«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҒАТАРҘАР ҒАФУРИҘА БӘЙГЕ ОЙОШТОРҘО
+  - 



Донъяла бөтә нәмәнең башланғысы бар: бейек тауҙар ваҡ таштарҙан, оло йылғалар кескәй инештәрҙән, бөйөк эштәр бер кешенең уй-ниәтен күтәреп алған фекерҙәштәр берҙәмлегенән тора. Шундай дөйөм эш өсөн янып-көйөп йөрөүселәр, үҙ халҡының боронғо ғөрөф-ғәҙәттәренә битараф булмаусылар дүртенсе тапҡыр үткәрелгән "Мәргән уҡсы" традицион яндан атыу буйынса халыҡ-ара фестивалгә йыйылды. Ғафури районында урынлашҡан Уҡлы ҡая буйындағы ярышта Ҡаҙағстан, Литва, Беларусь республикалары, Төркиәнән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йөҙгә яҡын уғатар ҡатнашты.

"Мәргән уҡсы" фестивале башҡорт милли мөхитен булдырған сараларҙың береһе булыуы менән күптән билдәлелек яуланы. Уғатарҙарҙың сәмле ярышына халыҡ сағыу күренештәр артынан ғына түгел, милли үҙаңлы кешеләр менән аралашыу маҡсаты менән дә килә. Шуға, ойоштороусылар быйыл махсус түңәрәк ҡорҙа фекер уртаҡлашыу мөмкинлеген бирҙе. Фестивалдең "Һыбай уҡ атыу" һәм "Мәргән уҡсы" турнирҙары үткәндән һуң, уғатарҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙар, хәл ителәһе мәсьәләләр һәм кәңәштәре менән уртаҡлашты. Унда Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгесе һәм фестивалдең төп ойоштороусыһы Юлай Ғәлиуллин, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов, Учалы районынан крайҙы өйрәнеүсе Фәнүр Шаһиев, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев, Калининград ҡалаһынан традицион яндан атыу буйынса донъя чемпионы Дмитрий Алексеенко, Дағстандың "Шелковый путь" яндан атыу буйынса федерация президенты Джанболат Махтибеков, Литванан традицион яндан атыу буйынса донъя чемпионы Ирмантас Вишниаускас, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов сығыш яһаны. "Элек батырҙарҙы һабантуйҙар, йыйындар ваҡытында бәйгеләрҙә һынағандар, билдәләгәндәр. Бөгөн беҙҙә ир-егеттәр тәрбиәләүсе ошондай институт юҡ, көслө заттың абруйы ла кәмене. Беҙҙең алда бына шундай институт төҙөү бурысы тора", - тип башланы һүҙен "Мәргән уҡсы" хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин. Бының өсөн республикала этноспорт буйынса айырым федерация булдырыу мөһим, тип билдәләне ул. Был башҡорт халҡының боронғо уйын, ярыш төрҙәрен һаҡлауға һәм тергеҙеүгә булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, бындай федерациялар күп кенә сит илдәрҙә бар, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә лә уңышлы эшләп килә. Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина әйтеүенсә, Алтай Республикаһында яндан атыу шөғөлөнә былтыр ғына ҡыҙыҡһыныу тыуған, әммә улар бер йыл эсендә рәсми берләшмә ойоштороп та ҡуйған. Дағстан Республикаһында "Шелковый путь" яндан атыу буйынса федерация, Ат спорты федерацияһы бар. "Беҙҙә был ике федерация айырым эшләй, шуға Башҡортостандың һыбай уҡ атыу буйынса ярыштар үткәреү тәжрибәһен күреүе бик ҡыҙыҡлы булды, - тине федерация президенты Джанболат Махтибеков.- Дағстанда ярыштарҙа даими ҡатнашҡан уҡсылар һаны 300 тирәһе, ә бына улар араһында һыбай йөрөй белеүселәр, ҡыҙғанысҡа күрә, бик аҙ, ни бары 5 кеше. Ошо күрһәткесте ике йыл эсендә иллегә еткерербеҙ, тип тырышабыҙ. Беҙҙең уғатарҙар төрлө яндар ҡуллана, техникалар ҙа төрлө, үҙебеҙ уйлап тапҡан дисциплиналар ҙа етерлек. Мәҫәлән, 2012 йылдан сноубордта йөрөй белгәндәр өсөн бер дисциплина уйлап таптыҡ: трасса буйлап сәптәр ҡуйып сығабыҙ, тауҙан шыуып төшөп барышлай шуларға атып тейҙерергә кәрәк. Мәргәнлеген күрһәтергә теләүселәр өсөн башҡа төрлө акробатик ярыш төрҙәре лә бар".
Башҡортостанда этноспортты үҫтереү йәш быуынды тәрбиәләүгә лә ыңғай йоғонто яһар, тигән фекерҙә булды ҡорҙа ҡатнашыусылар. Бының өсөн яндан уҡ атыуға ҡыҙыҡһыныуҙары булған балаларға мәктәптәрҙә шөғөлләнергә шарттар булдырыу мәсьәләһе ҡаралырға тейеш. "Мәргән уҡсы" хәрәкәтенең иң актив ағзаларының береһе Рәис Низаметдинов хәбәр итеүенсә, Учалы ҡалаһының бер гимназияһында яндан атыу буйынса дәрес индерелгән, һәр уҡыусы йылына 8 сәғәт шөғөлләнергә тейеш. Сибай ҡалаһында әлеге көндә түңәрәк эшләп килә, унда ҡырҡ бала йөрөй. Киләсәктә был эште өҫтәмә белем биреү сиктәрендә ойоштороу, тренерҙарға эш хаҡы түләү мәсьәләләрен дә ҡарау кәрәк буласаҡ. Халҡының тарихын, рухи ҡиммәттәрен, ғәҙәттәрен өйрәнергә булышлыҡ иткән шөғөл балала илһөйәрлек, батырлыҡ һәм физик сәләмәтлек тә тәрбиәләй. Шуға күрә, этноспорт федерацияһы яндан уҡ атыу йүнәлешендә генә түгел, республикала һунар ҡоштарын үрсетеү һәм тәрбиәләү, ат өҫтөндә оҫта йөрөү, милли спорт һәм уйындарға күнектерелгән йылҡы малын үрсетеү йәһәтендә лә эшләргә бурыслы. "Әле йылҡысылыҡ ит һәм ҡымыҙ етештереү сиктәрендә генә үҫешкән, беҙгә төрлө уйын-ярыштарҙа ҡатнашыуға күнеккән аттар тәрбиәләүгә айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Мәҫәлән, Ҡаҙағстанда атлыларҙың 47 төр уйыны бар, беҙҙә ни бары 9 тирәһе генә һаҡланып ҡалған. Республиканың министрлыҡтары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә этноспортты үҫтереү буйынса бергә эшләргә тейешбеҙ", - тине был турала Юлай Ғәлиуллин. Ул "Бөтә донъя күскенселәр уйындары" үткәреү сираты берәй ваҡыт Рәсәйгә килеп етеүенә әҙерлек тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы.
- Мин һеҙҙең халыҡҡа шундай яҡты көнләшеү менән ҡарайым, сөнки яндан уҡ атыу һәм һыбай уҡ атыу һеҙҙең ҡанығыҙҙа. Хатта һеҙ иҫләмәһәгеҙ ҙә, һуңғыраҡ быуын вәкилдәре шөғөлләнмәгән булһа ла - ул һеҙҙә бар. Беҙҙең кеүек Робин Гуд, капитан Тенкеш, Тадас Блинда тураһында фильмдар ҡарап хыялланыу һәм үҙеңде шул осорҙа тойоп ҡарау һеҙгә кәрәкмәй. Сөнки был - һеҙҙеке", - тигәйне түңәрәк ҡорҙа ҡатнашҡан Литваның Вильнюс ҡалаһынан Ирмантас Вишниаускас. Шуға "Мәргән уҡсы" традицион яндан атыу буйынса халыҡ-ара фестивалендә ҡабул ителгән ҡарарҙар тик хыялдарҙа ғына ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ғафури районы хакимиәте башлығы призы өсөн "Һыбай уҡ атыу" ярышында Өфөнән Рушан Хәсәнов беренселекте яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарға шулай уҡ Өфөнән Юлай Ғәлиуллин менән Денис Өмөтбаев сыҡты. "Мәргән уҡсы" республика турнирында ир-егеттәр араһында Бөрйән районынан Салауат Юлбирҙин - беренсе, уның улы Дим Юлбирҙин - икенсе, Учалы ҡалаһынан Руслан Әхмәҙиев өсөнсө урын алды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында I урынға Бөрйәндән Әлиә Ишморатова, II урынға Ғафуриҙан Гүзәл Ибәтуллина, III урынға Әбйәлилдән Гүзәлиә Хәлилова лайыҡ булды. "Евразия кубогы" турнирында Бөрйәндән Салауат һәм Сынбулат Юлбирҙиндар, Омск ҡалаһынан Даниил Вяткин еңеүселәр исемлегенә инде.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.19 | Ҡаралған: 478

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru