«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ДИВИЗИЯҺЫНДА
+  - 

Һүрәттә: һулдан икенсе - М.М. Шайморатов, уртала - К.М. Симонов.<br>
''Корреспонденцияларымдың береһе үҙ ирке менән төҙөлгән Башҡорт дивизияһы кешеләренә һәм шул дивизияның командиры, ҡаҡшамаҫ абруйлы полковник Шайморатов тураһында ине''. 
Константин Симонов. ''Разные дни войны. Дневник писателя'' китабынан.

1942 йылдың 4 авгусында республиканың "Красная Башкирия" гәзитендә Константин Симоновтың "Башҡорт дивизияһында" очеркы баҫыла. Яҙыусы-яугир Әхтәм Ихсан Симоновтың был очеркты яҙыу тарихы тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләй: "1942 йылдың 25 июле. 275-се кавалерия полкы командиры Таһир Таип улы Кусимов һәм полк комиссары Сәғит Рәхмәт улы Әлибаев ныҡлы итеп эшләнгән блиндажда кисәге ҡыҫҡа, әммә ауыр һуғыш йомғаҡтарын тикшерә. Ҡапыл блиндажға һаҡсы йүгереп инә һәм юл буйлап һыбайлылар сабып килеүе хаҡында хәбәр итә. Беренсе булып блиндаж янына полковник Миңлеғәли Шайморатов килеп етә. Ә бейек ҡола атта кем һуң? Атта бик оҫта ултырыусы - билдәле яҙыусы Константин Симонов була.
"Красная Звезда" гәзитенең махсус хәбәрсеһе Константин Симонов Башҡорт кавалерия дивизияһына, үҙе әйтмешләй, бөйөк һуғыш яланында Башҡортостандың ҡыйыу улдарының хәрби эшмәкәрлеге менән танышырға килә. Константин Симонов дивизияның барлыҡ частарында ла була, һалдаттар, эскадрон командирҙары менән осраша. Айырыуса майор Нафиҡовтың кавалерия полкында оҙаҡ туҡтала.
Константин Симоновтың "Башҡорт дивизияһында" очеркы бөгөн дә шайморатовсыларға гимн булып яңғырай".
1977 йылда Константин Симонов үҙенең Әхтәм Ихсанға адресланған хатында былай тип яҙа: "35 йылдан һуң да ул героик осорҙо һәм башҡорт халҡының героик улдарын хәтерләйем. Уларҙың барыһына ла - тереләренә лә, һәләк булғандарына ла - дан! 1942-1977. Константин Симонов".

Алыҫтарҙан ағарып, ай күренә
Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.

Урта рус далаһы өҫтөнән күкрәктән урғылып сыҡҡан оҙон көй ағыла. Ҡояшта йылынған әремдәр әскелтем еҫ тарата, дала сәскәләре хуш еҫен бөркә. Янып һарғайған үләндән яңы сабылған бесән еҫе килә. Йыр дала юлы кеүек оҙон, һәм даланың үҙеләй киң.
Алыҫта, тыуған ерҙәренән мең саҡрымда ятҡан Воронеж далаһында, эҫе ҡояш аҫтында, башҡорт егеттәре үҙҙәренең боронғо "Урал" йырын һуҙа. Улар күҙәтеү пункты янындағы тар ғына уйһыулыҡта ултыра, эргәләрендәге тәрән "ҡарлуғас ояларынан" танкыға ҡаршы ата торған мылтыҡтарҙың оҙон көбәктәре һерәйеп тора. Яҡында, ваҡ дала ҡыуаҡтары менән ҡапланған тәрән тарлауыҡта, коноводтар ҡарамағындағы аттар утлап йөрөй. Төшкөлөккә хас томра, тынлыҡ. Тик һул яҡта, тылға илтеүсе юл буйында һирәк-һаяҡ миналар шартлай, һәм кипкән эҫе ерҙән туҙан болото күтәрелә.
Рус еренең азатлығы өсөн Пугачев менән яуға күтәрелгән Салауат Юлаев бүләләре яңынан Пугачев бүләләре менән йәнәш үҙ ватанының азатлығы һәм намыҫы өсөн алыша - Ғарифулла Ғафаровтың Урал тауҙары төбәгендә, Өфө янында бер генә тыуған өйө булһа, барса совет кешеләренең берҙән-бер һәм барыһына ла тиң бөйөк ватаны - Рәсәй бар.
Өфөнөң киң майҙанында, март айының шығырлап торған һыуығында, башҡорт кавалерия дивизияһы полктары тын ғына атлы стройҙа тора. Ауыҙлыҡтар сыңлап китә, һәм аттар, тояҡтары менән ҡарҙы шығырлатып, аяҡтарын алмаш-тилмәш ҡуҙғатып ҡуя. Яугир ҡәүемдең хөкүмәте үҙ халҡының ғәскәренә бурлат ҡыҙыл төҫтәге хәрби байраҡ тапшыра, һәм полковник Миңлеғәли Шайморатов, бер тубығында торған килеш, уның ебәк туҡымаһының ҡырыйын үбә. Ул рус армияһында 25 йыл хеҙмәт итте, күп телдәрҙе өйрәнде һәм хөкүмәт, ватан һуғышы көндәре еткәс, башҡорт егеттәренең 1-се Милли дивизияһы командиры итеп ҡуйып, уға хөрмәт күрһәтте.
Полковник менән бергә байраҡты кисәнге партия райкомы секретаре, дивизия комиссары Мөбәрәк Нәзиров ҡабул итте. Өлкә комитеты пленумдарында, боҙланып бөткән төҙөлөш баҫмаларында, урман ҡырҡыусыларҙың һалҡын барактарында осрашҡан кешеләр хәҙер бына ошо майҙанда, полктар алдында тора. Командирҙары янында республика яуға ебәргән һыбайлы комиссарҙар урын алған. Бында элекке мәғариф наркомы Әлибаев та, урман наркомы Сәйетғәлин дә, комсомолдың өлкә комитеты секретаре Абдуллин да бар ине. Халыҡ үҙ ғәскәрен һуғышҡа әҙерләне, һәм уның иң аҫыл улдары полк комиссарҙары һәм политруктар булып китте. Бер эскадрондың һул яғында дуплы ҡыҫҡа туны өҫтөнән "лейка" тағып алған һыбайлы тора. Был фототрестың элекке директоры, доброволец Яҡупов ине.
Һәр ысын халыҡ эше кеүек, дивизияны төҙөү тарихы ябай һәм бөйөк булды. Башҡорт халҡы үҙ кешеләренән, үҙ тәьминәте, үҙ ҡулдары менән үҙенең милли дивизияһын булдырырға теләне. Сталин халыҡ теләген ҡәнәғәтләндерҙе, һәм район комиссариаттарына йөҙәрләгән ғаризалар ағылды. Башҡорт колхоздарында егеттәр өсөн иң яҡшы аттар һайлап алынды, тегенселәр обмундирование текте, тире иләүселәр тун дупланы, оҫталар эйәр эшләне. Илле градусҡа еткән аяуһыҙ себер һыуыҡтарында полктар оҙайлы ҡышҡы учениеларға сыҡты, ҡар өҫтөндә йоҡланы, урмандарҙы төтәтеп, усаҡтар яҡты. Бөтөн ҡыш буйына халыҡ һуғыш һөнәренә өйрәнде, һәм бына март айы еткәс, шығырлап торған плацта аттар бейеп тора, елдә байраҡ талпына, һәм иртәгә, тәгәрмәстәр шаҡылдауы аҫтында, эшелондар көнбайышҡа, изге һуғышҡа китер.
Эҫелектән иҙрәгән июль көндәре. Артта, алыҫта ҡалды Урал. Тар ғына дала йылғалары ярҙарында баҫышып килеүсе немецтар менән ҡан ҡойғос алыштар бара. Фронттың был участкаһында немецтар туҡтатылды, әммә һуғыштың тынғаны юҡ. Һәр бер көн һәм һәр төн яңы ҡорбандар килтерә. Ауылдар ҡулдан ҡулға күсә, ә төндәрен офоҡ өҫтөндә шәфәҡ ҡалҡа. Унда башҡорттар аттарында ла, йәйәүләп тә һуғыша.
Күптәр юҡ хәҙер, полк командиры майор Нафиҡов та тыуған Башҡортостанына ҡайта алмаҫ инде. Кискә табан ул дивизия штабына сабып килгәйне. Полковник Шайморатов уға приказ тотторҙо һәм, үҙенең һөйөклө офицерын оҙатып, артынан оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Нафиҡов үҙенә бүләк итеп бирелгән туратын шпорланы, һәм уның таштарға тейеп шаҡылдаған тояҡтары аҫтынан туҙан ҡубып ҡалды. Күк йөҙөн болоттар ҡаплап алды, һәм, эңерҙең нисек төшөүенә ҡарағанда, төндөң дә ҡором ишеләй ҡара булыры тоҫмалланды. Сылбырҙай һуҙылып китеп, дивизия немецтарҙы беҙҙең танкылар килгәнсе тотҡарлап торҙо. Тотҡарлау өсөн алышҡа инергә, алышҡа ингәс - атакаға күтәрелергә лә кәрәк. Полковник Нафиҡовҡа төнгө атака менән немецтар ҡулында булған ауылға бәреп инергә бойоролғайны.
Полк һөжүмгә күтәрелер өсөн тупланған сауҡалыҡ менән немецтар биләгән ауыл араһында биш саҡрымдай арыш баҫыуы ята. Сәғәт туғыҙынсы китеүгә ҡараңғы төштө. Полк атакаға күтәрелде. Киң арыш баҫыуы буйлап немец автоматчиктары һибелгән. Йә уларға төҙәп ата-ата, йә тауыш-тынһыҙ ҡорос менән йәндәрен алып, башҡорттар ауылға бәреп инергә тырышты.
Бындай төндә идара итеү ҡыйын. Полктың подразделениелары төн ҡараңғылығында һулдан һәм уңдан урап барып, күрше ауылдарҙы һәм шундағы сауҡалыҡ буйҙарын биләне, ә Нафиҡов үҙе иллеләгән яугиры менән ауылға бәрәп инде. Был төнгө һөжүм үҙенең көтөлмәгәнлеге менән аяуһыҙ һәм хәтәр ине. Ауыл урамдарында обоздар, артиллерия өймәкләнгән. Немецтар өй сарҙаҡтарынан, ҡапҡа аҫтарынан ата, һарайҙарға инеп боҫа, арыш араһына тарала, атылған-сабылғандары ҡара урамдарҙа тын ята. Гранаталар шартлаған саҡта бер мәлгә генә өйҙәр күренеп ҡала, ярсыҡтар зыулай, аҡтарылған тәгәрмәстәр һауаға оса. Ватыҡ йөк арбалары юлға кәртә булып ята. Төп урамда механизмдары шартлатылып эшлектән сыҡҡан дүрт ауыр туп күренә.
Ауылда төн буйына ҡул һуғышы тынманы. Бер төн эсендә дүрт йөҙ немец үлтерелде. Нафиҡов отрядының бер өлөшө улар янына ауҙы. Тик яҡтыра башлағас ҡына ауылда дүрт йөҙ, биш йөҙ ҙә түгел, ә меңдән ашыу немец булғанлығы беленде. Һәм Нафиҡовтың тере ҡалған утыҙ яугиры немецтарҙың бында меңләп булыуын күргән кеүек, мең немец та ауылда бары утыҙлап кавалерист барлығын аңланы. Немецтар бар ерҙән дә һибелеп сыға башланы - сарҙаҡтарҙан, подвалдарҙан, ихата арттарынан. Иртәнге томан эсенән туҡтауһыҙ тырылдашҡан автомат тауыштары ишетелә ине. Нафиҡов нисек итеп булһа ла ҡамауҙы йырып сығырға булды.
Ауыл урамдарында яңынан ҡул һуғышы башланды. Нафиҡов яугирҙарға, яралыларҙы бер түңәрәккә алып, немецтар булмаған һуңғы тыҡрыҡ аша сигенергә бойорҙо, ә үҙе бер нисә автоматчигы менән уларҙы ҡаплап торорға булды. Немецтар аҫтан да, өҫтән дә, бар яҡтан да ата бирҙе. Уның янындағылар кәмегәндән кәмене. Ниндәйҙер немец автоматчигы артҡы яҡтан уның арҡаһына атты. Автоматчикты атып йыҡтылар, әммә яраланған Нафиҡовҡа атлауы ауырлаша барҙы. Ул, ауыр тын алып, атыша-атыша, хәл алыр өсөн туҡтай-туҡтай бара бирҙе. Тамағы кипте, һыу эскеһе килде...
Урамдар иртәнге яҡтылыҡҡа күмелде. Командирҙың ҡаплауы аҫтында сигенеп барған яугирҙар төркөмө ауылдан арыш баҫыуына сығып өлгөргәйне, һәм улар сағыштырмаса хәүефһеҙ хәлдә ине. Әммә уның үҙенә иҫән ҡалғандар менән тағы ла бер нисә йорт аша үтергә кәрәк ине, ә атлауы ауырлаша барҙы. Ул ҡанһырай башлағайны инде. Бер мәлдә уның янында ни барыһы ике генә автоматчик - Әпсәләмов һәм Юлдашбаев тороп ҡалды. Улар әсиргә алынған немец офицерын да үҙҙәре менән алып бара ине. Майор бөтөнләйгә ҡанһыраны, ул инде бер нисә мәртәбә йығылып, яңынан торҙо.
Башҡаса әмәл ҡалманы. Яугирҙар хәлһеҙләнгән майорҙы ҡулдарына алып, атлай бирҙе. Ауыл осондағы өй мөйөшө артынан йүгерешеп килеп сыҡҡан немецтар, уларға терәп тигәндәй, автоматтарынан ут асты. Өсөһө лә ергә ауҙы, һәм автоматын ҡулынан ысҡындырмаған майор, тешен шығырлатып, уны яралы ҡулына терәп, ятҡан көйө бер нисә очередь бирҙе. Үлеп барһа ла, һаман алышырға көс тапты. Немецтар йығылды. Әпсәләмов менән Юлдашбаев майорҙы яңынан күтәрә биреп, алып китте. Ул атыша алһа ла, атлар хәле юҡ ине инде. Бер минуттан уға тағы ла бер пуля ҡаҙалды. Ул яугирҙарҙың ҡулында хәрәкәтһеҙ ҡалып, һәленеп төштө. Улар уның тынып ҡалған кәүҙәһен арыш баҫыуы, тәрән дала йырындары аша алып китте. Әгәр юлдарында һуҡмаҡ ситендә ятҡан, ауыр яраланған лейтенант Нәзиров осрамаһа, командир кәүҙәһен үҙебеҙҙекеләргә тиклем килтереп еткерер ҙә ине. Нәзиров ыңғыраша, һаташа ине. Улар икәүһен дә алып китә алмай ине, һәм майорҙы нисек кенә яратмаһындар, терене үлгәндән өҫтөн итергә тура килде. Улар майорҙың кәүҙәһен йырын төбөнә һалып, сит-ят күҙҙәрҙән ышыҡлап, өҫтөн ҡыуаҡ ботаҡтары һәм башаҡтар менән ҡаплағас, пулялар аҫтында эйелә-бөгөлә, яралы лейтенантты ары алып китте.
Төнөн Әпсәләмов менән Юлдашбаев, өс разведчик менән дошман сылбыры аша үтеп сығып, командирҙарының кәүҙәһен алып ҡайтырға китте. Улар уны беренсе төндә таба алманы, икенсе төндә лә тапмай ҡайтты, ә өсөнсө төнгә ҡаршы нисек итеп булһа ла табырға ҡарар итте. Әгәр кешеләр шундай ҡарарға килә икән, улар уны үтәй ҙә. Һәм улар тап шулай эшләне лә.
Батырҙар хаҡындағы боронғо әкиәттәгеләй, был алыш шулай тамамланды. Нафиҡов һәләк булды, әммә уның күршеһе һәм дуҫы, күрше полк командиры майор Таһир Кусимов киләһе төндә үк тар ғына дала йылғаһы кисеүе янында үҙе һәм үҙенең дуҫы өсөн немецтар менән алышҡа сыҡты. Был йылғасыҡ йылға тип аталған хәлдә лә, даланың эҫелектән ҡыҙған көндәрендә ошо йылға аша тауыҡ кисеп сығарлыҡ булһа ла, немецтар уның аша сыға алманы. Уларға хатта көндөҙөн дә, төнөн дә кисеүҙең ниндәй булыуын разведкаларға мөмкинлек бирелмәне. Улар, йылға тәрән икән, тип уйлап, кәмәләр менән сығырға маташты. Уларҙың һауа өрҙөрөп тултырылған кәмәләренең утҡа тотоуҙан өҙгөләнеп бөткән резиналы киҫәктәре яр буйҙарында ятып ҡалды. Шул саҡта немецтар бер юлы бер нисә урындан йылға аша сығырға тырышып ҡараны. Майор Кусимов бар урында ла уларҙан көсһөҙөрәк ине, әммә ул тик бер урында өҫтөнлөк алып, еңеп сығырға ҡарар итте. Ул, үҙ тирәһендә барлыҡ атлыларын, разведчиктарын туплап, үҙе немецтарға ҡаршы һөжүмгә ташланды. Немецтар ошо йылғасыҡ аша сыға алманы, уның ярҙарын мәйеттәре менән түшәне.
Аяуһыҙ алыштарҙа үтте июль. Автоматчиктар взводы командиры Кәрим Нарбеков төндәрен өс-дүрт разведчик менән йылға аша сыға ине. Тиҫтәләгән немецты атып-киҫеп, ҡай сағында "тел" алып, ҡайһы саҡта унһыҙ ҙа, таң атыуға үҙ яғына ҡайтып етә инеләр.
Аяуһыҙ алыштарҙа үтте июль. Артиллерия күкрәп торҙо, туҙанлы юлдарҙан танкылар шыуышты, әммә тиҫтәләрсә башҡорт бронебойщиктары, шул иҫәптән колхоз хисапсыһы Ғарифулла Ғафаров та, уларҙы үҙҙәренең "ҡарлуғас ояларында" ҡымшанмай ҙа ҡаршыланы. Үҙенә алдан әҙерләнеп торор өсөн ваҡыт етмәгән, һәм уның үҙ ҡулдары тарафынан ҡаҙылмаған, артыҡ тәрән булған окопта тороп ҡалған бер мәлдә Ғафаров яҡынлашып килеүсе танкыны күреп ҡала. Ул, яҡшыраҡ күренһен, тип, окоптан мылтығын алып, өҫтәл һымаҡ тигеҙ дала еренә сығып ята. Ата-ата үкереп килгән танк йөҙ аҙымға тиклем яҡынлашыу менән беренсе атыуҙан уҡ уны яндыра. Танк эсендә снарядтар шартлай, ә еңелгән дошманынан йөҙ аҙым ғына ерҙә ятҡан Ғафаров үҙ-үҙен ғүмерендә тәүге тапҡыр баһадир итеп тоя ине...
Аяуһыҙ алыштарҙа үтте июль. Немец разведчиктары төнөн ҡыуаҡтарҙа шундай яҙыуҙар ҡалдыра ине: "Рус, әйҙә төнөн атышмағыҙ һәм беҙгә килмәгеҙ, беҙ ҙә шулай итербеҙ". Улар төнөн үҙҙәрен йә атып, йә тамаҡтарына ҡыҫҡа хәнйәр тығып китерҙәр, тип ҡурҡа ине. Уларҙың нервылары ҡуҙғый, ҡараңғы төшөү менән автоматтары ашығыс һәм туҡтауһыҙ тырылдаша башлай. Уларҙың позициялары алдында шахмат тәртибендә миналар ярыла. Әммә нәфрәт көндөҙөн дә, төнөн дә ал-ял белмәй. Һәм ҡараңғы төшөү менән тауыш-тынһыҙ башҡорт разведчиктары яңынан ҡыуаҡтар һәм йырындар аша шыуыша. Иртә менән немец окоптарында инде бер ни ҙә аңлата алмаған мәйеттәр яңынан табыла. Кис етеп килә. Шайморатов штабының одеял менән ҡапланған тәҙрәләре янында командирҙар картаға төбәлгән. Улар сираттағы төнгө атака планын тикшерә. Лампаның һүрәнерәк нурҙары уларҙың киң һөйәкле бронза төҫөндәге йөҙҙәрен яҡтырта. Ә ауыл артындағы быуала, һыу өҫтөндә киске оҙон күләгәләрен сағылдырып, атта һыбай ултырған көйө, шәрә кавалеристар һыу инә. Урал ауылдарының күңелсәк егеттәре улар, һыу һибешәләр, һыҙғырышалар, ай-һайтлап ҡысҡырышалар. Улар шат күңелле, аяуһыҙ алыш барған көндәрҙә һуғышты оноттора алған бер генә минут булыуына ла ҡыуана ине.

Константин СИМОНОВ.
Хәрәкәттәге армия. 1942 йылдың 31 июлендә "Красная звезда" гәзитендә баҫылған очерктың төп нөсхәһенән
Бәҙри ӘХМӘТОВ
тәржемә итте.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.19 | Ҡаралған: 715

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru