«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕНЕРАЛ ЙОНДОҘО
+  - 



2012 йылдың 12 авгусы. Донбастағы Петровское ҡалаһының мәҙәниәт һарайында ҡала етәкселеге һәм йәмәғәтселеге 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов) гвардия атлы дивизияһының 70 йыллығына арналған "Өфө - Берлин - Өфө" автопробегында ҡатнашыусылар менән тантаналы осрашыу кисәһе ойошторҙо. Сәхнәлә башҡорт егете Илһам Бәҙретдинов "Шайморатов генерал" йырын яңғырата, Сәүиә Ғәзизова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемендә хисләнеп бейей, Миндеғәфүр Зәйнетдинов тиҫтәләгән ҡумыҙҙарында уйнап, халыҡтың хушын ала, зал алҡыштарға күмелә. Дон казактары ла һис ҡалышмай: улар ҙа үҙ сығыштарында башҡорт генералы Миңлеғәли Шайморатовты һәм уның яугир ҡаһармандарын данлай. Иҫтәлекле тамашаны йомғаҡлап, кисәне алып барыусы әйткән һүҙҙәр хәтеремә мәңгегә уйылып ҡалғандыр: "Ватаныбыҙҙың рухи күгендә ҡаһарман генерал Шайморатовтың яҡты йондоҙо мәңге балҡыһын!" Зал тулы халыҡ аяғүрә баҫты, ихлас алҡыштар оҙаҡ тынманы.

Милләте - башҡорт уның!

Әле лә иҫемдә, уҙған быуаттың 60-сы йылдары башында, ауыл мәктәбендә уҡытыусы апайыбыҙ өйрәткән "Шайморатов генерал" йыры беҙгә бик оҡшай ине, уны ауыл клубында хор менән йырлар инек. Күп тә үтмәне, ауыл китапханаһынан яҙыусы Әхтәм Ихсандың "Саҡма тояҡ аттарҙа" китабын алып уҡыным - ошо ваҡыттан башлап ошо легендар шәхес тураһында байтаҡ мәҡәләләр яҙылды, китаптар баҫылды, һәм ул әле лә үткән шанлы вә данлы заман кешеләренең генә түгел, ә бөйөк һуғыштан һуң тыуған барлыҡ милләттәштәребеҙҙең күңелен биҙәп, һоҡландырып, ылыҡтырып тора. Бындай яҙмыш, ул нисек кенә трагик булмаһын, бик һирәктәр өлөшөнә төшәлер. Мәшһүр генералыбыҙҙың тормошо, хәрби эшмәкәрлеге хаҡында барса мәғлүмәт тә табылып, өйрәнелеп бөткәндер, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Бының үҙ сәбәптәре бар. Бына уның милли сығышы, нәҫел-нәсәбе хаҡында ла төрлө хәбәрҙәр ишетергә була. Биштәкә ауылының 1-се мәсетендә теркәлгән метрик исемлектә уның атаһы Минһажетдиндың мишәрҙәрҙән сыҡҡан башҡорт, әсәһе Бибитайфаның типтәр башҡорто, тип яҙылыуы мәғлүм. Шайморатов нәҫеленең үтә ярлыларҙан һаналыуы ла билдәле: ата-бабаларының Биштәкә ауылына күсеп килеүе Исәт провинцияһында йәшәүсе әйле башҡорттарының 1774 йылда күтәргән ихтилалын баҫтырған ваҡытҡа тура килә. Шуға күрә уларҙың бында үҙ ерҙәре лә булмай. Ошо хаҡта Миңлеғәли Шайморатов дивизия политбүлеге начальнигы урынбаҫары Сабир Ҡадировҡа ла һөйләй, Мәскәү архивтарында ошоно раҫлаусы документ табыуын да иҫкә ала. Тимәк, уның милли тамырҙары әйле башҡорттарына барып тоташа. Ә Биштәкә ауылына 1755 йылда мең ырыуы башҡорттарынан һатып алынған ерҙә 8 мишәр ғаиләһе нигеҙ һала.
Әммә был ауылға артабан ерһеҙ ҡалған башҡорттар ҙа килеп урынлаша башлай. Иғтибар итһәң, ул замандарҙан Миңлеғәли Шайморатов тыуғансы 135 йыл уҙып, уның нәҫеле 4 быуын алыштырған була. Әлбиттә, ситтән килгән башҡорттар менән мишәр-типтәрҙәр араһында никахлашыу булыуы - тарихи факт. Әйткәндәй, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Шайморатов (Биштәкә) ауылы кешеләренең 64 проценты башҡорт милләтенән булыуы теркәлгән. Йәнә бына нимә: 1941 йылдың декабрендә полковник Шайморатовты - Мәскәү янында барған үлемесле һуғышта ҡаһарманлығы менән дан алған 1-се Махсус полк командирын - оборона наркоматының кадрҙар бүлегенә саҡырып алалар. Тейешле һорауҙар менән бер рәттән, уның милләтен дә һорайҙар. Шайморатов үҙенең башҡортлоғон раҫлай. Шунан һуң уны Башҡортостанда ойошторолоусы 112-се башҡорт атлы дивизияһына командир итеп тәғәйенләү тәҡдиме булыуы хаҡында ла әйтәләр. Шайморатов һис һүҙһеҙ риза була. Нисек кенә булмаһын, Миңлеғәли Шайморатов башҡорт дивизияһы командиры, башҡорт генералы - халыҡ батыры булып танылды һәм уның ошо исеме тарих биттәрендә мәңгегә ҡаласаҡ.

Ул маһир разведчик та булған

Күптәребеҙ Шайморатовтың маһир разведчик булыуы хаҡында хәбәрҙар түгел. Ә уның исеме һәм ҡыҫҡаса биографияһы В.М. Лурье һәм В.Я. Кочик авторлығындағы "ГРУ: дела и люди" китабына индерелгән. Ул 1934 - 1935 йылдарҙа хәрби атташе вазифаһында Төркиәлә булһа, Ҡытайға ике тапҡыр (1935 - 1937, 1939 - 1940 йылдар) оҙайлы командировкаға ебәрелә, Синьцзян провинцияһында Генштабтың махсус заданиеһын үтәй, Ҡытай Ҡыҙыл Армияһын төҙөүҙә ҡатнаша, хеҙмәттәре өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. СССР етәкселеге, генсек И.В. Сталин уға ҙур ышаныс белдерә: 1941 йылдың октябрендә, дошман Мәскәү янына уҡ килеп еткән дәшһәтле ваҡытта, М.М. Шайморатов Кремлде һаҡлаусы 1-се Махсус полк командиры итеп ҡуйыла.

Ордены ҡайтты ҡайтыуға...

1942 йылдың июленән октябрь айына тиклем Брянск фронтында, Олым йылғаһы буйында барған ҡан ҡойғос һуғыштарҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһы иҫ киткес ҡаһарманлыҡ күрһәтә, уның 97 яугиры һәм офицеры орден һәм миҙалдар менән билдәләнә. Тик, ни эшләптер, комдив был юлы наградаһыҙ ҡалдырыла. Уңайһыҙ хәлдән сығыу өсөн командование полковник Шайморатовтың Ленин орденына лайыҡлы булыуы хаҡында награда ҡағыҙын тултырып, оборона наркоматына ебәрә. Әммә комдивҡа был награда бирелмәй. Награда ҡағыҙының алғы битенең һул яҡ мөйөшөнә зәңгәр ҡара менән "Кр.Звезда" тип яҙылған, имза ҡуйылған, уның аҫтында датаһы ла күрһәтелгән - 8.8.42. Тимәк, был 1942 йылдың 8 авгусы була. Әммә ул саҡта оборона наркоматы ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул итмәй әле. Генерал-майор дәрәжәһендә булған комдив Шайморатовты ошо орден менән наградлау тураһындағы документ 1943 йылдың 14 февралендә, уның һәләк булыуына ни бары 9 көн ҡалғас ҡына раҫлана. М.М. Шайморатовтың ана шул "Ҡыҙыл Йондоҙ" орденын, архив документтарының күсермәһе менән бергә, 2016 йылда ғына Башҡортостанға алып ҡайттылар. Шулай ҙа мәшһүр комдивтың ҡаһарманлыҡ йондоҙоноң әлеге орден йондоҙонан күпкә сағыуыраҡ булыуы барыбыҙға ла күптән билдәле бит инде.

Үлем менән яуланған үлемһеҙлек

1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылына яһалған рейдтың һуңғы көнөндә, Шайморатовты өнәп бөтмәгән, уны үҙенең конкуренты итеп күргән иҫерек комкор Борисовтың күрәләтә хаталы, хәрби яҡтан бер нисек тә нигеҙләнмәгән бойороғо арҡаһында юғары хәрби әҙерлекле, ҙур тәжрибәле башҡорт генералы үҙ яугирҙарын, разведка яһау мөмкинлеге бирелмәгәс, фашистар биләгән позицияларға табан йүнәлтергә мәжбүр була. Ни өсөн ул үҙе алдан төшкән һуң? Бында уның дошман тылындағы рейдта йоҡоһоҙ-ниһеҙ йөрөп, ал-ялһыҙ барған алыштарҙа ныҡ арығанлығын да, комкор М.Д. Борисовтың башҡалар алдында уға екеренеүен, уҫал янауын да, уның тупаҫ бойороғон үтәргә мәжбүр ителеүен дә иҫәпкә алыу кәрәктер. Минеңсә, Миңлеғәли Шайморатов алдан эшләнмәгән разведканы үҙе башҡарған, дошман утын иң беренсе үҙенә алған. Һуғыш һуғыш инде, унда үлемдән бер кем дә ҡурсаланмаған, әммә башҡорт генералы үҙ тәне менән арттараҡ килгән яугирҙарын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған.
Генералыбыҙҙың ҡаһармандарса һәләк булыуы хаҡында быға тиклем дә күп яҙылды, бик күп шаһиттарҙың аңлатмалары, хәтирәләре баҫылып сыҡты, 1948 йылда БАССР Хөкүмәте тарафынан генерал һәләк булған ергә (Ворошиловоград өлкәһенең Иваново районы Штеровка ауылына) ебәрелгән махсус комиссияның һығымталары лә билдәле булды. Тап шул саҡта генералдың үлеме менән бәйле күп һорауҙарға яуап табыла, элегерәк уның яҙмышы менән бәйле билдәһеҙлек юҡҡа сығарыла. Эксгумация һәм медицина экспертизаһы уҙғарғандан һуң М.М. Шайморатовтың кәүҙәһе Петровское ҡасабаһындағы хәрби часть территорияһында, уның хөрмәтенә тейешле хәрби йолалар башҡарылып, ҡайтанан ерләнә.

Тарихи дөрөҫлөкмө, әллә уйҙырмамы?

Ҡыҙғанысҡа күрә, бәғзе бер замандаштарыбыҙ, арзан сенсация артынан ҡыуып, комдив Шайморатовтың фашистар тарафынан әсир ителеп, немецтарға хеҙмәт иткән карателдәр ҡулына тапшырылыуы, вәхшиҙәрсә язалап үлтерелеүе хаҡында уйҙырмаға ҡоролған мәғлүмәт тарата башланы. 2012 йылдың 18 мартында "РБ 21 век" сайтында В. Мырҙагәрәевтың "Генерал Шайморатовтың һәләк булыуы. Билдәле булмаған сығанаҡтар" тигән мәҡәләһе донъя күрҙе, уны бәғзе бер йәшерәк ғалимдарыбыҙ хуплап сыҡты. В. Мырҙагәрәев Украинаның Глухов педуниверситеты музейы хеҙмәткәре, тарихсы А.А. Масловтың АҠШ-та һәм Украинала баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәренә таяна. Әйтергә кәрәк, А.А. Маслов яҙмаларында генерал М.М. Шайморатовтың фажиғәле үлеменә бәйле материалдар ысынбарлыҡты уйҙырма-инсинуациялар менән бутап биреү форматында бирелгән. Ошондай һығымта яһар өсөн тейешле ерлек бармы һуң? Әлбиттә, бар.
Беренсенән, А.А. Маслов Шайморатов Беренсе Юлино хуторы янындағы бәрелештә ауыр яраланып, немецтар һәм улар яғында һуғышҡан Дон казактары тарафынан әсирлеккә алынды, тип раҫлай. Ысынбарлыҡта Шайморатов Беренсе Юлино хуторы янында түгел, ә Штеровка ауылынан саҡрым ярым ерҙә, Романов һыҙаһында (балкаһында) дошман засадаһына юлыға. Беренсе Юлино хуторында иһә комкор Борисов, бер ниндәй разведкаһыҙ, яугирҙарҙың арыуҙан аяҡтарында көс-хәлгә тороуҙарына ҡарамаҫтан, кисекмәҫтән Мало-Николаевка һәм Ивановка йүнәлешендә алға барыуҙы талап итә. Комдив Шайморатов, яугирҙарын подполковник Г.Е. Фондеранцев һәм полковник И.И. Голенев етәкселегендә ике колоннаға бүлеп, ҡуҙғалырға бойороҡ бирә, үҙе бер төркөм штаб офицерҙары һәм һаҡсы взводы яугирҙары менән алға, Штеровка ауылына табан йүнәлә. Бынан фронт һыҙығы үткән Мало-Николаевка ауылына ни барыһы 5-6 саҡрым ғына ҡалған була. Әйтергә кәрәк, ошо ваҡытта Романов һыҙаһының тәрән ҡар менән ҡапланған асыҡ яланында генерал-майор С.И. Дудко ла, комкор М.Д. Борисов та булмай, улар, арттараҡ ҡалып, икенсерәк йүнәлештә бара. Был саҡта Петровское заводы ҡасабаһы ла, Штеровка ауылы ла немецтар ҡулында була. Романов һыҙаһының Штеровкаға ҡараған төньяҡ яғы ваҡ ағаслыҡ, ҡыуаҡтар менән ҡапланған, 40-60 метр бейеклегендәге таш ҡаялы һырттан ғибәрәт. Шәхсән үҙем ике тапҡыр ошо ҡаялы ҡалҡыу урынға килеп, уның ситендә торғаным булды, немецтарҙың засадаһы тап ошонда булған. Бынан беҙҙең яугирҙарыбыҙ ҡар ярып барған асыҡ ялан ус аяһындағылай күренеп тора. Ошондай хәлдә засадаға эләккәндәрҙең иҫән-һау ҡотола алыуына хәрби эште аҙ ғына булһа ла белгән кеше һис ышанмаясаҡ.
А.А. Маслов ауыр яраланған комдивты һатлыҡ Дон казактары ҡулына эләккән, тип яҙа. Был туҙға яҙмаған хәл: 5-6 саҡрым ерҙә фронт һыҙығы үтә, дошман тылында 7-се кавалерия корпусы өҙлөкһөҙ һуғыш алып бара, бында фашистарҙың карателдәр менән бергә һуғыш хәрәкәттәре алып барыуына һис ышанырлыҡ түгел. Ошо тиңһеҙ алыштарҙа ҡатнашып, иҫән ҡалған яугирҙарҙың, командирҙарҙың береһе лә ниндәйҙер билдәһеҙ карателдәрҙе осратыуы, улар менән һуғышып йөрөүе хаҡында бер ни ҙә һөйләмәй бит!
Икенсенән, Маслов әфәнде яҙғанса, фашистар яралы генералды шунда уҡ карателдәр ҡулына тапшыра. Был бөтөнләйе менән немец офицерҙарының фронт ҡағиҙәләренә, инструкцияларына тап килмәй. Әсир алынған генералдар, яралы булған хәлдә лә, атып үлтерелмәй, улар һаҡ аҫтында немецтарҙың ҡыр госпиталдәренә алып кителә. Шул уҡ яралы комкор Борисовты немецтар бер ҙә карателдәр ҡулына тапшырмай бит. Ҡыҙыл Армияның әсирлеккә эләккән генералдарының исем-шәрифтәре кисекмәҫтән Берлинға ебәрелә, улар махсус баҫмала иғлан ителә, пропаганда алып барыу маҡсатында файҙаланыла.
Өсөнсөнән, Масловтың уйҙырмаларында карателдәрҙең Шайморатовты Штеровка ауылының бер өйөнә индереп һалып, уны язалап үлтереүе, шунан һуң уның адъютантының һәм әсир алынған кавалеристарҙың комдивты ат һарайында ерләүе хаҡында тәфсирләп тороп бәйән ителә. Йәнәһе, яҡын тирәлә туҡтауһыҙ атыш барған, пулялар һыҙғырып осоп торған, шуға командирҙы башҡа ерҙә ерләй алмағандар икән. Үәт, исмаһам, әкиәт! Теге карателдәр был саҡта ни эшләне икән һуң, генералды язалағас, уның адъютант офицерын да шундай уҡ яҙмыш көтөргә тейеш ине лә баһа. Имеш, һуғыштан һуң ошо өйҙөң хужабикәһе лә, тере ҡалған адъютант та ошоларҙы раҫлап, аңлатма биргән. Хужабикәнең дә, адъютанттың да исемдәре аталмай! Сәбәбе бер - былар тик уйҙырма ғына.
Дүртенсенән, Маслов һәм уның версияһын яҡлаусылар Башҡортостандан Штеровка ауылына килгән махсус комиссияны бер ниндәй дәлилһеҙ яуапһыҙлыҡта, хатта аңлы рәүештә фальсификацияға барыуҙа ғәйепләй, икенсе бер генерал С.И. Дудконы М.М. Шайморатов итеп күрһәттеләр, тип саң ҡаға. Ә комкор Борисовтың урынбаҫары булған С.И. Дудконың икенсе бер билдәһеҙ полковник менән бергә Икенсе Юлино хуторы янында ерләнеп, артабан ошо урын һөрөнтө ергә әйләндерелеп, әлеге ҡәберҙең юғалыуы хаҡында ла мәғлүмәт булыуы ни өсөндөр сенсация авторҙарының иғтибарынан ситтә ҡала.

Беҙ ҡапсыҡта ятмай ул

Комдив Шайморатовҡа арналған "Генерал" исемле документаль фильм авторы Радик Ҡоҙаяров та Маслов версияһын хуплай, тик уныңса, үлтерелгән комдивтың кәүҙәһе ҡойоға ташлана һәм ул әле лә "Дон далаһындағы" ҡойо төбөндә ята икән. Р. Ҡоҙаяров АҠШ-та һәм Германияла табылған ниндәйҙер яңы материалдарға, вермахт архивы документтарына һылтана, әммә уларҙың күсермәләре күрһәтелмәй.Ошо режиссер тырышлығы менән, йәнәһе, дәүләт сере итеп иҫәпләнгән тиҫтәләрсә архив материалдары асыҡ, тип иғлан ителә. Баҡтиһәң, хатта Украина гражданы Масловҡа ла Рәсәй оборона министрлығы архивындағы әле бер кем дә күрмәгән-уҡымаған документтар билдәле булған икән дә баһа! Әммә улар ҙа Ҡоҙаяров фильмында күрһәтелмәй. Маслов-Ҡоҙаяров һәм Ко компанияһы, һис бер тартыныуһыҙ, Рәсәй властары М.М. Шайморатовтың Дон казактары тарафынан үлтерелеүен әлегә тиклем халыҡтан йәшерергә тырыша, тип һығымта яһап та ҡуя. Тик улар халҡыбыҙҙың бер фәһемле мәҡәлен белмәй: "Беҙ ҡапсыҡта ятмай". Әгәр ошо "объектив тикшеренеүселәр" күтәреп сыҡҡан "тарихи дөрөҫлөк" хаҡ булһа, ул Донбаста ла күптән билдәле булыр ине. Бындай әҙәмдәр кем тирмәненә һыу ҡойғандарын үҙҙәре лә аңлап бөтмәй, ахыры.
Шайморатовсылар эҙе юйылмаҫ
Яҙмам аҙағында бәғзе ғалимдарыбыҙҙың А.А. Масловты күккә күтәреп маҡтағанына, хатта башҡорт халҡы исеменән уға рәхмәт хаттары ебәреү хаҡында һүҙ сурытҡандарына яуап итеп, ошо украин ғалимының күрәләтә алдашыуын фашлаған бер фактты күрһәтеп китәм.
А.А. Маслов, иғтибар итегеҙ, "60-сы йылдар башында" ике профессор һәм ике полковник составында БАССР Хөкүмәте комиссияһының М.М. Шайморатовтың ҡәберен эҙләп табыр өсөн Украинаның Штеровка ауылына килеүе тураһында яҙа. Йәнәһе, тап улар Романов балкаһындағы ҡаяға "Здесь похоронен генерал М.М. Шайморатов", тип яҙып ҡалдырған икән. Масловтың фальсификацияһына ярашлы, әлеге комиссия бер нисә йылдан һуң ғына Штеровкаға яңынан килеп, билдәһеҙ генералдың ҡәберен асып, уның һөйәктәрен рейдтан сыҡҡан саҡта һәләк булған кавалеристарҙың Петровское ҡалаһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләп ҡайта. Былар барыһы ла бары ҡоро уйҙырмаға ҡоролған, ә ысынбарлыҡта булған хәл-ваҡиғалар тиҫтәләрсә тарихи документтарҙа, шул иҫәптән яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт кавдивизияһының политбүлек начальнигы урынбаҫары С.Р. Ҡадировтың "Урал бөркөтө" исемле китабында ла асыҡ сағылдырылған. Ысынында, С.Р. Ҡадиров етәкләгән комиссия суд-медицина эксперты, профессор В.Г. Кузнецов, ТАСС-тың Башҡорт дивизияһындағы фотохәбәрсеһе Л.И. Яҡупов, дивизия политбүлеге хеҙмәткәре, журналист К.Х. Ғәбитов составында Штеровкала 1948 йылдың көҙөндә була. Ә Романов балкаһындағы ҡаяға яҙылған "Здесь 23. II. 43 г героически погиб генерал Шаймуратов" тигән һүҙҙәр 1948 йылдың йәйендә Рәми Ғарипов һәм уның класташы Рифғәт Алғушаев тарафынан ташҡа соҡоп яҙылған. Ошо хаҡта шағир үҙенең көндәлектәрендә бына нисек яҙып ҡалдыра: "Здесь" һәм "23. II. 1943 г" тигәнде - мин , "героически"ҙе Рифғәт яҙҙы. Мин тағы "погиб генерал"ды өҫтәнем. Ләкин күп тә үтмәне, беҙҙең тешәүестәр үтмәҫләнде. Беҙ бер генә тешәүес менән алмашлап яҙырға тотондоҡ. Мин сүкегәндә Рифғәт ҡая башына ултырып, ошо шиғырҙы яҙҙы:
Юйылмаҫ эҙ
Ташҡа уйып, ҡая күкрәгенә
Шайморатов исеме яҙылған.
Йылдар үтер
Бәлки, ошо ҡая
Емерелер яҙғы һыуҙарҙан.
Уның данын мәңге юя алмаҫ
Көслө ямғыр, ыжғыр елдәр ҙә..."

Шулай итеп...
Эйе, ошо ваҡиғаларҙан һуң күп йылдар үтте, заманалар үҙгәрҙе. "Батыр үҙе үлһә лә, данлы исеме ҡала", тиҙәр халыҡта. Туған Башҡортостаныбыҙҙа ла, алыҫ Донбасс ерендә лә генерал Шайморатовтың исеме берҙәй ҡәҙерләп иҫкә алына. Яҙҙар еткән һайын Петровское ҡалаһының урындағы халыҡ генерал Шаймортов майҙаны тип атап йөрөткән иҫтәлекле урынындағы туғандар ҡәберлеге аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. 2016 йылдың 23 апреле. Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһында, халыҡ менән шығырым тулы мәҙәниәт һарайында, ҡаланың 22-се урта мәктәбенә генерал-майор М.М. Шайморатов исеме бирелеүгә арналған тантаналы кисә бара. Башҡортостан йәмәғәтселеге исеменән алып килгән бүләгемде мәктәп директоры Гөлназ Сероваға тапшырғас, ҡотлау һүҙҙәремә ҡушып, ошолай тигәйнем: "Башҡортостан, башҡорт халҡы менән Дон казактары араһындағы дуҫлыҡ, теләктәшлек Ватаныбыҙ азатлығы өсөн йәндәрен аямаған меңәрләгән батырҙарыбыҙҙың изге ҡандары менән нығытылған. Ҡаһарман генерал Миңлеғәли Шаймуратовтың йондоҙо, күңел күктәребеҙҙе яҡтыртып, мәңге балҡып торасаҡ!"

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.09.19 | Ҡаралған: 797

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru