«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠӘНЗӘФӘР БЕЙ, ҺИҢӘ НИСӘ ЙӘШ?
+  - 



2010 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу материалдарына ҡарағанда, хәҙерге көндә мең ырыуы вәкилдәре йәшәгән райондарҙа яҡынса 275 мең тирәһе меңле башҡорттары иҫәпләнә.

Һуңғы йылдарҙа мең ырыуы башҡорттары араһында үҙ тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу артты. Ырыуҙаштарҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны - ырыуҙың етәксеһе Ҡәнзәфәр бей. Сөнки уның тураһында, бигерәк тә тыуған төйәге һәм йәше тураһындағы мәғүмәттәр бик аҙ. Уның йәшәү осорон күрһәткән башҡорт шәжәрәләренә күҙ һалайыҡ. Ҡәнзәфәр бейҙең ейәне Ҡудашев Янбахты төҙөгән шәжәрәнән: "…Его (Муса-бей) сын Казанфари. Он виделся с Каракильмет-бием. Каракильмет виделся с Гарей-бием. Гарей-бий был старше Каракильмета, а Казанфари-бий был моложе"(Башкирские родословные. Уфа. Китап. 2002. Выпуск 1). Документтарҙан күренеүенсә, Гәрәй бей 1546-1558 йылдарҙа Башҡортостанда Ноғай урҙаһының идара башлығы етәксеһе булған. Ҡаракилмәмәт (Ҡара Кил Мөхәмәт) ХVII быуат башында Башҡортостанда шулай уҡ Ноғай урҙаһының урындағы идара башлығы булған һәм 1631 йылда үлгән.
ХVI быуат баштарында ҡалмыктар башҡорт ерҙәренә баҫып инә һәм шул уҡ ваҡытта Рус батшаһы Ҡаҙан ханлығына походтар башлай. Ноғай мырҙалары, ҡурҡып, Кубанға күсенә һәм мең башҡорттарын үҙҙәре менән китергә өндәй. Бына шул ваҡытта Ҡәнзәфәр бей тоҡомдаштарын үҙ илендә ҡалырға саҡырып, күтәрелеп сыға. Ырыуҙаштары уны тыңлап, үҙ ерендә тороп ҡала. 961 йылда (1554-1555 һижри йылы - Авт.) мең ырыуы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей етәкселегендә Рус батшаһының Ҡаҙандағы идара башлығына барып һөйләшеүҙәр үткәрә, шуның һөҙөмтәһендә улар үҙ теләктәре менән Рус дәүләтенә инәләр һәм жалованная грамота алалар (Научное издательство "Башкирская энциклопедия", 1996.) Ҡәнзәфәр бейҙең дүрт улы булыуы тураһында бер нисә шәжәрә бар. Уларҙың береһе Ҡәнзәфәр бейҙең улдарының 1567 йылда Мәскәүгә барыуы тураһында. "Прежде всего у Казанфари-бия есть четыре сына. Первый - Кужабахты, 2-й - Худайбахты, 3-й - Кудаш, 4-й - Дистан…".
Шулай итеп, юғарыла килтерелгән дәлилдәргә ҡарағанда, Ҡәнзәфәр бей яҡынса ХVI быуаттың икенсе яртыһында һәм ХVII быуаттың башында йәшәгән, тип һығымта яһарға мөмкин.
Ә бына ғилми баҫмаларҙа һәм шәжәрәләрҙә Ҡәнзәфәр бейҙең тыуған йылын һәм төбәген иҫбатлаусы бер генә дәлил дә табылмағайны. Ләкин көтмәгәндә 2019 йылдың февраль айында ҡырыкөйлө-мең ырыуы етәксеһе, Мең ырыуҙары советы ағзаһы Хәлиуллин Филүс Исмәғил улы миңә Шишмә районы Ябалаҡлы ауылына килеп, Ҡәнзәфәр бей тураһындағы материалдар менән танышырға тәҡдим итте. Был көтөлмәгән хәбәр мине ғәжәпләндерҙе һәм шатландырҙы ла. Март айында мин Ябалаҡлы ауылына юл тоттом. Ябалаҡлы ауылы имам хатибы Вәликәев Салауат Ҡорбанғәле улы һәм ауылдың хөрмәтле кешеләре Ҡәнзәфәр бей, шулай ук ауылдың шәжәрәләре тураһында күп кенә мәғлүмәт бирҙе. Мәҫәлән, Дәүләкән районы Иҫке Шәрип ауылында тыуған Ғәлина Ғәйшә Муллабай ҡыҙы 1970 йылда Дәүләкән районы Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән тарихсы-уҡытыусы Мөхәмәҙғәлин Рәүеф Ғәфүр улына тышлығына "Ҡотлояр мулла бәйеттәре" тип яҙылған егерменән артыҡ ҡалын дәфтәр тапшыра. "Минең башҡа ышаныслы кешем юҡ, һиңә ошо боронғо яҙыуҙы тапшырам, бында беҙҙең Ҡәнзәфәр бейҙән башлап боронғо ата-бабаларыбыҙҙың тарихы яҙылған. Өфөгә барһаң, ошо ҡулъяҙмаларҙы берәй уҡымышлы кешегә тапшыр", - ти ул. Рәүеф, тәрбиәле кеше булараҡ, Ғәйшә Муллабай ҡыҙының үтенесен һис кисекмәҫтән үтәй. Өфөгә барып, ул ваҡытта "Ленинец" гәзитенең бүлек етәксеһе булып эшләгән Юрий Узиковҡа материалдарҙы тапшыра. Юрий Александрович материалдарҙы ҡабул итеп ала һәм тәржемә итеп, матбуғатта баҫтырып сығарырға вәғәҙә бирә. Ләкин был материалдар матбуғатта баҫылмай һәм төп нөсхә шулай итеп юғала. Рәүеф Ғафур улында уның күсермәләре генә ҡала һәм уларҙы миңә күрергә насип булды.
Хәҙер Ҡотлояр мулланың Ҡәнзәфәр бейгә арналған шәжәрәләренә һәм ҡайһы бер бәйеттәренә туҡталайыҡ: "Хөрмәтле бөйөк, һәм аҡыл эйәһе, һәм уҡымышлы Ҡәнзәфәр бей тыуҙы Ябалаҡ ауылында 939 миләди йылында. Аллаға дан булһын, уға тиңдәш башҡа юҡ. Мусабей улы Ҡәнзәфәр бейҙе 1012 йылдың рамазан айының 10 августында мәңгелек йортҡа ҡуйҙы. Урынын Мәьүала ожмахында ит. Яҙҙы Әсфәндийәр мулла, был ҡыяғаҙға күсерҙе Ҡотлояр мулла 1912 йылда". Шәжәрәне Әсфәндийәр мулла үҙе күсереп яҙғанмылыр, уныһы билдәһеҙ. Ҡотлобулатов Әсфәндийәр мулла 1856 йылда Дәүләкән районы Иҫке Шәрип ауылында тыуған. Ҡаҙанда "Ҡасимиә" һәм Өфөлә "Ғосмания" мәҙрәсәләрен тамамлаған күренекле шәхес, указлы мулла. Уның улы Ҡотлояр 1892 йылда шул уҡ ауылда тыуған һәм Өфө, Дәүләкән мәҙрәсәләрен тамамлаған белемле сәсән, йырсы, мөғәллим, Иҫке Шәрип ауылында имам-хатиб булып торған.
Ҡарғалы ауылының имам-хатибы Салауат Вәликәев һәм ҡырыкөйлө-мең ырыуы етәксеһе Филүс Хәлиуллин, шулай уҡ ҡарттарҙың әйтеп ҡалдырыуынса, Ҡәнзәфәр бей Ябалаҡлы ауылы эргәһендәге зыяратта ерләнгән. Икенсе версияға ҡарағанда, шул уҡ урында Ҡәнзәфәр бейҙең төпсөк улы Ябалаҡлы ауылы старостаһы Хәжәр ерләнгән. Быларҙы асыҡлайһы бар әле. Ҡотлояр мулланың бәйетенә ҡарағанда, Ҡәнзәфәр бейҙең өс ҡатыны һәм биш улы булған. Иң кесе улы Хәжәр нисәнсе ҡатынынан булғандыр, хәҙергә уныһы билдәһеҙ. Әйтелгәндәрҙе раҫлау өсөн Ҡотлояр мулланың бәйетенән бер нисә өҙөк килтерәйек.
Ваҡытында бик әүәл,
Мең дәүләте булғандыр,
Тулы һыулы Күк иҙел,
Сылтырап аҡҡан Өршәге.
Зәңгәр һыулы күлдәре,
Асылы, Ҡандра һыуҙары,
Был ырыуға кергәндер.
Ҡалын ҡара урмандары,
Киртләс киткә тауҙары,
Иркен ялан-ҡырҙары
Булған ырыу байлығы.
Әүәл-әүәл электән
Ошо ерҙе төйәк иткән,
Беҙҙең башҡорт бабалар.
Булған уның аҡыллы
Батырҙары, бейҙәре.
Тирә-яҡта дан тотҡан,
Ҡәнзәфәр бей булғандыр.
* * *
Донъя көткән шул ерҙә,
Һис нужа күрмәгән.
Береһенән-береһе матур,
Өсәү булған ҡатыны.
Иң өлкәне матуры,
Бүләк иткәндер уға
Биш уланды, батырҙы.
Биш бармаҡтай берҙәм булып,
Батыр булып үҫкәндәр.
Буй-һындары етеү менән, Уҡ-һаҙағын алғандыр.
Атаһының һүҙен йыҡмай,
Тоғро булып үҫкәндәр.
Аҡ батшаға ҡушылғас,
Дүрт уланын йыйғандыр.
Васыятын әйтә һалып,
Ерҙәр бүлеп биргәндер.
* * *
Иң кесеһе Хәжәре,
Ҡалған бейҙең янында.
Был бәйет Ҡәнзәфәр бейҙең тыуған йылын һәм ауылын асыҡлай. Бәлки, ырыуыбыҙҙың етәксеһе тураһындағы материалдар тағы ла кемдәрҙәлер һаҡланалыр? Беҙгә хәбәр итеүегеҙҙе һорайым. Ҡотлояр мулланың шәжәрәһенә ҡарағанда, 2022 йылда ырыу етәксебеҙ Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл тула. Был датаны тейешенсә ҡаршы алып үткәреү һәм уның исемен мәңгеләштереү ырыуҙаштарыбыҙҙың бурыстарының береһе.

Әхнәф ТИМЕРБУЛАТОВ,
"Мең ырыуы" төбәк-ара йәмәғәт берләшмәһе советы рәйесе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.19 | Ҡаралған: 792

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru