«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛАРЫ ҺӘР АУЫЛҒА ХАС
+  - 

Бөгөнгө интернет заманында үҙ фекереңде әйтеү, уйҙарыңды еткереү бер ауырлыҡ тыуҙырмай кеүек. Ләкин айырым кешенең түгел, ә дөйөм халыҡты уйға һалған, борсоған һәм күңелен күтәргән ваҡиғалар тураһындағы һүҙҙәрҙе киң йәмәғәтселек, айырыуса власть органдары вәкилдәренә, иғтибарына алып барып еткереү еңел түгел. Шуға күрә гәзиттәге әлеге рубриканың асылыуына ихлас шатландым, сөнки теләге булған һәр кемгә үҙ уй-фекерен еткереү майҙансығы ул. Шәхсән үҙемдең тел осонда торған ҡайһы бер күренештәр тураһында әйтеп үткем килә. Тейешле күҙгә күренер, тип өмөтләнәм.

Үҙем Бөрйән районы үҙәгендә йәшәһәм дә, район буйлап таралған туғандарға һәм дуҫтарға йыш йөрөйбөҙ. Район үҙәгенән ситтә булған ауылдарҙың үҙ көнитмеше, үҙ яйы һәм булмышы. Шулай ҙа ҙур мегаполистарға йәки ҙур ауылдарға хас булған ҡайһы бер кире күренештәр ҙә уларҙы урап үтмәй. Мәҫәлән, ауыл буйлап йәки яҡын-тирә ауылдар араһында эскән килеш машинала йөрөү, автомобиль йөрөтөүгә, таныҡлығы булмағандарҙың һис уйланыуһыҙ руль артына ултырыуы киң таралған күренеш. Йәйен иһә уларға эскән туристарҙың саң борлатып тегеләй-былай урамдар буйлап йөрөүе лә ҡушыла. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең был яҡтарға бик һирәк килеүе ошондай бәлә водителдәргә иркенлек бирәлер, тип уйлайым. Ни өсөн, исмаһам, аҙнаһына бер көндә ҡапыл ғына район үҙәгенән ситтә ятҡан ауылдарҙа рейд үткәрмәҫкә? Әлбиттә, хәҙер өҫтә билдәләгәнемсә, мәғлүмәт тиҙ таралыусан, уларҙың ниндәйҙер тарафҡа юлға сығыуын күреп, ватсап буйлап иҫкәртеү хәбәре тиҙ үк барып етә. Шуға күрә иртә таңда йәки ҡара эңерҙә йөрөү файҙалыраҡ булыр, тием. Ошо хаҡта юл хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы орган етәкселеге уйлап, берәй сараһын күрһен ине. Шулай уҡ ата-әсәләргә лә әйтер һүҙем бар. Ни өсөн һеҙ ул-ҡыҙҙарығыҙға төнгә машина асҡысын биреп сығараһығыҙ? Клубҡа йәйәү барып етә алмайҙармы ни? Бәлә-ҡаза көн дә булмай, үҙегеҙҙең балағыҙҙың һәм башҡаларҙың һаулығына һәм ғүмеренә иғтибарлыраҡ булыу, яуаплылыҡ тойғоһон юғалтмауығыҙ хәйерле булыр.
Башҡа төбәктәрҙә нисектер, белмәйем, әммә беҙҙең республика өсөн хас тағы бер күренеш тураһында әйтеп үткем килә. Ул да булһа, күп балалы ғаиләләргә бирелгән ер биләмәһе тураһында. Һүҙ юҡ, йәштәрҙе ҡайғыртыу хуп эш, тик бындай ниәт "ҡул аҫтынан ел үткәреү", йәғни отчет өсөн генә булмаһын ине ул. Мәҫәлән, ҡыҙымдың ғаиләһенә Туймазы районында ер биләмәһе бирҙеләр. Йәштәр ҡыуанып өй күтәрҙе, ләкин йорттарына газ үткәрә алмайҙар. "Урамдың, кәмендә, 75 процентында йорттар төҙөлмәҫтән алда газ үткәреү ҡаралмаған", тиҙәр уларға. Әгәр ҙә ул 75 процентты тулыландырыу тиҫтәләгән йылдарға һуҙылһа, өйөн күтәргәндәргә ни эшләргә?
Һыу тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Шәхси йорттарҙы һыу менән тәьмин итеүҙе күптән кешенең үҙ иңенә һалдылар, ҡайһы берәүҙәргә бының өсөн 100 мең һум аҡса түгергә тура килә. Элекке кеүек үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү юҡ кимәлендә. Әйтергә кәрәк, электр утын тоташтырыу ғына бер ҡаршылыҡһыҙ булды балаларға. Ғариза биргәндән һуң бер ай эсендә сымдар һуҙып та ҡуйҙылар.
Электр уты тигәндәй, кире Бөрйәнемә әйләнеп ҡайтайым әле. Йәй буйы беҙҙең районда көндәр буйы электр утының булмауына өйрәнеп тә, яраҡлашып та бөттөк. Ләкин ҡайһы берҙә бер иҫкәртеүһеҙ электрҙы өҙөүҙәре бәкәлгә һуға шул. Ошондай ваҡытта йә эсәр һыуһыҙ ултыраһың, йә һөт айыртып ултырған ерҙә туҡтап ҡалаһың, ҡыйраған телевизор һәм һыуытҡыстар тураһында әйтеп тә тормайым инде. Әлеге лә баяғы шул социаль селтәрҙәр аша иҫкәртеүҙәр ваҡытында яһалып торһа, рәхмәтле булыр инек.
Йәй осоро еләк-емештең мул ваҡыты. Баҡсала үҫкәнен дә, һатып алып ашап та кинәнәбеҙ. Ситтән килеп һатыу итеүселәрҙең тейешле документтары ентекле тикшереләме икән, тигән борсоу бар миндә. Мәҫәлән, ошондай бер һатыусынан медицина кенәгәһен күрһәтеүен һорағас, "һәр берегеҙгә күрһәтеп торорға ваҡытым юҡ", тип яуап бирҙе. Ябай һатып алыусыны һанға һуҡмаһа ла, санэпидемстанция үҙәге хеҙмәткәрҙәренә күрһәтергә бурыслы бит инде ул. Шуға күрә уларға, үҙ сиратында, эштәренә яуаплы ҡарауҙарын һорар инем, ни тиһәң дә, үҙ һаулығыбыҙ - үҙ ҡулыбыҙҙа. Дөрөҫөн әйткәндә, әлегә тиклем бындай тикшереү барышын күргәнем юҡ әле. Яҙмамды тамамлап, барлыҡ гәзит уҡыусыларға ла үҙҙәренең әйтер һүҙен әйтә йөрөүен теләйем. Бергә булғанда, берҙәм булғанда, күп эштәрҙең осона сығырға була.

Әлиә ВӘЛИШИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.19 | Ҡаралған: 604

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru