«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БИШУТ" СӘЙЕ
+  - 



Ер йөҙөндә "сәй" тип аталған япраҡты эҫе һыуҙа бешереп эсеү ғәҙәте нисек, ҡайҙа барлыҡҡа килгәндер, аныҡ түгел. Әммә төрлө үләндәрҙе бешереп эсеү, моғайын, таш быуаттан килә. Кешенең мейеһе һәр ваҡыт ижади эшләп тора. Шуның менән дә ул хайуандыҡынан айырыла. Ниндәй үләнде бешереп эсһәң, ниндәй сирҙәр кәмей, ниндәй көс-ҡеүәт арта йәки, киреһенсә, ниндәй үлән быуындарҙы йомшарта, йоҡоно килтерә икәнен ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға һөйләп, өйрәтеп, күсереп килгән.

Иң ҡыҙығы, һәр халыҡта үҙенсәлекле ысулдар йәшәй. Мәҫәлән, ҡытайҙар күберәк йәшел, ҡыҙыл, һары һәм хуш еҫле сәйҙәрҙе ярата, Тибетта иһә "часуйма" тигән сәй эсәләр (был сәй пресланған япраҡтарҙан бешерелә лә мотлаҡ иретелгән һыйыр майы һәм тоҙ өҫтәлә). Әйткәндәй, Тибетта борон-борондан башҡорттарҙағы кеүек талҡан ҡулланалар һәм талҡан онона май ғына түгел, брикетҡа ҡатырылған сәй япраҡтары онтағын да ҡушалар. Үҙенсәлекле "ҡоро сәй" килеп сыға. Уны ашаған кешенең кәйефе күтәрелә һәм сәләмәтлеге яҡшыра. Монголдар иһә беҙ эсеп өйрәнгән ҡәҙимге сәйҙәргә һөт кенә түгел, май, тоҙ ҙа ҡушалар. Ҡайһы берҙә бер стакан сәйгә тоҙ ғына түгел, бер бөртөк ҡара борос та төшөрәләр. Ҡалмыҡтар был тәңгәлдә лавр япрағы йәки мөшкәт сәтләүеген (мускатный орех) ҡулланалар. Японияла йәшел сәй яраталар. Улар бигерәк тә сәйҙең хуш еҫенә ныҡ иғтибарлы. Шуға ла бер стакан һыуға бер балғалаҡ самаһы йәшел сәйҙе һалып, сәйнүккә эҫе һыу ҡоялар ҙа бер-ике минуттан эсә башлайҙар. Сәй тулыһынса бешеп өлгөрмәй. Эҫе килеш аш алдынан яйлап ҡына ике-өс йотом (шәкәрһеҙ генә), ашап бөткәс тағы ла шулай эҫе сәйҙе ике-өс йотом эсеп ҡуялар.
Бөгөнгө көндә "сәй" һүҙе бары тик "сәй япрағын" ғына бешереп эсеүҙе түгел, ғөмүмән, үләнде эҫе һыуҙа бешереп эсеүҙе аңлата. Буталыш китмәһен өсөн генә "үлән сәйе" тибеҙ. Хәҙер төрлө дарыуханаларҙа йәнеңә теләгән ҡушылмалы "үлән сәйҙәре"н табырға мөмкин (бигерәк тә артыҡ һимереүҙе туҡтата торғандары күп осрай).
Минең фекерем шулай: һатыуҙағы, бигерәк тә лицензиялы аптекаларҙағы һәр үлән дә ентекле тикшереү үтә һәм, әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә файҙалы. Ни өсөн "ниндәйҙер кимәлдә" тием, сөнки ысынлап та файҙаһы тейһен өсөн был ҡушылмаларҙы бик оҙаҡ, хатта бер-ике йыл дауамында бер туҡтауһыҙ, әммә самаһын белеп (күрһәтмәлә яҙылғанса) кенә эсергә кәрәк. Шунда улар ысынлап та файҙалы. Ә беҙ нимә эшләйбеҙ? Грипп йәки башҡа берәй инфекция сире башландымы, тиҙ генә һауығыу өсөн йә ҙур миҡдарҙа үлән бешереп эсеп, "зыян" эшләп ҡуябыҙ, йәки үләндәрҙе, мәҫәлән, тын юлдарын таҙартыу өсөн (бронхит, трахеит, пневмонияларҙан һуң) йүткереү туҡтағанса, бер-ике аҙна дауамында эсәбеҙ ҙә, вәссәләм. Минеңсә, был дауаланыу бик файҙалы булмаясаҡ. Бары тик ошо үләндәрҙе һатып алған аҡсаны елгә осороу ғына.
Шулай аҡсағыҙҙы ла янда ҡалдырып, сәләмәтлегегеҙҙе лә нығытып, бар ғаилә менән күтәренке кәйефтә йәшәгегеҙ килһә, артабан уҡығыҙ һәм, әгәр оҡшаһа, минең кәңәштәрҙе тыңлағыҙ. Оҡшамаһа, фитоаптекаларға юлланығыҙ. Һәр хәлдә, шәхсән үҙем йылдар буйына ҡулланған ысул, файҙалы кәңәштәрем менән бүлешергә теләйем (фекерҙәрем менән килешмәүселәрҙе лә ихлас тыңлаясаҡмын!)
Тәүҙә иң ябай һәм һәр кемгә файҙалы үлән сәйе ҡушылмаһынан башлайыҡ һүҙҙе. Был үләндәр Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәгендә үҫә һәм был ҡушылмаларҙы хәтерҙә тиҙерәк ҡалһын өсөн "Бишут"сәйе тип атаным. Йәғни был ҡушылмаға биш төрлө үлән ҡушыла. Ул йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, ҡан һәм лимфа юлдарын таҙарта, тимәк, баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта.
Клевер сәскәһе. Файҙаһы - йөрәк-ҡан тамыры системаһын көйләй, микроэлементтарға бай, хуш еҫле. Борсаҡ, фасоль кеүек "ҡуҙаҡлылар" төркөмөнә ҡарағас, клевер сәскәһендә лә аҡһым, азот, май кислоталары (ашҡаҙан эшмәкәрлегенә, быуын кимерсәктәренә файҙалы майҙар) күп. Иммунитетты нығыта.
Ҡарағат япрағы. Файҙаһы - хуш еҫле флавоноидтарға бай (ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй, кәйефте күтәрә). Бигерәк тә иммунитетты көйләүсе, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыусы барыбыҙға ла билдәле, тик аш-һыу аша ғына организмға инеүсе С витамины күп. Ҡарағаттың ҡалын һәм ҡуйы йәшел төҫтәге япраҡтарының файҙаһы ҙур. Мөмкинлек булһа, баҡса ҡарағатынан бигерәк, ҡырҙа, йылға ярҙарында, уйһыулыҡтарҙа үҫкән ҡарағаттың япраҡтарын йыйығыҙ.
Ҡурай еләге япрағы һәм емештәре. Файҙаһы - ҡан тамырҙарын таҙарта, ҡуйы ҡан бер аҙ шыйыҡлана, туҡыма араларындағы артыҡ шыйыҡсаны сығара, артерия баҫымын көйләй. Йәй һәм көҙ осоронда бары тик ҡурай еләгенең япраҡтарын ҡулланырға, ә ҡыш һәм яҙ айҙарында емешле суҡтарын сәйгә ҡушыу отошло.
Ер еләге япрағы һәм емешле суҡтары. Файҙаһы - микроэлементтарға бай. Бигерәк тә йөрәк эшмәкәрлеге өсөн файҙалы пектин матдәһенең күп булыуы отошло. Япраҡ менән емешле суҡтарҙы ҡурай еләге япрағы кеүек ҡулланырға кәңәш итер инем. Боланут (русса "Иван-чай" исеме менән билдәле) япрағы һәм сәскәләре. Был үләнде ҡушыу мотлаҡ шарт түгел. Әгәр киптерелгән үлән булһа, ҡушығыҙ. Был үлән сәйгә үҙенсәлекле хуш еҫ өҫтәй. Файҙаһы - тонусты күтәрә, бар организмға еңеллек бирә, баш мейеһе эшмәкәрлеген көйләй, хәтерҙе яҡшырта. Был үлән булмаһа, барыбыҙға ла билдәле мәтрүшкә үләнен (сәскәһен) ҡулланырға була. Шәхсән үҙем ошо үләндең еҫен бик яратып бармайым, шуға бик һирәк ҡулланам.
Иҫкәрмә. Мәтрүшкә тигәс, һары мәтрүш (зверобой продырявленный) үләнен көндәлек эсер сәйгә ҡушып ҡуймағыҙ! Был үлән - дауа үләне! Уларҙың файҙаһы ла, артыҡ ҡулланғанда зыяны ла бар, тимәк.
Бар кешегә лә килешкән, бер ниндәй кире тәьҫире булмаған Бишут ҡушылмаһы өсөн бына ошо үләндәр етә. Йә, кемегеҙ белмәй ҙә, кемегеҙ өсөн был үләндәрҙе йыйып киптереү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра? Болануттан башҡаһы күптәрҙең йорто янында ғына йәки баҡсаһында, бик булмаһа, күршеләрҙең баҡсаһында үҫә. Еләктең баҡсала үҫкәне лә файҙалы. Әммә ҡыр еләге япраҡтарын йыя алһағыҙ, бигерәк яҡшы. Әйткәндәй, бер серем дә бар.
Минең кәңәш: Күптәр ҡыр еләген йыйып алып ҡайтҡас, эреләрен ваҡтарынан айыра һәм ваҡтарын, бешмәгәндәрен ташлай. Әгәр мин өйрәткән сәйҙе эсеп, ҡышты сирләмәй генә үткәрергә уйлаһағыҙ, ана шул ваҡ, сей йәки иҙелгән еләктәрҙе (кәрәкмәгән япраҡ, үләндәрҙән аралап) йыйып киптерергә генә кәрәк. Йәнә лә, юғары сортлы еләк ҡайнатмаһы әҙерләргә яратыусылар ҡыр еләгенең төпһәһен алып таҙарта (хәҙерге йәштәр өсөн ят булһа ла, беҙ йәш саҡта гел шулай таҙарта торғайныҡ). Үлән сәйе яратыусылар өсөн таҙартыуҙан ҡалған еләк төпһәләре - оло байлыҡ! Үҙегеҙҙең еләк йыйырға ваҡытығыҙ булмаһа, бары тик күрше-тирә, дуҫ-иштәрегеҙгә алдан әйтеп ҡуйығыҙ, еләк төпһәләрен ташламай һеҙгә бирһендәр. Шул ғына.
Еләк япрағы тураһында нимәгә оҙаҡ яҙам. Сөнки күптәр еләктең файҙалы һәм сәйгә тәм биреүен белә, әммә еләк япрағы шул тиклем йоҡа һәм бәләкәй, ә инде киптергәс, үтә мурт була. Бер-ике әйләндерһәң, он кеүек ыуалып бөтә. Шул сәбәптән генә күп кеше еләк япрағын йыйып тормай. Ә был япраҡ (төпһәһенең дә файҙаһы шул уҡ, ә инде еләкле суҡтарҙың файҙаһы икеләтә артыҡ) берҙән, күп, икенсенән, файҙалы.
Бишут ҡатнашмаһын әҙерләү. Иң мөһиме - был файҙалы үләндәрҙе дөрөҫ нисбәттә ҡушып, сәй өсөн әҙерләп алыу! Иң тәүҙә ҡоро эмалләнгән ҙур табаҡ алығыҙ. Мотлаҡ ҡоро булһын. Бер тамсы ғына һыу эләкһә лә үләндәрегеҙҙең тиҙ арала боҙолоуы ихтимал. Һеҙ бер юлы бер айға етерлек ҡатнашма әҙерләйһегеҙ. Ҡулығыҙҙы яҡшылап йыуып, ҡоротоғоҙ. Шунан сиратлап табаҡҡа кипкән үләндәрҙе һала башлайбыҙ.
Беренсе ҡат. Һәр үләндән берәр ус алып табаҡҡа һалығыҙ. Әгәр әле ҡаты һалҡындар етмәгән икән, ҡарағаттың япрағын ғына һалығыҙ. Сөнки ҡарағат емештәре бик көслө. Уларын витаминдар аҙайған осор - ҡыш һәм яҙ ҡулланырһығыҙ. Аҙаҡ ике ҡуллап үләндәрҙе еңелсә генә күтәргеләп, ҡатнаштырығыҙ.
Икенсе ҡат. Клевер, ер еләге, боланут үләндәренән тағы берәр ус өҫтәгеҙ. Тағы ла бер тапҡыр күтәрә биреп болғатып алығыҙ. Әгәр ҙә был ҡатнашма аҙ һымаҡ тойолһа, шул уҡ тәртиптә яңынан ҡабатлағыҙ йәки клевер сәскәһе менән боланут япраҡтарын тағы ла берәр ус өҫтәгеҙ.
Сама менән ниндәй дәүмәлдә ҡушыла был ҡатнашмаға үләндәр? Клевер, боланут, ер еләге - 2 өлөш. Ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары - 1 өлөш. Ни өсөн шулаймы? Сөнки ҡарағат япрағы күп булһа, сәйҙең төҫө ҡарая, ә ҡурай еләге күп булһа, күберәк тирләтә һәм файҙалы матдәләр тиҙ юғала, тимәк. Ә клевер сәйгә бал тәмен бирә (Юҡҡа ғына йәйгеһен бал ҡорто ошо сәскәнең янынан китешмәй). Боланут (йә мәтрүшкә) хуш еҫ, еләк япрағы әскелтем тәм бирә.
Үләндәрҙе ҡушып бөткәс, барыһын да полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып ҡуйырға ла, бер аҙнаға етерлеген генә сәй өҫтәле янына, тимер йә фарфор (полиэтилен һауыт ярамай, еҫе боҙола) һауытҡа һалып алып ҡалырға. (Был сәй бөткәс кенә моҡсайҙағы сәйҙән һауытҡа яңынан һалырһығыҙ). Шулай иткәндә сәйҙең хуш еҫе юғалмай.
Йәнә бер сер - бәләкәй һауытҡа һалыр алдынан шул миҡдарҙағы сәйҙе ныҡ ҡына итеп уста ыуып ваҡлап алырға була. Шулай иткәндә һауытҡа күберәк һыя йәнә сәй тиҙерәк бешә. Ә ҙур ҡапсыҡтағы сәйҙе бик ваҡларға ярамай.
Сәйҙе дөрөҫ бешереү мотлаҡ. Сәйнүктең эсенә эҫе һыу ҡойоп, бер минуттай ҡапҡасын ябып тоторға. Аҙаҡ был һыуҙы түгеп, сәйнүккә тәүҙә ҡәҙимге ҡара (йәки йәшел) бөртөклө сәй (бер эсеүгә етерлек итеп, мәҫәлән бер балғалаҡ) һалырға ла "Бишут" үлән сәйенән ике семтем (ҡара сәй күләменән 3 тапҡырға күберәк) төшөрөргә һәм өҫтөнә, сәйнүктең яртыһынан итеп ҡайнар (ҡайнап сыҡҡас 3-5 минут үткәс тағы ла яҡшыраҡ) һыу ҡойорға. Сәйнүк өҫтөнә таҫтамал ҡапларға. 5 минут самаһы ваҡыт үткәс, сәйнүккә тағы ла эҫе һыу өҫтәргә. Болғатырға кәрәкмәй. Үлән сәйе япраҡтары тәүҙә өҫтә була, аҙаҡ аҫҡа төшә башлай. Тимәк, сәй әҙер, эсә башларға мөмкин.
Үлән сәйен бер үк сәйнүктән көнөнә 3 тапҡыр эсергә мөмкин. Бының өсөн әле өйрәнгәнсә яһалған сәйҙе, үләне генә ҡалғанса яһап бөтөрөргә (йәки ҡалған сәй һыуын икенсе һауытҡа ҡойоп торорға). Иң мөһиме, сәйнүктә һыу күп ҡалмаһын. Сөнки был һыу һыуынасаҡ һәм сәйҙең тәмен боҙасаҡ. Өс тапҡыр бешергәс, мотлаҡ сәйнүкте таҙартырға кәрәк. Был ысул ҡулланғанда сәйнүктең уртаса ҙурлыҡтағыһы отошло. Сөнки сәй япраҡтары бүртеп, сәйнүк эсе тиҙ генә тулып китә.
"Бишут" сәйен эскәндәй булдыҡ шикелле. Был ҡатнашманы һәр кем ниндәй генә сире булыуға ҡарамаҫтан, ҡурҡмайынса көн һайын эсә ала. Дөрөҫөрәге, шулай эсһә, иммун системаһы нығына һәм организм һауығыу өсөн көс туплай башлай. Быныһын үҙем һәм ғаиләм миҫалынан беләм. Тәжрибә өсөн бер йылда был ҡатнашма сәйен беребеҙ ҙә эсмәнек. Ҡыш буйына ниндәй генә киҙеүме, һалыумы булмаһын, һәр беребеҙ икешәр, өсәр тапҡыр сирләп алдыҡ. Икенсе йылы барыбыҙ ҙа был сәйҙе яңынан эсә башланыҡ һәм сирҙәр кәмене йәки еңелерәк үтә башланы. Хәҙер улым үлән һалынмаған сәйҙе эсеүҙән бөтөнләй баш тарта башланы. Ҡайһы берҙә, һиҙер микән тип, ҡәҙимге ҡара сәйҙе генә бешереп ҡуйһам, эсеп ҡарай ҙа, "үләне юҡ бит" тип, үҙе эҙләп табып, үлән ҡушып ҡуя. Үҙе икенсе тапҡыр эскәндә үләндәрҙең хуш еҫе һаҡланһын өсөн сәйнүк төбөндә артыҡ һыу ҡалманымы икән тип күҙәтеп кенә йөрөй.
Ә үләндәрҙе йәй буйы ҡаланан 20-30 саҡрым алыҫлыҡтағы баҡсабыҙҙан, баҡса янындағы урман ситтәренән, йә районға ҡайтҡанда йыйып алам. Бер ҡышҡа етерлек кенә әҙерләйем. Оҙаҡ һаҡлаһаң, тәме юғала.

Лилиә ҠӘЙЕПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.19 | Ҡаралған: 682

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru