«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӨРӨҪМӨ БАЛАНЫ ҠЫРҠ ЕРҘӘН ТЫЙЫУ?
+  - 



Баланы тәрбиәләүҙә тыйыу алымы йыш ҡулланыла. Ҡулланыла һәм төрлө белгестәр араһында төрлө фекерҙәр, бәхәстәр тыуҙыра. Кемдер тыйыу - тәрбиә нигеҙе, тип уйлаһа, кемеһелер тыйыу - бөгөнгө заман балаларына бөтөнләй тап килмәгән алым, тигән уйҙа. Ғөмүмән, тыйыу ниндәй характерҙа булырға тейеш? Тыйып ҡына баланы тәрбиәләп буламы? Ошо һорауҙарға педагог-ғалимдарҙың яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.

"Ярамай" һүҙе... ярамай


Баланы тыйған хәлдә лә, ата-әсә был алымды уйлап ҡына, урынлы итеп ҡулланһын ине, тип кәңәш бирге килә. Һәр бер тыйыу нигеҙле булырға тейеш. Ни өсөн теге йәки был эште башҡарыу ярамай икәнен ата-әсәләр тыныс ҡына, әммә ышандырырлыҡ итеп аңлатырға бурыслы. Әгәр ҙә балаңды тыяһың икән, "ярамай" һүҙен мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланыу зарур. Мәҫәлән, Японияла биш йәшкә тиклем баланы бер нәмәнән дә тыймайҙар. Бала изге йән булараҡ ҡабул ителә. "Ярамай" һүҙен нимә менән алыштырырға мөмкин һуң? Ундай һүҙҙәр бихисап. Ата-әсәләр бары тик балаһына яҡшы тәрбиә бирергә әҙер генә булһын. "Теге йәки был эште эшләгән кеше матур булмай", - тип әйтеү ауыр түгел бит. Тыйылған емеш иһә һәр саҡ татлы, ылыҡтырғыс була. Баланың "ярамай" тигәнде ишетеп тә, эш боҙған саҡтары бар. Сөнки ул рөхсәт ителмәгән нәмәнең ни өсөн тыйылғанын аңламай. Ошо тәңгәлдә миҫал килтереп китеү мөһим. Балалар йыш ҡына электр приборҙары менән ҡыҙығыусан. Һуңғылары иһә, үҙ сиратында баланың һаулығын, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Балаға яйлап ҡына ниңә улар менән уйнау хәүефле икәнен аңлатҡандан һуң, эҫе үтеккә берәй тамсы һыу тамыҙып ҡарау файҙалы буласаҡ. Йәғни һүҙ менән түгел, миҫал, эксперимент менән ярамай икәнлеген аңлатырға кәрәк.

Хаталар өҫтөндә эш

Ата-әсәләрҙең төп хатаһы шунан ғибәрәт: улар баланы тыйғанда ҡурҡытыу алымы ҡуллана. Мәҫәлән, эт янына барып ҡарап торған балаһын күреп ҡалған әсә ҡурҡып ҡысҡырып ебәрә һәм тауышы менән сабыйын да ҡурҡыуға ҡалдыра. Һөҙөмтәлә, психикаһы боҙолған бала агрессияға бирелә, психик ауырыуҙар алдында көсһөҙ була. Ата-әсәһенең иғтибары етмәгән бала юрый эш боҙған булып ҡылана. Халыҡ педагогикаһы баланы иртә йәштән тәрбиәләп үҫтерергә өйрәтә. Япония мәҙәниәтендә баланы әсә ҡарынында уҡ тәрбиәләү тигән күренеш киң таралған. Ата-әсә баланы тыумаҫ борон уҡ яратырға өйрәнә, уның киләсәген хәстәрләй. Шулай итеп, үҙ-ара ныҡлы психологик бәйләнеш булдырыла.
Бала ата-әсәһе нимәнәндер тыйғанда, хәстәрлекле ҡараш тойорға тейеш. Тыйыу алымы мотлаҡ рәүештә йомшаҡ булһын. Мәҫәлән, йыш ҡына ниндәйҙер ауырыу менән сирләгән балаға табиптар ҡушыуы буйынса шәкәр ашарға ярамай. Әммә шәкәр тәмен татымаған бала үҙен башҡалар араһында мәхрүм тоя, кәмһенә. Күңелендә көнләшеү, үпкә хистәре яралыуы мөмкин. Шуға күрә ундай бала, исмаһам, бер тапҡыр булһа ла семтемдәй генә шәкәр киҫәген тәмләп ҡарарға тейеш.

Алтын урталыҡ

Тик тыйыуҙар аша ғына тәрбиәләнгән баланың киләсәктә үтә ҡырыҫ холоҡло, агрессив, психик яҡтан тотороҡһоҙ, йә, киреһенсә, йомшаҡ характерлы, үҙ фекере булмаған, кеше менән аралашыуҙан ҡурҡҡан мәмәй булып үҫеүе бар. Шулай уҡ ауылда, мәҫәлән, ата-әсәһенең ҡаты тыйыуы аҫтында үҫкән бала, ҡалаға килеп, үҙен сылбырҙан ысҡынған эт кеүек тотоуы мөмкин. Тәү сиратта бала күңеленә рух таҙалығы, әхлаҡи тәртип нигеҙе һалыу зарур. Баланың рухи үҙәге ныҡ булһа, бер ниндәй ҙә ҡаты тыйыуҙар, баҫыуҙар кәрәк булмаясаҡ. Бары тик ата-әсәнең иғтибары һәм иҫкәртеүҙәре генә етер. Шулай итеп, тыйыу аңлайышлы, әҙәпле һәм йомшаҡ булырға тейеш. Баланы шәхес итеп ҡабул итеү мөһим.

Заман балаһы бит

Хәҙерге заман балалары бик аҡыллы һәм ҡыҙыҡһыныусан. Уларҙы тыйыу мөмкин дә түгел һымаҡ. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына беҙгә өс йәшлек малай ҡунаҡҡа килде. Ксерокс янында уралып йөрөгәнен күреп, һаҡ ҡына иҫкәртеү яһарға булдым. "Был тәтәйҙе тейергә ярамай. Уның менән ҙур ағай-апайҙар ғына уйнай", - тинем мин барыһын да уйынға ҡороп. Өс йәшлек малай миңә күҙҙәрен тултырып аптырап ҡарап торҙо ла, мине шаҡ ҡатырғансы әйтте лә һалды: "Тәтәй түгел, ксерокс бит был!" Шуға күрә, ундай аҡыллы ла, үҫеше буйынса алда барған баланы тыйғанда ла һаҡлыҡ кәрәк. Йәнә шул: нимәнән булһа ла тыйғанда беҙ балалар янында булырға тейешбеҙ. Йәғни ата-әсәләргә бындай ситуацияла балалары менән бер яҫылыҡта, позицияла булыу зарур. Балаларҙың ҡулынан тартып алға әйҙәү түгел, ә теләһә ниндәй осраҡта ла янында барыу дөрөҫ булыр. Әгәр ҙә бала яңылыш юлдан китте икән, уны тыйырға түгел, ә аңлатыу, миҫал килтереү алымы ярҙамында эш итеү, тура юлға баҫтырыу кәрәк. Тәрбиәләү нигеҙе шунда, минеңсә.

Ғорурлыҡ бәләһе

Башҡорттарҙа балаларҙы тыйыу тигән нәмә бар. "Быны былайтма, тегене тегеләйтмә", тибеҙ ҙә баланы үтә тәртипле, үтә тыңлаусан, үтә аҡыллы итеп тәрбиәләйбеҙ. Һуңынан ул балаларыбыҙ башҡалар терһәктәре менән этешеп, алға ынтылғанда, әҙәпле генә итеп сираттың иң осона барып баҫа. Теләгәнен аламы ул, юҡмы? Әҙәплелек, баҫылғанлыҡ ҡына билдәһеме икән ул? Улай түгелдер, минеңсә. Үтә лә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо беҙгә алға барырға, берәй нәмәң юҡ икән, кешенән һорарға рөхсәт итмәй. Дәрәжәне генә белеп, һәүетемсә генә эшләп йөрөгән, хәбәр һөйләгән башҡорт рөхсәте булмаған, тыйылған нәмәне ҡурҡаҡлыҡ арҡаһында түгел, ғорурлығы арҡаһында башҡармаясаҡ. Сөнки баш эйеп, нимәнелер һорап, үтенеп йөрөү башҡорттарҙың холҡонда бөтөнләй юҡ. Шулай итеп, бында тәрбиә генә түгел, халыҡтың менталитеты ла ҙур йоғонто яһай. Әлбиттә, әгәр ҙә беҙ балаларыбыҙҙа көслө ихтыяр, үҙ-үҙеңә талапсанлыҡ тәрбиәләйбеҙ икән, менталитетты ла ипләп кенә заманға яраҡлаштырып була.

Язаға... тарттырма!

Тыйыу алымы баланы яуапҡа тарттырыу менән оҙатылып килә икән, был ата-әсәнең көсһөҙлөгө тураһында һөйләй. Бала физик язаға ҡарағанда, психологик язаны күпкә ауырыраҡ кисерә. "Һин тыңламағас, мин һине яратмайым", тигән ата-әсә, балаһын һөйөүҙән мәхрүм итеү менән ҡурҡытып, сабыйына ни тиклем ауыр психологик яра һалыуын аңламай. Балағыҙ менән бер ни тиклем һөйләшмәй тороу ҙа баланың өҙгөләнеүенә, борсолоуына килтерә. Ә бала "Һеҙ мине яратмағас, мин насар булып ҡалам", тип уйлаһа, нишләрһегеҙ? Язаға тарттырыу алымы ата-әсәләр өсөн бөтөнләй көтөлмәгән һөҙөмтә килтереүе лә бар бит...

Ниңә тыям?

Тәү сиратта ата-әсәләр үҙҙәренә "Ә ниңә мин баламды тыям? Әгәр ҙә мин тыям икән, уны ниндәй маҡсаттан сығып эшләйем?" тигән һорауҙар бирергә тейеш. Балалар үҙҙәренең асылы менән бик аҡыллы, һиҙгер йән эйәләре. Бәлки, сабыйығыҙҙы тәрбиәләү өсөн икенсе алымдар ҡулланып ҡарарғалыр? Ата-әсәләр иң тәүҙә баланың шәхесен рух менән ҡабул итергә тейеш.
Һәр бер мәсьәләлә алтын урталыҡ булырға тейеш. Ҡайсаҡ ата-әсәләр үҙҙәре үк балаларын артыҡ иркәләтеп ташлай. Боронғолар "Балаңды үҙеңдән түргә ултыртма, үҙеңдән татлыраҡ ашатма", тип әйтеп ҡалдырған. Бала һеҙҙе баштан уҡ ихтирам итергә, һаҡларға өйрәнергә тейеш. Мәҫәлән, йыш ҡына автобустарҙа шундай күренешкә шаһит булабыҙ: балаһын ултыртып, ата-әсә баҫып килә. Бала иһә сабый сағынан уҡ өлкәндәрҙе ихтирам итергә, кеселекле булырға өйрәнергә тейеш. Ата-әсәләр балалары менән һөйләшергә, теге йәки был мәсьәләне аңлатып бирергә тартынмаһын ине.

Йәйен ни эшләйҙәр?

Йәй осоро - балалар өсөн иң хәүефле, көсөргәнешле мәл. Был айҙарҙа балаларҙың, мәктәпкә йөрөмәгәнлектән, буш ваҡыттары күп һәм улар уны төрлө уйындар, сәйәхәттәр менән тултырырға тырыша. Иң хәтәре - ата-әсәләре эштә, йәки баҡса менән мәшғүл саҡта, балалар урам йоғонтоһона нығыраҡ бирелә, насар төркөм менән дуҫлашып алып, боҙолоп, тәртипһеҙләнеп китеү ихтималлығы арта. Шуға күрә, йәйге каникулдар башланмаҫ элек, бала менән алдан һөйләшеүҙәр үткәреү фарыз. Мәҫәлән, бәләкәй һәм урта йәштәрҙәге балалар менән күмәкләп йәй мәлендә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен төҙөп ҡуйырға мөмкин. Әгәр бала был процеста әүҙем ҡатнашһа, тағы ла һәйбәтерәк. Иҫендә лә ҡала, уның тарафынан тыйыу булараҡ та ҡабул ителмәй. Йәки бала менән һөйләшкәндә ошондай алым ҡулланыу уның күңелендә ризаһыҙлыҡ хисе тыуҙырмаҫ: "Һиңә беҙ эштә ваҡытта йәнең ни теләй, бөтәһен дә эшләргә ярай. Тик йылғала яңғыҙыңа һыу инеү, сит кешеләрҙе фатирға ҡунаҡҡа саҡырыу, шырпы менән уйнау һ.б. дөрөҫ түгел".

Баланы тыйып тәрбиәләү алымына ҡарата мөнәсәбәтегеҙ нисек? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек:

Гөлниса ҒӘЛИМОВА, ике бала әсәһе: Бала нимә эшләргә ярай, нимә ярамай икәнлеген бәләкәй генә сағынан уҡ белеп үҫергә тейеш, тигән фекерҙәмен. Баланың характеры өс йәшкә тиклем үк формалаша. Шунлыҡтан, баланы сабый сағынан уҡ тыйып тәрбиәләү мөһим. Мин балаларымды, мәҫәлән, бик кес кенә саҡтан уҡ ихатала уйнауҙан тыйҙым. Сөнки ҡала ерендә баланы урам тәрбиәһе йоғонтоһонда ҡалдырыу ни тиклем емергес көскә эйә икәнен мин белә инем. Улар һәр ваҡыт минең күҙ уңымда булды. Шуғалырмы, балаларым күҙ ҡарашымдан уҡ минең нимәнелер хуплау-хупламауымды тойоп, ни әйтергә теләүемде белеп торҙо. Тыйыу тигән нәмә ата-әсәнең һүҙендә генә түгел, күҙ ҡарашында ла булырға тейеш. Тәрбиәнең иң юғары нөктәһе булған был күренеш һуңынан ғәҙәткә инеп китә, хатта балаға нимәнәндер тыйыл тип әйтеү ҙә кәрәкмәй. Мин үҙем дә әсәйемдең күҙ ҡарашынан тыйылып үҫтем.

Миләүшә ҒАЙСИНА, студент: Ҡаты тыйыуға ҡырҡа ҡаршымын. Сөнки бала баҫыла һәм үҫә килә үҙенең теләгенә өлгәшә алмай, ата-әсәһенең ҡушҡанын ғына үтәүсегә әйләнә. Ә бына урыҫтарҙа, йәһүдтәрҙә ундай күренеш юҡ: улар бармаҡ башындай балаларының да һүҙенә ҡолаҡ һалып, уларҙы оло кеше, шәхес итеп ҡарай. Шунлыҡтан, бала үҙен ҡыйыу тота һәм юғары маҡсаттарға ирешеү мөмкинлектәре күберәк була. Ғөмүмән, балаға шәхес итеп ҡарау кәрәк. Әгәр ҙә мине тыймаһалар, мин күп нәмәләргә өлгәшер инем, тип уйлайым. Үҙемдә юғары потенциал булғанын һәр ваҡыт тойҙом. Әммә тыйылған балала үҙ-үҙеңә ышанмау кеүек комплекстар тыуа.

Гөлсинә КИРӘЕВА, мәҙәниәт хеҙмәткәре: Мине әсәй-атайым бер ҡасан да бер нәмәнән дә тыйманы. Бишенсе синыфта уҡ апайҙарыма эйәреп, клубҡа сығып йөрөнөм. Әсәйем сығарып ебәргәндә "Матур йөрөгөҙ" тип кенә әйтә ине. Студент мәлдәрендә лә тыйыу тигән нәмә булманы. Мин нимә теләйем, шуны һайлайым, тип иҫәпләй әсәйем. Әсәйемдең миңә ҡарата шундай мөнәсәбәте үҙ-үҙемә яуаплылыҡты арттырҙы. Уның ышанысына яуап биреү өсөн, әлбиттә, мин хәҙер үҙ-үҙемде күп нәмәләрҙән тыйырға тырышам.

Әлфис ҒӘЛИМУЛЛИН, юрист: Кешелек йәмғиәте булған ерҙә тыйыу һәр ваҡыт буласаҡ. Баланы тыймаһаң, тәртипһеҙлектәр буласаҡ, тигән фекер бар. Тыйыуға барып еткән баланың ата-әсәһе кем һуң? Кеше менән идара итеү өсөн дә тыйыу алымын ҡулланыу осраҡтары булыуы мөмкин. Ә кешенең тәбиғәте шундай: уны тыялар, ә ул киреһен эшләй - ҡыҙыҡ күреп тә, кирелеге арҡаһында ла. Тәбиғәттән, тимәк, тыйыу кеше өсөн хас түгел.
Ата-әсә үҙенең балаһын ни өсөн тыя? Улар быға хоҡуғы бар, тип уйлай. Йәнә улар балаһының киләсәге өсөн ҡурҡа. Әгәр ошо ҡурҡыу тойғоһо булмаһа, тыйыу ҙа булмаҫ ине. Ҡасандыр ныҡ тыйылған кеше һуңынан икеләтә арттырып киләһе быуынды тыя. Тыйыуҙы иректе сикләү, тип аңларға мөмкин. Ә беҙҙә тыйыу баланы киләсәктә бәхетле, тәртипле итә, тигән яңылыш фекер йөрөй. Тәртип иһә үҙе үк ҡанун, ҡалыпҡа һалыусы. Бала тыйылмаған хәлдә лә яҡшы-яманды айыра белә. Иң мөһиме - ирекле булһын. Балаға һөйөүҙән башҡа бер ни ҙә биреп булмай. Ата-әсә балаһын ни тиклем ярата, шул тиклем әҙерәк тыялыр һымаҡ. Баланы тыйыу биләүҙәргә төрөп, сәңгелдәккә һалғанда уҡ башлана. Балаларға йомшағыраҡ булығыҙ - ул ирекле, бәхетле булып үҫһен. Әммә мин көндәлек тыйыуҙарға ҡаршы түгелмен: мәҫәлән, бысраҡ йөрөмә, шырпы менән уйнама һ.б. Ләкин әхлаҡи тыйыу кеше күңеленә һорауһыҙ үтеп инеү менән бер ул.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Тыйыу алымы - тәрбиә өлкәһендәге иң сетерекле һәм үҙенсәлекле күренеш. Белгестәр фекеренсә, иң мөһиме - баланың шәхесен таныу, уның рухын ихтирам итеү, күңелен уйлау. Йәнә шул: тәрбиәле ата-әсә үҙенең миҫалында ла аҡыллы, тәртипле бала үҫтерә ала. Ә шулай ҙа, был тәрбиә алымы тураһында һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле ата-әсәләр? Яуаптар көтәбеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.19 | Ҡаралған: 548

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru