«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫСА УҠЫТАМ, ТИҺӘҢ...
+  - 



Көнбайыш илдәрендә йыш ҡабатланып торған теракттар, шулай уҡ Рәсәйҙең Керчь, Пермь, Силәбе, Улан-Удэ ҡалаларындағы фажиғәле хәлдәр, уҡыусы йәшендәге балаларҙың үҙ тиңдәштәрен аяуһыҙ туҡмау-имгәтеү осраҡтары, үҫмерҙәр суициды, инфантилизм - бындай факттар йәш быуынды тәрбиәләү процесының хәҙерге йәмғиәт шарттарында тейешле кимәлдәге һөҙөмтә бирмәүен күрһәтә. Был етешһеҙлек мәктәптәргә, урта профессиональ һәм юғары уҡыу йорттарына берҙәй ҡағыла.

Минеңсә, түбәндә телгә алынған проблемалар, йәғни предмет уҡытыусыларының дөйөм педагогик әҙерлеге етерлек кимәлдә булмауы, педагогтарҙың оҫта тәрбиәсе була алмауы; уҡытыусының уҡыу процесында тәғәйен тәрбиәүи функцияларын үтәмәүе; һөнәри уҡыу йорттарында һәм урта мәктәптәрҙә уҡыу-уҡытыу процесының бары тик белем биреү буйынса күрһәтелгән хеҙмәт кимәленә тиклем төшөрөлөүе; үҫмерҙәр проблемалары буйынса юғары квалификациялы белгестәр булмауы шундай аяныслы хәлдәргә юл аса.
Шул уҡ ваҡытта үҫеп килеүсе быуын үҙен уратып алған мәғлүмәти мөхиттә йәшәй, гаджеттар, интернет селтәрҙәре контентының һәр саҡта ла ыңғай булмаған тәьҫире аҫтына эләгә. Ә быға әлеге ваҡытта ата-әсәләр ҙә, уҡыу йорттары ла, дәүләт структуралары ла бер нисек тә тейешле йоғонто яһамай, сөнки улар был процестарҙың эҙемтәһен аңлап та етмәй. Ә оло быуын интернет мөхитендәге мәғлүмәти процестарҙы йә аңламай, йә бөтөнләйе менән уларҙан ҡурҡа. Ҡытайҙарҙың "Илде яулап алырға теләһәң - уның балаларын тәрбиәлә" тигән әйтемен илебеҙҙә тәрбиә торошон контролһеҙ ҡалдырыуҙың ни тиклем хәүефле булыуына ишара итеп ҡабул итергә кәрәктер.
Мәктәптәребеҙҙәге хәҙерге белем биреү системаһы - беҙ, беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ уҡыған замандағының тап киреһе ул. Балаларҙың аңын томаландырыу һәм физик яҡтан зәғифләндереү беренсе кластарҙан уҡ алып барыла. Рәсәй Мәғариф министрлығының мәктәптәрҙә сәләмәт балаларҙың ҡалмауы хаҡында хәбәр итеүе шуға бер дәлилдер.
Бөйөк философтар, ғалимдарҙың уҡыусылары менән дәрестәрен нисек үткәргәнен хәтерләйек: бөтә дәрестәрҙе лә улар аяғөҫтө тороп үткәргән. Кешегә оҙаҡ ултырыу хас түгел, иң яҡшы идеялар һәм уйҙар ултырғыста йә ҡайҙалыр ултырғанда түгел, ә тап хәрәкәт иткәндә килә.
Шулай уҡ мәктәптәрҙә каллиграфия, таҙа яҙыу предметы булмауы хаҡында ла әйтмәй булмай. Уның урынына бөтә дәрестәрҙә лә перо - ҡауырһынлы ручка менән яҙыу-күнегеү биш минутлығын индереү файҙалы булыр ине. Бындай ручкалар менән яҙыу ритмы уҡыусының йөрәк тибеше менән тап килә, ә был баланың психик торошона ыңғай тәьҫир итә.
Берҙәм дәүләт имтиханы үткәреү - бары тик 50-гә 50 торошондағы яуаптарҙы һайлап алыу: дөрөҫ таптыңмы - афарин, тапмаһаң - тапшыра алманың. Имтихандарҙы унификациялау, бәлки, һөҙөмтәлелер, ләкин барыһы өсөн дә түгел: стандарттар бер үк булһа ла, методикалар төрлөсә була, тимәк, һөҙөмтәләр ҙә айырыла. Шуға күрә, әгәр беҙ артабан да БДИ ҡулланабыҙ икән - уҡыусы менән әңгәмәләшеү, йәғни уның көслө һәм йомшаҡ яҡтарын билдәләүҙе мотлаҡ индерергә кәрәк: был кластарҙы ошоға ҡарап комплектлауҙы күҙ уңында тота (быны МДУ миҫалында күрергә була).
Физкультура дәресе мәктәптәрҙә аҙнаһына тик ике генә тапҡыр үткәрелә, ә балалар, белеүебеҙсә, көн һайын сәғәттәр буйына дәрестәрҙә ултыра. Әгәр улар шулай парта артында ултырһалар, дәрестәр бөткәндән һуң, һуңғы дәрес итеп, физкультура дәресен өҫтәп ҡуйыу кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта шуны аңларға һәм күҙ уңында тоторға кәрәк: малайҙарҙың өлгөрөүе 11 йәштә башлана һәм 14-15 йәшкә тиклем дауам итә. Был арауыҡ ваҡытында үҫмерҙе физик яҡтан көсөргәнешкә күнектереү кәрәк, шул ваҡытта ғына ул үҙ энергияһын үҫешеүгә, физик эшмәкәрлеккә йүнәлтәсәк. Киреһенсә булған осраҡта, үҫмерҙең уйында тик компьютер артында атыш уйындары уйнау ғына була - тимәк, ул менталь кимәлдә үлтерергә өйрәнә. Ә был уның өлгөрөп етмәгән психикаһына аҫтыртын, тыштан күренеп бармаған агрессивлыҡ һеңдерә. Һәм һөҙөмтә булараҡ - Керчь ҡалаһындағы кеүек, төрлө террористик акттар килеп сыға. Әгәр уҡыусы мәктәптәрҙә, һауыҡтырыу комплекстарында спортсылар йәлеп ителгән спорт түңәрәктәренә йөрөһә һәм үҫешһә, яҡшы һөҙөмтәләр көтөргә була.
Шулай итеп, беҙ атай-әсәйҙәр һәм йәмғиәт алдында торған күпселек проблемаларҙы хәл итәсәкбеҙ: а) үҫмер тартмай һәм эсмәй - быға ваҡыты юҡ, спорт та мөмкинлек бирмәй; б) ул урамда теләһә ҡайҙа йөрөмәйәсәк - баланың хәүефһеҙлеге тәьмин ителә; в) физик һәм психик яҡтан нығына: сәләмәт тәндә - сәләмәт рух; г) физкультура характерҙы үҙгәртә - сыныҡтыра, тимәк, ул үҙен генә түгел, яҡындарын да яҡлай аласаҡ; д) интернетта аралашыу өсөн ваҡыт кәмей, йәғни уға ситтән тәьҫир кәмей, ә контентты, баланың нимә ҡарағанын, кем менән аралашҡанын атай-әсәйҙәр, башлыса, контролдә тота белмәй.
Билдәле булыуынса, бала тулы кимәлдә үҫешһен өсөн уға тулы ғаилә, йәғни атаһы ла, әсәһе лә кәрәк. Белеүебеҙсә, улының тәрбиәһе менән атай кеше шөғөлләнә. Психологтар, атай-әсәй айырым йәшәгән осраҡта ла, әсәләргә балаһын күберәк атаһы менән аралаштырырға, баланы ир-егет сифаттарын үҫтереүсе спорт секцияларына, ир-егеттәргә хас булған намыҫ, ғәҙеллек, изге күңеллелек тойғоларын үҫтереүсе, төп маҡсаты - хайуани затҡа хас психика төҙөлөшөн кеше психикаһы тибына үҙгәртеү булған спорт түңәрәктәренә йөрөтөргә кәңәш итә.
Беҙ иң мөһимен - малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың бер үк материалды үҙләштереүе, аңлауы төрлөсә булыуын күҙ уңынан ысҡындырабыҙ. Күптән түгел үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәрҙә бына нимә асыҡланған: 5-се класта бергә ултырған ҡыҙҙар һәм малайҙар хикәйә уҡығанда материалды төрлөсә үҙләштергән һәм хәтерҙә ҡалдырған. Ҡыҙҙарҙы күберәк әҫәрҙең сағыу, матур, хисле яғы ҡыҙыҡһындырһа, малайҙарҙы күбеһенсә ҡатылыҡ, көс күрһәтеү, намыҫ менән бәйле эпизодтары ҡыҙыҡһындырған. Шуға күрә кластарҙа бөтә уҡыусыларҙы - ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы бер тиңгә ҡуйып уҡытырға ярамай. Был уларҙа ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет сифаттары тәрбиәләүгә түгел, ә ниндәйҙер уртасыллыҡ (Оно) тәрбиәләүгә килтерә! Икенсе яҡтан ҡарағанда, үтә мөһим аспект - малайҙарҙа ир-егеттәр психотибын булдырыу. Мәктәптәрҙең 99 процентында уҡытыусы-педагогтар - ҡатын-ҡыҙҙар, тимәк, малайҙарҙы ир-егет итеп тәрбиәләү етерлек кимәлдә түгел. Педагог ҡатын-ҡыҙ булғанға күрә, уларҙа күберәк ҡатын-ҡыҙ психикаһы үҫтерелә.
Шуға күрә лә проблемалар килеп сыға: малайҙар үҙҙәрен ҡыҙҙар кеүек, ә ҡыҙҙар малайҙар кеүек тота. Һәм артабан: ир-егеттәр аҡса эшләүҙе ҡатын-ҡыҙ өҫтөнә йөкмәтә һәм үҙҙәре диванда эшһеҙ ултырып ваҡыт уҙғара, ә ҡатын-ҡыҙ барыһын да үҙ өҫтөндә алырға мәжбүр була. Был проблема бик етди һәм уны хәл итергә кәрәк. Ҡытайҙа ла был проблема шулай уҡ етди тора. Унда мәктәптән үк ҡыҙҙар һаны малайҙар һанынан күпкә арта, һәм уларҙа ир-егеттәргә хас сифаттар, ә малайҙарҙа ҡатын-ҡыҙ сифаттары үҫешә. Был проблеманы әлегә хәл итә алмайҙар. Ә беҙ хәл итә алабыҙ!
Проблеманан сығыу юлы берәү - уҡыу-уҡытыу процесына теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ир-егеттәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, предприятие, КБ, фирма, лабораториялар етәкселәрен йәлеп итеү. Ә улар - мәктәптәргә, юғары уҡыу йорттарына ни өсөн уҡытырға барғанын йөрәктәре менән тойған Уңышлы кешеләр, Ғаилә йәнлеләр, Эшһөйәрҙәр, Атайҙар. Һәм улар ҙур теләк менән үҙҙәренең донъяға ҡарашын, ир-егеттәрсә фекерҙәрен уҡыусыларға тапшырасаҡ (педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнәсәк). Бының менән улар ир-егеттәрҙең маҡсат ҡуя алыуы һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшә алыуын иҫбатлаясаҡ, тимәк, авторитет, өлгө буласаҡ.
Педагогик эшмәкәрлектең абруйын күтәреү, юғары уҡыу йорттарына, мәктәптәргә күберәк ир-егеттәр йәлеп итеү маҡсатында хәҙерге көндәрҙә иң кәмендә айына 50 мең һумлыҡ эш хаҡы билдәләү кәрәк, сөнки ир-ат - ғаилә башлығы, ғаиләне ҡараусы. Шулай уҡ, йәмғиәт киләсәге өсөн төп профессия булараҡ, педагог ир-егет образын пропагандалау, уны йәш үҫмерҙәр аңында формалаштырыу кәрәк. Был йәмғиәттә педагогтың социаль статусын бөтөнләйгә үҙгәртәсәк һәм үҫеп килеүсе быуынға янаған хәүефтәргә кәртә буласаҡ, әлеге көндә килеп тыуған экологик, ижтимағи, сәйәси, геополитик кризистарҙан сығарасаҡ.
Шулай уҡ, элекке заманда булғанса, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙеке кеүек, рангылар табеле индереү һәм уларҙы вазифаларға бәйләү кәрәк. Йәш быуынға тәрбиә һәм белем биреү - дәүләт сәйәсәте, ә быны тормошҡа ашырыу уҡытыусылар өҫтөндә булғанға, педагогтар иңендә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙеке кеүек үк мөһим вазифа ята. Уҡытыусы - ул дәүләт ойоштороусы һөнәре. Был - нигеҙҙәрҙең нигеҙе. Бөгөн беҙ балаларыбыҙға нимә бирәсәкбеҙ, яҡын киләсәктә тап шуны аласаҡбыҙ. Илебеҙҙең бөтә студенттарына А.С. Макаренконың бөтә хеҙмәттәрен, бигерәк тә "Педагогик поэма", тәрбиә темаһына арналғандарын өйрәнеүҙе мотлаҡ индереү зарур. Бындай хеҙмәттәрҙән уҡыусы милекселек түгел - коллектив, файҙаланыу түгел - ижад итеү, эшһеҙлек түгел, ә хеҙмәт мөһим икәнен аңларға тейеш, сөнки улар буласаҡ педагогтар, атайҙар һәм әсәйҙәр. ЮНЕСКО А.С. Макаренконы донъялағы иң күренекле 4 педагогтарҙың береһе, тип билдәләгәнен онотмайыҡ. Бөтә юғары уҡыу йорттарындағы барлыҡ педагогтарға ла А.С. Макаренконың ғилми хеҙмәттәрен һәм В.Ф. Базарныйҙың эштәрен өйрәнеү мотлаҡ. Ошоларҙан сығып, мәктәптәргә түбәндәгеләрҙе индереү фарыз:
-һаулыҡ һаҡлаусы технологиялар:
а) канторкалар;
б) ҡауырһынлы ручкалар (перолы);
- физкультура дәресен 5 көнлөк уҡыу аҙнаһында 4 дәрескә тиклем арттырыу;
-ир-егет педагогтар һанын арттырыу;
-кластарҙа айырым уҡытыу;
-уҡыусыларға фактик материалды һәм мәғлүмәтте ятларға өйрәтеү урынына хәҡиҡәтте өйрәнеү методологияһын үҙләштереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйыу.
Экзамендар ваҡытында уҡыусыларҙың, студенттарҙың интернеттағы энциклопедик, мәғлүмәти сығанаҡтарҙы ҡулланыу мөмкинлегенән алып, хатта белгескә шылтыратыуға тиклем бөтә уҡыу материалдары булырға тейеш. Уҡыусы ятлап алынған мәғлүмәт күләмен түгел, ә дөрөҫлөктө табыуҙағы ижади потенциалын күрһәтергә тейеш. Педагогтар "тере энциклопедиялар" түгел, ә хәҡиҡәткә ынтылыусы һәм тормошта килеп сыҡҡан хәүеф, проблемаларҙы хәл итергә ынтылыусы ижади шәхес әҙерләүселәр улар.

Шамил БАТЫРШИН,
Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.19 | Ҡаралған: 519

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru