«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СУД ҠАРАРЫН ҮТӘГӘНДӘРГӘ ПРИСТАВТАР КИЛМӘЙ
+  - 



Редакцияға уҡыусыларыбыҙҙан банк, һалым, штраф түләүҙәре буйынса төрлө һорауҙар күп килә. Ошо юҫыҡтағы һорауҙарҙы ҡәнәғәтләндереү һәм уҡыусыларыбыҙҙың белем кимәлен киңәйтеү маҡсатында Cуд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы Илнур Әнүәр улы МӘХМҮТОВ менән һөйләштек.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары ябай халыҡ өсөн һәр ваҡыт ниндәйҙер аңлайышһыҙ өлкә булды инде ул. Юридик белемебеҙ етмәү беҙҙе йыш ҡына ошо органдар алдында томана итеп ҡалдыра. Шунлыҡтан, әйҙәгеҙ, баштан уҡ суд приставтарының ниндәй орган һәм ниндәй мәнфәғәттәрҙе күҙәтеүен асыҡлап китәйек?

- Суд приставтары хеҙмәте, иң беренсе сиратта, суд сығарған ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә. Унан һуң, суд барышындағы хәүефһеҙлек өсөн дә яуаплы. Суд залына алып киленгән граждандарҙы оҙатып йөрөү, уларҙың судҡа килеүен талап итеү, суд залындағы тәртипте күҙәтеү хеҙмәтен дә үтәй. Был тәңгәлдә суд приставтарының закон боҙған граждандарҙы мәжбүр итә, көс ҡуллана торған хоҡуғы ла бар. Суд приставтары суд ҡарарын үтәмәүселәргә ҡарата тәүтикшереү, тәфтишселек функцияһын да үтәй. 2017 йылдан алып беҙгә тағы ла бер функция өҫтәлде. Беҙ хәҙер коллектор хеҙмәттәре өҫтөнән дә күҙәтеү алып барабыҙ. Әгәр коллектор граждандың хоҡуғын боҙа, уны ирекһеҙләй, янауҙар менән ҡурҡыта йәки уға ҡарата ниндәйҙер көс ҡуллана икән, граждандар беҙгә мөрәжәғәт итә ала һәм суд приставтары коллекторға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғата.

Әйткәндәй, әллә күпме халыҡты үҙ тоҙағында тотҡан коллекторҙар баш-баштаҡлығын нисек сикләргә була?

- Рәсәй Федерацияһында коллекторҙар хеҙмәте элек легаль рәүештә булманы. Уларҙы шәхси банктар булдырҙы ла инде. Һәм был контораларҙың граждандарға ҡарата мөғәмәләһе лә бер кем тарафынан сикләнмәне, күҙәтелмәне. Халыҡ араһында ишеткәнегеҙ ҙә булғандыр, коллекторҙар банктарға бурысы булған граждандарҙың өйөнә, эш урынына ирекле рәүештә килә һәм ғауға ҡуптара, хатта көс ҡулланған осраҡтар ҙа булды. Үҙ хоҡуҡтарын аңлап етмәгәндәр был эштәрҙе банк рөхсәт итә, йәғни закон нигеҙендә башҡарыла икән тип уйлап, сараһыҙ көнгә төштө. Былар, әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау органдарын хәүефкә һалды һәм бына һуңғы йылдарҙа был эштәр менән идаралыҡты күҙәтеү суд приставтары иңенә һалынды. Миҫал өсөн алғанда, ағымдағы 8 айҙа ғына ла 70-тән ашыу административ эш ҡаралып, коллектор хеҙмәттәре штраф түләү формаһында яуапҡа тарттырылды. 300-ләп ғариза әлеге көндә тикшереү өҫтөндә. Ошо тәңгәлдә халыҡҡа мөрәжәғәт итер инем. Коллектор хеҙмәттәренең законһыҙ эш итеүе осрағында банкка ла, полицияға ла түгел, ә суд приставтарына ғариза яҙырға кәрәк, сөнки ул вәкәләттәр бөгөн беҙҙең хеҙмәт ҡулында.

Суд приставы хеҙмәткәрҙәре ябай халыҡ аңында нисектер яуыз образда формалашҡан. Ни өсөн былай, нисек аңлатырһығыҙ?

- Приставтар хеҙмәте аша республика буйынса бер йыл эсендә яҡынса 1 миллион 700 мең башҡарыу эше үтә. Былтыр, мәҫәлән, 2 миллион 400 мең эште йырып сыҡтыҡ. Бында һалымдар, штрафтар, алимент эштәре һәм башҡаларҙың барыһы ла иҫәпкә алына. Ошоларҙан сығып ҡарағанда, республика халҡының яртыһы тигәндәй приставтар хеҙмәте аша үткән кешеләр булып килеп сыға. Ә беҙҙең эш нимәнән ғибәрәт? Күп осраҡта мөлкәткә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә граждандарға сикләүҙәр ҡуябыҙ. Мәҫәлән, йортона, транспортына арест һалына, банк счеттарына "йоҙаҡ" эленә. Мөлкәтен тартып алырға ла тура килә. Аңлауығыҙса, беҙҙең хеҙмәттә ниндәйҙер позитив аҙ. Һәм беҙ үҙебеҙҙе был юҫыҡта күрһәтергә лә тырышмайбыҙ. Граждандың эше суд приставтары ҡарамағына килеп юлыҡҡан икән, тимәк, ул йә үҙе хоҡуҡ боҙған, йә уның хоҡуғын үтәмәгәндәр. Был осраҡтарҙың икеһендә лә пристав хеҙмәтенә административ, йәиһә физик көс ҡулланып, закон яғын яҡларға тура килә. Икенсе төрлө булыуы мөмкин түгел. Беҙҙең беренсе бурыс - граждандарҙан бурыстарын үтәтеү. Ҡайһы осраҡтарҙа суд приставтарынан һағайып та тейешлене башҡарып ҡуялар икән - бик мәслихәт. Ә инде эште приставтар ҡатнашлығына алып барып еткереү бик үк күңелле тамамланмаҫҡа ла мөмкин. Беҙ бына ошо ваҡиғаларҙы булдырмау өсөн аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Телевизорҙан төрлө арестар мәлен күрһәтеү ҙә ул граждандарға иҫкәртеү булып яңғырарға тейеш. Бында ҡурҡытыу йәки баҫым яһау маҡсат түгел, маҡсат халыҡты закондарға ярашлы йәшәргә өндәү һәм өйрәтеү. Статистик мәғлүмәттәрҙе алып ҡараһаҡ, күп граждандарҙың уртаса бурысы 15-20 меңде тәшкил итә. Штрафтары 300-500 һум була. Ошо түләүҙәрен үҙаллы, үҙаңы менән ябып ҡуйыу урынына, приставтарҙы йөрөтөп, ниндәйҙер ҡаты ҡарарҙарға юлығып ҡуялар. Яуаплылыҡ, бары тик яуаплылыҡ етмәй күптәргә. Тимәк, беҙ халыҡты яуаплылыҡҡа ла өйрәтәбеҙ булып сыға. Ә инде приставтарҙың халыҡ аңында ниндәйҙер яуыз образда формалашыуы - ул шул уҡ аңһыҙлыҡ бәләһе тип уйлайым. Суд ҡарарын үтәгән йәки закон боҙмаған берәүгә лә приставтар килмәй, улар ҙа ябай кешеләр, улар ҙа тереклек итеү өсөн үҙ бурысын үтәй.

Һеҙҙең хеҙмәттә иң ауыры нимә? Приставтар ниндәй эшкә теләкһеҙ бара? Кеше факторы тигән төшөнсәләр йыш күҙәтеләме?

- Беҙ шундай идеология менән эшләйбеҙ: һәр суд ҡарары - ғәҙеллек, һәр закон - хәҡиҡәт. Суд ҡарары был өлкәләге әллә күпме белгестәрҙең оҙайлы хеҙмәте нигеҙендә сығарылған документ. Шунлыҡтан, ҡарар нисек кенә ҡаты булмаһын, уны үтәтергә бурыслыбыҙ. Эйе, приставтар ҙа хисле, йөрәкле ябай кешеләр, әммә улар суд ҡарары төрлө тикшереүҙәр үтеп, үлсәнеп, өйрәнелеп сығарылған икәнен дә белә. Әгәр беҙ суд өсөн "был дөрөҫмө - дөрөҫ түгелме" тип уйлай, икеләнә башлаһаҡ, әлбиттә, беҙ быны бер ваҡытта ла үтәй алмаясаҡбыҙ. Суд әлеге "кеше факторын" да , башҡа факторҙарҙы ла иҫәпкә алған.
Шулай ҙа үҙеңдән аша үтеп эшләргә дусар булған эштәр ҙә бар. Шундайҙарҙың береһе - балалар яҙмышына ҡағылышлы мәсьәләләр. Ир менән ҡатын айырылыша ла, балаларын бүлешә алмайҙар. Ә бала өсөн атай ҙа, әсәй ҙә ҡәҙерле. Бигерәк тә бәләкәстәр айырылышыуҙарҙы ауыр кисерә. Ата-әсә килешеүгә бара алмай һәм приставтарға кемдеңдер ҡулынан балаһын тартып алып, икенсеһенә бирергә тура килә. Был бик ауыр ситуация һәм приставтарҙың ошо хәлгә төшмәҫкә, был бурысты үтәүсе булмаҫҡа тырышҡандарын да беләм. Үҙем рядовой пристав булып эшләгән мәлдәге хәлдәрҙән сығып та әйтә алам: кемдәндер миллион тартып алыуға ҡарағанда, ҡулынан балаһын йолҡоп алып китеү күпкә ауырыраҡ.

Иң күп эштәр алименттар буйынсалыр беҙҙә, шулай бит?

- Юҡ, яңылышаһығыҙ. Әлбиттә, алимент эштәре лә күп, әммә улар беренсе урында түгел. Һәм, әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа алименттарға ҡарата закондарҙың ҡатылана барыуына ярашлы, бындай эштәр кәмеүгә китте. Йылына 1,5-2 меңгә кәмей хатта. Мәҫәлән, 2016 йылдың ғинуарында республикала алимент түләмәүселәргә ҡаршы 23 мең башҡарыу эше ҡаралһа, быйылғы йылдың август айына 19 мең башҡарыу эше килгән. Айырылышыуҙар һаны кәмемәһә лә, кешеләрҙең үҙ-ара килешеү, аңлашыу кеүек цивилизациялы мөнәсәбәттәр ҡора белеүгә ынтылышы арталыр, тип уйлайым был күрһәткестәр һөҙөмтәһендә. Һәм, әйткәнемсә, тәртиптәр ҙә ҡатыланды. Ике ай алиментын түләмәгән гражданин башта административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Административ яуаплылыҡ - ул 15 тәүлеккә ябып ҡуйыу ҙа булырға мөмкин. Бөгөнгө көндә республика буйынса ике меңгә яҡын кеше был язаны үтәү өҫтөндә. Уйлап ҡарағыҙ, 15 көн бикле ултырыу ваҡытында эште юғалтырға ла, башҡа нәмәләрҙән ҡолаҡ ҡағырға ла мөмкин. Йәғни, бик етди эҙемтәләр алып килә торған яза был, тип әйтмәксемен.
Унан транспорт йөрөтөү хоҡуғын сикләү, сит илдәргә сығармау кеүек язалар ҙа ҡаралған. Ун меңлек бурысы йыйылған икән, ул кеше шәхси транспорт менән ҡуллана алмай. Административ яуаплылыҡҡа тарттырылып та, һаман эшкә урынлашмайһығыҙ, бурыстарығыҙҙы ҡайтармайһығыҙ икән, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Аҡылы булғандар эште был хәлгә алып барып еткермәй. Бөгөнгө көндә 500-ләп гражданға бындай енәйәт эше асылған һәм был республика өсөн ҙур һан түгел. Ҡыҙыҡ өсөн миҫалға килтереп китәйем: ҡайһы бер республикаларҙа алимент эштәре бөтөнләй юҡ һәм был тәңгәлдә закондар ҙа сығарылмаған. Төньяҡ Кавказда, Ингушетия, Дағстан, Чечняла балаһын тәьмин итеү ир-егеттең беренсе бурысы итеп ҡуйылған һәм унан баш тартыу - ул ирлек намыҫынан баш тартыу кимәленә ҡуйылған. Был нимәнән килә? Тәрбиәнән, әлбиттә! Ир баланың ғаиләлә алған тәрбиәһенән, намыҫ, яуаплылыҡ кеүек төшөнсәләрҙең баһаһы ҙур булыуҙан, ир-егеттең үҙ бурыстарына тоғро булыуынан.
Бына мин үҙем ир кеше, атай кеше булараҡ, баланы тәьмин итеү бурысын тулыһынса ирҙәр иңендә булырға тейеш тип иҫәпләйем. Бит алимент түләй алмаусыларҙың 15-20 проценты ғына теләгән хәлдә лә түләй алмаҫлыҡ торошта. Ҡалғандары түләрлектәр, бары тик теләктәре генә юҡ.
Алиментын түләй алмаусылар башлыса эскелеккә бирелгән йәки эшһеҙ ҡалыусы ир-егеттәр. Был тәңгәлдә иһә берәй төрлө хөкүмәт программаһы кәрәктер, тип уйлайым. Уларҙы дауалап, психологик ярҙам күрһәтеп, эшкә урынлаштырып, түләй алмаған айҙарында ниндәйҙер фондтан түләп тороп, йәғни улар елкәһенә бурыс йыймайынса, аяҡҡа баҫтырыу. Сөнки бурысы йыйылып, мөлкәте тартып алынып ҡуйылған кешегә күтәрелеп китеүе еңелдән түгел һәм күптәр быны йырып сыға ла алмай. Саҡ ҡына этәргес көс булғанда, дәрт-дарман биргәндә, унан балаларына ла файҙа булыр ине, шәхес булараҡ та юҡҡа сыҡмаҫ ине.
Алимент көтөүсе ҡатын-ҡыҙҙы аңлайым мин. Балаларҙы бит көн һайын ашатырға кәрәк, уларҙың кейеме, уҡыу кәрәк-ярағы өсөн башҡа сығымдары ла бихисап. Балаларының атаһы түләй алмаған осраҡта, ул барыһын да бер үҙе күтәрергә тейеш. Ошондай хәлдәрҙе яйлау өсөн алимент фонды булырға тейеш. Күп кенә алға киткән илдәрҙә был фонд бар. Ни сәбәп менәндер алиментын түләй алмаған граждандар, алимент ала алмаған әсәләр был фондҡа мөрәжәғәт итеп ярҙам ала. Түләүҙәре ваҡытында үтәлгәс, кешеләр араһында низағтар ҙа аҙыраҡ була, әсәләр ыҙаламай һәм бурыстар ҙа йыйылмай. Кешеләр мәнфәғәтен ҡайғырта торған бик файҙалы проект был. Был механизм беҙҙә лә эшләп китһә, күп проблемалар хәл ителер, әллә күпме кире күренештәр юҡҡа сығыр ине.

Улай булғас, ниндәй башҡарыу эштәре беренсе урынды биләй инде?

- Иң күбе - түләнмәгән штрафтар. Бигерәк тә юл ҡағиҙәләренә ҡағылышлы эштәр. Мәҫәлән, 500 һумлыҡ штрафты, ҙур түләү түгел әле тип, ваҡытында түләмәйҙәр. Ә инде эш беҙҙең ҡулға килеп эләкһә, беҙ гражданиндан шул 500 һумды түләтәбеҙ, административ кодексҡа ярашлы рәүештә был сумма тағы ла ҡабатлана, йәғни мең тәңкә килеп сыға. Унан башҡа "башҡарыу йыйымы" (исполнительный сбор) тип аталған штраф һалына. Бына шулай 500 һум 2 мең ярым һумға барып баҫа. Ошо хәлдәрҙе булдырмау өсөн юл ҡағиҙәләре хеҙмәткәрҙәре менән берлектә "Юл приставы", "Бурыслы" тигән операциялар үткәреп, аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Юлдарға фотофиксация, камералар ҡуйыла. Быйыл ғына ла баш ҡала буйынса тағы ла йөҙгә яҡын камера ҡуйыласаҡ. 2020 йылға тиклем бөтә федераль трассаларҙа 600-ләп камера өҫтәлә. Әгәр бөтә ошо камералар эше беҙҙең өҫкә килеп төшһә, был ҡот осҡос һан буласаҡ. Быны булдырмау өсөн алдан тырышырға тура килә. Тамсынан күл йыйыла, тигәндәй, бәләкәй бурыстар олоһон яһай. Әле ярты йыл эсендә 3 миллиард һумға яҡын бурыс ҡайтарҙыҡ дәүләткә. Унан башҡа тағы 2 миллиарды - түләнмәгән кредиттар. Банк кредиттары, микро кредиттар, ипотека кредиттары буйынса 1 июлгә республикала 243 мең бурысын түләй алмаған кеше иҫәпләнде. Рәсәй буйынса беҙ был тәңгәлдә икенсе урында торабыҙ һәм хәл ысынлап та көсөргәнешле. Нимәһе ҡурҡыныс: беҙҙә халыҡ кредитты кәрәк әйбергә тип түгел, ә алдан алған кредитын түләргә тип ала. Һәм ил буйынса асылған ҙур процентлы микрофинанс учреждениелары бәләкәй эш хаҡына тереклек иткәндәрҙе бурысҡа батыра ла инде. Кредит кәрәк булған осраҡта бары тик дәрәжәле банктарға ғына барырға кәрәк, ә инде был банк һеҙҙең һорауҙы кире ҡаға икән, тимәк, был ваҡытта һеҙгә был юл хәүефле генә. Банк һеҙҙең дошман түгел, ул һеҙҙең мөмкинлектәрегеҙҙе реаль баһалай һәм дөрөҫ булып сыға ла. Банк һеҙҙе бурысҡа батырып, йортоғоҙҙо тартып алырға тигән маҡсат ҡуймай, ә ваҡ финанс учреждениелары шуны там итә лә.

Халыҡ закондарҙы беләме? Бармы уларҙа хоҡуҡ белеүгә ынтылыш, өйрәнергә, аңларға тырышыу?

- Әлбиттә, бөгөн интернет заманы, кәрәк нәмәне ҡарап-белеү, бик булмаһа, юристарға мөрәжәғәт итеү бар. Күберәген ҡалала инде. Ә райондарҙа беҙ һуңғы ике йыл эсендә халыҡты йыйып, аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Райондарҙағы хеҙмәткәрҙәребеҙ коллективтар, студенттар, уҡыусылар алдында сығыш яһап, нисек итеп приставтар хеҙмәтенә юлыҡмайынса законға ярашлы йәшәү тәртиптәрен өйрәтә. Бындай осрашыуҙарға үҙем дә йөрөйөм, һынап ҡарағаным бар, тере аралашыуҙа халыҡтың һорауҙары, белергә теләгәне күп. Ошо айҡанлы егерме процент тирәһе халыҡты беҙ хоҡуҡ сиктәрендә белемле иттек тип иҫәпләйем. Был тәңгәлдә хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге башҡа чиновниктарҙы ла йәлеп иткәндә, ыңғай күрһәткестәр оҙаҡ көттөрмәҫ ине, тип ышанам. Мәҫәлән, торлаҡ хеҙмәтләндереүенә түләмәгән өсөн ниндәй эҙемтәләр булырға мөмкин, ниндәй штрафтар һәм язалар ҡаралған? Түләй алмаған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм башҡалар. Ошондай мәсьәләләрҙе белгәндәр бурыстарға ла юл ҡуймаҫҡа тырышыр ине. Шул уҡ микрофинанс учреждениеларының судҡа биреүен дә тикшертеп, түләүҙәрен иҫбатлап була. Мөлкәтен тартып алырға килгәндә квитанцияларын сығарып күрһәтеп торғандар бар. Хоҡуҡтарын белмәү сәбәпле, бурыслы булып ултыралар. Асылда, беҙҙең халыҡ закондарҙы ихтирам итә ул, бары уларҙың тәғәйенләнешен генә аңлап етмәй.

Суд приставы ниндәй осраҡта көс ҡуллана ала?

- Суд приставында ике функция бар, береһе - суд ҡарарын тормошҡа ашырыу, икенсеһе - тормошҡа ашырыусыны яҡлау. Мәҫәлән, суд ҡарарын тормошҡа ашырырға килгән приставтарҙы йортҡа индермәйҙәр, мөлкәтен бирмәйҙәр икән, ул ишекте емереп аса, тартып ала, һуғышыусының ҡулына бығау кейҙерә ала. Айырым граждандарға ҡаршы эштәрҙә беҙ сама белеп, мәҙәни сиктәрҙә, бәрелешһеҙ хәл итергә тырышабыҙ. Ә инде хәрби һаҡ кеүек учреждениеларға ҡатыраҡ тотонабыҙ. Ситуацияға ҡарап, физик көс тә, ҡорал да ҡулланылырға мөмкин. Нисек булғанда ла, ниндәй хәлдә лә суд ҡарары үтәлә.

Ни өсөн тап ошо хеҙмәтте һайланығыҙ? Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһенең иң ауыр һәм яуаплы өлөшө был, минеңсә.

- Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында юридик белем алып сыҡтым. Хыялым судтарҙа кеше хоҡуғын яҡлаусы, ярҙам итеүсе, төплө матур сығыштар яһаусы адвокат булыу ине... Былар, моғайын, һәр йәш юристың уйында булалыр. Әммә тора-бара шуны аңланым, яҡшы адвокат булыу өсөн иң башта хоҡуҡ һаҡлау структураларында эшләп, тәжрибә тупларға кәрәк икән. Был өлкәнең бөтөн эске ваҡ операцияларын, аҫҡы ағымын аңламай тороп, ҙур эштәрен башҡарып булмай. Тәфтишсегә лә, прокуратура белгесенә лә әҙерлек талап ителә. Һәм, бәхеткә күрәлерме инде, шул йылдарҙа яңы хеҙмәт - суд приставы хеҙмәте барлыҡҡа килеп, мин шунда эшкә килдем. Башта, әлбиттә, алда әйткән хеҙмәттәргә күтәрелеүгә тәжрибә туплармын, тип уйлағайным. Ә инде йылдар үтеү менән башҡа бөтөн хоҡуҡ һаҡлау структураларының да эше тап беҙҙең пристав хеҙмәте нигеҙендә тороуын төшөндөм. Әгәр приставтар яҡшы һәм сифатлы башҡармай икән үҙ бурысын, судтың да, прокуратураның да, полиция хеҙмәтенең дә эштәре елгә осасаҡ. Мәҫәлән, полиция енәйәтсене эҙләп табып, прокуратура, суд уға ҡарар сығарып, приставтар шул ҡарарҙы үтәтмәй икән, йәмғиәттә тәртип тә булмаясаҡ. Бына ошоларҙы һынап-һынап ҡараным да, пристав хеҙмәтендә ҡалырға ҡарар иттем.

Суд приставтары булып хоҡуҡ һаҡлау өлкәһенә килгән йәштәр ниндәй мәктәп үтә? Һәм һеҙҙә эшкә ҡалғандар ниндәйҙәр улар?

- Йәштәр, ғәҙәттә, бөтә өлкәгә лә тәжрибәһеҙ килә. Ә инде беҙҙең өлкәлә бер генә йыл эшләп китһәләр ҙә, уларҙың донъяны ҡабул итеүе, тормошҡа ҡарашы үҙгәрә. Әҙәм балаһына хас булған ниндәй генә хәлдәрҙе күреп-белмәй ҙә, йәшәйештең ниндәй генә мәсьәләләренең шаһиты булмай улар! Күп нәмәне аңларға, ҡабул итергә, төшөнөргә өйрәнәләр. Күҙ ҡараштары, аңдары ғына түгел, үҙҙәрен тотоштары ла үҙгәрә. Был өлгөрөү, етлегеү процесын күп йәш коллегаларымда күҙәткәнем бар. Йәмғиәттең ысын яғы, артыҡ матур булмаған, йәмле булмаған яғы менән танышып, үҙ позицияларын булдырып, һығымталар яһап, шәхес булараҡ формалашалар улар. Әлбиттә, яндарында һәр ваҡыт ярҙамға килеүсе тәжрибәле коллегалары, остаздары, етәкселәре лә була. Ә инде беҙҙә эштә ҡалыусылар шул мәктәпте үтә алғандарҙың иң сыҙамлы һәм ныҡтары ғына.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.19 | Ҡаралған: 486

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru