«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ӨФӨНӘН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН" ЕҢЕҮСЕЛӘР АРАҺЫНДА
+  - 



Баш ҡалабыҙҙа ошо көндәрҙә IV "Көмөш Аҡбуҙат" Халыҡ-ара кино фестивале үҙенең еңеүселәрен билдәләне. Бер быуат элек барлыҡҡа килеп һәм шул ваҡытта уҡ юғары сәнғәт төрө тип аталған кинематограф бөгөнгө көнгә тиклем ошо дәрәжәһен һаҡлай, хатта бөгөнгө көндә кино төшөрөргә теләүселәр ҙә, уны ҡарарға яратыусылар ҙа күбәйә генә бара.

Ошо сәнғәт донъяһында милли һәм этник кино тигән ғәжәйеп бер күренеш бар. "Хәҙерге технологиялар ҙур тиҙлектә үҫешкән заманда кешеләр үҙ тамырҙары менән бәйләнеште юғалта. Ҡайҙандыр Американан килгән коуч нисек дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта һеҙҙең өйҙәрегеҙҙә быларҙың барыһын да белгән өләсәйегеҙ ҙә бар. Бына ошо милли йолаларҙы, тарихи хәтерҙе һаҡлау беҙгә заман шауҡымдарына бирешмәҫкә булышлыҡ итә лә инде. Ысынлап та, ҡайһы саҡта нимә хаҡ, нимә ялған икәнен дә аңламай киткән ваҡыттар була. Шунда этник аң, туған тел ярҙамға килә һәм беҙ планетала бығаса меңәр йыл булған тормош ҡанундарына таянып йәшәргә кәрәклеген тоябыҙ", - тине сарала ҡунаҡ булараҡ ҡатнашҡан билдәле режиссер, сценарист, продюсер Кшиштоф Занусси. Ысынлап та, милли кино, тәү сиратта, рух һәм уны һаҡлаусы тыуған ер, туған тел, милли асылыбыҙға бәйле мәңгелек ҡиммәттәр тураһында һөйләгән жанр. Шуға ла ул иң әүәле беҙҙең үҙебеҙгә кәрәк. Әммә бөгөнгө милли кино - ул башҡаларға үҙең, халҡың, милли асылың тураһында һөйләү ысулы ла. Дүртенсе фестивалдең ҡатнашыусылар иҫәбе, шулай уҡ географик сиктәре йәһәтенән киңәйеүен күҙ уңында тотҡанда, бөгөнгө ижадсылар өсөн быларҙың икеһе лә мөһим икәнен сырамытаһың.
Милли кинематограф Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстанда яҡшы үҫешкәнлеге бер кемгә лә яңылыҡ түгел. "Социаль һәм дәртләндереүсе кино" номинацияһында "Иң яҡшы режиссер эше" призы - Бекзат Пирмановҡа ("Аврора", Ҡырғыҙстан), "Иң яҡшы ҡыҫҡа метрлы нәфис фильм" призы - "Чай" фильмына (Үзбәкстан), Башҡортостан кинематографистар союзының "Малик Яҡшимбәтов исемендәге милли рух өсөн" махсус призы "Песнь древа" фильмы режиссеры Айбек Дайырбековҡа (Ҡырғыҙстан), БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының махсус призы "Девушка и море" фильмының төп геройы Таһир Умаровҡа, йәмәғәт эшмәкәре Каринэ Хәбированың махсус призы "Девушка и море" фильмына (Ҡаҙағстан) тапшырылыуы ошо хаҡта һөйләй. Ҡаҙаҡ режиссеры Рөстәм Абашевтың "Ҡазахское ханство. Золотой трон" фильмы конкурстан тыш күрһәтелде һәм милли үҙаңды, рухты күтәрә торған киноның ниндәй булырға тейешлегенә ишара яһаны.
Рәсәй төбәктәре - Бүрәт, Яҡут, Башҡортостан республикаларында милли кинематограф әүҙем үҫешә икәнен күрһәтте "Көмөш Аҡбуҙат". Яҡут режиссеры Любовь Борисованың беренсе режиссерлыҡ эше "Социаль һәм дәртләндереүсе фильм" номинацияһында "Иң яҡшы тулы метрлы нәфис фильм" призын яулап ҡына ҡалманы, "Надо мною солнце не садится" картинаһы фестивалдең төп еңеүсеһе тип танылды һәм миллион һумлыҡ сертификат тап уға тапшырылды. Иң ҡыҙығы, был фильмды күреүселәр, глобализация яҡуттарҙың тормошона әллә ни үтеп инә алмаһа ла, киноларын үҙгәрткән, тигән фекергә килгәндер. Иң йыраҡ утрауҙа ла оло донъя менән бәйләнеш - интернет бар һәм бынан бер ҡайҙа ла ҡасып ҡотолоп булмаҫын аңлайһың. Әммә былары - фильмдың тышҡы күренеше генә, уның эске өлөшө ғүмере буйы ауылда йәшәгән, шофер булып эшләгән һәм 73 йәшендә "кино актеры" булып киткән ябай яҡут ҡарты Степан Петровтың ябайлығы, һөйкөмлөлөгө, ихласлығынан туҡылған. Фильмдың уңышы шуның менән дә әһәмиәтлелер. Унан һуң, йәш геройҙың да виртуаль тормоштан тәбиғәткә һәм ергә әйләнеп ҡайтыуының үҙ мәғәнәһе бар: ул шул саҡта ғына яҡшы мәғәнәһендә өлкәнәйә һәм ҡанаттарын нығытып, үҙаллы осошҡа әҙер була. Степан Петров конкурс программаһында ҡатнашҡан тағы бер фильмда - "Царь-птица"ла уйнай. Уның операторы Семен Аманатов "Иң яҡшы оператор эше" номинацияһында билдәләнде.
Әйткәндәй, иң боронғо кино индустрияһы хужаһы Франция ла "Я не хочу быть крестьянином" тигән фильм менән ҡатнашты һәм "Милли һәм этник кино" номинацияһында "Әһәмиәтле теманы асҡан өсөн" призы менән бүләкләнде. "Милли һәм этник кино" номинацияһында Әмир Абдразаҡов исемендәге махсус приз - "Султан Агунг" (Индонезия), "Иң яҡшы ҡыҫҡа метрлы нәфис фильм" - "Изгородь" (Алтай), Өфө ҡалаһы хакимиәтенең махсус призы "Последний вальс" оператор эше өсөн Сергей Ландоға (Санкт-Петербург) тапшырылды.
Ошо иң-иңдәр араһында башҡорт фильмдарының да лайыҡлы баһаланыуы - фестивалдең милли кино үҫешенә индергән өлөшө тураһында һөйләй. Башҡортостан кинематографистар союзының махсус призы - "Ғилван Әмиров исемендәге иң яҡшы оператор эше" "Кластан тыш дәрес" фильмының операторы Рафаэль Сарваевҡа бирелде. "Милли һәм этник кино" номинацияһында режиссер Кирстен Гайнеттың "О чем грустит наш дом" фильмы - "Иң яҡшы документаль фильм", ә режиссер Айнур Асҡаровтың "Өфөнән һөйөү менән" картинаһы "Иң яҡшы тулы метрлы нәфис фильм" призына лайыҡ булды. Ғөмүмән, баһалама рәйесе, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Сергей Шакуров Айнур Асҡаров тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Үҙебеҙҙә үткән фестивалдә күрһәтерлек һәм еңеү яуларлыҡ фильмдар булыуы - ул шулай уҡ ҙур уңыш. Режиссер, баһалама ағзаһы Булат Йосопов хаҡлы билдәләүенсә, беҙгә хәҙер башҡорт киноһының үҙ йөҙөн булдырырға кәрәк. Нигеҙенә милли фекер һалынған һәм һөҙөмтәлә тәрән һәм хис-тойғоға бай фильмдары менән тамашасыларҙы таң ҡалдырған Иран, Япон, Европа һ.б. картиналары кеүек, башҡорт фильмын да айырып торған үҙ теле булыуы мотлаҡ.
Фестивалдең киләсәге тураһында һүҙ сыҡҡанда, уның эргәһендә прокат баҙары ойоштороу кәрәклеге тураһында ла әйтелде. "Мәҙәниәт өлкәһендә дәүләт ярҙамынан тыш йәшәй алмаған сәнғәт ойошмалары бар, мәҫәлән, милли театрҙар. Әммә кино - ул үҙен-үҙе ҡарай һәм үҙ сығымдары өсөн аҡсаны үҙе эшләй алған өлкә. Ҡасан да булһа Рәсәйҙә кино индустрияһы тотошлай коммерцияға нигеҙләнәсәк", - тине Санкт-Петербургтан килгән продюсер Станислав Ершов. Төбәктәрҙә ижад иткән йәш режиссерҙарҙы бөгөн үҙәктә Рәсәй кинематографының мөһим стратегик резервы тип атайҙар икән, улар төшөргән картиналарҙың да киң ҡатлам тамашасыға сығыуына булышлыҡ иткән саралар кәрәктер, моғайын.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.19 | Ҡаралған: 557

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru