«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСЫЛЫ – МОҢДАН
+  - 

"Күңеле тулы моң" тиҙәр уның кеүектәрҙе халыҡта. Бөгөнгө геройыбыҙға айырыуса тап килгән кеүек ошо халыҡ аҡылы. Күктәр тарафынан инселәнгән тәбиғи һәләте менән бер рәттән, бар булмышына һеңгән ошо моң уны әлеге бейеклегенә күтәреп, иң ҙур бүләккә - тамашасы һөйөүенә лайыҡлы иткәндер, ай-һай! Юғиһә, башҡорт халыҡ йырҙарын иң камил башҡарыусыларҙың береһе тип атай алыр инекме уны бөгөн? Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт ШАҺИЕВ менән әңгәмәбеҙ ҙә донъяла тиңе булмаған йырҙарыбыҙ һәм уларҙы оҫта башҡарыусының үҙе тураһында.

Халыҡ йырын йырлай белеү - ул, тәү сиратта, йырсының профессиональ һәм талант кимәле тураһында һөйләй, тигән фекер менән килешәһегеҙме? Сөнки эске бер тойомлау менән тыңлайбыҙ беҙ халыҡ йырын, уны йырлай белә йәки белмәй тигән баһа ла ошо тойомлауҙан сығып ҡуйыла бит...

- Башҡорт халыҡ йыры үҙенә күрә йырсы өсөн иң юғары оҫталыҡ мәктәбе ул. Халыҡ йырын йырлай ала икән, тимәк, ул опера арияларын да, эстрада йырҙарын да башҡара ала. Мин үҙемде халыҡ йырҙарын йырлаусы тип иҫәпләйем, әммә быны, мин шулай һәләтле, йәки мин йырларға өйрәнеүҙең шундай юғары дәрәжәһенә еткәнмен, тигән мәғәнәлә әйтмәйем. Халыҡ йыры - минең ҡанымда. Эйе, мин ҡасандыр халыҡ йырын йырларға өйрәнгәнмен, тик ул минең эске булмышымдан, ҡан хәтеренән дә килә. Бәләкәйҙән ошо көйҙәр тирбәлешендә үҫкәнмен. Һәм үҙемде башҡорт халыҡ йырҙарынан тыш күҙ алдына килтермәйем, шуға ла йырсы булараҡ та уға тоғромон. Сит милләт тамашасыһы уны диапазоны, мөмкинлектәренән сығып баһалаһа, башҡорт тамашасыһында ла ана шул ҡан хәтере бар. Шуға ла бөгөнгө көндә үҙ тамашасым булыуы, концерттарға йөрөүе - йырсы булараҡ миндә ҡәнәғәтләнеү тойғолары уята. Ваҡытында Илһам Шакиров, Хәйҙәр Бегичевтар менән бергә концерттарҙа йырларға тура килгәйне. "Башҡорт халыҡ йырын йырлау өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк", - тип йәшермәй әйтә ине Илһам Шакиров та. Йырсылар ҙа аттестация үтә бит инде, профессор Миләүшә Мортазина ла: "Нисек йырлағанһың, шулай йырла", - ти ине. Композитор йырҙарын да яратам, атайым да ғүмере буйы халыҡ йырҙарын йырлаһа ла, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың "Ниғмәт" арияһын, башҡа йырҙарын, бигерәк тә "Сайҡалалар кәмәләр"ен йырлай торғайны.

Атайығыҙ ғына түгел, ағайҙарығыҙ, ҡустығыҙ ҙа халыҡ артистарына торошло моңло йырсы икәнен беләбеҙ. Уларҙың һәр береһе исемләп халыҡҡа таныш, йыры менән генә түгел, лайыҡлы эштәре менән дә...

- Атайымдың алты улы ла халыҡ йырын шәп йырлай. Бары мин генә сәхнәгә тартылдым, ағайҙарым, ҡустым иһә йырҙы юлдаш итһәләр ҙә, башҡа һөнәр һайланы һәм һәр кеме үҙ юлында уңыштар ҡаҙанды. Ағайҙарым шаяртып мине "Народный" тип йөрөтә, әммә моң барыбыҙға ла тигеҙ күскән. Бесәнгә китеп барабыҙмы, утынғамы, атайым беҙҙе гел йырлата ине. Буш ваҡытында өйҙә лә берәмләп тә, бергәләп тә йырлата, илтифат һалып тыңлай, төҙәтә. Эстрада йырҙарын йырлаһаҡ, бер генә һүҙе булды: бындай мәғәнәһеҙ йырҙарҙы йырламағыҙ. Улары ла таҡмаҡ кеүек еңелсәрәк, "Әҡлимә" кеүек популяр йырҙар әле! Бөгөнгө эстрада йырсыларының берәйһе "Әҡлимә"не йырлаһа, ҡолаҡҡа май булып яғылыр ине әле. "Буранбай", "Урал" йырҙарын иң киткес итеп башҡарыр ине. Заманында, политпросвет мәктәбендә уҡығанда Ғәзиз Әлмөхәмәтовты күргән. "Ул йырлағанда тәҙрә быялалары, люстралар зыңлап тора ине", - тип гел һөйләне беҙгә. Бөйөк Ватан һуғышынан офицер булып ҡайтып, аҙаҡтан колхоз рәйесе булып эшләне, ваҡыты ла булмағандыр, әммә беҙҙе күҙ уңынан ысҡындырманы. Әсәйем менән 60 йылға яҡын бергә йәшәп, 8 бала үҫтерҙеләр. Улар бер-беребеҙгә ҡарата туғандарса йылы мөнәсәбәт тә тәрбиәләй алдылар. Бөгөн туғандарымдың ҡурсыуын, хәстәрләүен тойоп йәшәүе миңә шул тиклем рәхәт. Атай ҡанға һеңдергән ғәҙәт - осрашыуҙар йырлы-моңло байрамға әүерелеп китә...

Халыҡ йырын башҡарыусылар бар ул, тик уны еренә еткереп йырлаусылар һирәк. Бөгөн йәштәр халыҡ йырын замансалаштырып йырлай, быға нисек ҡарайһығыҙ?

- Тамашасыға тыңлауы еңел булһын өсөн заманлаштырабыҙ, тигән аҡланыуҙарҙы ҡабул итмәйем. Был дөрөҫ түгел, тигән фекерҙәмен. Халыҡ йырын тик ҡурай йә баянға ғына ҡушылып башҡарырға кәрәк. Шоу эшләүҙең башҡаса ысулдары барҙыр, тик халыҡ йырынан кәмит яһарға кәрәкмәй. Уны тойорға, уның менән йәшәргә, унда һөйләнелгән ваҡиғаны йөрәгең менән ҡабат-ҡабат кисерергә тейешһең. Шул саҡта ғына тамашасы һине ишетәсәк.
Шулай ҙа халыҡ йырын йырлаған йәштәр юҡ тимәҫ инем. Ҡандарында булһа, йырларҙар. Кәңәш һорап килеүселәр булһа, үҙем дә өйрәтәм, ҡыйынһынмайым. Үҙем дә өйрәнәм. Юлай ағай Ғәйнетдиновтан әллә күпме халыҡ йыры өйрәндем, рәхмәтлемен уға. Ә халыҡсан йырсылар электән аҙ булды, тәбиғәт үҙе нисектер тигеҙләйҙер, күрәһең...

Әйткәндәй, Альберт Хызыр улы ошо көндәрҙә юбилейын да билдәләй. Ир кеше өсөн 60 йәш ғүмерме ни ул: йырсы булараҡ та, башҡорт халҡының лайыҡлы улы булараҡ та баш әйләндерерлек уңыштарға һәм бәхеттәргә алдағы көндәре лә мул булһын, тип теләйбеҙ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.19 | Ҡаралған: 716

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru