«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАТШАЛАРҒА БАШ ЭЙМӘГӘН ӘЙЛЕЛӘРБЕҘ!
+  - 



Шул уҡ ваҡытта уртаҡ этник сығышлы тип иҫәпләнгән төп әйле, тырнаҡлы, ҡаратаулы, һарт-әйле, шулай уҡ мырҙаларҙың боронғо риүәйәттәре бер үк тип әйтерлек сюжетҡа ҡоролған: улар үҙҙәренең ата-бабаларын Уралға Һырдаръя йылғаһы буйҙарынан, Бохараға яҡын Башҡорт тауҙары янынан килгән, тип иҫәпләй. Сюжет айырымлыҡтары ошо боронғо төйәктәрен ни рәүешле ташлап китеүҙәренә генә бәйле: йә улар юғалған һарыҡ көтөүен эҙләп китә, йә булмаһа мөгөҙлө айғыр эйәртеп алып киткән йылҡылары эҙенән килеп, Уралға барып сыға икән. Мәҫәлән, мырҙалар ырыуында яҙылып алынған сюжетта бына ошолар бәйән ителә: "Борон беҙ Һырдаръя башҡорттары тип атала инек. Ата-бабаларыбыҙ Һыр ярындағы Ҡәйеп тигән ерҙә йәшәгән. Бай бабаларыбыҙҙың береһенең буҙ аты, юртаҡ байталы һәм Ғәҙелбаныу тигән һылыу ҡыҙы юғалған. Өс егет уларҙы эҙләргә сығып киткән. Улар эҙ буйлап оҙаҡ барған һәм Турғаяҡтан алыҫ булмаған ерҙә ҡыҙҙы тапҡан. Аттарҙың эҙе Уралға табан алып киткән; егеттәр Яйыҡ үрен үтеп китеп, Әй йылғаһына килеп сыҡҡан. Бындағы тәбиғәттең - ҡуйы урмандарҙың, йылғаларҙың, үҙәндәрҙең матурлығы һәм байлығы уларҙың хушын алған. Был ерҙәрҙә кешеләр булмаған. Егеттәр бер йылғаны Әй, икенсеһен - Үҙән, ә улар араһындағы тауҙы Ҡөҙрәт тау, тип атаған. Улар ҙур булмаған бер йылға буйында ике атты ла таба һәм Һырдаръя буйына ҡайтып китә. Егеттәр үҙҙәре күргән ерҙәр хаҡында һөйләгәс, бөтөн ырыу, барлыҡ Һырдаръя башҡорттары Уралға күсеп китә. Күсеп килгәндәр араһында Мырҙабәк исемле кеше - мырҙаларҙың бабаһы, Имса - тырнаҡлыларҙың бабаһы, уның ир туғаны Тумса - әйлеләрҙең бабаһы була". Күреүебеҙсә, мырҙалар ырыуы вариҫтары үҙҙәрен, әйлеләр кеүек үк, Һырдаръя башҡорттарынан, тип иҫәпләй, тырнаҡлыларҙың әйлеләргә нәҫелдәш булыуын да раҫлай.
Р.Ғ. Кузеев фекеренсә, боронғораҡ осорҙарҙа, атап әйткәндә, VII - IX быуаттарҙа әйлеләрҙең һәм хәҙерге көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ата-бабалары яҡын этник бәйләнештә тороп, Һырдаръя һәм Арал диңгеҙе далаларындағы бәшәнәк-уғыҙ-ҡыпсаҡ союзы ҡәбиләләре составына ингән. Әйле этнонимияһында бохар, һарт, үзбәк, ҡыҙылбаш, төркмән, ҡараҡалпаҡ атамаларының булыуы ла иғтибарға лайыҡ. Әй - ай (әйле) этнонимына үзбәктәрҙең айнлы, Нуратин төркмәндәренең - алты-ата-айтамғалы, төркмән-нохурлиларҙың - айы, ҡырғыҙҙарҙың - ай этник атамалары тап килә. Әй, һарт, таулы (ҡаратаулы), этимгән (этимгән-әйле), көсөк (эткөсөк, ҡаракөсөк), ҡомло (ҡомой), алтмыш (алтмыш ҡолаҡ-әйле), ҡыҙылбаш кеүек уртаҡ этнонимдар әйле башҡорттарының Урта Азия төркиҙәре, уғыҙ-төркмәндәр менән урта быуаттар башында уҡ тығыҙ бәйләнештә йәшәүен дәлилләй. Был боронғо Әйле шәжәрәһендә лә сағылыш тапҡан: "Тоғланыш (Төркөстанда баш булды) - Әфлах (ҡырғыҙҙар бабаһы) - Мәрд - Төркмән - Кинйә (Бохараны буйһондорҙо) - Иштәк (башҡорт ханы булды; Иштәктең улдары күп булды, боронғо тыуған йорто Ғомод даръяһында ине) - уның улдары Тырнаҡлы, Һарт, Бәкәтун (мәжүси булып вафат ине) - Әйле (Миәс үҙәнендә, атаһы илендә, ул үлгәс тә 50 йыл бей булды, 90 йәшендә Миәс үҙәнендә донъя ҡуйҙы".
Фарсы тарихсыһы Рәшит әд-Дин (XIV б.) уғыҙҙарҙың 24 ырыуы булып, Уғыҙ хандың 6 улының исемдәренә ярашлы, Көн, Ай, Йондоҙ, Күк, Тау, Диңгеҙ аймаҡтарына бүленеүе хаҡында яҙа. Төркмән шәжәрәләрендә Айхандың Ҡумы исемле улы ла теркәлгән. Был әйле ырыуының ҡомой-әйле тармағы исеменә тура килә.
Әйлеләрҙең уғыҙ этник мөхитендә формалашыуы ысынбарлыҡҡа тап килгән хәлдә лә, барса әйлеләрҙе лә уғыҙ сығышлы, тип һығымта яһау дөрөҫ булмаҫ ине. Урта Азия ҡәүемдәре Алтай, Етеһыу, Арал буйында көн итеүсе төрлө сығышлы халыҡтар йоғонтоһонан азат булмай. Билдәле тарихи процестар һөҙөмтәһендә был мөхиттә тәүҙәрәк төрки ҡағанаттарында, һуңынан Дәште-Ҡыпсаҡта һәм монголдарҙың Алтын Урҙа дәүләтендә йәшәүсе халыҡтар өҫтөнлөк ала. Әйлеләрҙең ата-бабалары ошо ҡәүемдәр менән дә бәйләнешкә инә. Р.Ғ. Кузеев яҙғанса, әйлеләр ошо мөхиттә фарсы һәм ғәрәптәргә баджгард исеме аҫтында билдәле булған ҡәбиләләр менән тығыҙ аралашып, туғанлашып китә. Әйле башҡорттарының ата-бабалары ошо осорҙа Аралдан төньяҡтараҡ ятҡан далаларҙан Көньяҡ Уралға, Тобол, Уй, Яйыҡ, Миәс йылғалары үҙәндәренә тиклем үтеп инә башлай. Күрәһең, урта быуаттарҙың тәү осоронда төрки халыҡтарының төньяҡ күршеһе булған уғыр ҡәбиләләренең бер өлөшө төркиләшә башлай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уғыр-башҡорт бәйләнештәре мөхитендә уларҙың яңы атамаһы - иштәк этнонимы барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләй. Һәр хәлдә лә, башҡорт мөхитенә иштәк термины әйлеләр аша килеп инә. Тап әйлеләр шәжәрәһендә (шулай уҡ һарттарҙа, тырнаҡлыларҙа) Иштәк хан уларҙың (башҡорттарҙың) тәү бабаһы итеп теркәлә. Әйткәндәй, иштәк этнонимы ҡараҡалпаҡтарҙа (улар составындағы ҡыпсаҡ ырыуының бер бүлеме эстек тип атала), ҡырғыҙҙарҙа (эштек), һуңынаныраҡ Тобол һәм Барабин татарҙары араһында ла осрай.
Ҡырғыҙҙарҙың боронғо "Манас" эпосында геройҙың инәһе яғынан булған ағаһының исеме Иштәк була, ул солто исемле ырыуҙың төп бабаһы, ә ошо ырыу составында ай-туу һәм һарт бүлемдәре лә бар. Солто ырыуының төп тамғаһы ла, әйлеләрҙеке кеүек, ай-тамғанан ғибәрәт. Шулай уҡ боронғо башҡорт ырыуҙарынан һаналған үҫәргәндәр һәм тамъяндарҙы ла башҡа төркиҙәр ошо уҡ иштәк исеме менән атай башлай. Был әйлеләрҙең хәҙерге көньяҡ-көнсығыш башҡорт ырыуҙары менән боронғо тарихи бәйләнештә булыуын раҫлаусы дәлилдер.
Әйлеләрҙең хәҙерге йәшәгән ерҙәрен ҡасаныраҡ төйәк итеүен аныҡ ҡына дата менән билдәләп булмай. Тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеүселәр Хорезм, Ике һыу (Двуречье) менән Урал аръяғында йәшәүсе ҡәүемдәрҙең скиф-сармат дәүеренән үк хужалыҡ һәм этник бәйләнештәре булыуын раҫлай. Төрки сығышлы ҡәүемдәр беҙҙең эраның I мең йыллығы урталарында Арал - Көньяҡ Урал арауығын үҙҙәренең икһеҙ-сикһеҙ көтөүлектәренә әйләндерә алған. Ғәрәп тарихсыһы Әбүл Ғази яҙыуынса, дала халыҡтары йәй айҙарында Яйыҡ үренә тиклем килеп етеп, ҡыштарын Һыр тамағына кире ҡайтып йөрөгән. Археолог Н.А. Мәжитов Көньяҡ Урал ерлегендә табылған, сығышы менән Азия күскенселәренә хас мәҙәни ҡомартҡыларҙың VIII - IX быуаттарға ҡарауын билдәләй. Р.Ғ. Кузеев Арал буйында йәшәүсе этник төркөмдәрҙең көнбайышҡа һәм төньяҡ тарафтарға күмәкләп күсеп китеүен IX - XII быуаттар сигендә билдәләп, быны бәшәнәктәр, уғыҙҙар һәм ҡыпсаҡ ҡәүемдәренең эске һәм тышҡы хәрәкәте менән бәйләй. Нисек булһа ла, әйле төркөмө башҡорттары Урал территорияһына ваҡыты-ваҡыты менән килеп йөрөүҙән уны үҙҙәренең даими йәшәү төйәгенә әйләндереүе монгол яуҙарынан күпкә алдараҡ була.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 39-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.19 | Ҡаралған: 543

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru