«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘКТӘПТӘР ТӨҘӨҮ КӘРӘК
+  - 

Ошо көндәрҙә булып үткән Өфө ҡалаһы хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм уның урынбаҫары Алина Сөләймәнова, "Мәскәү мәғариф кадрҙары потенциалын үҫтереү үҙәге" директоры урынбаҫары Татьяна Новикова, Өфө ҡалаһының район башлыҡтары, мәғариф учреждениелары етәкселәре, педагогтар, ата-әсәләр ҡатнашты.

2018-2019 йылғы уҡыу йылында Өфөнөң 128 белем усағына 118 меңдән артыҡ уҡыусы, 224 балалар баҡсаһына 66524 бала йөрөгән. Быйыл уҡыусылар һаны 121 меңдән артып китәсәк. Кәңәшмә барышында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ошо тенденцияға айырыуса иғтибар итергә саҡырҙы һәм республикала яңы мәғариф учреждениелары һанын арттырыу буйынса проект эшләү йәһәтендә БР Мәғариф министрлығы менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе. "Тиҙҙән баш ҡалала ике заманса полилингваль мәктәп асыла, әлеге көндә беҙ Инорс биҫтәһендә 1650 урынлыҡ мәктәп төҙөүҙе планлаштырҙыҡ, Затон-Көнсығыш биҫтәһендә һәм Баланово ҡасабаһында 600 урынлыҡ мәктәптәр төҙөү проекттарын эшләйбеҙ. Айбулат Вәкил улы, һеҙ ҡала белем усаҡтары һанын арттырыу кәрәк булыуын яҡшы аңлайһығыҙ. Мин һанаған яңы төҙөлөштәр ихтыяжды ҡәнәғәтләндермәй. Яңы программа кәрәкле, бөтә һандарҙы әҙерләрбеҙ, тулыһынса бер сменалы уҡыуға күсеү өсөн 35-тән артыҡ мәктәпте сафҡа индерәйек. Балалар баҡсаһы һәм мәктәпкәсә белем усаҡтарына килгәндә, шулай уҡ яҡын киләсәктә 40-лап яңы учреждение төҙөү кәрәк", - тип мөрәжәғәт итте Өлфәт Мансур улы. Был программа баш ҡалала йылына 3-4 яңы белем усағын асырға ярҙам итергә тейеш, тип өҫтәне ул. Өфөлә белем биреү учреждениеларына ҡытлыҡ тураһында һөйләгәндә башҡорт мәктәптәре телгә алынмаһа ла, әлеге көндә эшләп килгән учреждениелар ғына халыҡтың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндермәүен беләбеҙ. Балаһын башҡорт мөхитендә тәрбиәләргә һәм үҫтерергә теләгән ата-әсәләр һаны йылдан-йыл арта һәм бындай мөмкинлек биргән белем усаҡтарында конкурс юғары. Мәҫәлән, Өфөнөң төп урамдарының береһендә ҙур башҡорт мәктәбе ҡалҡып сығыуы бик мөһим, сөнки был турала Өфөнөң башҡорт атай-әсәйҙәре күптән хыяллана.
Кәңәшмә барышында Өлфәт Мостафин белем биреү учреждениелары территорияһын тыштан йыһазландырыу, спорт майҙансыҡтары төҙөү буйынса республика программаһын булдырырға ла тәҡдим итте. Министр Айбулат Хажин, БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса был эш башланды, тип белдерҙе. Шулай уҡ ул республика һәм баш ҡала мәктәптәрендә кластарҙы махсус техника, ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 1,5 миллион һум аҡса бүленеүе тураһында телгә алды. Ошо көндәрҙә баш ҡаланың 10 мәктәбендә химия кластары яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Бынан тыш, республиканың 70 мәктәбендә, шул иҫәптән Өфөнөң 7 мәктәбендә заманса химия һәм физика кластары булдырыла. Бының өсөн бюджеттан 70 миллион һум аҡса бүленгән. Былар барыһы ла Рәсәйҙең иң яҡшы биш мәғариф системаһы исемлегенә инеү маҡсатында эшләнә, әлегә Башҡортостан 28-се урында килә.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Август кәңәшмәһендә мәғариф өлкәһен цифрлаштырыу, етәкселәр тәрбиәләү, өҫтәмә һәм йүнәлешле белем биреү, "Тематик шәмбе" үткәреү, мәктәпкә тиклем белем биреү учреждениеларына ҡағылған актуаль мәсьәләләр күтәрелде. Шуныһы ҡыҙыҡ, бер фекер алышыу майҙансығында ла мәғариф хеҙмәткәрҙәре эш хаҡы менән тәьмин ителеш тураһындағы һорауҙы күтәрмәне. Быға ултырышты алып барыусы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова иғтибар итеп, ошо турала айырым һөйләшергә тәҡдим итте. Уны Айбулат Вәкил улы ла хупланы, уҡыу йылы башланғас, уҡытыусылар менән яңынан осрашып, фекер алышырға вәғәҙә итте.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.19 | Ҡаралған: 673

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru