«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҘЫ ХӘСТӘРЛӘҮ - КИЛӘСӘКТЕ ХӘСТӘРЛӘҮ УЛ
+  - 



Ошо көндәрҙә "Торатау" Конгресс-холл бинаһында үткән мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе Башҡортостан Республикаһында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу шарттарында белем биреүҙең яңы мөмкинлектәрен барлауға арналды. Унда республиканың барлыҡ район-ҡалаларынан биш йөҙҙән артыҡ кеше ҡатнашты, шул иҫәптән етәкселек, ата-әсәләр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә булды.

Август кәңәшмәһенең эше һигеҙ төрлө фекер алышыу майҙансыҡтарында башланып китте. Фекер алышыу тамамланғас, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, РФ мәғариф министры урынбаҫары Ирина Потехина, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Юғалған һәм зыян күргән балаларға ярҙам итеү буйынса милли күҙәтеү үҙәгенең попечителдәр советы рәйесе Елена Мильская, "Интеллектуальный альянс" фонды президенты Сергей Гиль ҡатнашлығында пленар ултырыш үтте.
"Мәғариф системаһы бөгөн үҙенсәлекле осор кисерә, ошоно аныҡ аңларға тейешбеҙ. Милли проекттар, РФ Президенты башланғысындағы реформалар үҫеш өсөн уникаль мөмкинлектәр бирә. Был башҡа өлкәләргә лә ҡағыла, әммә беҙ мәғариф тураһында һөйләшәбеҙ. Мин ниндәйҙер һандар, факттар һ.б. һанап тормайым. Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итәм: беҙ берәй ҡасан халыҡҡа милли проекттарҙың асылы тураһында дөрөҫ һөйләргә өйрәнәсәкбеҙме? Ниндәйҙер һандар әйтәбеҙ, ә кешеләр ишетмәй. Ниндәйҙер факттар килтерәбеҙ, ә улар ҡыҙыҡлы түгел. Беҙ ябай ғына итеп аңлатырға тейеш: милли проекттар шундай, балағыҙ шул йылға тиклем тегене-быны өйрәнә", - тип башланы сығышын Радий Хәбиров. Ул республика милли проекттарҙың яҡшы ғәмәлгә ашырылыуын билдәләп үтте, быйыл 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы асылыуын быға дәлил итеп килтерҙе.
Белем усаҡтары менән бәйле мәсьәләләрҙә эште иң тәүҙә ҡулдан килгәндәйҙәрен хәл итеүҙән башларға, шунан ғына артабан эште дауам итергә кәрәк. Был йәһәттән белем усаҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, уйын майҙансыҡтарын йыһазландырыуға киләһе йылдан ҙур иғтибар бүленәсәк. Әлеге көндә мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу йәһәтенән дә мөһим үҙгәрештәр индерелә. Быйылғы уҡыу йылынан республика белем усаҡтарында бер төрлө меню булдырыла. Балаларға тәҡдим ителгән аш-һыуҙың тейешле талаптарға яуап биреүе ҡаты күҙәтеү аҫтына алынған һәм был хеҙмәтте тәҡдим иткән шәхси компаниялар ҙа сифатлы эшләргә бурыслы. Белем усаҡтарында балаларыбыҙ һәр яҡлап та камил шәхес булып үҫешеп етһен һәм тик яҡшы хәтирәләр алып сыҡһын өсөн уңайлыҡтар булдырыуҙан тыш, уға заманса оҫталыҡтар ҙа бирелергә тейеш. Был йәһәттән Радий Фәрит улы "Юғары ос!" ("Взлетай!") мәғариф проектын тормошҡа ашырыу, биш көнлөк уҡытыуға күсеү һәм буласаҡ һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү мөһимлеген билдәләп үтте. Балаға үҙен аңларға, күңеленә ниндәй шөғөл хуш килеүен белергә булышлыҡ итеү тураһында һүҙ барҙы. Шуға быйыл октябрь айы аҙаҡтарында Башҡортостанда үтәсәк "Һөнәрҙәр фестивале" балаларға ғына түгел, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн дә әһәмиәтле сара буласаҡ.
Әйткәндәй, БР Мәғариф министрлығы тәҡдиме буйынса һәләтле балаларға үҙ юлын табырға һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам иткән уҡытыусыларға республика Башлығы гранты йәки бюджет аҡсаһы сиктәрендә юғары премиялар биреләсәк. Әлеге көндә ауыл ерендә эшләгән уҡытыусыларға 600 меңлек 100 грант бирелә, киләһе йылдан "Земство уҡытыусыһы" программаһы эшләй башлай тип көтөлә. Мәғариф буйынса август кәңәшмәһе барышында иһә, республиканың иң яҡшы 22 уҡытыусыһына БР Башлығы премиялары тапшырылды. Матди дәртләндереүҙән тыш, педагогтарҙы Мәскәүгә, күрше өлкәләргә бер аҙналыҡ һөнәри камиллашыу курстарына ебәрергә лә була, тип билдәләне республика етәксеһе һәм: "Мөһим һүҙҙәр, әлбиттә, уҡытыусылар тураһында. Мин тағы бер тапҡыр сикһеҙ рәхмәтемде һәм хөрмәтемде белдерәм. Һеҙ шундай ҙур армия. Беләһегеҙме, һәр төбәктең үҙенең әхлаҡи мөхите бар һәм мин беҙҙең республикала ул меңәрләгән уҡытыусыларыбыҙға бәйле булыуына тулыһынса инанам. Тормошобоҙ фәлсәфәһен формалаштырыуығыҙ, республика һәм милләттең үҫеш нигеҙҙәрен төҙөүегеҙ өсөн рәхмәт", - тип өҫтәне.
Август кәңәшмәһендә яңғыраған мөһим яңылыҡтарҙың береһе, моғайын, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына (ФГОС) ҡағылышлыһы булғандыр. РФ мәғариф министры урынбаҫары Ирина Потехина белдереүенсә, 2020 йылдан әсбаптарҙы раҫлау тәртибе үҙгәртелә һәм унда эксперттарға аныҡ талаптар ҡуйыла. Яңы стандарттар уҡытыусыларҙың хеҙмәтен еңелләштереү мәсьәләһендә отчет биреү һәм кәрәкмәгән ҡағыҙ докуметтар тултырыуҙы ла кисектерә. Педагогтарға ни бары дүрт мөһим документты: электрон журнал, электрон көндәлек, календарь-тематик план һәм эш программаһын тултырыу мотлаҡ буласаҡ. Шулай уҡ белем усағына кәрәкле бер тапҡыр ғына тултырылырға тейешле документтар исемлеге лә төҙөлгән. Ирина Петровна балаларға сифатлы белем биреү, һәр яҡлап та булдыҡлы һәм социаль яуаплылыҡ тойған шәхес тәрбиәләү, заман үҫмеренең психологияһын аңлау, өҫтәмә белем биреү, һөнәри йүнәлеш, урта һөнәри белем биреүгә ҡағылышлы федераль проекттар, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән дә ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Ул сығышында урта һөнәри белем биреү системаһы өлкәһендәге үҙгәрештәргә айырыуса иғтибар бүлде һәм киләһе аҙнала Ҡаҙанда уҙғарылған WorldSkills һөнәри оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатында Рәсәй намыҫын Сибай күп профилле һөнәри колледжы студенты Илмир Сәйетбатталов яҡлаясағын, ә быға тиклем Абу-Дабиҙағы ярыш чемпионы Рафаэль Яхин эксперт булараҡ сығыш яһауын телгә алды. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә төп докладты БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин яһаны. Ул ҡатнашыусыларҙы республика мәғарифы өлкәһендәге үҙгәрештәр, яңы проекттар һәм эш һөҙөмтәләренең статистик мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. "Республикала иң яҡшы мәктәптәр рейтингын төҙөү буйынса эш башланыҡ. Уның һөҙөмтәһендә һәләтле балалар менән эшләүсе иң яҡшы 20 мәктәпкә берәр миллион грант бирелә. Иң яҡшы уҡытыусылар өсөн дә гранттар ҡаралған", - тине Айбулат Вәкил улы.
Ә бына РФ Федераль Йыйылыш Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова башҡорт теле буйынса олимпиаданы Бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә индереүҙең мөһимлеген билдәләне һәм, ғөмүмән, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә алып барылған эшмәкәрлектең уңышлы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Шулай уҡ Лилиә Салауат ҡыҙы федераль бюджеттан республикаға гуманитар өлкәләргә матди ярҙам йәлеп итеү буйынса атҡарылған эштәр тураһында ла һөйләне. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Юғалған һәм зыян күргән балаларға ярҙам итеү буйынса милли күҙәтеү үҙәгенең попечителдәр советы рәйесе Елена Мильскаяның, белем усаҡтарында балаларға кеҫә телефондары һәм башҡа төрлө гаджеттар ҡулланыуҙы тыйырға кәрәк, тигән тәҡдимен көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Киләсәктә балалар хәүефһеҙлеге буйынса Башҡортостан Республикаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында Елена Мильская һәм Радий Хәбиров ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Быйылғы Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе өҫтән төшөрөлгән ҡарарҙарға ярашлы эшләгән осраҡта ла, һәр урында балаларҙың киләсәген ҡайғыртып, уларға уңайлы шарттар булдырыу мөмкин булыуын дәлилләне. Бының өсөн ни бары эш айышын аңлаған белгестәр һәм уларҙың тырышлығын тейешле баһалаған, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған етәкселәр булыуы ғына шарт.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.19 | Ҡаралған: 531

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru