«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ИЛКӘЙЕМӘ ЛӘ ШУЛ ҠАЙТЫР ИНЕМ..."
+  - 



Башҡорт халҡының "Ғилмияза" тигән халыҡ йырындағы был юлдар ҡыҙҙың тыуған яғына ҡайтырға зар-интизар булыуын сағылдырһа, бөгөн илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ ир-егеттәрҙе генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла ғаиләһен ҡарау, балаларын аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында сит ерҙәргә сығып аҡса эшләргә мәжбүр итә. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла ошо тема иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Оло ҡорға Италиянан һәм Испаниянан делегат булып ҡайтҡан социология фәндәре кандидаты Гөлнара НАФИҠОВА һәм психиатр-нарколог, психотерапевт Гөлгөнә ҒӘЙНУЛЛИНА менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт миграцияһы, ир-ат абруйы һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса әңгәмәләшәбеҙ.

Ғәҙәттә, тыуған ерҙән айырылып сит ерҙәргә оҙон аҡса артынан китәләр. Һеҙ Башҡортостанда ла аяғында ныҡ баҫып торған, үҙенең матди һәм рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән кешеләр инегеҙ. Сит илгә сығып китергә нимә мәжбүр итте һуң?

Гөлнара Нафиҡова:
Ысынлап та, Италияла Башҡортостандан барып эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар күп һәм уларҙың барыһының да маҡсаты бер - кемгәлер балаһын уҡытыу, кемгәлер ипотекаһын түләү, кемгәлер йорт һалыу өсөн аҡса эшләргә кәрәк. Әммә минең маҡсатым ундай түгел ине, сөнки беҙ ҡыҙым менән ял итергә генә барғайныҡ. Аспирантурала уҡығанда ла ял итергә йөрөй инем, унда таныштарым да бар. БДУ-ның Учалы филиалында эшләй башлағас, дөрөҫөн әйткәндә, баш күтәрергә лә ваҡытым булманы. Өс йыл үткәс, берҙән-бер көндө ҡыҙыма: "Былай булмай, беҙ ҡайҙалыр барып ял итергә тейешбеҙ", - тинем. Дөрөҫөн әйткәндә, йорт эргәһендә муйыл үҫеп ултырған, мин хатта уның барлығын да, йыл һайын сәскә атыуын да күрмәгәнмен, тоймағанмын. Шул тиклем эшкә сумғанмын. Шулайтып, 2009 йылда Италияға барып ҡайтырға булдыҡ. Тап шул ваҡытта илгә инеүҙе легалләштереү тураһында закон сыҡты. Таныштарыбыҙ: "Әгәр теләһәгеҙ, ҡалығыҙ, өс айҙа документ эшләп була, уның менән йыл һайын килеп йөрөй алаһығыҙ", - тине. Документтарҙы бирҙек. Ике ай эсендә закон сығыр тип көтәбеҙ, әммә ул сентябргә тиклем сыҡманы. Университетҡа шылтыратып, үҙ иҫәбемә отпуск алдым, уҡый торһон, тип ҡыҙымды ҡайтарып ебәрҙем. Беҙгә йыл һайын килергә рөхсәт биргән документты ярты йылдан ашыу көтөргә тура килде. Ҡыҙымды ҡабат саҡырып алдым һәм ул Италияла уҡыны. 1 сентябргә Башҡортостанға ҡайтырға тип йыйынғайныҡ, уҙған уҡыу йылы Рәсәйҙә иҫәпкә алынмай, ошо синыфты ҡабаттан уҡырға кәрәк, тинеләр. Ҡыҙым теләмәне һәм уның урта звеноны - 9 класты тамамлағанын көтөргә булдыҡ. Һуңынан тағы Башҡортостанға запрос ебәрҙек, әммә тағы ла кире яуап алдыҡ, йәғни ундағы уҡыу йылы бындағы менән тап килмәй. Шунан ҡыҙымдың урта белем алыуын көтөргә тура килде. Һуңынан ул институтҡа инде, биш йыл унда уҡыны. Шулайтып, 10 йылыбыҙ үтеп бара. Ҡыҙым институт тамамланы, ейәнемә 4 йәш, һаман ҡайтып булмай. Һәр кешенең үҙ тарихы, үҙ яҙмышы, үҙ күрәсәге инде. Мин Башҡортостанда ла аҡсаны насар эшләмәнем. Фатирым да бар ине. Етәкселек вазифаһын да тәҡдим иткәйнеләр, әммә юлым бөтөнләй уйламаған яҡҡа алып китте.
Гөлгөнә Ғәйнуллина: Мин дә матди яҡтан ҡытлыҡ кисермәнем, хәҙерге йәштәр әйтмешләй, "шоколадта" йәшәнем. Үҙемдең медицина үҙәгем бар ине. Телевидениела "Һаумыһығыҙ" тигән авторлыҡ программаһын алып барҙым, айыҡ һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙы мин башланым тиһәм дә хата булмаҫ. Тапшырыуҙарымда айыҡ, етеш йәшәү мөмкинлеге үҙеңдән, үҙеңдең фекерләүеңдән тора икәнен, йолаларҙы онотмайынса, халыҡ медицинаһы менән дауаланып булыуын аңлатырға, иң мөһиме, аңды профилактикаға, үҙеңде-үҙең һаҡларға кәрәклегенә йүнәлтергә тырыша инем. Шул ваҡыттарҙа уҡ буҙа эшләй инем һәм хатта уның организмға файҙаһын Тәлғәт Зөлҡәрнәев етәкселегендә БДМУ-ның гигиена кафедраһында фәнни яҡтан тикшереп, ғилми эш башҡарҙым, эсемлекте үҙ исемемә патентларға тәҡдим дә алдым, әммә быға ҡаршы булдым, сөнки буҙа - ул беҙҙең милли эсемлегебеҙ, ә минеке генә түгел. Халыҡты алкоголдән айырып, күпләп буҙаға ултыртырға теләйбеҙ икән, ул халыҡтыҡы булырға тейеш, тип уйланым һәм күңел талабы буйынса эшләнем.
Әбйәлилдә шәхси дауалау үҙәге төҙөтә башлағайным. Эш күплеге сәләмәтлегемде ҡаҡшаттымы, башҡа сәбәп булдымы, әммә бер ваҡыт сирләй башланым - йәйҙе еңел үткәрәм, ҡышын өйҙән дә сыға алмайым, ауырыйым. Табиптар һыуыҡҡа аллергия (криоген аллергия) тигән диагноз ҡуйҙы. Ысынлап та, йылы яҡҡа барып ял итһәм, һин дә мин йөрөйөм, бында ҡайтып, һыуыҡтар башланһа - өйҙән дә сыға алмайым. Ҡапыл барлыҡ пландар емерелде. Ике генә юл ҡалды: йә аллергияға ҡаршы гормональ препараттар ашап йәшәйем, астматикка һәм уның эҙемтәләре килтергән сирлегә әйләнәм; йә йылы яҡҡа китеп йәшәп ҡарап, унда сир юҡ була икән, тимәк, ҡалған ғүмеремде шунда йәшәргә тейеш булам. Мысырға барып ҡараным. Бынан гормондарҙа сығып киттем, унда барып өс аҙна йәшәгәйнем - һин дә мин йөрөйөм. Бында ҡайтҡайным - тағы ла сирле. Аптырағандан, унда климат йомшағыраҡ тип, фатирыма кеше индереп, ҡыҙымды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, Мәскәүгә сығып киттем. Унда ун йыл самаһы йәшәп, аллергия бөтмәгәс, ахырҙа, берәй йылы илгә барып йәшәргә ҡарар иттем. Шулай итеп, Испанияға барып төпләндек.

Яҙмыш ҡушыуы буйынса сығып киткәнһегеҙ, Башҡортостан, тыуған ер һағындырамы?

Гөлгөнә Ғәйнуллина:
Һағындырыу ғынамы! Әле Өфөгә ҡайтҡас, Башдрамтеатр эргәһендәге паркта Зилә тигән бер делегат менән ҡайындарҙы ҡосаҡлап-ҡосаҡлап йөрөп, илап, танһығыбыҙҙы ҡандырып алдыҡ. Минеңсә, Испанияға бындағы бөтөн ғәҙәттәремде, башҡорт рухын эйәртеп сығып киттем инде, ҡалайтаһың. Ул бит беҙҙең гендарҙа ултыра. Испанияла күмер самауырҙан сәй эсәм, буҙа ҡоям, ундағы шарттарҙа ҡорот эшләргә өйрәнеп алдым. Үҙебеҙҙең эшкә барған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, бергәләшеп сәйҙәр эсәбеҙ, үҙебеҙҙең төркөмөбөҙҙө төҙөнөк. Испания башҡорттарының кесе ҡоролтайын ойошторҙоҡ, тип көлөшәбеҙ. Италияға, Францияға бер көнлөк экскурсиялар ойоштороп, осһоҙло турҙар табышып, төрлө саралар үткәреп, лаванда ҡырҙарына саҡырып, бергәләп ҡаңғыр-көнгөр киләбеҙ. Рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп, ҡайтып килһәләр, Башҡортостан күстәнәстәре менән һыйланып, шулайтып йәшәйбеҙ. Шәхсән мин Башҡортостанды ныҡ һағынам. Хатта Өфөлә фатир һатып алып, йәйгеһен - Башҡортостанда, һыуыҡтар башланғас Испанияға барып йәшәргә тигән хыялым да юҡ түгел.

Ҡатын-ҡыҙҙың сит илгә хеҙмәт миграцияһының төп сәбәбе - ғаиләнең иҡтисади нигеҙенең, йәғни матди хәленең ныҡ булмауы икәне бер кемгә лә сер түгел. Әммә күнеккән тормош рәүешен ҡапыл ғына бөтөнләй икенсе яҡҡа бороп ебәреү, барыбер ҙә, һәр кем өсөн ауыр, стресс. Ғәҙәттә, сит илгә кемдәр, ниндәй категория сыға?

Гөлгөнә Ғәйнуллина:
Әлбиттә, үҙ-үҙеңде һындырыуы еңел түгел, әммә нимәлер ҡылмайынса ла мөмкин түгел. Сит ергә барып эшләү - сир, ауыртыныу, ғазап, һәр яҡлап ауыр хәл. Минең һәр күсенеүем янғын аша үткән һымаҡ булды. Башҡортостандан Мәскәүгә күсенгәс, үҙемде, донъямды ҡабаттан "йыйҙым". Әммә балам эргәмдә булғанлыҡтан, уның өсөн хафаланыу, борсолоуҙан азат инем. Аҡса эшләргә барыусылар иһә ғаиләһен, балаларын ҡалдырып китергә мәжбүр. Испанияла Башҡортостандан, минең тыуған районым Әбйәлилдән дә барып эшләп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар бар. Көрсөккә тиклем уларҙы ниндәйҙер туристик агентлыҡ килтереп, эш табышып биреп, улар шунда берәй ғаиләгә инеп китеп, эшләгәндәр. Шунда уҡ йәшәйҙәр, ашайҙар. Ял көндәрендә ҡалаға сығалар. Барселонала Каталония майҙанында йыйылалар, үҙ-ара яңылыҡтары менән бүлешәләр, аралашалар, сәй эсәләр, бер-береһенә эш табышалар. Кризис башланғас, вакансия барлыҡҡа килә икән, уны ишетеп ҡалып, бер-береһенә һатыу кеүек күренештәр барлыҡҡа килгән. Аҡса килеп ҡыҫылһа, үҙегеҙ беләһегеҙ, аралар бер аҙ боҙолоп китә. Әммә йолаға тоғро ҡалып, һаман осрашалар. Балаларҙы, ҡарт-ҡороно, коляскала ултырған инвалидтарҙы ҡарау - ул бер категория эшселәр. Икенсе категория - эш эҙләп түгел, икенсе проблемалар буйынса мәжбүри рәүештә, әммә үҙ теләктәре менән барып сығыусылар. Ләкин Испания, бына мин барам да унда карьера эшләйем, тип уйлаған илдәр иҫәбендә тормай. Был ил күңел асып, ритайым стилендә йәшәй. Улар байрамдар ярата, барлыҡ провинцияларында тиерлек коррида законлы рәүештә үткәрелә. Дини байрамдары бик күп. Шуға, йүгереп йөрөп эшләйем, үҙемдең белемемде раҫлайым да карьера яһайым, тигән илдәр иҫәбенә инмәй.
Икенсе категория кешеләр - нимәнәндер арып, ялҡып, нимәлер иҫәбенә йәшәргә мөмкинлектәре булыусылар. Улар йә тыуған ерендә фатирын ҡуртымға бирә һәм сит илдә тормоштан ҡәнәғәтлек алып йәшәй.
Өсөнсө категория күптән унда төпләнгәндәр һәм пенсияға сыҡҡан ата-әсәһен саҡырып алыусылар.
Иң юғары категорияны ябай халыҡ "текәләр" тип йөрөтә. Улар 500 мең евроға бизнес йәки фатир һатып ала икән, шунда уҡ алтын карта һәм Испания гражданлығы бирелә. 10 көн эсендә испанлы булып китә: ил президентын һайлауҙа ла ҡатнаша, барлыҡ хоҡуҡтарға эйә була. Ундайҙар хатта башҡорттар араһында ла бар.
Гөлнара Нафиҡова: Категориялар буйынса, тағы бер категория бар: әгәр иҫләһәгеҙ, заманында ҡыҙҙарҙы сит илдәргә бейеү түңәрәктәренә саҡырған иғландар сыға торғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, ундай категория интим хеҙмәт күрһәтә. Быны йәшереп ҡалдырып та булмай. Шундай иғландар буйынса Башҡортостандан барыусылар ҙа бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре шунда кейәүгә сығып, хәҙер инде ғаиләле, матур итеп йәшәп ята. 2014 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт миграцияһы тигән темаға социологик һорау алыу үткәргәйнем. Уның һөҙөмтәләре буйынса ошо категория икенсе урында торҙо. Беренсе урында тап эш эҙләп сығып китеүселәр. Һәм шуны билдәләп китергә кәрәк: Рәсәй субъекттары араһында Башҡортостан Италияны ҡатын-ҡыҙ эшселәр менән тәьмин итеүсе төп төбәктәрҙең береһе булып тора. Бигерәк тә Баймаҡ, Учалы райондарынан, Стәрлетамаҡтан күптәр. 35-44 йәшлектәр дөйөм һандың иң ҙур өлөшөн алып тора - 36 процент самаһы. 75 процент мигрант ҡатын-ҡыҙҙарҙың 18 йәшкә тиклемге балалары бар. Күп осраҡта сит илгә сығып эшләүселәр тулы булмаған ғаиләләрҙән, айырылышыусы, яңғыҙ йәки тол ҡатындар булһа, никахта тороусылар 27 процент тәшкил итә. Уларҙың өстән бер өлөшө юғары йәки тамамланмаған юғары белемле.

Себергә киткән ир-ат та, сит илдәргә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ ҙа, нисек кенә булмаһын, үҙенең тыуған ерендә эш, уға лайыҡлы түләү таба алмайынса ғаиләһенән айырылып, ситтә эшләргә мәжбүр бит... Мәҫәлән, кемдер сит илдә оло йәштәгеләрҙе тәрбиәләй, кемдер ашарға бешерә, өй таҙалай, тигәндәй. Беҙҙә лә бит социаль хеҙмәткәр тигән хеҙмәт төрө бар. Моғайын, лайыҡлы түләү булһа, ул ҡатын-ҡыҙ тыуған ерендә лә сит илдә башҡарған эштәрҙе эшләй алыр ине...

Гөлнара Нафиҡова:
Барыһы ла мөнәсәбәттән тора. Италияла социаль хеҙмәткәр эшен башҡарыусыға эш биреүсе ниндәй мөнәсәбәттә лә, беҙҙә нисек. Рәсәйҙә кемдер берәйһенең өйөнә барып эшләһә, шунда уҡ ҡолға ҡараған кеүек ҡарай башлайҙар. Италияла бөтөнләй ундай мөнәсәбәт юҡ. Һирәк кенә осрайҙыр, бәлки, әммә нигеҙҙә яҡшы мөнәсәбәттәләр. Итальяндар законға буйһоналар, ҡануниәткә нимә нисек яҙылған - шуны үтәйҙәр. Әгәр ҙә хеҙмәткәргә кемдер эш хаҡын бирмәгән йәки әҙ түләгән, рухи яҡтан кәмһеткән икән, улар социаль хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Закон хеҙмәткәрҙе яҡлай, шунда уҡ ғәҙеллек булдырыла. Шул яғы ла ныҡ йоғонто яһайҙыр, моғайын.
Гөлгөнә Ғәйнуллина: Мин аралашҡан ҡатындар барыһы ла шундай эштә. Яйлап асылып, үҙҙәренең яҙмыштарын әсенеп һөйләп алалар. Рәсәйҙә кеше күңелен уйлап тормайынса, кәмһетеп, йөҙөңдә йыртырға, тураһын бәреп әйтергә яраталар. Ә сит илдә, киреһенсә, эш биргән ғаилә уларға алиһәгә ҡараған кеүек ҡарай. Эш биреүсе хатта иҫкәрмә яһағанда ла бер ваҡытта ла түбәнһетмәй, киреһенсә, һәр ваҡыт үтенес белдерә, һәр ваҡыт "һеҙ" тип кенә мөрәжәғәт итә. Байрам һайын бүләктәр, премиялар бирәләр, йылына 13 эш хаҡын түләйҙәр. Әлбиттә, кеше эшкә рәсми рәүештә урынлашҡан булһа.
Элек сит илгә бара һалып эш тапһалар, бөгөн рәсми теркәмәй эшләтеү күренеше бөттө. Ундай эш биреүселәргә штраф 250 мең евро. Шуға хәҙер Испанияла рөхсәтһеҙ йәшәгән кешеләрҙе эшкә алмайҙар. Законлы рәүештә эшкә алыу тигән һүҙ илгә легаль рәүештә килгән тигәнде аңлата. Йә уның ваҡытлыса йәшәргә урыны, йә эшләргә рөхсәте булырға тейеш. Легаль рәүештә эшкә алыныу менән хеҙмәткәр закон яҡлауына эләгә. Уның медицина ярҙамына, эш хаҡына, ялына - бөтөн нәмәгә гарантиялы хоҡуғы бар.
Гөлнара Нафиҡова: Әлбиттә, улар үҙҙәренекен дә ҡулдан ысҡындырмай, итальяндар, мәҫәлән, һинең менән шулай матур итеп һөйләшәсәк, әммә үҙҙәренең мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуя. Был - капитализм донъяһы. Мәғлүм булыуынса, Италияла шарап йылға булып аға, тигәндәй, әгәр ҙә хеҙмәткәр яңылыш эсеп ебәрә икән, итальяндар ҡарап тормай - шунда уҡ эштән ҡыуып сығарырға мөмкин. Закон был яҡтан да бик ҡаты.

Һүҙ ҡатын-ҡыҙ хаҡында барһа ла, мәсьәләгә ныҡлап күҙ һалғанда, һәр осраҡта ла ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ир-ат үҙенең абруйын күберәк юғалта түгелме? Сөнки ир-ат ситкә эшкә китһә, балалар эргәһендә һәр саҡ әсәй була һәм ғаиләлә иң мөһим кеше, ғаилә башлығы әсәй, тигән фекер нығына. Өйҙә ир менән балалар ҡалып, әсәй эшкә китһә, әсәй аҡса табыусы һәм барыбер ҙә ул тотҡа кеүек күренә. Ошо хәл-торошта ир-аттың абруйын нисек һаҡлап ҡалырға?

Гөлнара Нафиҡова:
Нисек кенә булмаһын, ситкә китеп эшләү - иң беренсе ғаиләләрҙе боҙа. Сөнки, ысынлап та, ир-аттың абруйы юғала, ғаиләлә табыусы, туйҙырыусы булып ир түгел, ә ҡатын-ҡыҙ күҙаллана. Балалар әсәһенә нығыраҡ иғтибар йүнәлтә, сөнки ул тәьминәтсе, ә атай, әйтерһең дә, кәрәкмәгән ғаилә ағзаһы. Икенсе яҡтан, ир бер яҡта, ҡатыны икенсе ерҙә булғанда бер-береңә ышанмаусылыҡ тыуа, көнләшеү башлана, ул хыянатҡа килтерә. Сит илгә эшкә йәш ҡыҙҙар барһа, улар сит милләткә кейәүгә сығып, шунда ҡала.
Гөлгөнә Ғәйнуллина: Ир кешенең абруйы, баһаһы тураһында, ир менән һуңғы йылдарҙа ғына йәшәй башлаған кеше булараҡ, хатта яуап бирергә ауырһынам. Быға тиклем донъямды, тормошомдо үҙ аҡылыма, үҙ пландарыма, һаулығымдың мөмкинлегенә таянып алып барҙым. Әммә күҙәтеүҙәрем буйынса, хәҙер заманы шулай. Ирҙәр кәмһетелеп, комплекслы булып ҡалды. Совет заманында бер кемде лә эшҡыуарлыҡҡа өйрәтмәнеләр, барыбыҙ ҙа тиң инек. Йүгереп йөрөп сауҙа итеү, бол туплау, мал үрсетеү хилаф һаналды. Беҙҙең ирҙәр быға өйрәтелмәгән. Донъялар үҙгәреп киткәс, үҙгәрештәргә ҡапыл ҡулайлаша алмағандар диванда ятып хәмер эсеү йәки телевизор алдында һыра һемереп ултырыуҙы өҫтөн күрә башланы. Егәрлеләр үҙ эшен булдырҙы йә Себергә сығып китте, ә кемгәлер буйһоноп, ҡушҡанды ғына үтәп өйрәнеүселәр өйҙә ята.
Илдә былай ҙа ирҙәр дефицит. Беҙҙең дәүер кешеләрен Афғанстан, Чечня, эскелек ҡырҙы. Ғаиләһен ҡарарлыҡ, мал табырлыҡ, абруйлы ирҙәрҙең булмауы ҡатын-ҡыҙҙың да бәләһе ул. Әммә ошо мәжбүри миграция арҡаһында булғанының да абруйы төшә, тарҡала. Беҙҙең система, беҙҙең сәйәсәт үҙе ирҙәрҙе ярҙамһыҙ, хоҡуҡһыҙ итә. Уларҙы кешегә һанамайҙар. Был беҙҙең дәүерҙең социаль проблемаһы ғына түгел, фажиғәһе. Ирҙәр абруйын беҙ яңы килгән быуындарҙа ғына тәрбиәләй алабыҙ. Тулыһынса үҙен-үҙе тәьмин итә алған, белемле, бөтөн ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тойған ирҙәр ҡабат барлыҡҡа килһен өсөн бер-ике быуын алышынырға тейештер.
Гөлнара Нафиҡова: Уйлап ҡарарһаң, был махсус сәйәсәт кеүек. Нисек инде шундай бай Башҡортостанда башҡорт ирҙәренә эш юҡ ул? Бер генә миҫал: төшкө ашты ашарға бер кафеға индем. Өҫтәл тултырып бер урында чечен егеттәре ултыра, арыраҡ - төрөктәр. Сығып барғанда ҡаршыма эшләп йөрөүсе төрөктәр осраны. Минең таныштарым араһында төрөктәр күп. Улар бында килеп эшләй башлағанда мин аспирантурала уҡый инем. Ҡустымды уларға эшкә урынлаштарҙым. Ике ярҙамсы эшсе. Береһе - төрөк, береһе - башҡорт. Эш хаҡын түләгәндә хужа төрөк егетенә бер төрлө сумма бирә, минең ҡустыма, ошо ерҙең аҫабаһына - ике тапҡырға кәмерәк. Эш күләме шул уҡ. Нишләп Хөкүмәт шундай мөнәсәбәттәрҙе тикшермәй, асыҡламай, ниңә программалар эшләмәй? Ситтән килгән кеше - хужа, ошо ерҙең хужаһы - ҡол хәлендә.
Мәҫәлән, шул уҡ Италияла йәки башҡа илдә иң беренсе сиратта үҙ халҡын ҡарайҙар. Әгәр ҙә үҙенеке юҡ икән, шул осраҡта ғына килгән кадрға мөмкинлек бирелә. Беҙ ял итергә барған йәйҙә үк, таныштарымда йәшәп, черешня йыйырға ярҙам иттек. Унда бөтөн ауылдарҙан киләләр. Иң тәүҙә үҙ халҡына бирә эште: әбейме ул, бабаймы - ҡарап тормай. Шунан ғына башҡаларға. Шунда минән, үҙ телеңдең алфавитын беләһеңме, тип һоранылар. Төрөк телен, ғәрәп телен, рус телен һ.б. беләм тигәс, ышанмайҙар. Әгәр шул тиклем күп телде беләһегеҙ, бай интеллектуаль запасҡа эйә икәнһегеҙ, бында нимә эшләп йөрөйһөгөҙ, тип аптырайҙар.

Ҡайһы бер иҡтисадсылар иҡтисади хәлде яҡшыртыр һәм иҡтисадты күтәрер өсөн ҡатын-ҡыҙҙар эшләмәҫкә тейеш, ти. Сөнки ҡатын-ҡыҙ аҙ эш хаҡына эшләргә лә риза, һөҙөмтәлә ундайҙар һаны артҡан һайын эш биреүсе эш хаҡын кәмерәк ҡуя. Әгәр ҡатын-ҡыҙ эшләмәй өйҙә ултырһа, ир-ат үҙ хеҙмәте өсөн юғары баһа талап итәсәк, эш хаҡы күтәреләсәк. Был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?

Гөлнара Нафиҡова:
Бында инде ҡабат гендер мәсьәләһе ҡалҡып сыға. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ барыбер ҙә мосолман республикаһы һәм ошоно иҫәпкә алырға, ниндәйҙер икенсе төрлөрәк ҡараш булырға тейеш. Был ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетеү тигәнде аңлатмай, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙға, йорт усағын һаҡлаусы булараҡ, күберәк өйҙә, ғаиләлә булыу, бала тәрбиәләү мөмкинлеген бирергә кәрәк. Өйҙә ултырып ул күберәк файҙа килтерәсәк: һау-сәләмәт, аҡыллы балалар үҫтерәсәк. Әгәр, ысынлап та, башҡорт илендә башҡорт ирҙәренә дилбегәне ҡулына тотторһаң, улар хужа булыр, яуаплылыҡ тойор ине. Ә беҙҙә, киреһенсә, ситтән килеүселәргә юл ҡуйып, үҙебеҙҙе башҡорт тип әйтергә лә ҡурҡып йәшәйбеҙ.
Гөлгөнә Ғәйнуллина: Минең өсөн тормош нимәне раҫланы: Испанияла мосолмандар миграцияһы бик көслө. Тәүҙә уларҙың береһе килә, шунан яйлап ғаиләһен, туғандарын тартып ала. Дин тоталар, бер тамсы алкоголь ҡулланмайҙар. Ирҙәре эшләй, ҡатындары бала табып, өйҙә бала ҡарап ултыра, үҙ традицияларында тәрбиәләй. Үҙҙәренең милләтен бөтөн донъя буйлап көсәйтәләр. Тупылдатып 5-10-ар бала табалар, уларҙың һәр береһенә пособие түләнә. Балалары абруйлы белем усаҡтарында, вуздарҙа уҡый. Ошо мигрант ирҙәр берләшеп магазин асалар, көнө-төнө эшләйҙәр. Тиҙҙән Европаны баҫып аласаҡтар. Беҙ ҙә бит мосолмандар, тик нишләп үҙебеҙҙең илебеҙҙә лә көсәйә алмайбыҙ?

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең, бәлки, ниндәйҙер өлөшөнөң ситкә сығыу, сағыштыру мөмкинлеге лә юҡтыр, улар тормош шулай икән, тип тик йөрөй. Һеҙ - 5-се Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары. Секциялар эшендә милләттәштәргә һүҙегеҙҙе әйтә, уларҙың күҙҙәрен саҡ ҡына булһа ла аса, баштарына уй һала алдым, тип уйлайһығыҙмы?

Гөлгөнә Ғәйнуллина:
Мин һәр саҡ үҙемсә халыҡ алкоголь ҡулланыуҙан туҡтамаһа, яйлап ҡырыла, аңы һәр саҡ томанлы булғанлыҡтан, аҡыл менән эш итә алмай икәнен аңлатырға тырышып йәшәнем. Әле лә шул фекерҙәмен һәм сығышымды ла шуға бәйләнем. Эскелек күп ғаиләләрҙең бәкәленә һуға, сөнки эскән кешегә диңгеҙ тубыҡтан, уның ваҡыты бушҡа үтә, яҡшы идеялар килмәй, сөнки ул һәр саҡ наркотик йоғонтоһо аҫтында була.
Профессиональ психолог-нарколог булараҡ, эскән кешенең йылына ете яңы кешене эскелеккә ылыҡтырыуын беләм. Айыҡ кеше үҙенең тәртибе менән шулай уҡ ете кешене айығыуға әҙерләй. Йәмғиәт шулай итеп һауығыуға табан бара, әммә эскән кеше сирле тоҡом, ғаиләһендә сәләмәт булмаған аң ҡалдыра. Ғаиләлә алкоголик бар икән, уның ҡатынында ла бәйлелек барлыҡҡа килә, уға ла алкоголик аңы күсә. Ул һәр саҡ ире эсә башлаһа ыҙа сигергә, балаларының яфаланыуына әҙерләнеп, шуны көтөп йәшәй. Ирҙең эсеүе туҡтаһа, тағы ла дәртләнеп китә, уның башҡаса эсмәҫенә ышана һәм ошо ҡулсанан сыға алмай. Уларҙың тормошо һикәлтәле юлдан бара: йә упҡынға осалар, йә тауға менәләр. Был - йәрәхәтле, яралы яҙмышлы ғаилә. Балалары ла ошо күренешкә программаланған. Үҙҙәрен кәм итеп ҡуялар, комплекс барлыҡҡа килә.
Гөлнара Нафиҡова: Халыҡтың эсеүе лә үҙенә күрә сәйәсәт бит ул. Иҫерек халыҡ менән идара итеүе еңел. Шуға күрә эскелекте пропагандалау киң ҡолас менән бара. Бына хәҙер башҡорт йәштәре араһында бик күп йәмәғәт ойошмалары бар. Улар бит сәйәсәт өсөн көрәшмәй, һәр ҡайһыһының үҙ юлы булһа ла, маҡсаттары бер - башҡортто уятырға, уйландырырға, айнытырға. Шул егет-ҡыҙҙарға юл бирергә кәрәк, әйҙә, үҙ юлдары менән барһындар, сөнки улар ошо йәмғиәттең уртаһында ҡайнап йәшәй, үҙ күҙҙәре менән күрә. Саҡ ҡына иркенлек булһа, улар 3-4 тапҡырға күберәк эшләрҙәр, һәр кем уларға тиңләшергә тырышырлыҡ ир-ат өлгөһө була алырҙар ине.
Секцияла, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәт миграцияһы мәсьәләһен күтәрҙем. Уның ғаилә, йәмғиәт өсөн кире яҡтарын, хәүефен күрһәтергә тырыштым. Резолюцияға ошо һорауҙы индерерҙәр, тип ышанам. Был тема буйынса мин күп урындарҙа сығыш яһаным һәм бөтөн ерҙә ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәт миграцияһының төп сәбәбе булып ярлылыҡ тороуын күрһәтергә тырыштым.

Шулай итеп...
Ирҙе ир иткән дә - ҡатын, хур иткән дә - ҡатын, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Ғәмәлдә, ир-ат ғүмер буйы ҡатын-ҡыҙҙың энергетикаһы менән йәшәй. Әгәр ул саф һәм таҙа энергетика ала алмай икән, яйлап был тормоштағы тәғәйенләнешен юғалта, икенсе юлдан китә, аҙаша, хаталана. "Башҡорт ҡатындары ла ирен алға ҡуйып, уларҙы яйлап-майлап, һылап-һыйпап, балаларын тәрбиәләп, үҙенең ыңғай энергетикаһы менән ирен ҡанатландырып, уға шарттар тыуҙырып өйҙә генә ултырһа, файҙа күпкә күберәк", - ти әңгәмәселәрем. Әммә бының өсөн ир-аттарҙың эш урыны, ғаиләһен тәьмин итерлек лайыҡлы эш хаҡы булырға тейеш. Ул ваҡытта сит илдәргә эшкә сығып киткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тыуған илдәренә имгәкләп булһа ла ҡайтыр ине, моғайын...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.19 | Ҡаралған: 692

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru