«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТЕБЕҘГӘ ЕҢЕЛ ҠАРАМАЙЫҠ
+  - 

Мин күптән хаҡлы ялда. Ләкин әле лә гражданлыҡ позициямды юғалтмайым, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашам, теге йәки был эш буйынса үҙ фекеремде белдерәм, йәштәргә кәңәштәр бирәм. "Киске Өфө" аша ҡайһы бер уйланыуҙарым менән бүлешеп үткем килә. Уны ҡабул итәһегеҙме, юҡмы - һеҙҙең иректә.

Беҙҙе "Тәбиғәтебеҙ - төп байлығыбыҙ", тип үҫтерҙеләр. Ошо тәрбиә ҡанға шул тиклем һеңгән һәм тәбиғәткә еңел ҡараусы кешеләрҙе бөтөнләй аңламайым. Урман менән эш итеүсе эшҡыуарҙар бихисап хәҙер. Тик машиналарҙы лыҡа тултырып ағастарыбыҙҙы оҙатыусыларҙың ҡайһы берҙәре үҙе артынан урманды таҙалау тураһында бөтөнләй онота. Ә йәш үҫентеләр ултыртырға теләүсе эшҡыуарҙар бөтөнләй бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ябай ауыл кешеһе, миҫал өсөн, 5х5 йорт һалыу өсөн тиҫтәләгән йыл үҙенә закон буйынса тейешле ағасты көткәндә, көнөнә бер нисә буралыҡ ағастар алып килеп ауҙарыусыларҙы күреп ғәжәпләнергә генә ҡала. Улар төрлө аукциондар үтеп, кәрәкле ағастарҙы һатып ала, ти, ләкин ни өсөн һатырға ағас бар, ә үҙенә өй күтәрергә теләүсегә ағас юҡ. Кем аңлата ала ошоно? Ҡайҙа логика?
Мин йәш саҡта етәкселәр барыбер халыҡҡа яҡыныраҡ булды, тип һанайым. Уларҙы, исмаһам, йыш уҙғарылған дөйөм йыйылыштарҙа күреп, үҙ һорауыңды бирергә мөмкин ине. Шәхсән күрешеү ҙә артыҡ ауырлыҡ тыуҙырманы. Хәҙер иһә район, ҡала башлыҡтарын тик гәзит биттәрендә һәм интернет селтәрендә генә күрәбеҙ. Шулай ҙа был йәһәттән әҙерәк алға китеш бар. Социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең шәхсән биттәрен булдырып, анда-бында булһа ла яуап бирергә тырыша улар. Шулай уҡ ауылдарға йөрөп халыҡ менән күрешеп, һөйләшеп, тыңлап ҡайтыуҙары ла хуп күренеш. Шул халыҡ булмаһа, улар ҙа түрҙә ултырмаҫ ине, тимәк, ябай кешеләргә иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡараш артыҡ булмаҫ.
Түрәләргә ҡағылышлы тағы бер күренеште әйтеп үткем килә. Үҙебеҙҙең башҡорт телендә, минең күҙәтеүемсә, тик Бөрйән районы башлығы ғына аралаша, иғландар яҙа, һорауҙарға яуап бирә. Ә ҡалған етәкселәр республиканың дәүләт теле булып һаналған башҡорт теленә ни өсөн иғтибарһыҙлыҡ күрһәтә? Әгәр ҙә башҡа милләттән икән, үҙ яҙмаларын башҡорт теленә тәржемә итеп ҡуйыуҙы талап итергә кәрәк. Ә башҡорт булып та, урыҫ телендә генә яуап биреп ултырған түрәләр нимә уйлайҙыр, аптырайым. Ана, Шәриповтан үрнәк алығыҙ, тип әйтке килә уларға.
Эскелеккә ҡаршы көрәштең дауам итеүен күреп-белеп торабыҙ. Магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу ваҡыты ҡыҫҡартылыу, байрамдар ваҡытында уларҙы һатыуҙан алыу, "Айыҡ ауыл" кеүек конкурстарҙың үтеүе бик мәслихәт. Ләкин оҙаҡ йылдар дауамында ҡайһы берәүҙәрҙең аңында тәрән тамырланған еңел кәсепте тиҙ генә йолҡоп алыу ауыр икән. Мәҫәлән, республиканың бер районында таксистар рәхәтләнеп сәмәйен дә, араҡыһын да, һыраһын да, ғөмүмән, бөтә төр спиртлы эсемлектәр ҙә һатып йөрөй. Ауыҙы араҡы тип шапылдап торғандарға хәҙер йәйәү йөрөйһө лә түгел, ваҡыт һуң, тип ҡайғырыу ҙа юҡ, такси саҡырта ла кәрәклеһен һатып алаһың. Ошондай "эшҡыуар"ҙарҙың ҡойроғон ҡыҫыу әмәлен уйлап табыу мөһим. Яңы уҡыу йылы башланды. Быйылдан алып мәктәптәрҙә кәрәҙле телефондар менән ҡулланыуҙы сикләүҙе күҙаллайҙар, тип ишеттем. Бик тә мәслихәт. Ике күҙе һәр саҡ телефон экранына текәлгән, ҡолаҡсындарын тағып музыка тыңлап йөрөгән балаларҙы ла, үҫмерҙәрҙе лә йыш күрәм. Хатта паркта бергә ваҡыт уҙғарырға килеүселәр ҙә төрлө яҡҡа ҡарап телефон "соҡоп" ултыра. Бөтөнләй ҙә роботтар хәленә кереп барабыҙ, буғай. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, күмәкләп ултырып аралашыу, яңылыҡтар бүлешеү онотола бара. Был тенденция ныҡлап тамырланмаҫ элек унан арыныу мөһим. Бигерәк та балаларыбыҙҙы ҡотҡарыу шарт. Шуға күрә әлеге яңылыҡ эшләй башлаһа, тик яҡшы һөҙөмтәләргә генә килтерер тип ышанам. Әйткәндәй, яңыраҡ баш ҡалабыҙҙа булырға тура килде. Үҙгәргән, матурланған Өфөбөҙ. Ләкин Ҡала мәҙәниәт һарайы районында трамвай күреп, халыҡ әйтмешләй, саҡ ҡолап китмәнем. Ундай "тарихи ҡомартҡылар" нисек әле булһа йөрөп ята икән? Был иҫке трамвайҙар күптән "хаҡлы ялда" булырға тейештер ҙә ул. Ә бына Октябрь проспекты буйлап һуҙылған трамвай юлдарын алып ташлау дөрөҫ булған. Урам иркенәйеп, киңәйеп ҡалған. Трамвайҙарҙы кире проспектҡа ҡайтармаҡсылар, тип ишеткәйнем, был ысынбарлыҡҡа тап килмәйҙер, тип өмөтләнәм. Автобустар һаны етерлек, минеңсә.

Ғәлим ЯХИН.
Ҡыйғы районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.09.19 | Ҡаралған: 527

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru