләмәтлеккә арналһынмы, бизнес тураһында булһынмы - кешегә үҙ йәшәйешен ыңғайға көйләү өсөн эште тәү сиратта уй-фекерҙәрен үҙгәртеүҙән башларға кәңәш ителә. Ҡараңғыла яҡтылыҡ сатҡыһын күрә белеү, тимәк, күңелдә киләсәккә ышаныс йөрөтөү - кешегә йәшәү көсө өҫтәй. Был турала китаптан уҡып түгел, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһында ең һыҙғанып эшләгән үҙебеҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары миҫалында ла беләбеҙ. Ошо көндәрҙә улар Ғафури районының хозур тәбиғәтле, данлы Уҡлығая буйындағы Ташаҫты ауылы эргәһендә оло ҡор йыйып, донъяға позитив ҡарашта йәшәүҙең серҙәре менән бүлеште.

Юлыңа изге күңелле кеше осраһа, уңмай ҡалмаҫ, тиҙәр. Ә бына бөтә изге ниәтлеләр бер урынға йыйылғанда йонсоу көн дә яҙылып китә икән. Ғафури районы хакимиәте һәм райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ҡор йыйған көн дә тап шулай, бына-бына яуам тип торған ямғырҙы ҡыуып ебәрҙе. Йыйын үткән майҙанды сағыу итеп биҙәп, һигеҙ тирмә ҡороп, сәхнә ҡуйып, шартына килтереп майҙан ҡапҡаһы алдында асыҡ сырай, йыр-бейеү менән ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы ғафуриҙар. Байрамда республиканың 41 районынан һәм Силәбе өлкәһенең биш районынан ағинәйҙәр, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, шағирә Лариса Абдуллина, республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, "Тамыр" телеканалы директоры, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Гөлназ Ҡолһарина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Йыйын тирмәләр эргәһендә төрлө ҡул эштәре, аш-һыу, ауылдар тарихын һәм Ғафури районы ағинәйҙәренең эшмәкәрлеген сағылдырған күргәҙмәләр менән танышыу, ошонда уҡ тәжрибә уртаҡлашыуҙан башланып китте. Күптән бер-береһе менән яҡшы таныш ҡатын-ҡыҙҙар шул арала һәр тирмәлә милли ризыҡтарҙың муллығынан һығылып торған өҫтәлдәр артына йыйылып, сөкөрләшеп сәй ҙә эсеп өлгөрҙө. Ойоштороусылар һәр тирмә эргәһендә бер үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресен үткәреүҙе хәстәрләгәйне. Мәҫәлән, Ерек һәм Яугилде ауылы ағинәйҙәре тирмәһендә матур һәм хуш еҫле сәскәләрҙән панно эшләү серенә төшөндөрҙөләр. Яугилде ағинәйҙәре музейҙа һаҡланған ҙур булмаған балаҫ һуғыу станогын табып алып, яңы эш төрөнә ҡулайлаштырып алған. "Сағыу сәскәләр, хуш еҫле үләндәр ҡушып эшләнгән панно йоҡо бүлмәһен биҙәүгә лә йәтеш, мунсаға ла элеп ҡуйырға ҡулайлы. Зауыҡ өсөн эшләнгәне матурлығын юғалтмаһын өсөн лаклап ҡуйырға була, ә мунсала торғанына эҫе һыу һибеп, еҫен аңҡытып ебәреүгә йәтеш. Мин башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, уҡыусыларға ла был ҡул эшен өйрәтергә ниәтләнәм. Уларға сәскә-үләндәр тураһында мәғлүмәт тә, бындай ҡорамалда эшләү серҙәре лә файҙалы буласаҡ", - ти Яугилде ауылы ағинәйе Айгөл Солтанморатова. Ерек һәм Яугилде ағинәйҙәре ҡул эштәренән тыш, балалар менән бик әүҙем эшләй икән: ниндәй генә йола күрһәтмәгәндәр, ниндәй генә байрам-уйын ойоштормағандар! Яугилде ауыл клубы художество етәксеһе һәм әүҙем ағинәй Лилиә Миниязова әйтеүенсә, ауылдағы Рәзилә Зәйнетдинова етәкселегендәге ағинәйҙәр өмәләргә халыҡ йыйырға, олоһоноң-кесеһенең хәлен белергә, республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә.
Ә бына Сәйетбаба ауылы ағинәйҙәре тирмәләре эсен тотошлайы үҙҙәре һуҡҡан балаҫтар менән биҙәгәйне. Уларҙың оҫтабикәһе Рабиға Йәрмиева утыҙ йылға яҡын ошо шөғөлөнә тоғро ҡала килә, хатта ҡунаҡтарға "күрһәтергә" тип кенә башлаған биҙәкле балаҫын аруҡ ыратып эшләп ташлаған. "Балаҫ һуғыусыға тәү сиратта түҙемлек кәрәк. Шунһыҙ, башлайҙар ҙа ташлайҙар, йә ваҡыт тапмайҙар был эшкә. Мин эштән ял итәйем, тип ултырам да, тиҙерәк бөтөрөп ҡуяйым тип тырышам. Ауылыбыҙҙың балаҫ һуғыусыһы Миңлеямал Рәхимованан эш серҙәрен отоп ҡалдым, хәҙер уның ҡыҙы Миңнира ла һуға. Башта йөндө иләп, сиратып, буяп һуға торғайныҡ. Аҙаҡ гел сығып йөрөмәгәс, буяуы ла табылмай башланы, хәҙер әҙер ептәрҙән һуғабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Борон урмандан буяу тапҡан, үлән-тамырҙар серен белгән әбейҙәр булған. Был мәғлүмәттәр, ҡыҙғанысҡа күрә, һаҡланмаған. Балаҫ һуҡмағанда турпыш һуғып алам, кәрәкмәгән тауар киҫәктәрен ҡушып һуғылған әйберҙе беҙҙең яҡта шулай атайҙар", - тип аңлатты оҫтабикә. Шулай уҡ Имәндәш, Ҡауарҙы, Красноусол, Еҙем-Ҡаран, Ташлы, Табын ауылы биләмәләре ҡорған тирмәләр эргәһендә лә күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу биҙәкле төрлө ҡул эштәрен ҡарарға, оҫтабикәләрҙән һөнәр отоп алырға була ине.
Юҡҡа ғына Ғафури ағинәйҙәре был байрамды "Сигеүҙәрҙә - күҙ нуры" тип атамаған шул, нәҡ ошо зауыҡлы әйберҙәр яһауҙа белгәндәрен бер-береһе менән уртаҡлашыуҙы маҡсат иткәндәр. Был йәһәттән Имәндәш ауылы ағинәйе Рәмилә Мәхмүтованың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сигеү сәнғәте тураһындағы сығышы бик йөкмәткеле булды. "Башҡорт сигеүендә ундан артыҡ йөй төрө иҫәпләнә. Иҫәпле һәм ирекле йөйҙәрҙе файҙаланыуға нигеҙләнгән сигеү башҡарыу техникаһы буйынса ике төркөмгә айырыла, - тип һөйләп китте Рәмилә Ғәйнислам ҡыҙы. - Иҫәпле сигелгән йөйҙәр (ҡыя сәнсем, ике яҡлы шыма нағыш, үреү, биҙәкле, йыйма һәм сатраш) туҡымалағы ептәр һаны буйынса башҡарыла. Төҫтәргә килгәндә, сағыу төҫтәр өҫтөнлөк иткән, улар орнаменттың аныҡ геометрик һүрәте менән тап килеп торған. Иҫәпле сигелгән йөйҙәр менән байрам, йола, бүләк өсөн әҙерләнгән таҫтамалдарҙы, бәләкәй ашъяулыҡтарҙы, кейем элементтарын - ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең яғаларын, ирҙәрҙең киң билбауҙарын, ҡатын-ҡыҙҙарҙың маңлай бәйләместәрен сиккәндәр. Айырыуса үреү алымы киң ҡулланылған, уның менән маңлай бәйләместәрен һәм алъяпҡыстарҙы биҙәгәндәр. Ирекле йөйҙәр - тамбур (элмә, йүрмәп сигеү, ҡайыу, сигеү), келәм (күпертеп сигеү, күпертеп һырыу), сүпләп сигеү (яңы теген), бер яҡлы шыма нағыш, ҡыя селтәр йәки икеләтә тамбур (ҡуш элмә, салып сигеү) - төрлө туҡымала эшләнә, талғын һыҙаттарҙан торған биҙәктәр сигергә мөмкинлек бирә. Ирекле йөйҙәр техникаһында һүрәтендә һәм төҫтәрҙә аныҡ симметрия талап ителмәгән. Бындай йөйҙәр менән намаҙлыҡтар, ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре, түшелдерек, алъяпҡыс, ашъяулыҡ, таҫтамал, шаршауҙар биҙәлгән. Тамбур техникаһында традицион ҡусҡар орнаменты мотивы ҡулланылған..." Рәмилә Мәхмүтованың һүҙҙәрен йөпләп, ул телгә алған һәр ысулды сағылдырған күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәрен тотоп, оҫта ағинәйҙәр сәхнә түренә үтеп торҙо. Киләһе йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына башҡорт халҡының биҙәү сәнғәте булған сигеүҙе тергеҙеү буйынса эш башлап ҡына торабыҙ, тиһәләр ҙә, ғафуриҙар был сараға бөгөндән үк әҙер булып сыҡты. Бына шулай, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының саралары республиканың ҡайһы төбәгендә генә үтмәһен, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һүҙҙәрен эш менән дәлилләп тә ҡуя.
Әйтергә кәрәк, был уларҙың байрам сараларына ғына түгел, көндәлек эшмәкәрлеге өсөн дә хас. Улар бәғзеләр кеүек "шулай итергә кәрәк" тип һөйләмәй, ә "беҙ шуны эшләнек" тиҙәр. Шуғалыр ҙа, тәүҙә уларҙың бөтә урынға етешеп йөрөүенә сәйерһенеп ҡараған урындағы етәкселәр хәҙер ҡуш ҡуллап бөтә башланғыстарында ярҙам итергә тора. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов та райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән уртаҡ тел тапҡан. "Беҙҙең районда 16 ауыл хакимиәте, уларға 95 ауыл ҡарай. Ауылдарҙы яңыртыу, тәртипкә килтереү, сәләмәт тормош алып барыу, мәҙәни саралар үткәреүҙе бергәләп эшләйбеҙ. Ағинәйҙәр халыҡ менән һөйләшә, күрешә, тәртипкә өндәйҙәр, бала-сағалар менән гел осрашып торалар, район ҡоролтайы менән бергә эшләйҙәр, дин мәсьәләләрен дә онотмайҙар. Ошолай әүҙем эшләүҙәре өсөн Рәмзиә Монасипова етәкселегендәге ағинәйҙәргә ҙур рәхмәт!" - тине сығыш яһағанда ла Фәнзил Фәиз улы. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының халыҡ өсөн атҡарған файҙалы эштәрен төбәктәрҙә генә түгел, республика кимәлендә лә юғары баһалайҙар. Был юлы ла һөҙөмтәле эшләүҙәре өсөн ағинәйҙәр Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтан, "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһаринанан, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатовтан, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһынан, Ғафури район хакимиәтенән, район Советынан һәм район башҡорттары ҡоролтайынан маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының иң юғары наградаһы - "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән Учалы районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Әбйәлил районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Роза Таһирова, Архангел районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллина, Әлшәй районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Мөфтиева наградланды. Ғафури районы ағинәйҙәре етәксеһе Рәмзиә Монасипова ла күптән түгел ошо миҙалға лайыҡ булғайны.
Ғафури районы ағинәйҙәре үткәргән "Сигеүҙәрҙә - күҙ нуры" конкурсында эштәре иң зауыҡлы тип табылған Сәйетбаба ауылы ағинәйе Альмира Вәлиева, Имәндәш ауылы ағинәйе Рәмилә Мәхмүтова, Мәндем ауылы ағинәйе Ғәлиә Әбсәләмова, Юлыҡ ауылы ағинәйе Нәфисә Ҡужина, Табын ауылы ағинәйе Флүрә Килмөхәмәтоваға "Киске Өфө" гәзитенең иҫтәлекле бүләктәре һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Үҙ төбәген йәнләндереү, милли йолаларҙы тергеҙеү, айыҡ тормош алып барыу һәм башҡа файҙалы эштәрҙе атҡарыуҙа һәр кем көндәлектә ең һыҙғанып, күңел һалып тотонғас, лайыҡлы кешеләрҙең исемлеге лә оҙон булды. Киләсәктә лә фиҙаҡәрҙәр тейешле баһаһын алыр, был үҙ сиратында уларға тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә этәргес булыр, моғайын.
Ғафури районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ҡунаҡтарға бик матур йөкмәткеле сәхнә тамашалары ла әҙерләгәйне. Имәндәш ауылы ағинәйҙәре балалар менән бергә "Өләсәйем һандығы" тигән йоланы сәхнәләштерҙе. Сәйетбабалар "Йыйын" тигән матур байрам күренеше күрһәтте, улар менән ир-аттар ҙа әүҙем ҡатнашыуы әһәмиәтле булды. Ҡауарҙы ауылы ағинәйҙәренең "Ҡот ҡойоу", Үҙбәк ауылының "Өләсәйем нәсихәттәре", Мәндем ауылының "Килен һөйөү", Табын ауылының "Ҡатыҡ тәмләшеү", Яугилде һәм Ерек ауылдарының "Йәй ташы" тигән йолаларын сәхнәнән күрмәһәк тә, был төбәктә башҡорт халҡының боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре онотолмауына төшөндөк. "Бөгөн беҙ килен һөйөү йолаһын күрһәтергә тейеш инек. Был йоланы ун ете йыл элек башлап ауылда үткән туйҙарҙа үтәй башланыҡ. Ағинәйҙәр менән бәпәй күреү йолаһын тергеҙҙек, ауылдаштарҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып, үҙебеҙ бешеренеп, бүләктәр алып, теләктәребеҙҙе әйтеп, бәпес сәйе эсеп ҡайтабыҙ. Мәндем ауылында урман кәсебе бөткәс, йәштәр ауылдан күсеп китеп бөттө, беҙ ағинәйҙәр төйәгебеҙгә яңынан йән өрәйек, тип йөрөйбөҙ", - тип һөйләне Мәндем "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Фәниә Янмырҙина. Ә бына Ҡауарҙы ауылында им-том рәтен яҡшы белгән Әсмә Кәримова ҡот ҡойоу тәртибен күрһәтергә әҙерләгән. "Ниндәй генә осраҡ булһа ла, Әсмә, тип йүгереп барабыҙ. Имгәнгәндә, ҡурҡҡанда, сырхағанда халыҡ медицинаһы менән дауалау ысулдарын белә ул. Ауылыбыҙҙа ете ағинәй әүҙем эшләйбеҙ, башҡаларҙы эйәртеп, әйҙәп йөрөтәбеҙ. Ҡауарҙы ҙур ауыл, халыҡ йөҙәр баш йылҡы, эре мал, һарыҡ аҫрап, 300-500 умарта тотоп көн күрә. Эштәр гөрләп тора беҙҙә", - ти ауылдың "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Миңзилә Нәзирова.
Әйтергә кәрәк, майҙан хужаларының тырышлығын алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән бөтә ҡунаҡтар ҙа юғары баһаланы. Бигерәк тә Силәбе өлкәһе "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары төбәктең тәбиғәтенә, халыҡтың ҡунаҡсыллығына, йола-ғәҙәттәрҙең һаҡланыуына һәм ағинәйҙәрҙең власть органдары менән килешеп эшләүенә һоҡланып бөтә алманы. Арғаяш районы Арғаяш ауылынан Мәрфуға Ҡорманғәлина һәм Бәжекәй ауылынан Миңзифа Сәғитова йыйын үткән майҙан эргәһенә сәғәт таңғы етелә килеп төшкәс тә, оҙаҡ ваҡыт Уҡлы ҡаяға хайран ҡалып бағып тороуҙарын бер тауыштан бәйән итте. Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка һәм Сыбаркүл райондарында "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эшен Рабиға Бикбулатова етәкселегендә алып барған милләттәштәр был осрашыуҙан үҙҙәренә өлгө, фәһем алып, тәжрибә уртаҡлашып, киләсәктә үҙҙәрендә лә ҡор йыйырға ҡанатланып ҡайтты. "Ҡор бик оҡшаны, Силәбеләрҙән ҡала килә иң ҙур делегация булып 11 ағинәй килдек, - тине Шамонино ауылы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Рәйфә Вәлиева ла. - Эш башлауыбыҙға ике йыл да булмаған, шуға күмәкләп килеп, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтырға булдыҡ. Өфө районында "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының беҙ берҙән-бер бүлеге. Шамонино ауылында балалар күп, шуға Ғафури районы ағинәйҙәренең ошо йәһәттән үткәргән саралары тураһында белештек". Бына шулай, һәр кемгә хуш килгәнде әҙерләп, береһен дә буш ҡул, китек күңел менән ҡайтарманы Ғафури районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Киләсәк өсөн хәсрәтләнеп ултырмай, уның өмөтлө булыуын хәстәрләп йәшәүҙе тәүмаҡсат итеп алғаны өсөн дә "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы тиҙ арала бергә туплай алғандыр. Сөнки был башҡорт халҡының асылына хас сифат, юҡҡа ғына "Өмөтһөҙ - шайтан", тимәгәндәр боронғолар. Насар көстәргә, яман уйҙарға бирелеүҙән арынып, яҡшылыҡҡа ынтылып, кешелек затын, башҡорт милләтен һаҡлап, тормош көтөү өлгөһөн күрһәтте Ғафури районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының йыйыны. Донъяға позитив ҡарашты яратҡан эшең, күңелеңә ятҡан шөғөлөң, тамырҙарыңды белеү, быуаттарҙан килгән йәшәйеш ҡанундарына эйәрергә тырышыу формалаштыра. Сөнки былар кешегә күңел тыныслығы, сабырлыҡ, изгелекле булыу серҙәрен төшөндөрә.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.08.19 | Ҡаралған: 682

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru