«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҠАТАЙҘАР!
+  - 



Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев классификацияһына ярашлы, ҡатай ырыуы төньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә ҡарай. Был башҡорт ырыуының боронғо тамырҙары беҙҙең эраның тәүге быуаттарынан уҡ хәҙерге Эске Монголия, Маньчжурия тарафтарында йәшәгән кидань исемле ғәйрәтле халыҡҡа барып тоташа.

Ҡатай этнонимы һәм уның варианттары - ктай, ҡытай, китай, китань, хытай тарихи этнографияла киң билдәле. Ҡаҙаҡтарҙың Урта Жузы составында ҡытай һәм ктай арғын ырыуҙары була. Ҡырғыҙ ырыу-ҡәбиләләре исемлегендә ҡытай һәм мең-ҡытайҙар бар. Ктай исемле ырыу төркөмдәре ҡараҡалпаҡтарҙа, Зеравшан һәм Амударъя дельтаһы үзбәктәрендә осрай. Нуғайҙарҙың да ҡътай тип аталыусы ырыу бүлеме бар. Башҡорттарҙа ҡара ҡатай, үзбәктәрҙә ҡара ҡытай этнонимдары теркәлгән. Гагауздарҙа һәм болгарҙарҙа Ҡара-Китай, Ҡырғыҙ-Китай, Ҡатай, Ҡырымда Өй-Китай, Орта-Китай, Ҡара-Китай, Сары-Китай кеүек топонимдар осрай.
Р.Ғ. Кузеев билдәләүенсә, тарихи-этнографик әҙәбиәттә ктай, ҡытай, ҡатай исемле ырыу-ҡәбилә төркөмдәренең тарихта киң билдәле ҡара ҡытай һәм кидань исемле халыҡтар менән бәйле булыуы нигеҙле, тип иҫәпләнә.
XIX-XX быуаттарҙа тикшеренеүселәрҙең күпселеге кидань-ҡара ҡытай этник берләшмәһен монгол сығышлы, тип иҫәпләй. Ҡайһы бер ғалимдар боронғо кидань теленең дөйөм монгол теленә нигеҙ була алыуын фаразлай. Бының өсөн боронғо ҡытай яҙма сығанаҡтарында ерлек тә бар. "Ляо ши" тигән ҡытай хроникаһында был турала ошолай яҙылған: "Кидань Йорто Дун-ху Йортоноң тармағы ул. Уларҙың ата-бабалары, һундарҙан еңелгәс, Сяньби тауҙары янына еректе... Юань-вэй династияһы заманында улар Кидань исемен алды". Ҡытайҙар боронғо монгол ҡәбиләләрен дун-ху, йәғни, "көнсығыш варварҙары", тип атаған. 551 - 554 йылдарҙа яҙылған "Вэй шу" династия хроникаһында кидандар тәүге тапҡыр телгә алына. VIII быуатҡа ҡараған орхон боронғо төрки ташъяҙма ҡомартҡыһында ошо этноним "ҡытан" формаһында була. Күрәһең, "ҡытай/ҡатай" атамаһы, ҡытай яҙма традицияһына ярашлы, "кидань" формаһын ала. Шуныһы ҡыҙыҡлы: кидань һәм уның вариҫы булған ҡара ҡытай империяһы халыҡтары, "ысын ҡытай" халҡынан айырмалы булып, "варварҙар" рәтенә ҡуйылған хәлдә лә, төрки-монгол һәм славян традицияларына ярашлы, ошо этнонимды Ҡытай иле атамаһы рәүешендә ҡулланыу һәм нығытыуға ерлек бирә.
Шул уҡ ваҡытта барса тикшеренеүселәр ҙә был боронғо ҡәүемде монгол сығышлы итеп ҡарамай. Мәҫәлән, В.В. Бартольд уларҙың тунгус сығышлы булып, бер ни тиклем кимәлдә монголлашыу мөмкинлегенә баҫым яһай. Бәғзе бер лингвистар, ҡара ҡытайҙарҙың исемдәренә һәм титулдарына этимологик анализ эшләп, уларҙың төрки халыҡтарына нәҫелдәш булыуын фараз итә.
Нисек кенә булмаһын, төрки халыҡтарына ҡушылып, ҡытай-ҡатай этнонимын алған ырыуҙарҙың ошо боронғо ҡәүем менән булған бәйләнеше ысынбарлыҡҡа тап килә. Кидандар X быуатҡа тиклем Эске Монголияның көньяҡ-көнсығышында көн итә. III-V быуаттарҙа улар яҡын-тирәләрендәге халыҡтарға һөжүм итеп, үҙаллы сәйәсәт алып бара, Хунну конфедерацияһының төрки ҡәбиләләре менән дә аралашып йәшәй. Кидандар VI быуатта барлыҡҡа килгән Төрки ҡағанатына ҡаршы көрәш алып бара, әммә еңелеүгә дусар булып, ҡағандарға яһаҡ түләп торорға мәжбүр була. Байтаҡ ваҡыт улар ҡытайҙарҙың Тан династияһы империяһына, һуңынан Уйғыр ҡағанатына буйһоноп йәшәй. X быуатта улар юлбашсылары Елюй Амбағай (Абаоцзи) етәкселегендә үҙ дәүләтселеген булдыра, ул тарихҡа Ляо ("Тимер") империяһы исемендә инә.
Кидандарҙың яулап алыу походтары уңышлы булып, империя Япон диңгеҙенән Көнсығыш Төркөстанға тиклемге үтә ҙур территорияны биләй. Уларҙың ныҡ ҡоралланған һәм тәжрибәле ғәскәре еңелеү белмәй. Һәр бер кидань яугирынан туғыҙ предметтан торған тимер көбәһе (панциры), йүгәне, атын ҡаплар өсөн тимер йәиһә күн көбәһе, дүрт йәйәһе, дүрт йөҙ уғы, оҙон һәм ҡыҫҡа һөңгөһө, гудоһы (суҡмары), балтаһы, алебардаһы, бәләкәй әләме, сүкеше, беҙе, саҡма ташы, аты өсөн лаҡаны, бер доу (10,3 л) ҡоро аҙығы, аҙыҡ тоғо, ырғағы, сатыры (зонты) һәм атын бәйләп тотор өсөн ике йөҙ чи (64 м самаһы) бауы булыуы мотлаҡ талап ителгән. Империяның һуңғы осоронда Ляо императорының ордоһында (гвардияһында) 100 меңгә тиклем һыбайлы һәм башлыса күсмә ҡәбиләләр вәкилдәренән йыйналған ярҙамсы ғәскәр була.
Әммә 1114 йылда Бөйөк Ляо империяһына бығаса уға буйһоноп йәшәгән чжурчжэн ҡәбиләһе яугирҙары һөжүм итә, оҙаҡ йылдарға һуҙылған һуғыш-ҡыйралыштар башлана. 1125 йылда кидандар тармар ителеп, уларҙың императоры тәхетенән яҙа. Кидандар әлегә тиклем йәшәгән ерҙәрен ҡалдырып, көнбайышҡа, Етеһыу бассейны тарафтарына йүнәлә. Бында улар Ҡараханидтар ҡағанатына ҡаршы барған оҙайлы һуғышта еңеүгә өлгәшә һәм Көнсығыш Төркөстанда Си Ляо исемен алған яңы дәүләт барлыҡҡа килә. Көнсығышта киң билдәле Баласағун ҡалаһы ошо яңы дәүләттең үҙәге була. Кидандарҙы төркиҙәр ҡара ҡытай, тип атай. Уларҙың юлбашсыһы Елюй Даши, төрки-монгол традицияһына ярашлы, гүрхан титулын ала. Уға Төркөстан территорияһына XI быуаттың тәүге яртыһында уҡ килеп урынлашып, төркиләшеп бөткән ырыуҙаштары ла ярҙамға килә. Ғәрәп тарихсыһы Ибн әл Асирҙың ошо фактты раҫлаған яҙмалары бар. Ул былай тип яҙа: "Улар Төркөстан хакимдарының, атап әйткәндә, Арслан хан Мөхәммәт ибн Сөләймәндең хан хеҙмәтендә булды - бында 16 мең тирмәле булып килгәйнеләр. Һәм ул уларҙы үҙ иленә үтеп инергә тырышыусы һәр батшаға ҡаршылыҡ күрһәтһендәр өсөн әс Син иле һәм үҙҙәре араһындағы тауҙар аша сыға торған юлдарға урынлаштырҙы".
Елюй Даши 1134 йылда элекке илен ҡайтанан яулап алыу ниәте менән Ҡытайға 70 мең яугирҙан торған ғәскәрен ебәрә, әммә был поход уңышһыҙ була. Ҡара ҡытайҙар тирә-яҡтағы байтаҡ ҡына халыҡтарҙы буйһондороуға өлгәшә. Уларҙың сәйәси йоғонтоһо көнбайышта Каспий диңгеҙенәсә барып етә. Билдәле фарсы тарихсыһы Рәшид әд дин был турала ошолай яҙа: "Мавераннахр һәм Төркөстанда булған гүрхандар ҡара хитай халҡынан ине". Ҡара ҡытайҙар империяһы XIII быуат баштарына тиклем йәшәй, әммә уның һуңғы осоронда хөкөм һөргән тарҡаулыҡ, туҡтауһыҙ тиерлек барған һуғыштар һәм төркиҙәрҙең берләштерелгән ғәскәре булмау сәбәпле, Сыңғыҙхан тарафынан яулап алына. Еңелеүгә дусар булған ҡара ҡытайҙарҙың бер өлөшө монгол ғәскәренә ҡушыла, ҡалғандары дала киңлектәренә ҡасып китеү яғын ҡарай. Ибн әл Асир был турала бына нисек яҙған: "Шул арала инде Сыңғыҙ хан Төркөстанға килде һәм Ҡашғарҙы, Баласағунды һәм бөтөн илде баҫып алды. Ул унан элекке татарҙарҙы ҡыуып сығарҙы; уларҙың эҙе лә ҡалманы, хатайҙар кеүек үк, улар ҙа таралып бөттө".

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.19 | Ҡаралған: 464

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru