«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШ ТУҠМАҒЫ - АШ! БЕЛЕМ АЛЫУҘЫҠЫ ЛА...
+  - 



Алдан хәбәр ителеүенсә, яңы уҡыу йылында баш ҡаланың барлыҡ белем усаҡтарын да бер оператор - "Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге" хеҙмәтләндерәсәк. Рационға витаминдар, микроэлементтар менән байытылған ризыҡтарҙың индерелеүе уҡыусыларҙың туҡланыу үҙенсәлеге булып торасаҡ.

Уҡыу йылы башланыу менән баш ҡаланың әле яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған 162-се "Смарт" күп профилле полилингваль мәктәбендә белем биреү ойошмаларында туҡланыу сифатына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Сарала киң мәғлүмәт саралары журналистарынан тыш, балалар туҡланыуы өсөн яуаплы тармаҡтар вәкилдәре лә ҡатнашты һәм һәр береһе үҙ бурысы тураһында аңлатма бирҙе.
Билдәләнеүенсә, баш ҡалала яңы системаға 129 мәктәп һәм 228 балалар баҡсаһы күскән дә инде. Күп нәмә үҙгәргән: меню, түләү ысулы, аҙыҡ-түлекте һатып алыу, сифат стандарттары, контроль һәм хатта һауыт-һабаның дизайны. Аныҡлап әйткәндә, быға тиклем Өфөлә өс муниципаль оператор булып, ҡала мәктәптәрендә туҡланыу хәл-торошон анализлай башлағас, уларҙың барыһында ла бер үк проблемалар булыуы асыҡлана: аҙыҡ-түлек блоктарының матди-техник базаһының иҫкереүе, туҡланыуҙы ойоштороуға төрлөсә ҡараш, төрлө меню. Шулай уҡ берҙәм стандарттар булмағанлыҡтан, һатып алған аҙыҡ-түлектең, әҙерләнгән ризыҡтың сифатына ҡарата ла һорауҙар тыуа. Шуға күрә ҡала етәкселеге өс предприятиены ла бер муниципаль операторға берләштерергә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә меню ғына түгел, хатта һауыт-һаба ла, персоналдың кейеме лә бер стандартҡа килтерелә.

Кем иҫәбенә?

Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев белдереүенсә, туҡланыу структураһын яҡшыртыу бюджет йәки ата-әсәләр иҫәбенә түгел, ә оптималләштереү иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ. Республика етәкселеге ҡарары менән был система Башҡортостан буйынса индереләсәк. Бөгөн туҡланыуҙы ойоштороуҙың ике формаһы бар: аутосорсинг һәм мәғариф учреждениеһының был хеҙмәтте үҙе башҡарыуы. СанПиН талаптарына ярашлы, туҡланыу балаларға ашарға яраҡлы ризыҡтар исемлеге булған кулинар белешмә нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ. Йәғни тыйылған ризыҡтар ҡулланылмаясаҡ.

Меню

Менюҙы махсус белгестәр - технологтар, диетологтар төҙөй. Рецепттар тупланмаһында ризыҡтарҙың атамаһы яҙыла, ашнаҡсылар уларҙы теүәл үтәргә тейеш. Тоҙҙан башҡа бер ниндәй тәмләткес ҡушылмай. Аҙыҡты ҡыҙҙырыу, пассировка кеүек ысулдар ҡулланырға ярамай. Бары тик бешереү, быҡтырыу, ҡамырға төрөп бешереү генә мөмкин. Менюҙың дүрт варианты ҡарала: беренсе иртәнге аш - һөт ризыҡтары, ит продукттарынан торған туҡлыҡлы иртәнге аш, төшкө аш һәм икенде ашы. Көн дауамында бала бер нисә вариант ризыҡ ашай. Мәктәптәрҙә швед өҫтәле булмаясаҡ, сөнки баланың үҙенә һайлау мөмкинлеге бирһәң, ул көн һайын макарон, йәғни сәләмәт туҡланыу, туҡланыу мәҙәниәте ҡағиҙәләренә ҡаршы килгән ризыҡ ҡына ашауы ихтимал.

Меню төҙөү үҙенсәлектәре

Ике көн йәнәштән һыйыр йәки тауыҡ итенән бешерелгән ризыҡ биреү тыйыла. Меню 10 көнгә төҙөлә һәм ошо көндәр дауамында бер ризыҡ та ҡабатланмай. Был артып ҡалған ризыҡты икенсе көндә ҡулланмау өсөн эшләнә. Ризыҡ бешергәндә һыйыр малы ите, тауыҡ, балыҡ, эс-ҡарын ҡулланылырға тейеш. Айырым ведомоста бала билдәле ваҡытта күпме май, аҡһым, углевод, витамин алырға тейешлеге күрһәтелә. Әйткәндәй, балаларға өйҙән ризыҡ килтереү тыйылмай, әммә уны улар ашханала ғына ашарға тейеш.

Ризығы һыуыҡ булмаһын

Мәғлүм булыуынса, күмәк балаға өҫтәл әҙерләгәнсе, улар һыуынып та өлгөрә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн махсус йылы тележкалар алынасаҡ һәм улар зал буйлап йөрөтөләсәк. Һөҙөмтәлә балалар һәр ваҡыт йылы аш менән тәьмин ителәсәк.

Түләү нисек буласаҡ?

Өфө ҡалаһының "Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге" директоры Марина Әсфәндийәрова белдереүенсә, льготалы категорияға ингән балалар (аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар) муниципаль задание буйынса бушлай ашатыласаҡ. Бының өсөн мәктәптәр уларҙың һанын күрһәтеп, операторға ғариза бирергә тейеш. Ата-әсәләрҙән күпме аҡса йыйыу Өфө ҡала хакимиәте ҡарары менән билдәләнә. Бөгөнгә 7-11 йәшлектәр өсөн иртәнге аш 55 һумдан да кәм булырға тейеш түгел, төшкө аш - кәмендә 60 һум. Өлкән синыфтар өсөн иртәнге аш - 60 һумдан да кәм түгел, төшкө аш - 70 һумдан да кәм түгел, икенде ваҡыты ашы- 22 һум.

Уҡыусы картаһы

"Социаль карталарҙың Башҡортостан регистры" акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Әлфир Хәлитов белдереүенсә, хәҙер туҡланыу өсөн түләү ҡулаҡсалата түгел, ә карточка аша башҡарыласаҡ. Уҡыусы картаһын "Һаҡлыҡ банкыһы", "Уралсиб", "Рәсәй почтаһы" бүлексәләрендә, шулай уҡ Сбербанк-онлайн аша йәки мәктәптәргә махсус ҡуйыласаҡ терминалдар аша тулылындырырға мөмкин буласаҡ. Картаны барлыҡ уҡыусылар ҙа мәғариф бүлегенә бирелгән ғаризаларға ярашлы ала. Матбуғат конференцияһы үткән көнгә барлығы 350 мең картаға ғариза бирелгән. Беренсе тапҡыр алғанда - карта бушлай. Уҡыусы уны юғалтҡан осраҡта яңы карта алыр өсөн ата-әсәләргә call-үҙәк аша Социаль карталарҙың Башҡортостан регистрының техник ярҙамына мөрәжәғәт итергә һәм 50 һум түләргә кәрәк. Был карта банк картаһына оҡшаш, шуға күрә уны юғалтҡан осраҡта, регистрҙың тура бәйләнеш телефонына шылтыратып, картаны яптырырға кәрәк. Уҡыусыларға уңайлы һәм ышаныслы булһын өсөн карта функциялары булған беләҙектәр һәм брелоктар эшләнгән. Уларҙы алыу өсөн ата-әсәләргә ғариза яҙырға кәрәк. Беләҙек - 200, брелок 150 һум тора. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр менән ата-әсә баланың туҡланыуы өсөн түләмәһә, баланы барыбер ашатасаҡтар, ул ас йөрөмәйәсәк, әммә был ваҡыт 10 көн генә дауам итә. Картаға аҡса һалыу менән ул берҙәм туҡланыуҙы ойоштороу операторына күсә һәм күренеп тора. Уҡыусы картаһы шулай уҡ транспортҡа лә бәйле һәм шул уҡ принцип менән эшләй, йәғни уның менән транспортта ла иҫәпләшергә мөмкин. Транспортта бындай карта менән ҡулланыусы уҡыусылар өсөн льготалар ҡаралған.

Контроль

Башҡортостанда туҡланыу сифаты өлкәһен контролләүҙе яҡшыртыу өсөн октябрҙән муниципалитет башлыҡтары рейтингына ике критерий өҫтәлә: мәктәпкәсә һәм мәктәп учреждениеларында туҡланыу сифаты. Өфөнөң "Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге"ндә ҡыҙыу бәйләнеш булдырыласаҡ, шулай уҡ инспекция бүлеге эшләйәсәк. Инспекторҙарҙың бурысы - һәр көн балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә булып, туҡланыуҙы ойоштороу, СанПиН нормаларының үтәлешен тикшереү. Бынан тыш, БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау дәүләт комитеты республика кимәлендә айырым инспекторҙар подразделениеһын булдырырға планлаштыра. Улар прокуратура, Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре менән берлектә төбәк буйынса йөрөп, туҡланыу буйынса хәл-торош менән танышасаҡ.

Шулай итеп...
Матбуғат конференцияһында шулай уҡ аллергия менән яфаланыусы, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән категория балалар өсөн айырым меню төҙөү мәсьәләһе лә ҡаралды. Матбуғат саралары вәкилдәре иһә өс көнлөк меню буйынса әҙерләнгән ризыҡты тәмләп ҡараны.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.09.19 | Ҡаралған: 503

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru